Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Урал батыр” эпосын дөрөҫ тәржемә иткәндәрме?
“Урал батыр” эпосын дөрөҫ тәржемә иткәндәрме?
Мин халҡыбыҙ өсөн иң изге ҡомартҡыбыҙҙың, йәғни “Урал батыр” эпосының, урыҫсаға (тимәк, урыҫ теле аша башҡа бик күп телдәргә лә) тәржемәһендә байтаҡ хаталар китеүе һәм шунлыҡтан эпостағы төп фекергә, идеяға хилаф килеүе, эпосты яңынан тәржемә итеү зарурлығы хаҡында яҙып сыҡҡайным һәм бик күп ғалимдарға, Башҡортостан Яҙыусылар союзына, хатта Хөкүмәтебеҙгә (2011 йыл) мөрәжәғәт иткәйнем – ни өсөндөр бер яуап та булманы. Ә бит бөйөк әҫәргә ҡарата донъя кимәлендә ҡыҙыҡһыныу артҡандан-арта бара һәм тәржемә ителә. Мин сит телдәргә тәржемәләрҙә лә ошо уҡ хата ҡабатланалыр тип борсолам. Ниндәй хаталар икәнлеген ҡабатлап тормайым, йәнә бер тапҡыр – бөйөк ҡомартҡының тәржемәләре хаҡында...
Рәсәй илендә йәшәгән бөтөн аҙ һанлы халыҡтарҙың да әҙәби ҡаҙаныштары донъя халҡына урыҫ теленә тәржемә аша етке­релә. Был йәһәттән тәржемәселәр ғәйәт ҙур һәм яуаплы эш башҡара. Яуаплы, сөн­ки тәржемәлә бер генә һүҙҙең үҙгәрте­леүе лә тотош фекерҙең әрәсәһен боҙоуы ихтимал. Шуның өсөн дә айырыуса яуаплы­лыҡ талап иткән әҫәрҙәргә донъя кимәле тәжрибәһендә мөҡәддәс бурыс тип ҡарай­ҙар. Әйтәйек, һуңғы йылдарҙа “Тәүрат” донъяның барлыҡ телдәренә лә, шул иҫәптән башҡорт теленә лә, тәржемә ителә. Ошо эш тәжрибәһе менән бер аҙ танышмын. Нисек башҡарыла һуң был хеҙмәт?
Төп тәржемәсенән һуң йөкмәткеһе яғынан тикшереүсе мөхәррирҙәр (богос­ловский редактор – ул һәр һүҙҙең, һүҙбәйләнештең, һөйләмдең мәғәнәһен ҡарай), грамматикаһы яғынан тикше­реүсе (филологический редактор – тәржемә ителгән телдең әҙәби ҡалыбын ғына түгел, халыҡ телендә киң ҡул­ла­нылған синонимдарын да, фразеологик әйтемдәрҙе, мәҡәлдәрҙе яҡшы үҙләш­тергән белгес) уҡып сыға ла урта белемле, юғары белемле һәм ғилми дәрәжәһе булған кешеләрҙән ошо әҙер тәржемәне төп нөсхәлә уҡытып, кемдең нисек аңлауын белер өсөн рус теленә ирекле тәржемә иттереп ҡарайҙар. Шунан һуң тәржемәсене саҡырып, фекер алышалар, уртаҡ фекергә килгәс, тейешле табылһа, төҙәттерәләр.
Башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәренең иң бөйөктәренән һаналған “Урал батыр” эпосы ла рус теленә тәржемә ителеп, баһалап бөткөһөҙ ҙур эш башҡарылды, сөнки эпос – башҡорт халҡының рухи ҡа­ҙанышы ғына түгел, ә донъя халыҡтарына барып етергә тейешле, башҡа халыҡтарҙың да күңелен яуларлыҡ һәм фәһем бирерлек әҫәр ул. Был әҫәрҙә халыҡтың әхлаҡи бөйөклөгө генә сағылып ҡалмай, ә донъяға фәлсәфәүи, ғилми ҡарашы һалынған һәм меңйыллыҡтар элек әйтелгән ошо фекерҙәр бөгөнгө фән ҡаҙаныштары тарафынан һаман асылып етмәгән, ә инде асыл­ған­дары дөп-дөрөҫ тап килә. Әйтәйек, Баш­ҡортостан еренең ҡасандыр диңгеҙ аҫтында булыуы, Ер менән Йыһандың тығыҙ бәй­ләнеше, Айҙың Ҡояштан нур алыуы, ер аҫты байлыҡтары – Янғантау, Ямантау үҙенсәлектәре, ер майы нефттең килеп сығышы, ҡырағай хайуандарҙы эйәләш­тереү эҙмә-эҙлеге һәм башҡалар. Шуның өсөн был эпосты тәржемә иткәндә һәр һүҙгә, һәр фекергә бик һаҡсыл булырға кәрәк. Әммә, үкенес, “Урал батыр” эпосы тәржемәһенә ҡарата бер ни тиклем бита­рафлыҡҡа, илке-һалҡылыҡҡа юл ҡуйылған. Баһалап бөткөһөҙ ҙур эш баш­ҡарыусы тәржемәселәрҙең исем-шәриф­тәрен атамай ғына, тәржемәләге төп хаталарҙы күрһәтеп, тәржемәгә яңынан иғтибар итеүҙең зарурлығын билдәләп үтеүҙе үҙемдең гражданлыҡ бурысым тип һанайым, сөнки эпостағы төп фекергә хилаф ҡылынған.
Билдәле булыуынса, кешелек донъяһы бар булғандан алып, һәр йәмғиәт иң элек кешелеклелек ҡиммәттәре иҫәпкә алынған ҡоролошҡа ынтыла. “Урал батыр” эпосының төп идеяһы ла ошо. Кеше мәңгелек түгел, әммә кешелек донъяһы һәм яҡшылыҡ мәңгелек. Һәр бәндә был донъяла Кеше булып йәшәргә, үҙ ғүмерендә яҡшылыҡҡа, изгелек ҡылыуға, үҙенән һуң яҡшы ғәмәлдәр, ЯҠШЫ ИСЕМ – ЯҠШЫ ДАН, эпоста әйтелгәнсә, ЯҠШЫ АТ ҡалдырыу өсөн ынтылырға тейеш.
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ.
Эпостың авторы булған халыҡ ошо фәлсәфәне үҙ әҫәренең төп идеяһы – ҡыҙыл һыҙыҡ итеп алып килә. Яҡшылыҡ символы булған Урал батыр Йәншишмә һыуын үҙе эсмәйенсә, тирә-йүнгә бөркөп ебәреп, һүҙҙә генә түгел, ә ғәмәлдә баш­ҡарып ҡуя. Шуның өсөн дә Урал батырҙың ҡатыны Һомай
Яуыздарға яу асып,
Яҡшылыҡҡа юл асып…
йәшәгән ирҙең ҡатыны булғанға, үҙен иң бәхетле һанай.
Ә был төп фекер тәржемәлә төшөп ҡалған, йәғни яңылыш тәржемә ителгән.
Мәскәүҙә “Наука” нәшриәтендә 1977 йылда “Башкирский народный эпос” китабында баҫылып сыҡҡан вариантта:
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ,
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ, –

тигән юлдар:
Пусть добро станет вашим конем,
Человек – пусть будет имя вам.
Не уступайте дорогу злу,
Не сторонитесь добра, –

тип тәржемә ителгән.
Өфөлә Башҡортостан китап нәшриәтен­дә нәшер ителгән тәржемәлә ошо юлдар былай әйтелгән:
Пусть станет добро лишь вашим
конем,
Пусть имя будет вам – человек,
Злу не давайте дорогу вовек,
Пусть мир и добро пребудут вовек!

“Ат” тигән һүҙҙең тағы бер мәғәнәһен белмәгән сүрәттә лә аңлатмалы һүҙлектән ҡараһын ине тәржемәселәр йәки мөхәр­рирҙәр, һис юғы баш һүҙ яҙыусылар. Ә бит халыҡта “Исемең кем?” тип һорау урынына “Атың кем?” тиҙәр. Аңлатмалы һүҙ­лектә тағы бер мәғәнәһе “Ат – яҡшы йәки яман яҡ менән алынған дан” тип аҡҡа ҡара менән яҙылған.
Икенсе тәржемәсе былай тип еңелләш­тергән тәржемәһен:
Пусть каждый будет мечтой
одержим,
Пусть матерью будет вам доброта,
Высокая честность и чистота.

Ә инде был тәржемәлә “ат” һүҙе “конем” да, “матерью” ла түгел, бөтөнләй төшөп ҡалған.
Дейеүҙәрҙе дуҫ иттең,
Кешеләрҙе үс иттең,
Яуызлығың ат иттең,

Йөрәгеңде таш иттең,
Атам йөҙөн ят иттең,
Әсәм һөтөн ыу иттең.

С дивами дружбу водил
Людям силой враждебной стал,
В камень сердце свою превратил,
Отчий лик ты навек забыл,
Мать свою ты навек забыл.
Тағы бер мәғәнәһе боҙолған тәржемә:
Атаҡайым, уйласы,
Ҡулыңдағы һуйылға
Күҙ йүгертеп ҡарасы!

Одумайся, мой отец,
На дубину, что в твоей руке
Внимательно посмотри.
Эта дубина (веткой) была молодой.
Дубина – суҡмар. Башҡорт атаһы бала­һын суҡмар менән туҡмағанмы? Суҡмар менән хатта һуҡмайҙар ҙа, тондоралар. Ә ун ике йәшлек балаға бер тондороу ҙа етә: зәғифләнәсәк йәки үләсәк. Һуйыл – ул ҡабығы әрселгән һығылмалы сыбыҡ. Ул ауырттыра, әммә имгәтмәй. Минең иҫемдә: атайҙар һуйылды өрлөккә ҡыҫты­рып ҡуялар ҙа бала артыҡ тыйыуһыҙланып китһә, һуйыл яғына ымлап ҡына ҡуя торғайнылар йәки балтырға ғына берҙе һуйыллап алалар ине.
Тәржемәсе Айҙар Хөсәйенов: “Урал батыр”ҙы сәсмә әҫәргә әйләндереп, руссаға тәржемә итәм”, – тигән уй-ниәтен белдергәс, мин бығаса булған тәржемә­ләрҙәге хаталар тураһында иҫкәрттем. Ысынлап та, ул да ат һүҙен аңлап етмәгәйне, әммә фекергә ҡолаҡ һалды һәм, эпостағы фекерҙе тулыһынса асырлыҡ һүҙ тапмаһа ла, был йәһәттән тупаҫ хата ебәрмәгән.
…Пусть добро будет вашей опорой, вашим спутником в пути.
…Зло стало именем тебе, сердце твое окаменело.
…Тогда ты отвернулся от добра, принял сторону зла.

Әммә уның тәржемәһе үтә ирекле, үҙ фан­тазияһын иркен ҡушҡан. Шунлыҡтан эпостың йөкмәткеһенә зыян килгән урындар бар.
Халыҡ үҙ ижадын шиғри ҡалыпҡа һалып, бер генә һүҙен дә үҙгәрттермәүҙе, феке­ре­нә, мәғәнәһенә зыян иттермәүҙе күҙҙә тотҡан. “Урал батыр” эпосын тәржемә ит­кәндә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Ундағы фәлсәфә, ғилем, ҡанундар бер-бе­реһен тулыландырып, эҙмә-эҙлекле асыҡлай бара.
Әйтәйек, Урал батыр Ҡатил батшаның үгеҙен еңеп: “Үҙең түгел, тоҡомоң менән кешегә ҡол булырһың” тигән һүҙҙе әйткәнгә тиклем, эпоста һыйыр малы телгә алынмай.
Шулай уҡ Аҡбуҙатты ҡулға эйәләштереп, йылҡы малы ер ябып йөрөгәнгә тиклем береһе лә ат менеп йөрөмәгән. Йә арыҫлан менгәндәр, йә йәйәүләгәндәр. Ә Айҙар Хөсәйеновта был эҙмә-эҙлелек юғалған.
Вдруг зашумели, закричали во дворце, и из ворот выскочила девушка верхом на коне. Та была дочь падишаха. Она мчалась напрямик, не обращая внимания на крики несчастных, попавших под копыта ее иноходца.
Резко осадив коня возле Урал-батыра, она стремительно наклонила к нему пылающее лицо…

Ә эпоста һыбай йөрөү тураһында һүҙ ҙә юҡ.
Алтын тәхет өҫтөндә
Батша ҡыҙы ултырған,
Дүрт яғынан дүрт ҡоло
Тәхетене күтәргән,
Баҫмалатып артынан
Бер яраны эйәргән.

Ҡыҙ тәхеткә ултырған,
Тағы ҡолдан күтәртеп,
Һарайына юлланған.

Асыуланып шул саҡта
Ҡыҙы килеп еткән, ти,
Урал янына үткән, ти,
Үпкә һүҙен әйткән, ти…

Оҙон-оҙаҡҡа һуҙып, тотош тәржемәләрҙе (улар әлегә өсәү) ентекле тикшереүҙе маҡсат итеп ҡуйманым. Ә ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле, ҡиммәттәрҙән-ҡиммәтле ҡомарт­ҡыбыҙҙы, халыҡ аманатына һис кенә лә хилаф килтермәй, яңынан тәржемә итергә кәрәк, тигән фекерҙе әйтеү өсөн ҡулыма ҡәләм алдым, сөнки һуңғы ваҡытта эпос менән ҡыҙыҡһыныусылар бермә-бер артты, ғилми хеҙмәттәр ҙә ишәйә бара. Үкенес, йәш ғалимдарыбыҙ араһында башҡорт телен яҡшы белмәгән башҡорттар ҙа бар, күрәһең, эпостың башҡортса төп нөсхәһенә түгел, ә рус телендәге ошо тәржемәләргә таяналар. Ваҡытлы матбуғатта донъя күргән ғилми мәҡәләләрҙә:
Пусть добро станет вашим конем,
Человек – пусть будет имя вам,
– тигән һүҙҙәрҙе миҫалға килтерәләр.
Ә иң аяныслыһы – донъя кимәленә билдәлелек аласаҡ эпосыбыҙҙың төп арҡа һөйәге булған:
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ,

– тигән юлдарҙың рус теле аша төрлө телдәргә тәржемәһендә мәғәнәһеҙлек китәсәк.
Тәржемәлә тағы бер нәмәгә иғтибар итер­гә кәрәк. “Ти” тигән һүҙҙе “говорят” тип тәржемә иткәндәр. “Ти” (дөрөҫө “тей”) “говорят” мәғәнәһендә түгел. Халыҡ ижадында “тей” – үҙең һөйләгәнде раҫлап ҡу­йыу, тыңлаусыны ышандырыу өсөн ҡул­ла­нылған һүҙ ул. Телмәрҙә: “Көтмәгәндә генә үҙенең күршеһенә өйләнгән дә ҡуйған тей ул”. “Алған кейеме хатта ғына килешеү тей”. “Ата-әсәһен хатта ҡәҙерләп бағалар тей”
– Ғайсар ҡайҙа икән?
– Уҡырға ингән тей ул.
Ошо миҫалдарҙан күренеүенсә, “ти” (тей) тигән туранан-тура “говорят” тип тәржемә ителергә тейеш түгелдер.
Әйтеп үтеүебеҙсә, эпоста халҡыбыҙҙың байтаҡ ҡына фән тармаҡтарын тәрән белеүен дә күрәбеҙ. Берәүһенә генә туҡталайым.
Үҙең сапҡан ҙур юлың
Билең һис һыу ҡырҡалмаҫ.

Урал тауының биле тураһында бара бында һүҙ. Урал батыр сапҡан ҙур юл – ул Урал тауы һырты. Урал тауы һырты аша бер генә йылға ла арҡыры ағып сыҡмай. Был юлдарҙы миҫал итеп килтереп, башҡорт халҡының ошо эпосты ижад иткән саҡта уҡ байтаҡ ғилемгә эйә булыуын (геология, астрономия, биология һ.б.), Урал географияһын яҡшы белеүен әйтеп үтә алабыҙ. Ә рус телендәге тәржемә буйынса ошо фекерҙе әйтеп булырмы:
Большую дорогу, по которой ты скакал,
Никогда не зальет вода.
Йәки икенсе тәржемәсенекенә күҙ һалайыҡ:
Путь великий, где ты скакал,
Не рассечет никакая вода.
Авторы билдәле булған әҫәрҙәрҙең тәржемәһен автор үҙе йәки балалары, туғандары ҡарап сыға ала. Ә халыҡ ижа­дының ниндәй бөйөк өлгөһөнөң иң төп идеяһы хаталы көйө нәшер ителгән – иғтибар юҡ.
Һүҙ юҡ, иҫ китмәле ҙур эш башҡарылған – халҡыбыҙ ижадын рус теленә тәржемә итеп, том-том китаптар нәшер ителгән. Әммә әҫәрҙәрҙең төп мәғәнәһенә хилаф килтерелгән. Был хәл йыр тәржемәләрендә лә бар. Бер миҫал килтереп китәйем. “Ҡыпсаҡ егете менән башҡорт ҡыҙы” легендаһының:
Салбарына зәр һалдырған,
Йөҙ ҡуйы, мең теүәһе бар нәмәләй! – тигән юлдар:
Что золотом карманы брюк его
полны,
И овцы есть, да и верблюдов –
табуны, –

тип тәржемә ителгән.
Ошо юлдар ғына ла башҡорт халҡының кейем-һалымы тегелешенә, ҡыҙҙарҙың холоҡ-фиғеленә күпме хилафлыҡ яһай.
Беренсенән, билдәле, башҡорт ҡыҙҙары бер ваҡытта ла кеҫә тулы алтынға ҡыҙыҡмаған.
Икенсенән, зәр һалынған тигән юлдар бөтөнләй икенсе мәғәнәне аңлата. Егеттең йөҙ ҡуйы ла, мең теүәһе лә юҡ, әммә ул фырт ҡына, ҡыҙ янында йөҙ ҡыҙартмаҫ өсөн салбарына алтынлатылған уҡа йәки таҫма һалдырған – салбарына зәр һал­дырған. Кеҫәһенә алтын тултырмаған, сөнки башҡорт ирҙәренең салбарында кеҫә булмаған. Улар бил ҡайышына янсыҡ, ҡалта йәки ҡаптырма таҡҡан. Ә кеҫә тураһында һүҙ булыуы ла мөмкин түгел, сөнки елән, сәкмән, кәзәкейҙәре оҙон, тубыҡтан аҫтараҡ булғанлыҡтан, салғый күтәреп, кеҫәгә тығылып тороу мәшәҡәтле булыр ине. Бына шулай. Ике генә юлдағы хата халҡыбыҙҙың көнкүреш әйберҙәренә, холоҡ-фиғеленә ҡарата бөтөнләй ҡапма-ҡаршы фекер уята.
Бөтөн тәржемәләргә лә ентекле туҡта­лыуҙың ихтыяжын тапманым, эпос йөкмәт­кеһенә һәм йыр һүҙҙәренә хилаф эшләнгән бер нисә миҫалдан сығып та, ижадыбыҙҙың, бигерәк тә “Урал батыр”ҙың бер генә һүҙенә, бер генә фекеренә лә зыян килтермәйенсә, яңынан тәржемә итергә, тигән һығымта яһап булалыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. гульнур якупова
    гульнур якупова от 02.12.2016, 21:08
    "Зәр ҡәҙерен зәргәр белер,һүҙ ҡәҙерен сәсән белер" шул ул, Мәрйәм апай! Ғалимдар, әҙиптәрҙән торған Комиссия күҙенән үткәреп кенә баҫырға кәрәк "Урал батыр"ҙы!

  2. Рәсимә Алламоратова
    Рәсимә Алламоратова от 07.12.2016, 23:40
    Мәрәйәм апай менән "Урал батыр" эпосы тураһында күп һөйләшкәнебеҙ бар.Ысынлап та, бөйөк эпосыбыҙҙы һаҡлау һәм пропагандалау маҡсатында үҙәк йәки мәктәп асыу өлгөрөп еткән мәсьәлә.






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780