Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яр янында һыу һалҡын…
Яр янында һыу һалҡын… Көтөүҙе ҡаршылап, йорт алды эштәрен тамамлап, киске ашты ашағас, ҡатын-ҡыҙҙың ғәҙәтенә инеп китте был бүрәнә башындағы йыйылыштар. Һәр кемдең ихатаһы буйында йә таҡта, йә бүрәнә, йә таш өйөлгән. Халыҡ тырышып донъя көтә башланы һуғыш афәтенән һуң. Ғәҙәтенсә, улар Тәлиғәнең ҡапҡа төбөндә йыйыла. Нисектер шулай килеп сыҡты, йор һүҙле ҡатын янына киләләр. Башта ир-ат килгеләй ине, тик бик тиҙ биҙҙеләр был йыйылыштан. Ҡатын-ҡыҙҙың — үҙ сере, ир-аттың – айырым тип, ат дубырында “кәзә” һуғырға әүҙемләшеп киттеләр. Ауыл осондараҡ булһа ла ат аҙбарҙары, иренмәйҙәр, көн дә тиерлек киске эштәрҙе тамамлағас, шунда юлланалар. Үҙенән өс өй аша ғына торған Сәбилә менән Сибәғәттең ҡапҡаларынан сығыуын күреп, Вәсилә өй алдына юлланды. Малҡайҙарын ҡураға ябып, өй ишегенә келә һалды ла арып-талып тупһаға килеп ултырҙы. Бына тағы бер-береһенә игеҙәк кеүек оҡшаған көн кисләп килә. Көндәре лә, төндәре лә бер төрлө. Ниндәй генә хәлдә булһа ла, иҫән ҡайтһын ине лә бит. Эшкә ярамаҫлыҡ ғәрип булһа ла, бала урынына тәрбиәләр ине Ҡәнзәфәрен…
Бынау Сәбиләнең иренән көлөүенә асыуы килеп китте Вәсиләнең. Уның мыҫҡыллауҙарына нисек кенә түҙә икән Сибәғәт ағай? Шып-шым бит әле меҫкенең. Ҡаршы берәй һүҙ әйтһәсе ҡатынына. “Сибәғәт, шулай, Сибәғәт, былай, тегендә бар, шунда тор, тегене эшлә, быны эшлә”. Әйтерһең дә, батрак, ялсы тота был Сәбилә. Ә уны мыҫҡыллап көлөүҙәре. Иҫән-имен ҡайтыуына һөйөнөр урынға, ҡаҙан аҫтында ҡасып ҡалған инде һөжүм ваҡытында, шуға бер ере лә сыйылмаған уның, тип шарҡылдап көлөү тиһеңме. Йә булмаһа, бомбаға тотҡанда беҙҙекеләрҙе, эскәмйә аҫтында ҡасып ҡалғандыр әле, тип түбәнһетеүме. Бәләкәй генә буйлы Сибәғәт ағай ҡатынының битәрен ишет­мәгән дә кеүек, ләм-мим. Баш баҫып эшләп тик йөрөй. Колхозда ла маҡтаулы, йорт-ҡураһы ла төҙөк. Пар килмәгәс тә килмәй инде кешеләр. Таҙа, оҙон кәүҙәле Сәбилә янында ул тағы ла бәләкәйләнеп, меҫкенләнеп ҡалған кеүек.
Тәлиғә апай өйрәтеп ҡарай ҙа бит: “Сәбиләне аҡылға ултырт, көнө-төнө сә­релдәмәһен, күрһәт өйҙә кем хужа икәнен, холҡоңдо күрһәтеп ал, һуҡ йоҙроғоң менән өҫтәлгә, үҙенән яманыраҡ ҡысҡыр”, – тип. Көлөмһөрәй ҙә ары китә Сибәғәт. “Шундай оҙон буйлы ҡатынға һикереп һуҡһынмы ни, һуҡҡас-һуҡҡас, күҙ күгәрерлек булһын”, – тип көлә Сәбилә Тәлиғәнең һүҙенә.
Шулай инде донъя, нисек йәшәһәң дә үтә. Кемдер барҙың ҡәҙерен белмәй, кемдер юҡлыҡтан ҡаңғырып йәшәй. Эй, Ҡәнзәфәре иҫән булһамы! Ҡайҙа ултыр­тырға, нисек һыйларға белмәҫ ине. Бигерәк һөйкөмлө ине бит йәнкиҫәге… Иҫенә төшөрмәгән көнө юҡ уны Вәсиләнең. Тик төштәренә һирәк керә башланы һуңғы йылдарҙа. Элегерәк һөйләшә торғайны­лар, хәҙер өндәшмәй, моңһоу ҡара күҙҙәрен Вәсиләһенә төбәй ҙә әкренләп юҡҡа сыға. Ҡайҙарҙа ғына яталыр инде ғәзиз һөйәккәйҙәре? Ҡәбере бармы икән ҡәҙерлемдең? Артынан йөрөр, юллар кешеһе лә юҡ. Бәлки, бик йыраҡ та түгелдер… Ә, бәлки, ул терелер?.. Әллә ниндәй яман уйҙарға бирелеп торасы…
Ауыр һулап, Вәсилә урынынан ҡуҙғал­ды, яй ғына атлап урамға сыҡты ла Тәлиғәнең ҡапҡа төбөнә күҙ һалды. Унлап бисә, көнбағыш яра-яра, бүрәнәләр өҫтөнә ҡунаҡлаған. Көлгән тауыштар ишетелә. Вәсиләне күреп ҡалыу менән Тәлиғә ҡул болғаны. Ул барып еткәндә, ҡыҙып-ҡыҙып колхозға эшкә ебәрелгән агрономды тикшерәләр ине. Үҙе фронтовик, үҙе яңғыҙ, үҙе сибәр һәм башҡалар... Вәсилә шым ғына бүрәнәгә килеп ултырҙы ла бисәләргә күҙ йүгертте. Көндәгесә, бөтәһе лә үҙ урынында…
– Ха, бына агрономша ла килеп етте, – тип элеп алды Тәлиғә.
Ҡатындар дәррәү көлөп, ҡул сабып алды. Вәсилә битараф ҡалды. Ни өсөндөр ҡушылып көлмәне лә, асыуланманы ла, әйтерһең, һүҙ уның тураһында түгел.
– Ҡуй, тоҙ һалмағыҙ яраһына, унда ир ҡайғыһымы ни?! Етмәһә, сит-ят, бер белмәгән әҙәмгә бараһы буламы?! Үҙ яртыһын табыр әле. Ауыл тулы яңғыҙ бисә… – тип яҡлашты Вәсиләне Мәстүрә апай.
Был тура һүҙле, аҡыллы ҡатындың һүҙенә барыһы ла ҡолаҡ һала. Ул – ауылдың абруйы, һуңғы һүҙ – уныҡы. Ҡатындар, һәр береһе үҙ уйына батып, тынып ҡалды. Шул ваҡыт урамда Сибәғәт күренде. Әкрен генә ихата буйлап ҡайтып килгән ирен күреп Сәбилә бүрәнә башынан һикереп төштө лә, бөйөрөнә таянып, ҡатындар алдына баҫты. Уның төҫ-ҡиәфәте шундай тәкәббер, сая ине. Өйҙәренә яҡынайып барған ирен ҡул иҙәп кенә янына саҡырҙы. Буйһоноусан Сибәғәт һүҙһеҙ генә ҡатыны янына килеп баҫты. Бүрәнә башында ултырған ҡатындарға берәм-берәм күҙ йүгертеп сыҡты ла Сәбиләгә төбәлде. Ә тегеһе көр тауыш менән:
– Йә, бисәләр, кемгә ир кәрәк? Һатам Сибәғәтте, бер литр шәп араҡыға, – тип һөрән һалмаһынмы.
Шаңҡып ҡалған ҡатындар, телһеҙ ҡалып, бер-береһенә ҡарашты. Бына һиңә мәрәкә! Ҡаршыларында торған Сибәғәт бигерәк тә йәл ҡиәфәттә ине. Баҫҡан урынында тораташ кеүек ҡатҡан да, әрнеүле ҡарашын бер ҡатындан икенсеһенә күсереп, ярҙам һорағандай, мөлдөрәп ҡарап тора. Шулай күпме ултырғандарҙыр, кинәт Вәсиләнең өйҙәренә табан тороп йүгергәнен күреп, аптырашта ҡалған бисәләр бер аҙ геүләшеп алды. “Юҡ, ҡайтып киткәндер, нишләп араҡы артынан йүгерһен, унда ниндәй араҡы булһын” тиеүселәр ҙә, “көтәйек әле, бәлки, ысынлап та, һатып алалыр Сибәғәтте” тип көлөүселәр ҙә, түҙем генә был мәрәкәнең аҙағын көтөүселәр ҙә булды. Бөтә күҙҙәр ҙә Вәсиләнең ҡапҡаһына төбәлгәйне…
Ҡапҡа шар асылып китеп, ике ҡулына ике шешә араҡы тотоп, шәп-шәп атлап килгән Вәсиләне күреп ҡатындар “аһ” итте. Вәсилә ашығып килеп, араҡыларҙы Сәбиләгә тотторҙо ла, тиҙ генә Сибәғәтте етәкләп, өйҙәренә ыңғайланы. Тегеһе лә бит әле, һис ҡаршылашып тормай, ашыға-ашыға Вәсилә янынан атланы. Улар Вәсиләләргә инеп юғалғансы, ҡатындар өнһөҙ генә ултырҙы. Шаңҡып ҡалған баштары ни уйларға белмәне. Әйтһәң, кеше ышанмаҫ. Ә бында күҙ алдында ҡыҙғаныс кәмит. Иң беренсе телгә Сәбилә килде:
– Мал ашаған еренә ҡайта ул, ҡояш байып өлгөрмәҫ, өйҙә булыр, – тип үҙен шулай ышандырырға тырышып, араҡы­ларын халат кеҫәһенә тығып, өйөнә йүнәлде. Уның тауышы беренсе тапҡыр шундай тоноҡ, күңелһеҙ ине. Ҡатындар, ғәйепле кеше һымаҡ, баштарын аҫҡа эйеп, шым ғына таралышты…
“Нимә булды әле был, ни ҡылдым мин?” тип үҙенә үҙе һорау биреп, оҙаҡ ултырҙы Сәбилә өҫтәлдәге йылтыр шешәләргә ҡарап. Ҡара һин уны, ун йыллап һаҡлаған араҡыһын йәлләмәй, йүгертеп килтерҙе ирле булам тип. Вәсиләгә һарыуы ҡайнаны. Бына һиңә йомоҡ, әҙәпле бисә, тип ғәйепләргә тырышты уны. Үҙ ғәйебен тапманы. Үле хәбәре килгән ирен ун йылдан ашыу тоғро булып көткәне өсөн ихтирам итә ул Вәсиләне. Бына бит, араҡыларын да яугир иренә һаҡлаған булғандыр. Ул ҡайтҡас, байрам итергә, тиеп. Кем ризығына яҙа бит. Эй, араҡы ризыҡмы ни инде ул. Аҡылдан яҙҙырғыс ағыу.
Сәбилә өйөнә күҙ йүгертеп сыҡты. Ана, ишек төбөндә “бәләкәсенең” бишмәте эленеп тора. Йүнле кейеме лә юҡ шул бахырымдың. Һуң, үҙен үҙе ҡайғыртмағас, һүҙ тишмәгәс “кейем йүнәтәйек” тип. Хәлле генә йәшәйҙәр ҙә. Сәбилә ашығып урамға сығып ураны, иртәгә иртүк эшкә булғас, йәйге төн ҡыҫҡа, халыҡ иртә ята йоҡларға. Өйгә кереп, тағы ла өҫтәл янына ултырҙы. Йылтыр шешәләргә оҙаҡ текләп торҙо ла, стакан алып, мул итеп араҡы ҡойҙо, тын да алмай эсеп ебәрҙе. Утлы һыу тамаҡ­тарын яндырып эскә йүгерҙе, тиҙ генә башын әйләндерҙе. Бер аҙға кәйефе күтәрелеп китте. Йырлағыһы килде, тик бер йырҙы ла иҫенә төшөрә алманы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 885

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 263

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 785

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 960

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 864

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 641

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 740

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 588

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 855

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 593

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 790