Әле генә етмеш йәш ине. Күҙ асып йомған арала етмеш биш елдереп килеп етте. Һиҫкәндереп, уйландыра һыу кеүек аҡҡан йылдар… Ошо йылғыр биш йыл эсендә ниндәй эштәр башҡарып өлгөрҙөм һуң? Әлбиттә, төп хеҙмәтем – “Һайланма әҫәрҙәр”емде томдар итеп әҙерләү һәм баҫтырып сығарыу. Университеттың журналистика кафедраһында мөдир һәм профессор вазифаһында уҡытыусылыҡ хеҙмәтемде даими дауам иттем. 2014 йыл мөдир урынын тапшырып, профессор булып ҡалдым. Яҙышырға, әҙәби ижад менән шөғөлләнергә ваҡыт иркенәйҙе.
…Теге томдар тураһында һүҙҙе дауам итәм. Уларҙы әҙерләү бик мәшәҡәтле, ваҡытты күп ала торған эш тип әйттем дә әйтеүен, ә бына ҡалын ҡатырға менән матур итеп тышланған, буяу еҫе килеп торған ысын китаптарҙы ҡулға алғас, үҙ күҙеңә ышанмай баҙап ҡалаһың, шатлыҡ башҡа һыймай. Аҙаҡ, көндәр үткәс, ул саҡтағы осондорғос хистәр баҫыла төшә, уй-хыялдарың көндәлек тормош ағышына ҡушыла-тартыла бара. “Һайланма әҫәрҙәр”ҙең 1, 2, 3-сө томдары хәҙер инде китап кәштәһенән мәғәнәле генә итеп миңә баға.
Тормош һәм ижад артабан дауам итә. Икенсе бер хеҙмәтем был осорҙа байтаҡ ваҡытымды алды. Башҡорт дәүләт университеты нәшриәтендә быйыл урыҫ телендә “Писатель. Профессор. Педагог Кильмухаметов Тимергали Абдулгалимович. Биобиблиографический справочник” тип аталған баҫма донъя күрҙе. Күләме – 91 бит.
Һигеҙ бүлектән торған был белешмә тормош юлымды, яҙыусылыҡ һәм ғилми ижадымды, йәмәғәтселек эшмәкәрлегемде бөтөн система итеп күҙ алдына баҫтырған кескәй бер энциклопедия кеүек килеп сыҡты. Уның төп авторы – мин үҙем. Яҙғанымды китап итеп баҫырға ярҙамлашҡан кафедра хеҙмәткәре Рәмзиә Асаф ҡыҙы Юламанованың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Уға рәхмәт!
Тупланған яҙыусылыҡ тәжрибәһе. Замана үҙгәрештәре мине нисектер үҙенән-үҙе әҙәби-публицистик жанрҙарға алып килде. “Уҙамандар: Фән һәм Фәнис Исхаҡовтар”, “Илгә изгелекле Ибраһимовтар” исемле очерктар яҙҙым. Ҙур күләмле был очерктарҙың төп геройҙары – минең райондаштарым. Бөтә Башҡортостанға билдәле бер туған Фән менән Фәнис Исхаҡовтар. Ә Ибраһимовтар – ауылдаштарым. Илебеҙгә танылған хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәрҙәре, Совет Армияһының батыр офицерҙары, уҡымышлы дин әһелдәре, табиптар үҫтергән тәрән тамырлы ғаилә, Йомран-Табын ырыуының данлыҡлы тоҡомо. Уларҙың һәр ҡайһыһын яҡшы беләм, күп йылдар осрашып, аралашып йәшәнек.
Был әҫәрҙәргә йәнә ошондай ике очерк өҫтәлде. Беренсеһе – “Мидхат Гайнуллин: на фронте – разведчик, в жизни – первопроходец”. Уның дауамы һымағыраҡ: “Не уважать, не любить его было невозможно” тип аталған очерк яҙылды. Уның төп геройы – Башҡорт дәүләт университетының беренсе ректоры Шәйхулла Хәбибулла улы Чанбарисов. Геройҙарымдың икеһе лә – Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары. Тыныс тормошта ҙур уңыштар ҡаҙанған олуғ шәхестәр, университет етәкселәре: береһе – ректор, икенсеһе – проректор. Улар миңә студент саҡтарымдан, университет кафедраларында эшләгән дәүерҙәрҙә аралашыуҙар буйынса билдәле һәм таныштар ине.
Был очерктар иҫтәлекле даталарға бәйле ижад ителде. Миҙхәт Ғәйнуллиндың тыуыуына 90 йыл (2015 йылда), Шәйхулла Хәбибулла улының тыуыуына 100 йыл (2016 йылда) тулыу айҡанлы донъя күрҙе. Хәҙер инде был әҫәрҙәр журналдарҙа, китаптарҙа урын алды.
Уҙаман райондаштарым Исхаҡовтар, ҡәҙерле ауылдаштарым Ибраһимовтар, университетымдың абруйлы педагог-етәкселәре тураһындағы очерктарҙың һәр береһе ысын күңелдән, оло яуаплылыҡ тойоп яҙылды. Улар хәҙер бер циклды (шәлкемде) хасил итеп берләште һымаҡ. Бер “ғаилә” ағзаларына әйләнде төҫлө…
* * *
Һуңғы биш йылда ижад ителгән әҙәби-публицистик әҫәрҙәр араһында шулай уҡ бер шәлкем эссе бар. Улар ҙа, очерктар һымаҡ, дүртәү (осраҡлы тап килеү, әммә “парлылыҡ” законы үҙ эшен эшләй…). Исемдәрен теркәп ҡуям: “Мостай менән Рауза”, “Биишеваса йәшәү сәхифәләре”, “Килмекәй батыр”, “Өмөтбай өйәңкеһе”.
Бында төп образдар – халҡыбыҙҙың мәшһүр улдары һәм ҡыҙҙары: халыҡ шағиры Мостай Кәрим менән уның һөйөклө ҡатыны Рауза апай, халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева, данлыҡлы башҡорт көрәшсеһе Килмекәй батыр, бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев һәм Өмөтбаевтар.
Был осраҡта ла, очерктарҙағы шикелле, геройҙарым миңә таныш. Мостай Кәрим менән Рауза апайҙы, Зәйнәб Биишеваны күреп, аралашып беләм. Ә бынан күп йылдар әүәл XIX – XX быуат башында йәшәгән М. Өмөтбаев менән олатайымдың атаһы Килмөхәмәт батыр тураһында төрлө яҙма сығанаҡтарҙан, Өмөтбаев ҡалдырған яҙмаларҙан, ул төҙөгән “Йомран-Табын” ырыуы шәжәрәһенән, Йомран-Ибраһим ауылы ҡарттары һөйләгән һүҙҙәр буйынса мәғлүмәт тупланған.
Әммә шуны айырым билдәләп әйтәм: был осраҡта ижади хыялға, тойомлау, фараз итеүгә лә самаса урын бирелде. Ижади хыял менән ысын тормош факттары бер-береһен тултырып, байытып, асығыраҡ итеп, мин күреп белмәгән шәхестәрҙе йәнле, ысын кешеләр итеп күҙ алдына баҫтырырға, уларға йән өрөргә һәм тере кешеләр шикелле йәшәтергә мөмкинлек бирҙе. Уларҙы уратып алған тәбиғәт донъяһын, эш ҡоралдарын, йорт-йыһазды ла тасуирлау стилен эҙләп табыуға өлгәштем.
Әлбиттә, етмеш менән етмеш биш араһында яҙылған очерктар, эсселар әҙәби ижадымды төрләндерҙе, байыҡтырҙы. Уларҙың башҡортса гәзит-журналдарҙа баҫылып сығыуы, 2012, 2016 йылдарҙа донъя күргән “Һайланма әҫәрҙәр”ҙең 2, 3-сө томдарында донъя күреүе ҡыуаныстар менән әленән-әле һөйөндөрөп торҙо. Ижад итергә, йәшәргә көс-дәрт өҫтәне.
Шулай ҙа был дәүерҙәге иң көслө кисерештәр, иң ныҡ тулҡынланыуҙар “Йәнкиҫәк” пьесаһы менән бәйле. Ул бик бәхетле әҫәр булып сыҡты. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры ошо пьеса буйынса “Йәнкиҫәк” исемле спектакль ҡуйҙы. 2014 йылдың 29-30 сентябрендә, 7-8 октябрендә уның премьераһы үтте. Артабан спектакль Баймаҡ ҡалаһында, Асҡарҙа, Өфөлә, Ҡырмыҫҡалыла күрһәтелде. Ә Сибайҙың үҙендә ҡабат-ҡабат уйналды.
Спектакль тураһында матбуғат сараларында тиҫтәләгән рецензия һәм мәҡәләләр баҫылып сыҡты. Уларҙа спектакль ыңғай баһа алды. Театр коллективының ҙур уңышы, яңы ҡаҙанышы тип билдәләнде.
“Йәнкиҫәк” (урыҫ телендә “Счастье” тип атала) спектакле театр репертуарында ныҡлы урын алды. Спектаклдең Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын бөтә Рәсәй халҡы тантаналы байрам иткән йылда сәхнәгә сығыуы минең өсөн, ғәзиз атаһы шул дәһшәтле һуғышта һәләк булған ҡаһарман яугир улына, сикһеҙ шатлыҡ һәм ғорурлыҡ булды, әлбиттә.
* * *
Яҙмаларыма шуны ғына өҫтәп ҡуям: һуңғы биш йылда, әҙәби әҫәрҙәрҙән тыш, гәзит-журналдарҙа, төрлө китап, альбом, йыйынтыҡтарҙа йөҙҙән ашыу мәҡәләм баҫылып сыҡҡан. Улар ҙа хеҙмәтем һөҙөмтәһе, ижад емешем.