Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ural Batyr төрлө телдә һөйләшә
Ural Batyr  төрлө телдә һөйләшә Башҡорт, татар, рус, сыуаш, мари, инглиз, немец, француз, испан, грек, вьетнам, азербайжан, төрөк... Шунса телдә яңғырай хәҙер беҙҙең “Урал батыр” эпосы! Ысынлап та, үлемһеҙ ҡомартҡы ул. Иң тәүҙә шуға аңлатма биреп киткем килә: “Урал батыр” эпосын башҡарыусыларҙың VII республика конкурсы башланыр алдынан бәхәс сыға яҙып ҡуйҙы: ни өсөн башҡортса ятлаған балалар һаны сикле, ниңә башҡортса ятлағандарға, имеш, мөнәсәбәт тейешле кимәлдә түгел?
Хөрмәтле ханымдар, сараға уҡыусыларын алып килгән әфән­деләр, һуң “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең башҡорт телендә яңғыраған айырым конкурсы бар ҙа һуң. Был – бер. Икенсенән, әгәр ике яҡлы биз­мәнде күҙ алдына килтерһәк, башҡа телдәргә торошло булып уның бер яғында башҡорт теле генә тора. Йәғни бында бер ниндәй ҙә тел, милләт мәсьә­лә­ләре күтә­релмәй. Өсөн­сөнән, башҡортса ятлаған шул уҡ балалар килә был бәйгегә лә. Уларҙы башҡа телдәрҙә һөй­ләргә өйрәтһәк, яҡшыраҡ булмаҫ инеме икән? Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ әле: бер үк конкурс ике тапҡыр уҙғарыла килеп сыға түгелме? Эпосыбыҙҙы башҡа телдәрҙә башҡарырға теләгән уҡыусы­ларыбыҙға юл асайыҡ. Баш­ҡортса ятлаған балалар, әйҙә, һамаҡлап та, көйләп тә төрлө телдәрҙә сығыш яһарға әҙер­ләнһен. Хәйер, нисек кенә булмаһын, быйыл һуңғы тап­ҡыр ҡатнашты бында башҡорт телендә ятлағандар.
Быйыл сараға килгән иң йәш ҡатнашыусыға 4 йәш булһа, иң өлкәненә 18 тулған. 534 кеше “Урал батыр” эпосын Башҡортос­тан Республикаһы һәм Рәсәй Федера­цияһы телдәрендә баш­ҡарыу”, “Урал батыр” эпосы буйынса иң шәп эссе-инша”, “Урал батыр” – башҡорт халыҡ эпосы” тип аталған уйын (өҫтәл, компьютер уйындары) номинациялары буйынса көс һынашты. Бөйөк әҫәр был көндә башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, мари, инглиз, немец, француз, испан, грек, төрөк, азербайжан, вьетнам телдә­рендә яңғыраны. Урыҫ телендә “Урал батыр”ҙы Баш­ҡортос­тандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәки­мовтың тәржемәһен­дә ят­лаһа­лар, инглиз телендә Булат Ғә­ниевтең тәржемәһен ҡуллан­ғандар. Йәғни 2005 йылда З. Биишева исемендәге “Китап” нәш­риәтендә сыҡҡан “Урал батыр” китабын файҙаланғандар.
Инглиз телендә ятлағандар бик күп булды. Улар хатта бер нисә секцияла эшләне. Шулар­ҙың береһенең етәк­сеһе – бил­дәле фольклорсы, тел белгесе Асия Ғәйнуллина һәр сығыштан һуң балаға маҡтау һүҙҙәре менән бергә уҡытыу­сыларына етешһеҙ­лектә­рен дә еткерҙе. “Телдәге өндәрҙең яңғырашын балаға уҡытыусы өйрәтергә тейеш, шуға киләһе йылдарҙа хата китмәһен өсөн мин уларға шунда уҡ аңлатма биреп китәм”, – тине ул. Фән докторы Айгөл Мөхтә­рул­лина ла ошо фекерҙе ҡеүәт­ләне. Әйткәндәй, ул ғалимә Фә­нүзә Нәҙершина менән башҡорт халыҡ йырҙарын инглиз теленә ауҙарыу эшен алып бара. Шулай уҡ Рәшит Назаровтың шиғыр­ҙарын инглиз теленә тәржемә иткән, йыйынтыҡ донъя күргән.
Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенән килгән Санатана Анастасия Мария Сан­тананың сығышы иғтиба­рымды йәлеп итте. VII класс уҡыу­сы­һы эпосты башҡортса, урыҫ­са, инглизсә һәм испанса ятланы. Уҡытыусыһы Миңзәлә Муллағо­лова әйтеүенсә, ҡыҙы­ҡай әҫәрҙе испан теленә үҙе тәржемә иткән. Бәлки, уның ауҙарыуы камил­лаш­тырыуҙы талап итәлер, әммә тәүәккәл­леге маҡтауға лайыҡ. Етмәһә, улар ойоштороу комитетынан рөхсәт һораған. Бер ҡа­раһаң, бындай тәүәккәллеккә апты­рарға ла түгелдер: әсәһе – башҡорт, атаһы испан миллә­тенән. Сәмле, дарманлы ҡыҙ­ҙың телдәргә мөнә­сәбәтенә, эпос­ты аңларға, тойорға тырышыуына – афарин! Әйткән­дәй, Санатана “Аудитория менән идара итә белеү һәләте” дипломы менән бүләкләнде.
Шулай итеп, еңеүселәр тү­бән­дәгесә билдәләнде. “Донъя ха­лыҡтары телдәре” номина­ция­һында 1-се урынды Морат Стариков (Өфөнөң 86-сы гим­назияһы), “Башҡортос­тан ха­лыҡ­тары телдәре” буйынса – Анас­тасия Шәйбәкова (Бөрө ҡала­һының 1-се мәктәбе), “Инглиз теле”нән ярышта – Шәүрә Ермакова (Өфөнөң 45-се мәк­тәбе), Дилара Мифтахова (Бәләбәй ҡалаһының 1-се гим­назияһы), Әдилә Шакирова (Борай райо­нының Ҡайынлыҡ мәк­тәбе), “Урыҫ теле” номина­цияһында – Евгений Тимофеев (Бәләбәй ҡалаһының 1-се гим­на­зияһы), “Башҡорт теле” буйынса Мөхә­мәтша Исаев (исе­менә иғтибар итегеҙ, Өфөнөң 84-се татар гимназияһы) лайыҡ булды. Урыҫ теленә халҡыбыҙ­ҙың әҫәрен бөтә образдар сис­темаһын дө­рөҫ һаҡлап тәр­же­мә иткәндән һуң да ишетергә яҙһын был конкурстың ауаздарын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779