Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Изгелеккә, матурлыҡҡа юл – әҙәбиәттән
Изгелеккә, матурлыҡҡа юл – әҙәбиәттән
Бөгөн Б. Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда Башҡортостан Яҙыусылар союзының йыллыҡ йыйыны уҙғарыла. Ошо уңайҙан Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова менән яҙыусының бурысы, быуындар бәйләнеше, совет осоро һәм бөгөнгөбөҙ хаҡында әңгәмәләшәбеҙ.
– Һеҙ 40 йылдан ашыу Яҙыусылар союзы ағзаһы булып тораһығыҙ, 34 китап авторы. Йәшегеҙгә ҡарап, шиғриәтегеҙ йөкмәткеһе, яҙыу алымдары үҙгәрәме? Ғөмүмән, тормош тәжрибәһе ижадҡа нисек йоғонто яһай?
– Донъя хәл-ваҡиғалар, бөтә тереклек, шулай уҡ кешеләр ҙә хәрәкәттә. Етенсе тиҫтәне ҡыуғанда, хистәр, фекер-уйланыуҙар 20, 30, хатта 50 йәштәге кеүек булмайҙыр инде ул. Әгәр шулай булһа, рухи үҫеш тә, ижади күтәрелеш тә булмаҫ ине. Һинең һорауға ижадым хаҡында яҙған өлкән ҡәләмдәштәрем яуап биргәндер, тип уйлайым. Мәҫәлән:
…Яңы офоҡ эҙләр сағым үткән,
Көндәрем дә аға сабыр ғына.
Тик йыш ҡына тауҙан күрер киңлек
Төштәремә инеп һағындыра…

Һәм башҡа һуңғы йылдарҙа яҙылған шиғырҙарымды миҫалға килтереп: “Бындай юлдарҙы романтик рухлы, йәшерәк Гөлфиә яҙа ла алмаҫ ине, моғайын, – ти Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек ағай Кинйәбулатов “Үҙе ҡанатлы, ижади таланты” тигән мәҡәләһендә. Ошондай уҡ фекерҙе күренекле әҙәбиәт белгестәре Әнғәм Хәбиров менән Ғиниәт Ҡунафин да яҙып сыҡҡайны.
– Замандаштарығыҙҙы һүҙ азатлығы хаҡында хыялланған быуын тип әйтә алаһығыҙмы?
– Һүҙ азатлығы төшөнсәһен нисек аңлайһың бит. Таяҡтың да ике осо була. Совет осоронда матбуғатта эшләгән кеше булараҡ әйтәм, гәзит-журналдарҙа сыҡҡан материалдар партия органдары ҡулы аша үтте. Илдәге, бигерәк тә етәкселәр эшмәкәрлегендәге етешһеҙлектәр юғарынан төшкән күрһәтмәләр буйынса ғына тәнҡитләнергә тейеш ине. Дини, милли мәсьәләләргә ҡағылған темаларҙы яҡтыртыу өсөн юғарыла уйлап сығарылған ҡанундарға таянылды. Китап нәшриәттәре, ваҡытлы баҫмалар, радио-телекомпаниялар бары дәүләт һәм партия органдарыныҡы булды. Беҙҙең илдә шәхси йәки коллектив үҙаллы бойондороҡһоҙ баҫмаларҙы сығарыу мөмкинлеген күҙ алдына ла килтерерлек түгел ине. Төрлө кимәлдәге йыйылыштарҙа яңғыраған тәнҡиттәр күнегелгән орбитанан ситкә тайпыла алманы. Эйе, былар замандың кире яғы булғандыр, үҫеште тотҡарлағандыр, ҡараштарҙы тарайтҡандыр…
Ә хәҙер, киреһенсә, бер ниндәй сик-сама юҡ. Үҙәк телевидение тапшырыуҙарын ҡарағанда нимә генә ишетмәйһең дә ни генә күрмәйһең?! Үҫмерҙәр өсөн кумирҙар кем? Улар – кеше талап байыусылар, фәхишәләр, эскесе, наркомандар, үҙ мәнфәғәте өсөн теләһә ниндәй енәйәттәргә барыусылар. Шулай итеп, беҙ бөгөн фәҡәт әйтер фекерең булғанда ғына һүҙ азатлығының һәйбәтлеген аңланыҡ.
Совет осоронда башҡа төбәктәр хаҡында тапшырыуҙар әҙерләнә, махсус әҙәби-мәҙәни саралар үткәрелә ине. Мәҫәлән, ил буйынса йыл һайын бер нисә әҙәбиәт-сәнғәт көндәре гөрләп барыр ине. Уларға арнап, йәғни тәржемә ителеп, китаптар, журналдар сығарыла, ижад кешеләре бер-береһе менән танышып, аралашып, үҙ-ара дуҫлыҡ мөхитендә бәүелә ине. Беҙҙең һәм өлкәнерәк быуын ижад кешеләренең ул осорҙо һағышланып хәтерләүе ғәжәп түгел. Йәшлегебеҙ менән бәйле булған өсөн генә шулайҙыр тип уйламайым.
Урындағы телевидение, ваҡытлы матбуғат сараларында һәм, әлбиттә, әҙәбиәтебеҙҙә үҙәк мәғлүмәт сығанаҡтарында күрһәтелгән атыш, шартлау, үлтереш, боҙоҡлоҡ күренештәре булмаһа ла, Мәскәүҙекен беҙҙең балалар ҙа ҡарай бит. Бына ҡайҙа кәрәк ине ул закон тарафынан сикләү! Ә күпме алдаҡ хәбәрҙәр! Интернет – кеше тормошон еңеләйткән заманса ҡоролма, әлбиттә. Уның да зыянлы яҡтары күп. Унда бала-саға, үҫмерҙәр хәлде күҙәтеп кенә ултырмай, ҡот осҡос мажараларында үҙҙәре лә ҡатнаша бит. Бөгөн балалар, ғөмүмән, халыҡ күңелен ағыулаған өсөн бер ниндәй ҙә хөкөм-маҙар юҡ. Дарыуҙа ла, ағыуҙа ла, мөхәббәт менән нәфрәттә лә, асыу менән ҡыуаныста ла сама кәрәк булған кеүек, сикһеҙ һүҙ азатлығы тотош дәүләт именлегенә, әхлаҡ, тотош кешелеклелек принциптарына янай икән, бында ла тыйыу һәм тыйыла белеү зарурҙыр.
Бер хәл иҫкә төштө. 2000 йылда ошондай Мәскәү тапшырыуҙарының береһен Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарары менән туҡтатырға тип берҙәм тауыш биргәйне беҙҙең депутаттар. “Рәсәй законын боҙаһығыҙ, һүҙ азатлығын ҡыҫаһығыҙ”, тип беҙҙең республикаға ҡара яғыуҙар китте. Закон менән тыйыу әлегә барып сыҡмағас, балаларыбыҙға кире тәрбиә алымдарына ҡаршы тороу иммунитетын булдырыу үҙебеҙгә ҡала инде.
– Был тәңгәлдә яҙыусылар, журналистарҙың ролен нисек баһалайһығыҙ?
– Шөкөр, өлкәндәр өсөн дә, балалар, үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән ваҡытлы баҫмаларыбыҙ ҙа етерлек. Төрлө сәбәптәр арҡаһында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың тираждары йылдан-йыл кәмей барһа ла, сығалар бит әле. Әҙәби әҫәрҙәр менән бер рәттән уларҙың биттәрендә яҙыусы уйланыуҙары, йәнле һөйләшеүҙәр, сығыштар, осрашыуҙар тағы ла күберәк ойошторолһон ине. Әҙиптәребеҙҙең халыҡ алдында абруйы ҙур, һүҙе үтемле. Сөнки улар буталсыҡ заманда ла ҡиблаһын үҙгәртмәне: элегерәк тә, һуңғы йылдарҙа ла һәр әҫәр кешелеклелек, иман, матурлыҡ, изгелек тойғолары менән һуғарылып ижад ителде.
Заман рухы, бөгөнгөбөҙ проблемалары ла үҙ урынын ала әҫәрҙәрҙә. Балаларыбыҙ, үҫмерҙәребеҙ замандан ҡалышмай, компьютер, интернет менән эш итһәләр ҙә, төп тәрбиә ҡоралы – барыбер китап ул.
– Әммә бөгөн китап сығарыу мәсьәләһе ҡатмарлыраҡ тора. Айырыуса балалар әҙәбиәте аҙ яҙыла һәм нәшер ителә. Был хәл һеҙҙе лә борсомай ҡалмайҙыр.
– Китап юҡ икән – яҙыусы ла юҡ. Әҙиптәрҙең йөрәген һыҙлатҡан мәсьәлә инде был бөгөн. Шулай ҙа һүҙҙе һәйбәттән башлайыҡ әле. Китап баҫыу һуңғы осорҙа заманлаштырылды: биҙәлеше, төҙөлөшө, сығарылышы донъя кимәленән ҡайтыш түгел. Йыйынтыҡтарыбыҙҙың илдә уҙғарылған күргәҙмәләрҙә оло баһаларға лайыҡ булыуы ошо хаҡта һөйләй. Башҡорт теле дәүләт теле кимәленә күтәрелгәс, күпселек мәктәптәрҙә уҡытыла хәҙер, Башҡортостан мәҙәниәте, тарихы өйрәнелә. Ә бына уларҙы китаптар менән тәьмин итеүгә (дәреслектәр хаҡында әйтмәйем) ныҡлы иғтибар кәрәк. Юғиһә нисек була инде ул: милли мәктәптәр ябылып бөтә яҙған, башҡорт балалар баҡсалары юҡ кимәлендә булған уҙған быуаттың 90-сы йылдар башында улар өсөн йылына 40-лап әҙәби китап донъя күргән. Һәр береһе 10-25 меңдән дә кәм булмаған тираж менән. Хәҙер балалар китаптары исемлеге артмай, тиражы ла бер-ике меңдән юғары күтәрелмәй. Шулай итеп, мәктәп балаларын Интернетҡа бәйләп ҡуябыҙ бит, китап менән алмашлап ҡулланырға ла мөмкинлек ҡалдырмайынса.
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы донъя менән таныштырған да, тәрбиәләгән дә – бары тик китап. Башланғыс класс балалары ла, бәләкәстәр ҙә китапты фәһемле, сағыу һүрәттәре менән бергә уҡый. Уларҙы компьютер-маҙар алмаштыра аламы ни?!
Һуңғы осорҙа һәр яҙыусы ижади жанрына, абруйына, талантына ҡарамайынса, китап сығарыу өсөн кәм тигәндә биш-алты йыллыҡ сиратҡа баҫа. Китап нәшриәтенә лә үпкәләп булмай. Йылдың-йылы китап сығарыу өсөн аҡса аҙыраҡ бүленә, тиҙәр бит. Бигерәк тә балалар китаптары һәм яҙыусылары өсөн фажиғәгә тиң күренеш был. Һәр кемдең бала сағы бер генә. Үҙенә атап яҙылғанды уҡый алмай үҫә тигән һүҙ бит инде.
Тормош үҙгәрә: йыйынтыҡ донъя күргәнсе китаптағы образдар, ваҡиғалар ҙа иҫкерә төшә. Балалар китабы, ғәҙәттә, йоҡа ғына була. Әүҙем яҙышып та ни файҙа инде балалар яҙыусыһына, китабы сыҡмай ятҡас?! Гонорар тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Ә ата-әсәләр, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, балалар өсөн китаптар етешмәй, тип аптырата. Бөгөн китап уҡып, шиғыр ятлап, китап геройҙарын яҡын күреп, әҙәбиәттең тәмен белеп өйрәнмәһә, киләсәктә лирик шиғырҙарҙы, повесть-романдарҙы нисек яратып, аңлап уҡый алһын ул?
– Илебеҙҙең төрлө боролоштар, үҙгәрештәр менән тулы осорҙарында йәшәгән, ижад иткән әҙибә булараҡ, ниндәй тәҡдимдәрегеҙ бар?
– Ил, республика етәкселеге тарафынан яҙыусының халыҡтарҙың рухи, мәҙәни үҫешендәге юғары миссияһын аңлау, уның ижади хеҙмәтен ошо юҫыҡта һаҡсыл ҡулланыу кәрәк. Заманалар ҡатмарланған һайын яҙыусыларҙың халыҡ менән бергә булыуы мөһим. Ысынлап та, әҙиптәрҙең ил-халыҡ тормошондағы роле баһалап бөткөһөҙ бит: бөтә еңеүҙәр, уңыштар, әхлаҡ, намыҫ, гуманизм төшөнсәләре иң тәүҙә кешенең күңелендә барлыҡҡа килә. Бар матурлыҡ, изгелек, яҡтылыҡ әҙәбиәт аша тәрбиәләнә, хатта йыр, спектакль, кинофильм кеүек сәнғәт төрҙәренең дә нигеҙендә яҙыусы ижады ята.
Булмышыбыҙ, ғүмеребеҙ менән был илһамлы хеҙмәтте үҙ иткәс, киләсәктә лә тырышырбыҙ беҙ, тик илһам емештәребеҙ маҡсатына ирешһен ине. Сыҡһын ине ваҡытында китаптарыбыҙҙың иң һәйбәттәре, яңылары, уҡыусыларыбыҙ күңеленә ятышлылары. Көлкө хәленә еткәнсе ҡыҫҡармаһын ине ижадсыларыбыҙҙың ял, йоҡо иҫәбенә ихлас йөрәк хистәре менән аҡыл-зиһендәрен ҡушып, илем, халҡым, рухыбыҙ тип өҙөлөп яҙған илһам емештәре өсөн хеҙмәт хаҡы – гонорарҙары! Мәскәүҙә, Рәсәй төбәктәрендә, сит илдәрҙә әлдән-әле үтеп торған Башҡортостан Республикаһы көндәрендә, һабантуйҙа­рында ҡатнашыусылар исемлегенә лә инһен ине улар. Республикабыҙҙа уҙғарылған ҙур-ҙур ҡыҙыҡлы, фәһемле мәҙәни, ижтимағи-сәйәси сараларҙы телевизорҙан ғына ҡарамаһа, белмәй ҙә ҡала бит әҙиптәр. Ә беҙҙең республика тормошонда туранан-тура ҡайнап, халҡыбыҙға файҙабыҙ тейеп, шуны аңлауҙан илһамланып йәшәгебеҙ, ижад иткебеҙ килә. Ҡанаттар бит осҡанда ғына нығый. Элекке саҡтарҙағы кеүек юғары етәкселек вәкилдәре менән проблемаларҙы уртаға ҡуйып, ихласлап һөйләшеп алғыбыҙ ҙа килә. Ил-көнөбөҙ, бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ, ғәзиз Башҡортостаныбыҙ алдында бурыстарыбыҙ ҙа, яуаплылығыбыҙ ҙа уртаҡ тип уйлағанға күрә был тәҡдимем. Уны, бәлки, Яҙыусылар союзы идараһы ла күтәреп сығыр.
– Башҡорт әҙәбиәтенең киләсәген нисек күҙаллайһығыҙ?
– Ошондайыраҡ һорауҙарҙы төрлө кешеләрҙән быйыл ғына дүртенсе тапҡыр ишетәм. Тимәк, әҙәбиәтебеҙ яҙмышы менән ҡыҙыҡһына ғына түгел, борсола ла икән уҡыусыларыбыҙ. “Быуаттар буйына йәшәп килгән, заманаларға ҡарап үҫеш һәм үҙгәрештәр кисергән әҙәбиәтебеҙ бар һәм буласаҡ!” – тип яуап бирәм уларға. Был һорау уйланырға ла мәжбүр итә. Заман башҡа – заң башҡа шул. Быға тиклем күпме халыҡ менән осрашыуҙарға йөрөп, әҙәбиәтебеҙ яҙмышы хаҡында хәүефләнеү мөмкинлеге башҡа ла инеп сыҡмай ине. Беренсе сәбәп әҫәрҙәребеҙҙең әҙәбиәт һөйөүселәргә үҙебеҙ теләгәнсә барып етә алмауындалыр, моғайын. Китап сығарыу мәсьәләләрен әйттем инде. Һәр район, ҡала үҙәктәрендә генә түгел, ҡайһы бер ҙурыраҡ ауылдарҙа ла гөрләп эшләгән китап магазиндарын һағынып хәтерләргә генә ҡалды хәҙер. Ауыл һайын халыҡтың яратҡан урынына әйләнгән китапханалар ҙа, бигерәк тә бәләкәйерәк ауылдыҡылар, күпләп ябыла. Гәзит-журналдар хаҡында иҫкә алғайным алдараҡ, тағы ла тираж мәсьәләһенә әйләнеп ҡайтам. Сәбәптәре күптер инде: донъя мәшәҡәттәре лә, ваҡытлы матбуғатҡа хаҡтың артыуы ла, башҡа сығанаҡтарҙан мәғлүмәт алыуҙары ла… Урындарҙа һөйләшеүҙәрҙән шул аңлашыла: эш хаҡтарҙа ғына ла түгел икән шул. Өс-дүрт кило ит тә бер литр араҡы хаҡы ғына бит хәҙер ярты йылға гәзит-журналдарҙы алдырыу хаҡы. Уға ғына ҡалған көн юҡ та, тип зарлана уҡыусылар. Тик ваҡытында килмәй интектерә бит улар. Ысынлап та, аҙна-ун көндән һуң килгән ваҡытлы матбуғатта мәғлүмәттәр ҙә иҫкереп бөткән була. Журналдарҙың да барыһы ла килеп етмәй икән. Почта насар эшләй, тиҙәр. Матбуғат таратыусылар ҙа етешмәй, сөнки эш хаҡтары өс-биш меңдән артмай. “Унда интегеп йөрөгәнсе, ете-һигеҙ мең эшһеҙлек пособиеһы алыу отошлораҡ”, – ти улар. Подписка аҡсаһының яртыһынан күберәге уны таратыуға китә, тиҙәр. Ҡайҙа баҫыла икән һуң улар? Кемдәр тарафынан сара күрелергә тейеш бындай хәлгә?!
Ошоларҙы уйлап, күңел төшөп киткән мәлдәр булып алһа ла, ниндәй шарттарҙа ла әҫәрҙәребеҙҙең кешеләргә барып етеү юлдарын, яҙыусы булараҡ, үҙебеҙ табырға тейешбеҙҙер, тип уйлайым. Сөнки әҙәбиәт һөйөүселәр менән элекке йылдарға ҡарағанда һирәгерәк осрашһаҡ та, күрәбеҙ: беҙ бик кәрәк уларға. Халыҡтың әҙип һүҙенә булған ышанысы кәмемәгән. Юҡҡа ғына кисәләрҙә кинәнеп шиғыр тыңлай, үҙҙәре лә шиғырҙарыбыҙҙы яттан һөйләй, беҙ килеүгә таҡмаҡтар сығарып, йырҙарыбыҙҙы йырлап ҡаршы ала, сәйәси, донъяуи, ижади проблемалар хаҡында һорауҙар биреп, үҙҙәренең фекерҙәре, ҡараштары, теләктәре, борсолоу-хәүефтәре, уңыштары менән уртаҡлашмай улар.
Ә бер осрашыу һис кенә лә күңелемдән китмәй. Өс йыл элек Баймаҡ китапханаһы исеменән ул саҡтағы директоры Луиза Дәүләтшина уҡыусылар менән осрашыуға саҡырғайны. Урындағы халыҡ бындай кисәләргә өйрәнеп бөткән. Уларҙың ихлас ҡыҙыҡһыныуы, ихтирамлы мөғәмәләһе, әҙәбиәт донъяһын һәйбәт белеүе күңелде ҡанатландыра. Ҡайтыр көндө осрашыу Баймаҡ һөнәрселек училищеһында булды. Һөйләшеү барышында уның директор урынбаҫары урта йәштәрҙәге ханым күҙ йәштәренә төйөлөп былай тине: “Гөлфиә апай, мәрхүмә әсәйем һеҙҙең шиғырҙарығыҙҙы ярата ине. Рак ауырыуынан интеккән сағында, шуларҙы тыңлаһам, һыҙланыуым баҫыла төшә, тип гел генә китабығыҙҙы уҡыта ине”. Оноторлоҡ һүҙҙәр түгел былар.
Уҙған йыл республикала Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителгәс, бөтә райондарҙа ла әҙиптәр менән осрашыуҙар уҙғарылды. Урындағы ҡәләм тирбәтеүселәрҙең яҙмалары тикшерелеп, анализлап, фәһемле кәңәштәр бирелде, уңышлы тип табылғандары республика гәзит-журналдарында донъя күрҙе. Бигерәк тә “Башҡортостан” гәзите әүҙем эшләне, уның биттәрендә һәр төбәк ижадсыларының өлгөләре урын тапты. Ә бит беҙҙең һәр йылыбыҙ Әҙәбиәт йылы булырға тейеш. Яҙыусылар союзы урындағы етәкселәр менән берлектә бындай сараларҙы дауам итһә, әҙиптәр өсөн дә, уҡыусыларға ла файҙаһы баһалап бөткөһөҙ булыр ине. “Тере яҙыусыны күрмәгән, тауышын ишетмәгән мәктәп уҡыусыларының, уҡытыусыларҙың һаны йылдан-йыл арта бара. Был кисәләрҙе мәктәп директорҙары, әҙәбиәт уҡытыусылары, китапхана хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре лә ойоштора ала. Яҙыусы бындай хеҙмәттәрҙе бушлай башҡарған берҙән-бер сәнғәт әһеле бит. Теләк кенә кәрәк. Ҡайһы бер райондарҙа үҙҙәренең яҡташ яҙыусыларын да күргәндәре юҡ. Республикабыҙҙың ҡабатланмаҫ бай тәбиғәте менән хозурланып, халыҡ менән күрешеп, елләнеп-уйланып ҡайтыу яҙыусы өсөн дә бик кәрәкле ғәмәл. Дүрт стена эсендә, тормоштан айырылып, телевизор ҡарап, үткәндәрҙе генә уйлап заман менән бергә атлап буламы ни?! Саҡырған урындарға дәртләнеп, әҙерләнеп барыуҙан баш тартмау, тематик телевизион тапшырыуҙарҙа әүҙем ҡатнашыу ижад өсөн стимул ул. Дөрөҫ, ундағы элегерәк даими ойошторолған “түңәрәк өҫтәл” артында әҙәбиәтебеҙ хаҡында ихлас һөйләшеү, фекер алышыуҙар ҙа һағындыра хәҙер. Яҙыусылар союзы исеменән эшлекле тәҡдимдәр индергәндә әҙиптәр менән ошо юҫыҡта әҙәбиәт һөйөүселәр араһында яңы күперҙәр һалыныр ине, бәлки. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ғына түгел, “Туған тел”, “Ҡурай” тигән тәүлек әйләнәһенә эшләгән каналдар ҙа бар бит әле. Йыр-моң, көләмәс кенә түгел, уларҙан рух күтәрерлек шиғырҙар ҙа яңғыраһа, экранда фәһемле фекерҙәре менән яҙыусылар үҙҙәре лә йышыраҡ сығыш яһаһа, был каналдар үҙенсәлеклерәк, етдиерәк, ҡыҙыҡлыраҡ тапшырыуҙарға байып китер ине.
Яҙыусыларыбыҙҙың, йәшерәктәренең генә түгел, өлкәнерәктәрҙең дә уҡыусыларына Интернет аша сығыуы маҡтауға лайыҡ. Мин әлегә ҡәҙәр “Инде олоғайыла, яңы һөнәр үҙләштереү нимәгә кәрәк?” тип уйлап, быға тиклем күп нәмәнән мәхрүм йөрөүемә үкенәм. “Тиҙерәк был эшкә ылығырға кәрәк” тигән фекергә килдем. Уҡыусыларың менән осрашып, һөйләшеү-серләшеү, фекер алышыу өсөн был да шәп вариант табаһа! Өфөлә оло йәштәгеләр клубтарында Интернет, компьютер кеүек заман ҡорамалдарын ҡулланырға өйрәтеүҙәре хаҡында ишеткәнем бар. Ә ниңә был дәрестәрҙе Яҙыусылар союзы бинаһында ойоштормаҫҡа?! Өйрәтеүселәргә бер аҙ түләргә кәрәк булһа ла, күптәр бик теләп ризалашыр ине, тип уйлайым.
– Гөлфиә апай, йәшерәк яҙыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ бар? Улар һеҙҙең быуын әҙиптәренән нимә менән айырыла?
– Уларға мөнәсәбәтем һәйбәт, теләктәрем изге. 17 – 35 йәшлек хәҙерге заман йәштәренең донъяуи ҡиммәттәрҙән өҫтөн һанап әҙәби ижадҡа күңел һалыуы – үҙе үк өмөтлө күренеш. Китап сығарыу мәсьәләһе дәүләт предприятиеһында ауырыраҡ торһа ла, ата-әсәһе йәки бағыусы ярҙамы менән уныһын да сығара ала ул. Беҙҙең осорҙа бындай мөмкинлек юҡ ине. Гәзит-журнал биттәрендә лә һәләтлеләр өсөн урын табыла. Беҙҙән айырмалы Интернет аша уҡыусыларҙы ижады менән дә таныштыра, тиңдәштәренең, шулай уҡ өлкән ҡәләмдәштәренең дә фекерҙәрен ишетә алалар. Виртуаль рәүештә халыҡ-ара, төбәк-ара фестивалдәрҙә, конкурстарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Мәғлүмәтте күп урындан йыйғас, һис шикһеҙ, улар йәш саҡтағы беҙҙән белемлерәк, тип уйлайым. Ә талант инде заманға ҡарамайҙыр, ул йә бар, йә юҡ. Күҙәтеүемсә, йәштәрҙең шиғырҙары уртасараҡ. Һәр хәлдә ул йәштәге Рәшит Назаров, Рауил Бикбаев, Мостай Кәрим, Ирек Кинйәбулатов, Ҡәҙим Аралбаевтарҙың шиғри балҡыуы күренмәй әле уларҙа. Шағирҙар, ғәҙәттә, тулҡын-тулҡын булып килә, өмөттө өҙөргә ашыҡмайыҡ.
Бер генә теләгем: гражданлыҡ өлгөрөү осорон әлеге 35 – 50 йәшлектәр кеүек ул тиклем оҙаҡҡа һуҙмаһындар ине. Сөнки уларҙың күбеһе әле булһа үҙҙәрен йәш яҙыусыға иҫәпләп йөрөй. Хатта ап-арыу ғына ижади багаждары булып, талантлы яҙыусы тип танылғандары ла тейешле урында кәрәкле һүҙ әйтергә баҙмай йәки теләмәй. Бындай эштәр һаман да 70-80 йәшлектәрҙең бурысы тип иҫәпләнә. Мин быны союздың идара ултырыштарында, әҙәбиәткә, мәҙәниәткә арналған етди йыйылыштарҙа халыҡ алдына сығып үҙ фекерен әйтеп, сатнатып ғәҙеллекте яҡлай алмай, ҡарттар ышығында йөрөгәндәре өсөн әйтәм. Ил-көнөбөҙ, халҡыбыҙ яҙмышы хаҡында етди проблемалар күтәреп яҙылған мәҡәләләр ҡайҙа? Ғөмүмән, йәштәр йәки үҙҙәрен йәш тип иҫәпләгәндәр публицистикаға бик тотоноп бармай. Әлбиттә, әҙиптең төп эше – әҫәр яҙыу. Тик йәмғиәт тормошонан ситләшеп заманса шәп шиғыр-поэмалар, хикәйә-романдар ижад итеп буламы ни?! “Беҙҙә шағир шағир ғына түгел” тигән бит урыҫ классигы Евгений Евтушенко. Үҙебеҙҙең күренекле әҙиптәребеҙҙе генә алайыҡ: Ш. Бабич, М. Ғафури, С. Агиш, Р. Ниғмәти, М. Кәрим, Н. Нәжми, Р. Бикбаев, Р. Ғарипов, З. Биишева, Ф. Рә­хим­ғолова, К. Кинйәбулатова, Р. Шәкүр, Н. Мусин, С. По­варисов, Н. Асанбаев, М. Бураҡаева, Г. Сит­ди­ҡова, Т. Ғәниева, Ф. Туғыҙбаева, Т. Ғарипова, Г. Яҡупова һәм башҡаларҙың фәһемле публицистикаһы ла уларҙы халыҡҡа нығыраҡ яҡынайтты, әҙәби ижадтарын күтәрҙе. Үҙебеҙҙе лә улар рәтенә индерергә ярайҙыр тип уйлайым, эйе бит, Лариса?
Ихтирамлы йәштәребеҙ һәм йәш булып иҫәплән­гәндәребеҙ араһында өлкәндәргә ҡарата әҙәпһеҙ ҡыланғандары ла күренеп ҡала Интернет биттәрендә. “Өлкән яҙыусылар беҙгә үҫергә, билдәлелек алырға ҡамасаулай” тигән һүҙҙәргә (йомшартып әйткәндә) реакция нисек булырға мөмкин? Эй, туғанҡайҙарым, тип өндәшке килә уларға, әҙәбиәт ярыш майҙаны түгел бит ул, һәр кемдең үҙ бейеклеге, үҙ табыштары. Ижад юлдарығыҙҙы үҙегеҙ ярығыҙ, юғары урындарға үҙегеҙ үрләгеҙ. Әлегә тиклем башҡорт әҙәбиәтен һаҡлау, үҫтереү өсөн үҙ өлөшөн индергәндәргә рәхмәтле лә була белегеҙ. Нимә генә тимә, уларҙың ижады аша әҙәбиәткә килгән (йәки килергә тырышҡан) кешеләр бит әле һеҙ. Беҙҙең ижадҡа ла тәнҡит кәрәк инде. Тик факттарға, миҫалдарға таянып. Абруйлы ижадсыларҙың йөҙөн йыртыу ысын тәнҡит түгел. Беҙ үҙебеҙҙең ҡулдан килгәнде эшләнек инде, мөмкин булғанса киләсәктә лә дауам итәсәкбеҙ, Алла бирһә, ә һеҙ үҙегеҙ теләгәнсә, үҙегеҙ күҙ алдына килтергәнсә үҙегеҙ ижад итегеҙ, әйҙә. Беҙ ҙә, халҡыбыҙ ҙа ғорурланырлыҡ булһын. Ошо урында “артыҡ талапсан”дарға шаяртыу ҡатыш дөрөҫлөк менән яҙылған бер шиғырымды тәҡдим итмәксемен:

Йәштәргә юл кәрәк, тиҙәр,
Юл бирегеҙ йәштәргә!
Ғүмер буйы барған юл бит,
Унһыҙ беҙгә нишләргә?!

Ерҙә юлдан күп нәмә юҡ,
Тейер һәр кемгә өлөш.
Ник мин кемдер уҙһын өсөн
Юлдан сығырға тейеш?!

Тормоштары саҡ башлана,
Алда – донъя серҙәре,
Йәш тә булғас, шәп тә булғас,
Ярһын юлды үҙҙәре!

– Совет заманында Яҙыусылар союзы ла йәш­тәрҙе ҡурсалаған, үҫергә, ижад менән шөғөлләнергә нығыраҡ ярҙам иткән...
– Эйе, ул осорҙа Яҙыусылар союзы, йәмәғәт ойошмаһы булһа ла, тәьмин ителеүе яғынан дәүләт учреждениеларына тиң ине. Йәштәр генә түгел, бөтә союз ағзалары ла ҡурсаулы булды. Бушлай фатирҙар, ял һәм ижад йорттарына, шифаханаларға, пионер лагерҙарына юлламалар бирелде. Йылына берәр айлыҡ түләүле ижади командировкалар, башҡа төбәктәргә, хатта сит илдәргә ижади сәфәрҙәр, йыйынтыҡтарҙы машинкала баҫҡан һәм юлын юлға тәржемә ителгән әҫәрҙәр өсөн дә түләйҙәр ине. Союзда эшләүселәр хеҙмәт хаҡын дәүләт ойошмаларындағынан кәм алманы. Юбилей кисәләре үткәреү, буклеттар әҙерләү өсөн дә аҡса бүленде. Хәҙер инде, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтәбеҙгә лә билдәле сәбәптәр арҡаһында быларҙың береһе лә юҡ. Шуға ла яҙыусыларға ғына түгел, союз идараһында эшләүселәргә лә бик ауырҙыр.
“Союз ниңә кәрәк ул? Ул бит заманында Сталин хөкүмәте тарафынан совет власын нығытыу мәнфәғәтендә уйлап сығарылған ярым сәйәси ойошма”, – тип әйтеүселәр ҙә бар. Әлбиттә, союз кәрәк! Бигерәк тә хәҙерге ваҡытта яҙыусыларҙың дәүләт ҡурсалауы, ижади-матди тәьмин ителеше кәмегән осорҙа, ә союз һәм уның идараһы менән берлектә заманға ярашлы программалар, пландар төҙөп, ижад емештәребеҙҙе, әйтергә теләгән һүҙҙәребеҙҙе халыҡҡа еткереү, бер-беребеҙгә таяныс булыу өсөн. Союзға ошондай шарттарҙа ла яҙыусыларҙың абруйын күтәреп, уларҙы туплап, яңыса эшләрлек, заманса фекер йөрөткән эшлекле лидерҙар кәрәктер, тип уйлайым.
– Элегерәк яҙыусыларҙы йәмғиәтебеҙҙең идеологтары, тип тә йөрөтәләр ине…
– Дөрөҫ әйткәндәр: был һүҙҙең ни ғәйебе бар?! Идеологияһы тигәнде ҡиблаһы тип аңлайым мин. Йәмғиәт булғас, уның ҡиблаһы ла мотлаҡ булырға тейештер. Шулай ҙа йәмғиәттең ҡиблаһы менән аҡыл һәм хис эйәләре ижадсыларҙың тап килмәгән саҡтарҙы ла, икенселәренең кешелеклелек мәнфәғәтендә йәмғиәт ҡиблаһын ыңғай яҡҡа бороп ебәрергә ярҙам иткән осраҡтарҙы ла беләбеҙ. Минең бер йыр-шиғырымда яҙылғанса:

…Ерҙе күккә илаһи көс бәйләй
Көндә ал таң булып атырлыҡ.
Аҙаштыра тормош һуҡмаҡтары,
Дөрөҫ юл күрһәтә беҙгә бары:
Мөхәббәт, изгелек, матурлыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779