Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡояшты ҡаплау мөмкин түгел...
Ҡояшты ҡаплау мөмкин түгел... Харис Сәғитовтың “Япраҡтар туйы” тигән шиғри йыйынтығын ҙур һоҡланыу менән уҡып сыҡтым. Тәүге һөйөү хисенә, атай-әсәй васыятына, туғанлыҡҡа, милли рухҡа, тыуған илгә, ихласлыҡҡа, дуҫлыҡҡа, изгелеккә, илаһиәткә, биргән антҡа тоғролоҡло, романтика менән лыҡа тулы шиғри күңел һоҡландыра инде ул! Әгәр ҙә Харис Мөҙәрис улы шиғыр яҙмаған булһа, йә бейеүсе, йә йырсы, йә композитор, йә рәссам булыр ине, моғайын. Уның матурлыҡҡа ғашиҡ күңеле, барыбер ҙә ниндәйҙер ысул-юлын табып, ижади төҫмөрләнеш алыр ине.
Ижади кешенең асылы ҡояш кеүектер ул, халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың шиғри юлдары менән әйткәндә:
Бел, ҡояштан ҡапланырға мөмкин,
Мөмкин түгел ҡаплау ҡояшты!..

Ижади асыл ут-ҡояш кеүек. Башҡортос­тандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” әҫәрендә әйтелгәнсә, нисек кенә кеше күҙенән йәшерергә, ҡапларға, юлын ҡыйырға тырышма, яҡтылыҡ барыбер ҙә үҙенә юл таба, төндәрҙе барыбер көндәр алмаштыра, таңдар барыбер ата, ҡояш барыбер ҙә ҡалҡа. Харис Сәғитовтың ғүмеренең япраҡтар туй үткәргән миҙгелендә ныҡлы ижадҡа тотоноп, китаптар сығарып, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы булып китеүе ошо хәҡиҡәтте раҫлай. Кем әйтмешләй: “Ҡайҙа ғына барма, ҡара һаҡалың үҙең менән бергә йөрөй инде...” Ә инде был шиғри китап авторына килгәндә: “Алтылағы – алтмышта”, — ти халыҡ мәҡәле.
Автор шиғырҙарында тыуған ауылы мөхитендә генә, тик ауылдаштары, яҡын туғандары менән аралашып йәшәгән, сит яҡтарға бер аҙым да яһамаған, шул уҡ ваҡытта үҙенең тыумыш асылын һаҡлап ҡала алған кешене хәтерләтә. Бөрйән районының бер ауылында ғүмере буйы бер тапҡыр ҙа ҡалала булмаған, бары тик район үҙәге Собханғолдо ғына күргән бер олатай хаҡында һөйләгәйнеләр. Ул һикһәндән күберәк йәшкә етеп, донъя менән хушлаш­ҡан, үҙенең тәбиғи асылын да юғалтмаған. Ә инде Харис Сәғитовҡа һоҡланы­уым шунан: ете тиҫтәһен тултырған, еңел булмаған оҙайлы хәрби тормош юлы үткән, ярты донъяны шинель кейеп йөрөп сыҡҡан кешенең күңел сафлығын, тик сабыйҙарға ғына хас илаһи асылын һаҡлап ҡала алыуында. Шағирҙың бындай асылы бигерәк тә “Йондоҙҙар атыла”, “Мин кем әле?”, “Мине әсир иткән хистәрең”, “Тулҡындар ҡосағында”, “Елеп ҡайтыр инем, әсәй!”, “Төштәремдә кәкүк саҡырғайны”, “Шиғыр бурандары”, “Хәтереңдәме?”, “Һағыш”, “Ярып ҡуйма һөйөү көршәген” һәм башҡа шиғырҙарында нығыраҡ сағыла.
Бер яҡтан, аҡһаҡал йәшенә еткән, еңел булмаған хәрби тормош юлы үткән кешенең шундай нескә тойғоларға бирелеүе прагматик ҡарашлы кешегә ят, ситен булып та тойолор. Ундайҙарға Харис Сәғитовтың тыуып үҫкән Хәйбулла районының төпкөлөндә, Һаҡмар йылғаһы буйында, оло юлдан алыҫта ултырған Аҡнаҙар ауылына барып сығырға кәңәш бирәм. Был төбәктә хал­ҡыбыҙ менталитетының аҫыл өлгөһөн тәшкил иткән кешеләр йәшәй: йомшаҡ һүҙлеләр, йомшаҡ мөғәмәлә итәләр, бер ваҡытта ла кешенең күңелен ҡыймайҙар, ҡунаҡсылдар. Бигерәк тә яуым-төшөм, яҙғы юл өҙөклөгө, ҡышҡы бурандар мәлендә ошо төбәк халҡының холоҡ-фиғеле ныҡ сағылыш таба. Мәҫәлән, быйыл яҙғы буран мәлендә үҙ ауылдарына ҡайтып етә алмаған бик күптәр юлда ятҡан ауылдарҙа икешәр аҙна буйы үҙҙәренә бө­төнләй таныш булмаған кеше­ләрҙең донъяһына һыйынып йәшәне. Кешенең асылы ауырлыҡ килгәндә күренә лә инде.
Күренекле ҡурайсы, Башҡортос­тандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов үҙенең киң билдәле “Ҡурай һәм Ҡурайсылар” тигән китабында Харис Сәғитовтың атаһы Мөҙәрис олатай тураһында атаҡлы Мөхә­мәтйән йырау Ҡаҙаҡбаевтың һөйләгәндәрен килтереп үтә: “Аҡнаҙарҙан Мөҙәрис Сәғитов кеүек мине аптыратҡан кеше ғүмеремдә бүтән осраманы. Ул оҫта ҡурайсы, ул оҫта бейеүсе, ул комбайнсы, ул балта оҫтаһы, ул оҫта һунарсы, ғөмүмән, белмәгән һөнәре юҡ, ул көрәшсе, һуғышыуға ла оҫта булды... Теләһә ниндәй эш булһын, ул буш, йәғни уны эшләү бер ни ҙә түгел. Тиҙ арала теүәлләп тә ҡуя. Теленән дә килә, ҡулынан да килә. Бер йыл һабантуйҙа бер аҙ бал эсеп алған бер нисә кеше эләгешеп китте. Мөҙәрис билдән өҫ яҡтан сисенеп, шуларҙың араһына барып баҫты, инде күңелле йөрөй, һуғышҡан әтәстәрҙе айырамы ни, ҡарап тороуҙары тамаша.
Бер ҡунаҡта ултырғанда һөйләй: “Күс айырылып осоп китте, артынан йүгерәм, ҡалмайым. Һаҡмар аша осоп сыҡты, мин дә йылғаны кисеп ярға сыҡтым, күскә ҡарап йүгерәм. Ағаслыҡ араһына барып индем, йүгереп бара инем, бер саҡ артта ҡала башланым, шәберәк йүгерәм, ҡыуып етеп булмай. Был ни хикмәт, тип аяҡ аҫтына ҡараһам, аяғым ергә теймәй икән, эйәк менән асалы ботаҡҡа эленгәнмен...” Артынса: “Йәмилә, дөрөҫ һөйләйемме?” – тип һорай, әбейе шунда уҡ: “Дөрөҫ һөйләйһең”, — тип йөпләп ҡуя. Ҡурай тартҡанда ла үҙенең хикмәте бар ине: кәйефләнеп китһә, уйнап ултырған көйөнсә бер ҡулын күтәреп уратып ала торғайны. Үҙе үлгәс, һуғыштан ордены килде...”
Мөҙәрис Сәғитовтың улы Харистың да килмәгән ере, белмәгән һөнәре юҡ. Уның менән бергә “Ағиҙел” журналында хеҙмәт итеүселәр Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтың атаһын ҡылыҡһырлаған һүҙҙәрен Мөҙәрис­тең улы Харисҡа ла төбәп әйтелгәнен иҫбатлар ине. Улының да бар эш тә “теленән дә килә, ҡулынан да килә...” Харис Мөҙәрис улы һәр бер бәләкәй генә ғәмәлгә лә ҙур эшкә тотонғандай әһәмиәт биреп тотона, һәр бер ҙур эште бәләкәй ғәмәлде башҡарғандай еңел генә, урын-еренә еткереп башҡарып та ҡуя. Кешеләр менән гармониялы мөнәсәбәт ҡора белә ул, уның янында күркәм бөхтәлек мөхитен тояһың.
Барыһынан бигерәк Харис Мөҙәрис улының романтик рухы кешеләрҙе үҙенә йәлеп итә. Әйткәндәй, атаҡлы фекер эйәһе Белинский романтизмға шундай билдәләмә бирә: “Романтизм – һағыш менән туҡланған, һағыштан башҡа йәшәй алмаған мөхәббәт”. Шундайын киң мәғәнәләге, ҡатмарлы йөкмәткеле төшөнсәнең иң ябай аңлатмаһы. Романтик рухлы шағир Харис Сәғи­товтың шиғырҙары иһә яҡты һағыш менән һуға­рылған. Уның һағышы кеше күңелендәге ихлас­лыҡты, донъялағы изгелекте һағыныуҙан, ҡа­сандыр һоҡланып та, хәҙер юғалтҡан ҡиммәттәрен, тәүге һөйөү хисенә генә хас булған мөҡәддәс той­ғоларын, кешелектең тик выждан, намыҫ лөғәтендә генә аңлашылған илаһи асылын юҡһыныуҙан хасил булған. “Мөхәббәтем” тигән шиғырында бындай юҡһыныу шундай юлдарҙа асыла:
“Яратам!” тип йән атыуҙар,
Бер күрергә зар булып, —
Йылдар төпкөлөндә ҡалды,
Тәүге яуған ҡар булып.
Йәш саҡтарҙа бер һүҙгә лә
Нисек иренек икән?
Һандуғастарҙы уятып
Нишләп йөрөнөк икән?

Эйе, һәр ҡайһыбыҙ “һандуғастарҙы уятҡан” ғүмер миҙгелдәрен тормошобоҙ буйы һағынып йәшәйбеҙ. Был шиғри китаптың авторы иһә ул миҙгелдәрҙе һағынып ҡына ҡалмай, ғүмеренең һуңғы аҙымынаса шундай уҡ тойғо-хистәр менән янып, фанилыҡ һыҙығын үткәндә лә ошо асылға тоғро ҡаласағы хаҡында белдерә. “Хоҙайым күрһәтмәһен” шиғырын автор:
Йәндәр йәнгә, күҙҙәр күҙгә
Булғанда ғына көҙгө, —
Ожмахта “һандуғастар” тип
Ҡабул итерҙәр беҙҙе, —

тигән юлдар менән тамамлай. Китапҡа исем биргән “Япраҡтар туйы” шиғырында иһә ап-аҡ төҫкә буялған донъя бер үк ваҡытта көҙҙәрҙән һуң килгән ҡыш булып та, шул уҡ ваҡытта фанилыҡ булып та ҡабул ителә. Шиғырҙың түбәндәге юлдарына иғтибарыбыҙҙы йүнәлтәйек:
Әллә һуңлаған
Япраҡтар туйы.
Һуңлап булһа ла
Үткәреү уйы.
Ҡып-ҡыҙыл булып
Япраҡтар яуа.
Көҙгө һауала
Хас та ҡар яуа.
Яңыра донъя...
Тәбиғәт йөҙө.
Тағы сафланып
Оҙатты көҙҙө.
Ап-аҡ донъяла
Мин дә яңырҙым.
Үҙ йөрәгемдә
Уттар ҡабыҙҙым.

Бер ҡарағанда ябай ғына булып тойолған ошо шиғырҙың өс төрлө йөкмәтке йүнәлешен табырға була. Кем белә, бәлки, уҡыусылар уның тағы ла төпкәрәк йәше­ренгән мәғәнәләрен күрә алыр. Мин белгәндәре шулар:
1. Туп-тура мәғәнәлә аңлашылғаны: йәғни көҙ менән ҡыштың осрашҡан миҙгелендә ҡыҙыл төҫтәге япраҡ­тарҙың аҡ ҡар өҫтөнә ҡойолған сағы. Ҡар өҫтөнә ҡойолған ҡыҙыл япраҡтар лирик геройҙың күңелендә ут булып ҡабына.
2. Көҙҙө автор ғүмеренең бер миҙгеле итеп күрә. Ҡыҙыл япраҡтар — уны ғүмер көҙөндә борсоған, утҡа һалған уйҙары, ап-аҡ донъя тип күргәне – ағарған сәстәре, аҡтан-аҡ, пактан-пак уйҙары, күңеле...
3. Көҙ ҡартлыҡ булһа, ап-аҡ ҡыш – фанилыҡ, теге донъя. Ҡыҙыл япраҡ был осраҡта баҡыйлыҡтан фанилыҡҡа, ғүмер ағасынан өҙөлөп төшкән япраҡ. Ҡыҙыл япраҡ ап-аҡ ҡар өҫтөнә, йәғни ожмахҡа өҙөлөп төшә. Шиғырҙың аҙағында лирик герой: “Ап-аҡ донъяла мин дә яңырҙым...” – ти. Был юлдарҙы түбәндәгесә аңлап булалыр: мин донъялыҡта дөрөҫ йәшәнем, иманға тоғро ҡалдым, шуның һөҙөмтәһе булараҡ, Хоҙай Тәғәлә миңә ожмахҡа эләгергә насип итте. Япраҡтар туйы инде – кешенең һуңғы “йыназа туйы” мәғәнәһендә.
Әлбиттә, йыйынтыҡҡа ингән шиғырҙар төрлө кимәлдә. Улар араһында “Япраҡтар туйы” кеүек тәрән мәғәнәлеләре лә байтаҡ, һүҙ уйнатыуға ҡоролғандары ла юҡ түгел. Нисек кенә булмаһын, уларҙы уҡыған саҡта күңелгә яҡты нур уйылып, наҙлы моң яғылып ҡала. Ә бына батырыбыҙ Салауатҡа мәҙхиә рәүешендә яҙылған “Таныттың” шиғырын уҡығанда тәрән тулҡынланыу кисерәһең, тетрәнәһең:
Дошмандар һине ҡайнатты
Уртаһында тамуҡтың.
Ғазраилға һин башҡорттоң
Кем икәнен таныттың.
Ҡайнатһалар ҙа тамуҡта,
Аҫһалар ҙа тәнеңде;
Дошман ҡулынан килмәне
Үлтерергә йәнеңде!

Шағирҙың тыуып үҫкән Аҡнаҙар ауылы күккә олғашҡан тауҙар, ҡырлас ҡаялар, ҡалын-ҡалын урмандар араһында урын­лашҡан. Ғәҙәттә, бындай ауылдарҙа ҡояш һуңыраҡ ҡалҡыусан, иртәрәк байыусан. Бындай ауылдарҙа көндөң, ғүмерҙең, донъяның ҡәҙерен нығыраҡ белгәндәр йәшәйҙер тип уйларға ҡала. Харис Сәғи­товтың шиғырҙары менән танышҡандан һуң шундай аңлау башҡа килә. Аҡнаҙар ауылына ҡояш һуңыраҡ күренгән һымаҡ, ул ауылда тыуып үҫкән романтик рухлы шағирҙың да ижади ғүмере һуңыраҡ башланған икән, был да тәбиғи. Хәйер, кешеләр күңеленә матурлыҡ орлоғо сәсеүе бер ваҡытта ла һуң түгел. Һуңыраҡ булһа ла, уң булһын...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779