Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бар ғүмере моң ғына
Бар ғүмере моң ғына Күптән түгел билдәле үҙешмәкәр композитор, Башҡортос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Муса Смаҡовтың ижади эшмәкәр­легенә 35 йыл тулыу айҡанлы “Бар ғүме­рем моң ғына” тип аталған байрам сараһы ойошторолдо.
Муса Рәшит улының ғүмере лә, күңеле лә ысын мәғәнәһендә иң матур моңдарға сорналған. Бала сағында уҡ яҡты донъяны күреү һәләтенән яҙһа ла, ул үҙенә был тормошто лайыҡлы үтергә юл һалыу мөмкинлеген, ошо юл-һуҡмаҡты бергә үтер яртыһын һәм ысын дуҫтарын табыуға өлгәшеүе лә моңға, музыкаға бәйле.
Был көндә ҡала мәҙәниәт һарайының тамаша залы яҡташыбыҙҙың ижадын яратҡандар менән тулды. Кисәне һәүәҫкәр композитор тыуған яҡ тураһындағы йыры менән асты. Ғөмүмән, уның ижады тыуған төйәктең ҡабатланмаҫ матурлығына, миҙгелдәрҙең төрлөлөгөнә, яҡташтарының уңғанлығына арналған. Йырҙары уның яҙмышы, булмышы, күңел кисерештәре менән ауаздаш булғанға ла, беренсе тапҡыр ишетеүҙән тыңлаусы күңелендә тәрән эҙ ҡалдыра, күптәр уларҙы яттан белә.
Тыуған төйәк менән айырылышыу ғазабын бик иртә кисерергә тура килә уға: һигеҙ йәштә баш ҡаланың 28-се махсус мәктәп-интернатына уҡырға бара. Бик иртә яҡын кешеләренән, тыуған ауылынан айырылып, көслө һағыныу хистәренә бирелеүе лә, бәлки, үҫмер күңе­лендә моң булып яралғандыр. Шулай итеп, ул ун дүрт йәше тулғанда мәктәптең оҫта гармунсыһына әйләнә.
— Мәктәптә уҡығанда Мусаһыҙ бер сара ла үтмәй торғайны, һәр байрамды баяны менән биҙәр ине, — тине үҙенең ҡотлау сығышында композиторҙың балалыҡ дуҫы Ринат Бикбаев. — Әле лә тап уның ҡатнашлығында беҙҙең коллектив респуб­ликалағы 16 ойошма араһында иң яҡшыһы һанала.
Был көндә сәхнәнән Муса Рәшит улына ҡарата бик күп йылы һүҙҙәр яңғыраны. Талантлы музыкант, тоғро дуҫ, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, эшһөйәр, илһөйәр, телһөйәр... Сығыш яһағандарҙың бөтәһе лә уның арымай-талмай ижад итеүенә — көй яҙылған шиғырҙың йөкмәткеһен дөрөҫ тойоуына, күңелдең иң нескә ҡылдарын тирбәлтерлек йырҙар яҙыуына, эште еренә еткермәй туҡталып ҡалмауына ысын күңелдән һоҡланыуын, уны ошо шәхси һәм эшлекле сифаттары өсөн хөрмәт итеүен белдерҙе. Муса Смаҡов — республика, район конкурс­тары еңеүсеһе, лауреаты, үҙешмәкәр композитор Фаил Абдраҡов исемендәге төбәк конкурсы дипломанты.
Мәҙәни-ял үҙәге директоры Булат Биков ижади эшмәкәрлегенә 35 йыл тулыу айҡанлы һәм Мәләүез районында мәҙәниәт үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн композиторҙы район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләк­ләне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының урындағы бүлексәһе адреслы сәләмен ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Илмира Фәйзуллина, Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Рәхмәт хатын Шамил Ноғоманов тапшырҙы.
Үрҙә әйтеп китеүебеҙсә, Муса Смаҡовтың күпселек йыры тыуған ергә, тәбиғәткә, кешеләрҙең алсаҡлыҡ, ихласлыҡ кеүек матур сифаттарына арналған. Был хаҡта яҡташтары исеменән сығыш яһаған Арыҫлан ауыл билә­мәһе хакимиәте башлығы Айрат Шәйәхмәтов, “Нөгөш” ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Самат Мәҡсүтов, ағинәйҙәр ойошмаһы вәкил­дәре лә билдәләне. Ижади кисәнең тәүге өлөшөндә Муса Рәшит улының Мәрйәм Күсмәева, Фәүзиә Йомағолова, Рәзилә Ҡотлогилдина, Тимер Ниәтшин, Мөнир Ишбулатов, Харрас Байғазин, Миңлегөл Хисамова, Рәмил Йәнбәк һәм башҡа шағирҙарҙың шиғырҙарына яҙған йырҙары яңғыраны. Уларҙы “Таллы” вокаль ансамбле, Айгөл Шаһманова, Нәсимә Суҡбаева, Динар Халиҡов, Рәмилә Ҡырымсурина, Нурия Бураҡановалар башҡарҙы. Концерттың икенсе өлөшөндә сәхнәлә мәңгелек тема — мөхәббәт тура­һындағы йырҙар — урын алды. Илгиз Ҡолтаев, Зөлфиә Бирҙеғолова, Ирек Ноғоманов, Ғәзим Ильясов, Зилә менән Хәсән Усмановтар телерадио эфирҙарында йыш яңғыраған музыкаль сәләмдәрен бүләк итте. Фәрит Бикбулатов, Фидан Ғафаров, Айҙар Ғәлимов, Салауат Фәтхетдинов кеүек яратҡан йырсыларыбыҙ тауышын билдәле пародист-юморист Илсур Тайсин ишеттерҙе. Нәсимә Суҡбаева, Илүзә менән Илгиз Ниғмә­туллиндарҙың дәртле бейеүҙәре лә тамашасы күңеленә хуш килде.
Сәхнәгә сыҡҡан һәр артист Муса Смаҡовҡа матур йырҙары өсөн рәхмәт һүҙен еткерҙе. Яҡташыбыҙ, ысын мәғәнәһендә, рәхмәткә, ихтирамға лайыҡ. Йырҙары өсөн генә түгел, ә рух ныҡлығы, яҙмыш һынауҙары алдында юғалып ҡалмай, моңдан, көйҙән үҙенә һуҡмаҡ һалып, шуның буйынса үргә атлағаны, үҙе артынан башҡаларҙы әйҙәгәне өсөн.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779