Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тауҙар тауышы – ҡурай моңонда
Тауҙар тауышы – ҡурай моңонда
Бөгөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында “Тауҙар һулышы” исемле концерт була. Унда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рушан Биктимеровтың ҡурай моңдары яңғыраясаҡ. Ошо хаҡта артистың үҙе менән һөйләштек.

– Был концерт берәй сара айҡанлы ойоштороламы?
– Юҡ, бер нимәгә лә бәйле түгел ул. Мин ун йылға бер концерт ҡуям – шуларҙың береһе инде был (көлә). Бығаса 2009 йылда ҡатыным Венера менән “Ҡурай” концертын ойош­торғайныҡ. Әммә быныһы яңғыҙ башҡарғандың тәүгеһе була.
– Ҡатынығыҙ сығыш яһая­саҡмы?
– Берәй йыр башҡарыр. Былай башҡа артистар ҙа байтаҡ булмаҡсы. Беҙ концертты батл, йәғни дуэт формаһында эшләргә ниәт итәбеҙ. Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡумыҙ менән сыҡһа, унан һуң – думбыраһы менән Илмир Әбүбәкеров, йәнә Дмитрий Китаев гитара ҡылын сиртер, Ольга Хәйруллина роялдә уйнар, шулай уҡ Марат Саҙрыев скрипка моңон ишеттерер. Ағайым Радик Вәлмөхәмәтов, Венера Рәхмәтуллина, Римма Амангилдиналарҙың тауышын ишетеү мөмкинлеге тейәсәк тамашасыға. Унан тағы бейеүҙәр ҙә булыр. Барыһы ла мин башҡарған көйҙәргә һалынған. Композиторлыҡ эштәренә килгәндә, күберәге Рим Хәсәновтыҡы буласаҡ.
– Ә ниңә “Тауҙар һулышы”?
– Тауға менһәң, һоҡланып, хискә биреләһең, ниндәйҙер көс алғандай булаһың. Ата-бабаларҙың кисе­рештәре, уйнаған көйҙәреңдең тарихы ағылғандай. “Был шәхесебеҙ шу­лайтҡандыр, батырыбыҙ былайт­ҡандыр” тигән уйҙар килә. Әйтерһең, трансҡа инәһең.
– Кисә ниндәйерәк юҫыҡта үтәсәк?
– Темаһы – ҡурай. Беренсе өлөштә үҙем яратып уйнаған башҡорт халыҡ көйҙәрен ишеттермәксемен. Икен­сеһендә ҡурайҙың яңы мөмкин­лектәрен асырға тырышасаҡмын. Әммә әлегә атҡарып сыҡмағас, был турала ауыҙ тултырып алдан һөйләгем килмәй.
Шунан тағы шәжәрәгә ҡағылышлы бәләкәй генә өлөш тә булыр. Мәҫәлән, атайым Салауат Биктимеров бейеүсе, скри­пач булған. Әсәйемдәр яғынан Вәлмөхәмәтовтар – бөтәһе лә йырсы. Сәлимә өләсәйемде, мәҫәлән, һабан­туйҙарҙа сығыш яһағандан һуң матур аттар егеп, ялтыр ҡыҙыл тауарға төрөп, еңеүсе итеп өйөнә оҙатыр булғандар. Иҫләйем, ғүмер буйы оҙон халыҡ йырҙарын башҡарҙы.
– Ҡурайсы үҙе башҡарған көйҙөң тарихын да белер­гә тейеш, тиҙәр. Был концертта сағылыш таба­саҡмы?
– Ғөмүмән, ҡурайҙа ғүмер буйы уйнаған, шөғөлләнгән кеше һәр көйөнөң тарихын төптән белә. Әлбиттә, бишәр йөҙ самаһы булмаһа ла, берәй егерме-утыҙы тураһында һөйләй алыр. Ләкин концертта һәр көйҙөң тарихын бәйән итеп булмаҫ. Шулай ҙа берәйһенә туҡталып үтербеҙ.
– Үҙегеҙҙең ҡурайсы тәжрибәһен дә тасуирлаһағыҙ...
– Башҡорт дәүләт филар­монияһында 1995 йылдан эшләйем. “Сармат” төркөмөн төҙөгән ваҡыттар ҙа булды. Барабан, бас, соло-гитара, ҡурай, саксофон, баян кеүек музыка ҡоралдары менән сығыш яһай инек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыл ярым ғына эшләне был төркөм.
Сит илдәрҙә күп йөрөнөк. Эстония, Франция, Германия, Төркиә, Испания, Бөйөк Британия, Андорра сәхнәләрен яуланыҡ. Бындай ҡурайсы булып китеүемдә уҡытыусыларым Ришат Рәхимов менән Азат Айытҡоловтың өлөшө ҙур. Рәхмәт уларға!
– Ҡурайҙы тәүге тапҡыр күргән һәм ишеткән кешегә уның моңо ғәжәйеп тәьҫир итә...
– Ҡурайҙың тылсымы, сере асылып бөтмәгән. Ошо концертта мин уның үҙем күргән бер нисә яңылығын тәҡдим иткем килә. Был тәжрибәнең, әлбиттә, ҡапыл ғына ҡабул ителмәүе лә ихтимал. Тәнҡитселәр ҙә табылыр, был да мөһим.
Концертта бер-бер артлы 25 сығыш буласаҡ. Симфо-джаз, джаз-фьюжн, ретро стилендәге һәм донъя халыҡтарының көйҙәре яңғыраясаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779