Бынан сирек быуат элек Стәрлетамаҡ башҡорт театры үҙ эшен Дулат Исабековтың нәҡ ошо исемдәге спектакле менән башлап ебәрә. Репертуар шишмәһенән хәтерҙә уйылған был һүҙҙәр артабан инде коллективтың бар булмышына берегә – Стәрлетамаҡта ғына түгел, бихисап тарафта уның миҙгелдән-миҙгелгә спектаклдәрен көтөр тамашасыһы бар! Ә ижади мөхит өсөн бынан да юғары баһа буламы икән?! Театрҙың бормалы-бормалы ижад юлы, тамашасыһы алдындағы тоғролоғо һәм башҡа үҫеш баҫҡыстары хаҡында коллективтың художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илһам Ринат улы РӘХИМОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.Башҡорт театры сәнғәтенә бында нигеҙ һалына– Кеше ғүмере түгел бит, 25 йыл театр өсөн әҫәрҙең сәхнәлә уйнала башланған мәле һымаҡ ҡыналыр…
– Кеше хаҡында һүҙ сыҡҡас, башта уҡ шуны билдәләп үтке килә: театр – ул һинең менән минең һымаҡ йәнле организм. Уның да көлгән сағы бар, шатланған, уйланған көндәре менән дә йәшәй. Үкенескә ҡаршы, илаған саҡтары ла юҡ түгел. Үткән ғүмерен дә уның тере йәндекеләй баһалау ғәҙелерәктер. Театрыбыҙ, ысынлап та, бына-бына ҙур тормош юлына аяҡ баҫҡан, дәрт-дарманы ташып торған егеттәй, ләкин был йәһәттән уның нығыныу йылдарын да үтә лә уңышлы тип билдәләргә кәрәк. Театр асылып күп тә эшләмәне, “Театр яҙы-1993” республика фестивалендә лауреат исеменә лайыҡ булды. Миңә ҡалһа, тап ошо көндә “Стәрленең башҡорт театры” брендына нигеҙ һалынды. Икенсе миҙгелдә ошо уҡ фестивалдә Флорид Бүләковтың “Онотолған доға” әҫәрен сәхнәләштереп, уңышыбыҙҙы ҡабатланыҡ. Спектаклдең авторы, режиссеры Гөлдәр Ильясова һәм балетмейстеры Ирина Филиппова Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.
Театрыбыҙ тарихына күҙ һалғанда, 25 йыл ваҡыт арауығы тураһында ғына һүҙ йөрөтөргә ярамайҙыр тип уйлайым. Үткән быуаттың башына барып тоташа тәүге ауаздарыбыҙ. Улай ғына ла түгел, Башҡортостандың күп театрҙарының башланғысы менән бәйле беҙҙең ерлек.
1910 йылдарҙа бер төркөм ижади йәштәр “Ашҡаҙар” клубы нигеҙендә Ғәлиәскәр Камалдың “Уңмаған кейәү” әҫәрен сәхнәләштерә. Шаулап үткән премьеранан һуң артистар дәртләнеп китеп йәнә бер нисә спектакль ҡуя. Ә 1919 йылда иһә ҡалабыҙҙа башҡорт театры эшләй башлай. Билдәле булыуынса, был театр артабан баш ҡалабыҙға күсә – данлыҡлы академия инде ул бөгөнгө көндә. Ун йыл ваҡыт арауығынан һуң Стәрлетамаҡта театр йәнә сәскә ата – был юлы колхоз театрҙары бик әүҙем эшләй, аҙаҡ Салауат ҡалаһына күскән Ауырғазы театрына Стәрлетамаҡ актерҙары эшкә төшә. Ғөмүмән, республикабыҙҙың төп театры ла беҙҙән юл ала, Сибай менән Салауат театрҙарының да шишмә башы – Стәрлетамаҡта.
– Сирек быуатҡа әйләнеп ҡайтҡанда…
– 25 йыллыҡ тарихыбыҙ ҙа бормалы-бормалы юлдар аша үтте беҙҙең. Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында башҡорт труппаһы булараҡ эш башлаған коллектив 11 йылдан һуң ижади сәфәрен айырым театр булараҡ дауам итте. Шуныһы ҡыҙыҡ: йәнә 11 йыл үткәс, филармония менән бер структура булып Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһен тәшкил итәбеҙ. Иң мөһиме – нисек кенә нарыҡланмайыҡ, ниндәй генә боролош яһамайыҡ, тамашасыбыҙға тоғролоҡто юғалтманыҡ, үҙ йөҙөбөҙҙән мәхрүм ҡалманыҡ.
– Ә ошо үҙенсәлекле мөхит нисек барлыҡҡа килде һуң?
– Театрыбыҙҙың асылыуында, уның күтәрелешендә бихисап исемдәр, шул иҫәптән Гөлдәр Ильясова менән Илшат Йомағоловтарҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Уларҙың эш емеше бөгөнгә ҡәҙәр сағыла, улар ҡалдырған мәктәп әлегәсә тамашасыны һөйөндөрә, Стәрлетамаҡ театрын лайыҡлы итә. Бер генә миҫал килтергем килә: Илшат ағайҙың уҡыусыһы Таһир Искәндәров сәхнәлә сағыу образдар тыуҙырып ҡына ҡалманы, ә театрҙы етәкләп, уны юғары кимәлгә күтәрҙе. Нәҡ ул директор булып эшләгән ваҡытта башҡа төбәктәргә, сит илдәргә гастролгә йөрөй башланыҡ, фестиваль-бәйгеләрҙә еңеү артынан еңеү килде.
Әлбиттә, театрыбыҙҙың сәскә атыуында, үҫешендә актерҙарҙы йәки директор-режиссерҙарҙы ғына телгә алыу бик үк дөрөҫ булмаҫ ине. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта башҡорт драма театры барлыҡҡа килеүҙә ҙур эш башҡарған ул саҡтағы ҡала башлығы Спартак Әхмәтовты иҫкә алғы килә. Меценаттар, кәңәшселәр – һәммәһенең дә башҡарған эше юғары баһаға лайыҡ. Заманында, театр асылған ғына мәлдәрҙә, актерҙар етешмәү сәбәпле, беренсе спектаклдә, әйтәйек, журналист, “Стерлитамакский рабочий” гәзите хәбәрсеһе Фаяз Йомағужин да уйнап йөрөнө. Уйлаһаң, ошо театр мөхите үҫешендә кемдең өлөшө юҡ икән. Шулай ҙа иң ҙур рәхмәтте тамашасыға йүнәлткем килә – нисек кенә ҡалыплы рәүештә яңғырамаһын, улар беҙҙе үҫтерә, уларҙың һөйөүе йәшәтә бит.
Парлылар театры– Стәрлетамаҡ башҡорт театрын халыҡ телендә парлылар театры тип йөрөтәләр...
– Беҙҙең театр бигерәк тә шуныһы менән үҙенсәлекле: бында актерҙарҙың күбеһе сәхнәлә ирле-ҡатынлы, ижади парҙар ғына түгел, ә ысын ғаилә парҙары. Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ артистары Рафиға менән Рауил Ғәлиндәр театрыбыҙ асылғандан алып уға хеҙмәт итә. Улар уйнаған ролдәрҙе лә, ғашиҡ иткән тамашасыны ла һанап та, баһалап та бөтөрлөк түгел. Театрыбыҙҙы үҫтергән йәнә бер пар – Башҡортостандың халыҡ артистары Ниса менән Филарид Бакировтар. Үкенескә ҡаршы, Филарид ағай аранан китеп барҙы. Улар уйнаған образдар һәм сюжеттарҙы тамашасылар тиҫтә йылдар үткәс тә хәтерләр әле. Һуңғы спектаклдәргә күҙ һалғанда, Флорид Бүләковтың “Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?..”, “Мәскәү-Васютки” әҫәрҙәрен яҡты миҫал итеп килтерергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта был ағай-апайҙар – беҙҙең кәңәшселәребеҙ ҙә, маяғыбыҙ ҙа. Улар биргән сәхнә оҫталығы, тормош аҡылдары һәр саҡ актерҙың юлдашылыр. Беҙ, йәшерәк быуын парҙар – Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Зөлфиә менән Азамат Хәлиловтар, Башҡортостандың халыҡ артисы Физәлиә менән мин, үҙ сиратыбыҙҙа, ошо йоланы дауам итергә тырышабыҙ. Беҙҙән дә йәшерәк парҙар – Әлиә менән Айҙар Зариповтар, Зиләрә менән Руслан Юлтаевтар – шулай уҡ матур, тырыш, һоҡланғыс ғаиләләр, театрыбыҙҙың киләсәге.
– Театрҙы талантлы актерҙар – “йөҙөк ҡаштары” данлай. Минең менән килешәһегеҙме?
– Бынан ун йыл элек сәхнәбеҙҙә Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу”ы ҡуйыла башланы (әйткәндәй, бынан бер быуат элек ул тәүге тапҡыр ҡаланың “Мираж” клубы сәхнәһендә уйнала). Ғәлиәбаныуҙы театрға саҡ эшкә килгән Резеда Әмәкәсова, ә Хәлилде шулай уҡ хеҙмәт юлын башлап торған Рафиҡ Хәсәнов уйнай. Был актерҙар үҙҙәренең образдары өсөн, әйтерһең дә, ҡойоп ҡуйылғайны. Тулы залдар, уңыштар…
Йәшерәк быуын артистар исемлеген дауам итеп, Илфир Баймырҙин тыуҙырған Басир (Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙаса” комедияһы), Мырҙанур (Туфан Миңнуллиндың “Ай булмаһа, йондоҙ бар” драмаһы) образдары тамашасы һөйөүен яуламанымы ни? Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһында йәш актер Марат Зөбәйеров башҡарған Шәрәфетдин мулла образы иҫтә ҡалмаҫлыҡмы? Хәйер, был йәһәттән бик күптәрҙе миҫал итеп теҙергә була. Фәим Әхмәтйәнов, Рима Ғәлиуллина, Ләйсән Кәримова, Илгиз Әкимбәтов, Айгөл Зөбәйҙуллина, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Гөлнара Йәрмиева, Гөлйемеш Ибраһимова, Рәсил Сынбулатов, Алмас Туҡтаров, Әлиә Зарипова, Зиләрә Юлтаева – һәммәһе лә театрыбыҙҙың “йөҙөк ҡашы”.
Мәсьәләне икенсе яҡтан да ҡарарға кәрәктер. Мәҫәлән, театрҙың оҙаҡ йылдар үҙенсәлеген һаҡлап ҡала килеүе тәү сиратта, миңә ҡалһа, уның төп көсө булып торған актерҙарҙың берҙәмлегенә, оҫталығына бәйле. Улар араһында быуындар алмашына, йәштәр үҫә, кемдер, йылдар үткәс, икенсе мөхитте һайлай, ә бына коллективтың “умыртҡа һөйәге” театрына тоғро ҡала килә. Уңышыбыҙ сере ошоға килеп бәйләнәлер. Ғөмүмән, театрҙа бер нисә артисты ғына “йөҙөк ҡашы” тип йөрөтөү дөрөҫ тә түгел, сөнки “йөҙөк ҡаштары”н, минеңсә, тамашасы үҙе билдәләй.
– Актерҙарығыҙға хас үҙенсәлекте билдәләп үтһәгеҙ ине.
– Уларҙың эскерһеҙлегенә һәм ябайлығына ғашиҡ булырлыҡ. Йылдар дауамында шуға инандым: ниндәй абруйлы исемдәргә лайыҡ булыуҙарына, ниндәй генә уңыштар ҡаҙаныуҙарына ҡарамаҫтан, улар режиссер алдында сабыйҙай, үҙҙәренә ҡарата әллә ниндәй бөйөк мөнәсәбәт тә, иғтибар ҙа талап итмәй. Бындай коллектив менән режиссерға эшләүе еңел, тимәк, уңышлы спектакль килеп сыҡҡанын көт тә тор. Ошо эш алымының һыуынмауын ғына теләргә ҡалалыр.
Күп яҡлы, тәрән мәғәнәле ижад– Стәрлетамаҡ театрының репертуары бай тип әйтеп буламы?
– Үкенескә ҡаршы, һуңғы бер нисә йылда премьералар һирәгәйҙе, әммә тупланған тәжрибә һәм йәш таланттар менән был эште яйға һаласаҡбыҙ. Ә үткән йылдарға күҙ һалғанда, театр тарихына уның шишмә башынан уҡ береккән кеше булараҡ шуны әйтә алам: беҙҙең репертуар һәр саҡ төрлө йүнәлештә үҫте. Драматургияның һәр жанрын да “ҡапшап” ҡараныҡ, ә авторҙар артынан сит ҡитғаларға тиклем барып еттек. Ғөмүмән әйткәндә лә, ижади мөхит нәҡ ана шул эҙләнеүҙәр аша үҫергә тейеш. Әлбиттә, брендыбыҙҙы билдәләгән бөйөк классик спектаклдәр бихисап. Мәҫәлән, Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау”ын ҡарамаған-һоҡланмаған тамашасы ҡалмағандыр, “Ҡоҙаса”, “Ғәлиәбаныу” – мәңгелек әҫәрҙәр. Тик, бая әйткәнемсә, бер ҡалыпҡа ҡоролған килеш кенә алға барырға ярамай ҙа, яңы миҙгелдәрҙә яңы спектаклдәр менән дә һөйөндөрөрбөҙ, тип ышанам. Тик был классиканан бөтөнләй ситкә тайпылыу, башҡорт драматургияһына мөрәжәғәт итмәү тигәнде аңлатмай. Драматургтарҙан ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр көтәбеҙ.
– Репертуар һайлағанда тамашасыларҙың ихтыяжы иҫәпкә алынамы?
– Баштараҡ әйткәнемсә, беҙҙең хеҙмәтте төп баһалаусылар – нәҡ улар. Шуға репертуарҙы һайлағанда тамашасы фекерен иғтибарға алмау, ғөмүмән, төптө хата тип иҫәпләйем. Күҙ алдына килтерәйек: беҙ тырышып үҙебеҙсә бик шәп спектакль сығарҙыҡ, ти. Ә уның уңышы премьеранан ары китмәй. Үкенескә ҡаршы, бындай хәлдәргә тарыған мәлдәр ҙә булманы түгел, шуға күрә беҙ сираттағы репертуарҙы ҡабул иткәндә иғтибарлыраҡ һәм һағыраҡ эшләргә тырышабыҙ.
– Әйткәндәй, Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының билдәлелек даирәһе киң репертуар менән генә сикләнеп ҡалмай...
– Эйе, уның, ғөмүмән, ижади майҙаны киң. Һәр театрҙа, сер түгел, йыр-моң сәнғәте лә берҙәм үҫә. Хәйер, спектаклдә актерға илап ҡына түгел, йырлап та ебәрергә кәрәк. Был йәһәттән моң һәм тауыш үҫтереү мотлаҡ. Тик һүҙем ул хаҡта түгел. Һәр театр ҙа үҙенең фильмдары, телесериалдары менән маҡтана алмай – шуныһы иғтибарға лайыҡ. Был йәһәттән театрыбыҙҙы бер кескәй генә “Голливуд” тип атарға мөмкиндер. Оҫтаханаһы ла, актерҙары ла, операторы ла, режиссеры ла ошо бер бинала урынлашҡан. “Күңелле йәшәйбеҙ”, “Бәхет ҡошо”, “Сируси”, “Күршеләр” тигән сериалдар БЮТ телеканалын ҡараған һәр кемгә таныш. “Өс хат” ҡыҫҡа метражлы фильмы иһә башҡорт кино сәнғәтендә кимәле буйынса ҙур баһаға лайыҡ. Быларҙы барлағанда кинорежиссерыбыҙ Руслан Юлтаевты телгә алмау яҙыҡ булыр. Нәҡ уның ижад емеше ошо фильм-сериалдар.
– Әйтелгәндәрҙән сығып, үҫешергә теләк тә, мөмкинлектәр ҙә етерлек.
– Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенә яңы директор етәкселек итә башланы. Етәксебеҙҙең бер генә тамашаны ла ҡалдырмай ҡарап барыуы үҙе үк күпкә өмөт бирә, минеңсә. Юҡһа, ижади мөхитте етәкләгән ҡайһы бер шәхестәрҙең үҙенең нимә менән шөғөлләнгәнен дә аңламағандар осрай, үкенескә ҡаршы.
Киләсәк хаҡында һүҙ сыҡҡас, бер яңылыҡты ла еткерәйем: был миҙгелдә беҙҙең сафтар тулыланды. Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжын тамамлаған бер төркөм йәш актер эшкә килде. Йәш һәм талантлы ҡуйыусы режиссерыбыҙ Айҙар Зарипов менән берлектә уларҙан да киләсәктә “йөҙөк ҡашы” әҙерләрбеҙ, тип ышанам. Кем белә, бәлки, сәхнә һәм ғаилә парҙары ла яралыр…
Ғөмүмән, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры яңы үҫеш баҫҡысына аяҡ баҫты, тип ышаныслы әйтергә була.
– Гөрләп үткән юбилей кисәһе ниндәй тәьҫораттар менән байытты?
– Баштараҡ, мәҙәни усағыбыҙ республиканың күп театрҙарына нигеҙ һалған, тигәйнек. Шуға был кисәне лә үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ҡайнап ҡына билдәләү яҙыҡ булыр ине. Республиканың төрлө ҡалаларынан, райондарынан килгән ҡунаҡтар байрам тантанаһының йәмен бермә-бер байытты. Бигерәк тә Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Владимир Куликовтың, заманында театрҙы асыуға күп көс һалыусы Спартак Әхмәтовтың, беренсе режиссер Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлдәр Ильясованың, Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Әхтәм Абушахмановтың, республика мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең профсоюз рәйесе Александр Кузьменконың юбилей тантанаһында ҡатнашыуҙары мәртәбәле булды һәм күңелдәргә ҡанат ҡуйҙы. Ә тоғро тамашасыларыбыҙҙың дәррәү алҡыштары иртәгәбеҙ барлығына ышандырҙы. Шул уҡ ваҡытта Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының бит башҡа ҡитғаларҙа үҙ тамашасыһы бар, уларҙан да сәләм алыуы тулҡынландырғыс ине.
Кисә һуңында директорыбыҙ Харис Әбдрәхимов артистарыбыҙҙы хөрмәтләп килеүселәрҙең барыһына ла оло рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. Ғөмүмән, бергә булғанда, бергә эшләгәндә күп уңыштарға өлгәшергә мөмкинлегенә инандыҡ. Мәҫәлән, юбилей сараһына әҙерләнгәндә генә лә арҡа терәрлек дуҫтар барлығын тойҙоҡ – ҡаланың “Ашҡаҙар” гәзите тарихыбыҙҙы төрлө яҡлап “ҡапшаны”, бит-бит мәҡәләләре менән ҡыуандырҙы – ә был әле бер генә миҫал…
Гөлдәр СОБХАНҒОЛОВА менән әңгәмә.
Харис ӘБДРӘХИМОВ,
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе директоры вазифаһын башҡарыусы:
– Данлыҡлы Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрын белгәндән алып мин ғорурланам һәм һоҡланам! Талантлы артистары, олоһона ла, кесеһенә лә аңлайышлы, бай йөкмәткеле халыҡсан репертуары менән тамашасы күңелен ғашиҡ иткән был театрҙың сирек быуатлыҡ юбилейын уҙғарыуға ныҡлы әҙерлек алып барабыҙ. Башҡортостан Хөкүмәтенән, Мәҙәниәт министрлығынан, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенән абруйлы ҡунаҡтар, шулай уҡ республиканың йәмәғәт ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре көтөлә. Ғөмүмән, һәр байрам – күңел шатлығы, дәрт даръяһы, кәйеф күтәренкелеге. Ошоларҙың барыһын да театр тамашаларынан алырһығыҙ, тип ышанам.
Айҙар ЗАРИПОВ, ҡуйыусы режиссёр:
– Театр өсөн 25 йыл – минеңсә, ул йәшлек осоро! Йәш театрҙа йәш артисҡа һәм режиссерға юбилейға әҙерләнеү яуаплылыҡ талап итһә лә, бик ҡыуаныслы һәм йыуаныслы мәшәҡәт ул. Әйткәндәй, театрыбыҙ труппаһы йәш артистар менән тулыланды, ә ғаиләлә бала – һәр саҡ оло шатлыҡ. Киләсәктә һәр театрға хас премьералар, фестивалдәр, ҡыҙыҡлы проекттар, тәжрибәләр һәм, әлбиттә, сәхнәне үҙ иткән дәртле, ихлас тамашасы көтөр, тип ышанам.