Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ә көҙгөһөн күктәр шундай бейек...
Ә көҙгөһөн күктәр шундай бейек...
* * *
Юғалтылған һындар кире ҡайтмаҫ,
Тағы ямғырлы мәл башланды.
Күлде ташлап, ҡамыштарҙы
зарға һалып,
Сығып осто инде ҡаҙҙары.
Бер кисерелгән шатлыҡ балҡышы ла
Һыуынған араны йылытмаҫ.
Ҡаҙҙар ҡанатында – күңел зары,
Уны тағы һының аңламаҫ.

Әллә кем дә булманың бит,
Асылыңа һәйкәл ҡуйырлыҡ....
Әммә һаман көстәр тапмам
үҙ-үҙемдә
Һинең күҙҙәреңде юйырлыҡ.

Юғалтылған йәрҙәр...(дуҫтар...)
кире ҡайтмаҫ.
Йәнә яуа һыуыҡ ямғыры.
Өндәшәмен билдәле йыр менән:
Һин онотма ерҙә мин барын...

* * *
Ҡәһүәнең бит
һыуынғас,
ни ҡыҙығы?
Йылы өрмәй
әсе көҙҙәрҙә.
Һөйләшеүҙәр түгел,
Ҡараштар ҙа,
Бөҙрәләр ҙә...
Барыһы үҙгәргән.
Тик
Нисә йыл
тәгәрләп үтһә лә,
Тирә-йүндә
Шул уҡ тамаша.
Ана,
Университет буфеты
Шул уҡ
ҡәһүә еҫен аңҡыта.
Өфөм,
Һин бит
күпер
теге ун беренсе,
Ун икенсе
йәйғор төҫөнә.
Бары күҙҙәр...
Шул уҡ моңһоу күҙҙәр
япраҡ келәмле
ергә сәнселә.
Тик моңһоу бит
йырҙың аҙағы.
Ҡәһүәнең, һыуынғас,
Ни ҡыҙығы?

* * *
Эйфория.
Парк.
Һары япраҡ.
Иркәләре көҙҙөң, күрәһең.
Елкәләргә һары ҡулын һала.
Ә һин елдәр булып иҫәһең.
Хыялый йән.
Оҙон ҡара пальто.
Эскәмйәлә –
Блокнот биттәре.
Ә көҙгөһөн күктәр шундай бейек,
Йәшәү йәмле, эйе, көҙҙәрен.
Ҡайтырмын да
Сәй яһармын тағын.
Уға тәмде йәнә ҡайтарҙың.
Тик был хискә,
нескә, наҙлы хискә
Һүҙе теймәһенсе яттарҙың.
Күҙе теймәһенсе яттарҙың.

* * *
Сәләм,
Сәләм.
Һәр бер хәбәрнамәлә
Тонна һағыш.
Әйтелмәгән
Һүҙҙәр,
Татылмаған наҙҙар,
Яңғыҙ яҙҙар.
Ярыҡ яҙмыш.
Көнөнә әллә
Нисә тапҡыр
Урарға
Был кварталдарҙы.
Яраға тоҙ.
Аяҡ аҫтында,
гүйә,
Түгел һары япраҡ,
Ә баҙлар ҡуҙ.
Буталған
Наушник сымдары,
Остары
Бөкләнгән
Китап биттәре.
Сентябрь
Тиҙҙән һүнер.
Геүләр
Һыуыҡ елдәре.
Ваҡыт – мыжыҡ, тиҫкәре.
Һәр кем
Үҙ һағышы,
Күҙ йәше,
ҡарғышы
менән
уртаға
Бөгөлөр.
Кемгәлер
күпер ялғаныр.
Кемгәлер –
өҙөлөр.
Пластик
Стакандағы
ҡәһүә төбөнә
йәшенер
бар
Әйтелмәгән
һүҙҙәр,
Моңһоу күҙҙәр,
Татылмаған наҙҙар.
Кемгәлер танһыҡ
көҙ,
Кемгәлер
ҡышта ла
килер яҙҙар.
Үҙәккә үтеп
таныш
был кварталдар.
Аяҡ аҫтында
Һары япраҡ түгел –
буҙлар ҡуҙҙар.
Яраға тоҙҙар.

* * *
Тышта көҙ менән ямғыр ҡосаҡлаша,
Хистәренән бәүелә фонарҙар.
Йөрәк тибештәре-туҡ туҡ килеп,
Туҡтамайса уҙған трамвайҙар.

Көҙ ҡайтарҙы йәнә
Рок-н-ролды,
Һәм әйләндем
Йәнә фәйләсүфкә.
Аһ, был һиҙгерлекте!
Аһ, булмышты!
Сығарып бәрер
инем сүплеккә...
Түҙә алманым алтын ситлеккә.

* * *
Светофор йөҙөндә –
моңһоу өс төҫ.
Һаумы, октябрь!
Ырашҡылы
Һағыш мәле.
Төпһөҙ көҙ.

Тротуарҙа,
Эскәмйәлә
Янда буш урын.
Ҡайнар сәй йылыта,
Түгел ҡулдарың.

Юғалырға ине
Һинең менән
Урамдарҙа
Ҡара төнгә,
Таңға хәтле.
Биштәр тултырып,
Артмаҡлап
Уртаҡ йәшлекте
Һәм бәхетте.
Беҙ – бер бөтөн.
Беҙгә ғүмер, йөрәк,
Һауа уртаҡ.
Шуның хаҡта
Бәйән итә
Уң ҡулдарҙа
алтын балдаҡ.

* * *
Алыҫ янған йондоҙ булып
Һин там
Устарыма.
Йылы тыным өрөп
Ҡуҙҙарына,
Һүндермәйсә
Ипләп һаҡлармын.
Керпек остарына
Йоҡо түгел, һағыш ҡуна.
Күҙәтәмен
Таңдың атҡанын.
Ҡалсы
Хәтеремдә генә.
Исемеңде
йәшерермен
кеҫә төбөнә.
Тик, үтенәм.
Юғалма, һүнмә.
Төнөн Ер шары
әйләнә
тиҙерәк.
Яңы көндөң
күперендә
һүнеп өлгөрмәй
төнөн
ҡабынған йөрәк.
Был шиғырым әллә
һинең хаҡта,
әллә йыры
төнгө яңғыҙлыҡтың.
Һыуыҡтар
төшкән һайын
һәр йыл
шыбырларға:
“Мин һауыҡтым...”
һәм тауышыңды ишетергә
һәр бер һулышында
тынлыҡтың...
Ҡалсы.
Телефон сымының
теге осонда.
Йәнһеҙ аккаунт булып ҡал
бәйләнештә.
Шиғырым булып ҡал,
асылыма ҡайтарыр.
Был тағын
артыҡ хисле иҫәр, тимә.
Ҡан тамырыма
яҡты һағыш
тултырған
сентябрь...
Ҡулдар барып етмәҫ
төпһөҙ йыһан ҡосағында
яныр йондоҙ булып ҡал.
Үтенәм.
Ихлас йылмаям да,
исемеңде
ипләп кенә
кеҫәгә йәшерәм...

Үҙемә

Һындырырға һине маташҡанда,
Күҙҙәреңдән осҡон сәсрәтеп,
Ярһыу саялыҡ менән сат йәбештең
Үҙ-үҙеңә бойороп: “Йәшә!” – тип.
Тигеҙләргә һине маташтылар
мәте ҡатыш балсыҡ ер менән.
Һин туфандай кире ҡалҡа бирҙең,
Үҙең генә белер сер менән.
Шулай булғас, ни бысағыма һуң
Әле килеп, үҙең һынаһың?
Бер ҡараһаң, һинән сабырҙар юҡ,
Бер ҡараһаң, бахыр ғынаһың.
Ҡаймаҡ ялаған мут бесәй шикелле,
Дошманыңдың йөҙө ҡәнәғәт.
Булмаҫ тимә, тубыҡланһаң әгәр,
Йөрәгеңә һалып йәрәхәт.
Ярҙан этеүселәр йылан ише
Уралғанда һинең яныңда,
Һин инең бит иң сая һәм дә үткер
Таш ауһа ла йышлап, юлыңда.
Йөкмәгәнһең икән ҡында ҡылыс,
Ниңә көтәң айырым ваҡытын?
Ел тирмәне аптырап тынып ҡалған
Танымайса үҙенең Кихотын.

Уҡтай атыл, тештәреңде ҡыҫ та:
Һинән донъя көтә яңы йыр!
Һин түгелме үҙенә бер башҡа зат,
Үҙ юлынан атлар ҡарышҡыр?!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779