Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һин шикләнмә. Һинең өсөн Мин гел ҡояш булып ҡалҡам
Һин шикләнмә. Һинең өсөн  Мин гел ҡояш булып ҡалҡам
Тәҡдир
Бер минут эсендә
Көлгә ҡала вәғәҙәләр, иман.
Инан:
Беҙҙең юҡ башҡа йәшәү,
Башҡа ер.
Заман.
Һаман
Шашына ерҙә золом,
Яуызлыҡ арта.
Кешене ул үҫтермәй,
Тик аҫҡа тарта.
Һәр йөрәк йылытһын ерҙе
Изгелектә.
Ер булһын хәстәре һәр кемдең
Иң элек тә.
Мәңгелеккә.
Барыһы ла килер ваҡытында,
Минут, секундына ҡәҙәре.
Тыуымынан тороп ҡалмағандың
Һәр кеменә килер әжәле.

Үҙ ваҡыты
Һәр кеменә бирер өлөш тигеҙ,
Берәү ситтә ҡалмаҫ һынауҙан.
Сәстәр салланырҙар тимгел-тимгел
Ваҡыт һалған ап-аҡ ҡырауҙан.

Барыһы ла килер ваҡытында,
Үрһәләнмә генә алдан сығып.
Алыҫ юлға кәрәк тоғро дуҫтар,
Алдан хәстәрлек күр, билең нығыт.

Юлдаштарың булһын таянырҙай,
Алыштырма атты кисеүендә.
Иҙел күрмәй итек һалып ҡуйма,
Ете ҡатлап үлсә киҫеүеңдә.

Барыһы ла килер, сабыр булһаң,
Сабырлыҡтар төбө – һары алтын.
Һәр һүҙендә үҙе хәҡиҡәт бит,
Сәсәнлеккә, ҙур һынауҙар аша,

Сынығыуҙар үтеп килгән халҡым.
Барыһы ла килер ваҡытында,
Сәбәләнмәй генә ҡабул ҡыл!
Түҙемлектәр шартлар хәлдәрендә
Сыңлап торһон ошо ғәжәп ҡыл!

Киҫәтеү
Ҡунаҡ ҡына икәнебеҙҙе донъялыҡта
Иҫкәртеүме,
Киҫәтеүҙәр ҡаты.
Осһоҙлана барған кеүек һаман
Ерҙә кеше хаҡы.
Ил ҡайғыла.
Берәүҙең бит ғәзиз әсәкәйе,
Ейән-ейәнсәре...
Ҡыҙы, улы...
Кеше ҡәҙерҙәрен белегеҙ, тип
Һонолғандай күккә сабый ҡулы.

Хыял өсөн көрәш
Әле көрәш бара.
Ә һуңында еңеп сыға тәрән рух көсө.
Һәр халыҡҡа, ергә нур өҫтәргә
Биреләлер яҙған өлөшө!
Әле көрәш бара.
Шул көрәштә кемдер ысын батыр.
Кемдер ялған.
Ялағай дан, шаулы алҡыш өсөн
Оялмайса битлек кейеп алған.
Әле көрәш бара.
Аҡ-ҡараның
Бер-береһенең билдән алған сағы.
Мин аҡ, ҡара тимәй шул майҙанда
Ситтән генә ҡарап тора һағы.
Был – мәңгелек көрәш!
Изгелектән
Үҫә, бейегәйә кеше үҙе.
Ғәмәлдәре сыҡһын был алышҡа,
Осһон яҙлыҡһын да буштың һүҙе.
Әле көрәш бара.
Көслө алыш.
Хаҡлыҡ менән ялған яғалаша.
Ос-ҡырыйһыҙ ятҡан киңлектәргә
Бағам өмөт менән,
Хыял аша.

Елкенеү
Бер генә ҡараш атамын,
Бер генә күҙ һирпәмен.
Күҙ нурҙарымда йылытам
Күңелемдең иркәһен.
Бер генә йәшерен ҡараш,
Тик ул үҙе һиҙмәһен.
Өркмәй, ҡурҡмай ғына ҡорһон
Был яланда тирмәһен.
Бер генә күҙ һирпеп алам,
Йәндә байрам, тантана.
Уны күргәс, күңелдәге
Моң ҡошо ҡанатлана!
Бер генә ҡараш атыуға
Күңеле һиҫкәнәме?
Әллә ул минең барлыҡты
Алмаймы иҫкә ләме?
Бер генә ҡараш атыуға
Күңелем ҡанатлана.
Бәхетлемен, шул елкенеү
Көн дә лә ҡабатланһа.

Аңлау
Аһ, төшөп китте йөрәгем,
Аһ, төшөп китте түбән.
Үрелеп алырға тиеп,
Мин үҙем ергә сүгәм.

Үҙем, ояһынан ҡолап,
Сараһыҙ ҡалған турғай, –
Шаңҡытҡан һүҙ ҡайта-ҡайта
Минең ваҡытты урлай.

Аһ, төшөп китте йөрәгем,
Үрелеп алманың бит!..
Шул минутта мин бисара
Барыһын аңланым бит...
Бөйөклөк
Сәскәләргә сәскә оҡшаш,
Әсәләргә – әсә.
“Балам – бауыр итем”, – тиеп,
Илгә ул нур сәсә.
Мең һынауҙар үтеп тапҡас
Ергә һөйөклөһөн,
Һәр бер йөрәк белеп йәшәй
Әсә бөйөклөгөн.

Тамсыгөл
Тамсыгөлдә тамылйышҡан,
Мөлдөрәшкән ике күҙ.
Ике йәш бөртөккәйендәй
Ҡарап ҡалам.
Йәнкәй, түҙ!
Ул да мине һағыналыр!
Ҡараны бит өҙҙөрөп.
Әйләнеп тә ҡайтыр әле,
Имен-һау ғына йөрөп.
Оҙаҡ та көттөрмәҫ әле
Кисерәһе шатлыҡтар!
Оҙатҡанда әйткән һүҙем
Уны һаҡлар, ышыҡлар!
Тамсыгөлдөң керпегендә
Баҙлап яныр ысыҡ бар.
Күҙ яҙҙырмай ҡарап ҡалам,
Эҙҙәренә ята ҡар...
Тамсы ла гөл тамыр инде,
Ҡарай бит ул ҡайырылып.
Йөрәгемде лә ала бит
Киткәнеңдә айырылып!
Тамсыгөлдә нисә тамсы?
Минең йөрәк ҡанымдыр.
Тын менән тартып алырҙай
Ғына итеп һағындыр!
Үҙең һағын минән көслө,
Тамылйыр тамсы үҙем.
...Артыңдан мин ҡарап ҡалдым
Мөлдөрәп ике күҙем!

Ҡыш сасҡауы
Һин әйткәнсә булыр барыһы ла:
Мин ҡормайым сатыр хыялдан.
Күңел һарайында сапсып торған
Аҡбуҙ толпарымды тыялһам,
Ос һин, талпын!
Ҡалғанына алда
Йүнәлтер ул алдан киләсәк!
Беҙ юраған ымһындырғыс көндә
Көтә кеүек күкрәп гөл-сәсәк!
Һин әйткәнсә килер көндәребеҙ:
Берҙәмме беҙ, әллә тарҡаумы?
Үтергә бит кәрәк алда көткән
Сыныҡтырыр ҡыштар сасҡауын.

Ышыҡланыу
Йөрәгеңә юл япрағы итеп
Мине япсы, үҙең эҙләп килгәс.
Ҡосағыңда мин ирейем инде,
Тамсы ла бит сарсар ергә һеңгәс,
Йәшәү ала унан матур сәскә,
Тылсым көсө, гүйә, ҡағылғандай.
Ошо уйҙар йүгереп үтте баштан,
Ҡоштай осоп һиңә һарылғанда.
Йөрәгеңә мине дауа итсе,
Дауам итсе мин башлаған йырҙы!
Йән бәүелә һинең тулҡыныңда,
Өмөт, ана, күктә шырпы һыҙҙы.
Йөрәгеңә юл япрағы итеп
Мине баҫсы, ә мин беләм!
Беләм:
Һин йәшәргә теләгәндә үҙең,
Ышыҡ, һаҡсы бит ул бөтә ғаләм.

Ялған йыуаныс
Мәғәнәләр эҙләп ялҡҡас,
Ҡалҡам яңы бейеклеккә.
Хистең ҡоло,
Юҡ,
Мин түгел,
Буйһонмайым мәңгелеккә.
Минең ваҡыт ҡыҫҡа ғына,
Керпек кенә елпкән ара.
Мәңгелек ул Йыһан үҙе,
Йондоҙ булып тора ҡарап.
Минең ваҡыт ҡыҫҡа ғына –
Уҙа барһа бер быуатлыҡ.
Юғалтышмаҫ өсөн юлда
Нимә тиеп әүрәттек тә
Бер-беребеҙҙе беҙ йыуаттыҡ?
Булдыҡмы һуң ауыр саҡта
Юлда терәк, ҡай саҡ ҡалҡан?
Һин шикләнмә.
Һинең өсөн
Мин гел ҡояш булып ҡалҡам.
Һүрелдерһәң ҡояшыңды,
Тимәк, шундай яҙмыш яҙған...
Мәғәнәләр булмағанда,
Йыуаныстар эҙләү ялған...

Көҙгө кәйеф
Еүеш асфальт өҫтәрендә
Күләүек – болот йәше.
Болоттоң хәлен белеп төш,
Күктәр менән һөйләшеп.
Башыңды ғына күтәрсе,
Сихри япраҡ ҡойоно!
Кемдер ерҙән этәрелеп,
Күктән эҙләй тойғоно.
Тамырҙарҙы ерҙә тойоп,
Болотҡа етһен түбәң!
Күләүектә лә йондоҙ күр,
Ҡарағанда ла түбән.

Ышаныс
Мин ышанам Ҡояшыма:
Ер тирәләй әйләнә.
Мин ышанам Айыма ла,
Ул да белмәй хәйләләй.
Мин ышанам һиңә, йәнем,
Ихласлығың иретә.
Һинең күктә ҡоштай осам
Ҡанатланып иректә!
Мин ышанам ҡулдарыңа,
Сойорғотор ҡолатмай.
Минең күңелдә йылмая
Һин булғанда сыуаҡ май.
Мин ышанам хистәреңә,
Мөлдөрәмә тулышҡан.
Минең тыным иркенәйә
Һинән алған һулыштан!
Тамсы ла шик ҡалдырмайса
Бөгөнгөм үтә йылдам.
Ышаныс даръянан көслө,
Ә үҙе нәҙек ҡылдан.
Ышанған кеүек Ҡояшҡа,
Ышанған кеүек Айға,
Һин ышанған булһаң миңә,
Йөрәк атланыр тайға.
Ә әлегә мин һаҡ ҡына:
Ышаныс ул быяла.
Үҙ-үҙеңә алдашмаһаң,
Ыуалмай, йоҡмай яла.
Ышаныс – яуыз ҡулында
Тереләй һуйыр бысаҡ.
Ҡәҙерен белгән кешегә
Хазина ғына һәр саҡ.
Мин ышанам һиңә, йәнем,
Ихласлығыңа рәхмәт!
Тулған Айҙай туғарылып,
Ышаныуҙары рәхәт...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Гөлсөм
    Гөлсөм от 01.02.2017, 21:36
    Шиғриәтеңә сумғайным - унда уй, моң, күпме наҙ!
    Тағы дәртләнеп ижад ит, уңыштар һиңә, Гөлназ!






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 881

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 859

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 637

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 735

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 585

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 849

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 588

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 783