Таң һарыһынан кинәт уянып китте Вәсилә. Кемдер өндәшкәндәй булды. Һиҫкәнеп тороп ултырҙы ла сәғәткә ҡараны. Сәғәт бишенсе генә киткән. Ауыр һулап урынына ауҙы ла, күҙҙәрен сытырҙатып йомоп, төшөн иҫенә төшөрөргә тырышты. Ҡәнзәфәрен күргәйне бит ул. Шундай асыҡ, яҡын итеп күренде. Шоморт-ҡара күҙҙәре шундай моңһоу, йәлләтеп кенә ҡарай. Тик үҙе бер нәмә лә өндәшмәй. Тауар вагоны эсендә бер үҙе баҫып тора. Буйҙан-буйға һуҙылып киткән вагондарҙың бөтәһе лә буп-буш. Бер Ҡәнзәфәр генә ишек төбөнә баҫҡан да тораташ кеүек ҡатҡан. Вәсилә ҡулын болғап, билдән ҡарға бата-бата уға табан йүгерә. Һауаларҙы ярып ҡысҡыра: “Ҡән-зә-фә-ә-әр!” Тик яуап юҡ. Ул килеп етә алмай, вагондар ҡуҙғалып китә. Тик күҙҙәре һауала эленеп ҡала. Вәсилә ҡайһы тарафҡа ҡараһа ла, уның ҡара күҙҙәре баға. Ҡар өҫтөнә ятып илай-илай Вәсилә һөйгәненең күҙ ҡараштарын эҙләй…
Уянып киткәндә лә Вәсиләнең күҙҙәре йәшле ине. Йә, Хоҙайым, түҙемлек бир, өмөттәремде һүндермә, тип Вәсилә урынынан ҡуҙғалды. Һуғыш тамамланыуға инде ун йыллап ваҡыт уҙһа ла, Вәсилә өмөтөн һүндермәне. “Батырҙарса һәләк булды” тигән яҙыу килһә лә, бәлки, иҫәндер әле тигән өмөт алып сыға килә уны төндәрҙән таңдарға. Ана, түбәнге ос Хәйбулла ағайға ла шундай хәбәр килгәйне, тиҙәр. Еңеүҙең биш йыллығына “тып” ҡайтып төшмәһенме! Оҙаҡ тикшереүҙәр аша үтһә лә, йәшәү йәмен юғалтмаған һалдат, тыуған яҡтарға ҡайтып, эшкә егелде. Йәшелсә баҡсалары үҫтереп, инде нисәнсе йыл ауылдаштарын ҡыяр, кишер, памиҙур, һуған, кәбеҫтә менән һөйөндөрә. Эш хаҡына ҡапсыҡ-ҡапсыҡ йәшелсә тейәп ҡайта халыҡ. Ауылдаштарына эш урыны ла булды, элек күрмәгән ризыҡтар ҙа.
Бәлки, уның да Ҡәнзәфәре сит ерҙәрҙә интегәлер, байға эшләп. Хәйбулла ағай ҙа бит бер ниместә баҡсасы булып эшләгән. Әсиргә төшкән ҡайһы бер буйсан, мыҡты кәүҙәле ирҙәрҙе нимес генералдары үҙҙәренә эшсе итеп ебәргән, тиҙәр. Кеше үҙе теләп әсиргә төшәме инде? Бигерәк интектергәндәр Хәйбулла ағайҙы. Түҙгән, сыҙаған, үҙенең дөрөҫлөгөн иҫбат итә алған. Хәҙер ана йөҙөнән йылмайыу китмәй. Инде йомарт, киң күңелле кеше. Һораһаң, күкрәген йыртып, йөрәген дә бүләк итер. Вәсилә эстән генә йылмайып ҡуйҙы. Ана хәҙер Хәйбулла Әсмәһе ике йыл һайын бер баланы тупылдатып ҡына тора. Исмаһам, балаға ла уҙмай ҡалды шул Ҡәнзәфәренән, йылға яҡын яратышып-һөйөшөп йәшәһәләр ҙә, бала тауышы ишетергә яҙманы уларға. Бәлки, Хоҙайым шулай ҡушҡандыр. Йәп-йәш килеш бала ҡосаҡлап яңғыҙ ҡалмаһын, тигәндер. Эй, был ҡәһәрле һуғыш, боҙоп боҙҙо бит яҙмыштарҙы.
Бынау Ибраһимды ғына алайыҡ. Уның сибәрлегенә, егәрлелегенә һоҡланмаған кеше булмағандыр. Үҙе лә бик фырт ҡыланды шул. Ярты ауылдың сибәркәйҙәре уға ғашиҡ булып йән атты, ә ул береһен дә һанға һуҡманы. Уны һуғышҡа ла һөйгән йәре оҙатманы. Ә һуғыш яланында ҡулбашынан уҡ бер ҡулын өҙҙөрөп, ғәрипләнеп ҡайтты. Бигерәк ауыр инде уның елберҙәп торған буш еңенә ҡарау. Меҫкенләнеп, шымып ҡалған Ибраһимдың ҡараштары шундай ауыр, күҙҙәрендә асыулы осҡондар уйнай, үҙенең бөгөнгө хәлен ҡабул итә алмай. Оҙаҡ ыҙаланды меҫкенең. Эске менән дә баҫырға тырышты ҡайғыһын. Тик ҡасандыр бер айный бит кеше. Ауылдаштары ла ярҙам ҡулы һуҙырға ғына тора. Йортон да һипләшеп бирҙеләр. Хатта яусылап өйләндереп тә ҡуйҙылар. Ана хәҙер Гөлйыһаны менән ике ул үҫтереп яталар.
Йәшәүенең мәғәнәһе бар хәҙер, исмаһам. Һуғыштан ни һау-сәләмәт ҡайтыусы һирәк инде ул. Береһенең ҡулы, икенсеһенең аяғы, өсөнсөһөнөң күҙе юҡ. Хатта һаман һуғыш менән һаташып, алмашынып йөрөгәндәре бар…
Ә тормош дауам итә. Ауыл яйлап аяҡҡа баҫа башланы. Яңы йорттар төҙөлә, йорт-ҡуралар төҙөкләндерелә. Урамдарҙа эркелешеп бала-саға йүгерә. Эй ярҙамсыл да инде халыҡ. Берәйһе йорт-ҡура менән булаша тиһәләр, кем таҡта, кем бүрәнә, кем сөй алып ярҙамға ашыға. Өмә менән башҡарыла бөтә эш, ярҙам йөҙөнән. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа берҙәм: күмәкләшеп балсыҡ баҫып, өй-мунса һалыуҙар, өй йыуыуҙар, кейеҙ баҫыуҙар. Үҙе бер байрам. Йыр ҙа көлкө бындай өмәләрҙә. Ауылдаштарына һоҡланып бөтә алмай Вәсилә, бигерәк берҙәм, йомарт, ярҙамсыл шул улар. Уны ла яңғыҙы тип ҡыйырһытмайҙар. Ирҙәре менән парлашып килеп, ватыҡ-емеректәрен төҙәтәләр, бәрәңге ултыртышалар, өйөн йыуырға ярҙам итәләр.
Күңелен китерлек һорау бирмәйҙәр. Ҡараштарынан күреп тора Вәсилә: йәлләйҙәр, хәленә керәләр. Рәхмәт инде, тип эстән генә һөйөнөп ҡуя. Бына әле лә көтөү ҡыуырға тип ҡапҡа төбөндә торғанда, янына күршеһе Тәлиғә апай килеп баҫты. Үҙе серле йылмая:
– Ҡарәле, Вәсилә, ни эшләп әле беҙ был байлыҡты һаҡлап ятабыҙ? – тип көлә-көлә һүҙ башланы күршеһе.
– Ниндәй байлыҡ, Тәлиғә апай? – Бер нәмә аңламаған Вәсилә һораулы ҡарашын уға төбәне.
Шаян холоҡло Тәлиғә, уң бөйөрөнә төртөп, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе лә Вәсиләнең буй-һынына ишара яһап:
– Һине инде, һине, – тип ысҡындырҙы. Вәсиләгә эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Инде нисәнсе ай Тәлиғә апай уны күрше ауылда йәшәгән ағаһына бисәлеккә димләп йөрөй. Күсеп китәһең уның йортона и баста, ти. Юҡ, Ҡәнзәфәре нигеҙен һыуытырға теләмәй Вәсилә. Тәлиғәнең ағаһы ла бик оҡшап етмәй. Күңеле тартмай. Юҡ-юҡ, уның ише, пары түгел. Аҫтан һөҙөп ҡарай, йөҙө уҫал. Ундай кеше менән бергә йәшәү түгел, янында баҫып торорға ла ҡурҡыныс.
– Юҡ, Тәлиғә апаҡайым, бер ҡайҙа ла китмәйем ауылымды ташлап, үҙемә яҙғаны юлыма сығыр әле. Түҙәм әле, түҙгән түш йыйған тиҙәр, – тип йылмайҙы ул.
Вәсилә лә күңелле итеп һөйләшергә тырышты, күршеһенең күңелен китәһе килмәне.
– Йә, ярай, ана көтөүсе лә килә. Тик был турала һөйләшеүҙе көтөү ҡайтҡас, урамда бүрәнә өҫтөндә дауам итербеҙ, – тип Тәлиғә йырлай-йырлай китеп барҙы:
Ҡоштар ҙа бит парлы-парлы
Һин генә моңло-зарлы, Вәсиләм…
Шундай ғәҙәте бар Тәлиғәнең, төрлө таҡмаҡ-йырҙарҙы бергә бутап, үҙе теләгән көйгә һалып, тик шундай тура килтереп, кәрәк ергә генә йырлай ҙа ҡуя. Хәйбулла ағайҙы осратҡан һайын янынан йырлап үтә:
Исемдәре Хәйбулла,
исемдәре Хәйбулла,
Ҡыяр, кишер, һуған һатҡан
Кеше кәнишне бай була,
Эй, Хәйбулла, Хәйбулла.
Асыуланмай уға Хәйбулла ағай, ҡулын һелтәй ҙә юлын дауам итә. Ауыл халҡы өйрәнеп бөткән инде төртмә телле Тәлиғәгә. Ул йырламай башлаһа, ниҙер етмәгән кеүек, ауыл тормошо төҫһөҙләнеп ҡала…
Көтөү ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көттө Вәсилә. Тағы нимә уйлап сығарҙы икән был Тәлиғә апай?