Әҙәбиәттең шиғриәт һуҡмағында көсөн һынап, үҙ асылын һәм ижад шишмәһен прозала тапҡандар байтаҡ. Һүҙ сәнғәтенең илаһи арбау көсө ижадсыны әллә ҡол итә, әллә тәхеткә күтәрә? Ләкин унан айырылмай үҙ булмыштарын, шәхесен әҙәбиәт аша аса икән, хуплауға ғына лайыҡ. Тап шундайҙарҙың береһе – яҙыусы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева. Өфөнән ситтә, Йылайырҙа йәшәп ижад итеүсенең “Сиселмәгән сер” һәм “Хыялға илтер һуҡмаҡ”, “Мәрхәмәтле булһын яҙмыш” исемле йыйынтыҡтарын уҡыусылар бик йылы ҡабул итте.Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева башлыса хикәйә жанрында йөҙөп эшләй. Милли әҙәбиәттә бай традиция туплаған жанрҙың бар нескәлектәрен яҡшы тоя, шуға ла оҫта эш итә. Барлыҡ әҫәрҙәре буйынса фекер йөрөтһәк, автор тема эҙләп аҙапланмай, ә тормоштоң күп төрлө яҡтарын әҫәрҙәрендә яҡтырта. Әлбиттә, тәү ҡарамаҡҡа еңел дә һымаҡ, ләкин ҡоро ғәҙәтилектән ҡотолоп, уҡыусыны ылыҡтырыр яҡтарын тотоп ала.
“Ябайлыҡта – бөйөклөк” тигән әйтемдең асылына яҙыусының әҫәрҙәрен уҡып сыҡҡас, тағы инанаһың. Ҡатын-ҡыҙҙың эске халәте, донъяға ҡарашы, тирә-йүндәгеләр менән мөнәсәбәте күпселек әҫәрҙәренең нигеҙен тәшкил итә. Ләкин күпме генә тар тойолмаһын, автор үҙ-үҙен ҡабатламай, ижад даирәһенең киң мөмкинлектәрен ҡыйыу һәм ышаныслы ҡараш менән байҡай.
Мәңгелек темаларҙың береһе булған әсә һәм бала мөнәсәбәттәре бер яҡлы түгел, яҙыусы фекерен төрлө ракурстарҙан үҫтерә. “Бәддоға уҡымайым” тигән хикәйәһе ҙур булмаған өс өлөштән тора. Яҙыусы тәүгеһендә инеш һымаҡ балаларының әсәйҙәргә ҡатмарлы мөнәсәбәттәрен иҫләһә, артабан айырым яҙмыштар аша тетрәндергес ваҡиғаны бәйән итә. “Беренсе осрашыу”ҙа Фариза инәйҙең моңло йыры, йырға торошло тормошо, ун бала әсәһе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, тыуған яҡ тарихын һыу кеүек эскән кеше итеп һоҡланһаҡ, “Икенсе осрашыу”ҙа тәүге күрешеүҙә алған хис-тойғолар тулҡынында ҡанатланған героиня албырғап ҡала. Үҙ күҙҙәре менән күргәндәрҙе зиһене ҡабул итмәй. Хыялында ғашиҡ булған һабантуй батыры Арыҫлан Нуриевтың әсәһе Фариза ҡарсыҡты ултырғысҡа бәйләп туҡмауына шаһит героиня. Автор персонаждың характер һыҙатын бер яҡлап ҡына асмай, ә төрлө тарафтан бағырға мөмкинлек бирә. Шуға ла фекер иркенлеге, яҙыусының объектив ҡарашы һәм төрлө стилистик алымдар менән эшләү оҫталығы ла ярылып ята. Фариза инәйҙең йыры, бәйән иткән легендаһы хикәйә композицияһына органик рәүештә һыйынып, һөйкәлмә ваҡиғаны тәшкил итә.
“Һайлау” хикәйәһенең исеме бик уңышлы һәм символик мәғәнәгә нигеҙләнгән. Беренсенән, ябай халыҡ араһында ла үҙенең күп төрлө интригалары менән билдәле ижтимағи күренеш булһа, икенсенән, кешенең оло һынау алдындағы һайлау күренеше. Ябай һәм ҡәҙимге күренеш түгел, ә кешенең бар булмышына бәйле. Вилдан Ниғәмәтовтың улы Ғилман Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына депутат итеп һайлана. Ғүмер буйы халыҡҡа изгелек эшләп, шуға ҡәнәғәт булып йәшәгән Вилдандың “Депутатлыҡҡа үтеүен улына файҙаһы булыу-булмауын белеп еткермәй Вилдан, әммә халыҡ алдында хурланып, төшөп ҡалыуын да теләмәй” тигән сәмен ҡатыны Мәүсиләнең “Кемгә булһын, атаһына оҡшаған! Һиңә оҡшаһа, ҡараһы ҡатып, трактор аҫтында ятыр ине. Үҙенең атаһына, ә һин байғошҡа түгел!” – тигән һүҙҙәре һындыра, сығырынан-сығара. Күндәм ирҙең күңел әрнеүҙәре: “Эх, һин! Нимә тип әйттең миңә, белдермәгәс белдермәҫ кәрәк ине, ҡәбергә китер сер бит ул, Мәүсилә?!” – тип һығыла. Ә тәкәббер ҡатындың “Үҙ урыныңды күрһәтер өсөн әйттем. Әҙерәк түбән төш тәхетеңдән, байғош!..” тигән һүҙҙәре Вилданда оторо бер сәм уята. Бер яҡтан, хәтер ептәрен һүтһә, икенсе тараф Ғилманды тиҙерәк күреп һөйләшергә ынтыла. Әгәр ҙә улы ла шулай уйлаһа, ни ҡылыр ине? Ләкин Ғилмандың уның эргәһенә күсеп ултырып, иңбашынан ҡосаҡлап: “Минең атайым бар, миңә башҡа атай кәрәкмәй. Мин был һайлауҙы ун һигеҙ йәшемдә үк яһаным һәм яңылышманым”, – тигән һүҙҙәре ысынбарлыҡҡа ҡайтара.
Кешегә ышаныс, бер йылы һүҙ, ныҡлы ҡараш та етә. Бигерәк тә ир-уҙамандарға. Яҙыусы ошо хәҡиҡәтте тотоп, герой ҡылығын бик йәтеш аса. Хикәйә жанры өсөн характерҙың һыҙаты йәки ҡылығы мөһим. Жанрҙың сюжет һыҙығы, проблемалар төйөнө, идея-тематикаһы ла ошо башланғысҡа хеҙмәт итә. Яҙыусы әҫәрҙән-әҫәргә ҡатын-ҡыҙ характерының төрлө ҡылыҡтарын йәшәйешебеҙҙең төрлө тарафынан табып, художестволы юғарылыҡҡа күтәрә. Шуға ла хикәйәләрҙә һүрәтләнгән ваҡиғалар тормошсан, ләкин уның күсермәһе түгел. Унда һәр ваҡиға уйланылған, логик фекер бар тарафты ла биләп, тығыҙ һәм ҡатмарлы сюжетты тыуҙыра. “Юл япрағы”, “Беҙ ҡауыша алмаҫ ара юҡ”, “Ҡыҫыр ҡайнаға” хикәйәләрендә геройҙың драматик кисерештәре тәрән хис-тойғолары һәм ихтыяр көсө заман һынауҙары алдында сағыла. Тәү ҡарамаҡҡа традицион “өсмөйөшлө” мөхәббәт Хазина, Азамат, Наза (“Юл япрағы”) араһында тип күҙаллаһаҡ, яҙыусы яҙмыш ептәрен тағы ла тәрәнгәрәк һуҙа. Аҡлы-ҡаралы тормош Хазинаға сағыу яғын аҙыраҡ күрһәтһә, героиня үҙен юл япрағы менән сағыштыра. Яҙмыш алдында “бәхет” тигән төшөнсә килеп баҫҡанда ла башҡаларҙы ҡайғырта Хазина. Ни яғы менәндер Мансур (“Ҡыҫыр ҡайнаға”) Хазинаға бик яҡын. Тәү ҡарамаҡҡа үҙен ҡорбан иткән кеүек, ләкин шул һәләтенән дә бәхет таба. Ә Таңһылыуға бик һуңлап килә был тойғо (“Беҙ ҡауыша алмаҫ ара юҡ”). Йәш уҡытыусы Таңһылыу һәм сығарылыш класс уҡыусыһы Саръян Буранбаев араһында ҡайнар мөхәббәт тоҡана, ә ауылдағы йәмәғәтселек юғары тойғоно бик ваҡ бизмәндәргә һалып үлсәй ҙә яҙмыштарҙы пыран-зыран килтерә. Йәнде һыҙған һуңлаған үкенеү өлкән йәштәге Таңһылыуҙың хәтирәләрен яңырта.
“Һуңлаған һөйөү һүҙе”ендә Мөғлифә ҡарсыҡ Фәритенең ҡырҡына аятҡа саҡырырға тип Наза менән Нурмөхәмәткә бара. Йәшлектәге “өсмөйөш” бөтөнләй икенсе төрлө конфликтҡа нигеҙләнә. Йыраҡтағы ҡояш яҡтыраҡ тигәндәй, Мөғлифәнең күңелендә лә ғүмер буйы Нурмөхәмәт образының осҡоно балҡып тора, әммә ул ирҙең бер генә ҡыланышын, ҡиәфәтен күреү ысынбарлыҡҡа ҡайтара. Ә күңелдәге наҙ, хис барыһы ла мәрхүм иренә икән...
Һуңлаған үкенеү темаһы яҙыусы ижадында әленән-әле урын ала. Автор, психолог кеүек, герой характерының төпкөлдәренә төшөп, хаталарҙың инештәрен асырға ынтыла. Тап ошо эҙләнеүҙәр уға яңы сюжет һыҙыҡтары, үҙенсәлекле әйләнештәр һәм бөтөнләй көтөлмәгән конфликтты килтереп сығара.
“Фатиха бирәһеңме?” тигән хикәйәһендә лә ғәҙәти күренеш һүрәтләнгән һымаҡ тәү ҡарамаҡҡа. Ләкин яҙыусы “сер тоҡсайын” ҡырҡыу конфлитҡа еткерә. Ҡайныһы Хикмәт ҡартҡа хәйер килтергән Әҡлимә оҙаҡ йылдар йөрөткән серҙе сисә. Ләкин барлыҡ ҡылыҡтарға хәйер биреп кенә ҡотолоп буламы икән? Хикәйәләге ваҡиғалар уйланырға мәжбүр итә.
Кешеләр араһындағы ҡатмарлы мөнәсәбәттәр һәр осорҙа ла йәмғиәттең үҙәгендә булған. Уларҙы баһалаған үлсәмдәр, ҡараштар һәм мәңгелек категориялар барлыҡҡа килгән. Ә яҙыусы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева әҫәрҙәрендә улар өр-яңынан тыуған кеүек. Ниңә? “Күҙ йәштәре әсе икән”, “Әжәлдәрең етһә” хикәйәләрендәге ваҡиғалар аша бер аҙ яуапты юлларға мөмкин. Хисмәтулла һәм Сәмерхан йәшәү ахырына етеп, ғүмер йомғағын барлай. Икеһе лә бер фекергә килә: ниндәй генә ҡатмарлы тормош юлы үтһәләр ҙә, ышаныс һәм өмөт тигән төшөнсәне юғары ҡуйып йәшәргә кәрәк. Шул саҡта ғына ихтыяр көсө, иңдәр ҙә турая бара.
Ә “Әйтелмәгән сер”ҙә Ғәлинурҙың иңдәрендә яуаплылыҡ та, йөрәкте яндырыр йылылыҡ та юҡ. Тик һөйгәне уның “образын” үтә лә юғарыға күтәреп, үҙе ышанып, ыҙа ғына сигә. Героиняның “буш хыялдарҙан” ҡотолоуы күпкә яҡшыраҡ та, тигән фекерҙе үҫтерә автор.
Зөлфирәнең “Таж үргән ҡыҙ” хикәйәһе тормоштоң үтә лә ҡара яғын һүрәтләп, героиня Зәлифә образының характер һыҙатын барлай. Эскелек арҡаһында селпәрәмә килгән яҙмыштар – төп проблема, ул ғаиләһен дә урап үтмәй. Һәм ҡорбандар талап итә...
“Туйҙың бер көнө” әҫәрендә яҙыусы бер үк ваҡиғаға парадоксаль күренеш булараҡ бағырға өйрәтә. Бәхетһеҙлек аша бәхет табыу — Гөлназ менән Әҡсәндең һуҡмаҡтары. Ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡҡан.
“Йән туғаным”, “Йәшә”, “Күбәләк”, хикәйәләренең композицияһы үҙенең тулылығы, төрлө алымдарҙы оҫта ҡулланыуы менән айырылып тора. Автор хронотопты бик оҫта файҙалана. Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева өсөн геройҙар йәшәгән ваҡыт һығылмалы күңел торошо менән үлсәнә. Ретроспектив алымдар ҙа ялҡытҡыс түгел, ә бары үткәндең моңо булып тирбәлә. Был иһә яҙыусының хронотопты яҡшы тойомлауына һәм оҫта эш итеүенә бәйле.
Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева ижадында повесть жанры ла йыш күренә башланы. Прозаик “Хыялға илтер һуҡмаҡ”, “Мәрхәмәтле булһын яҙмыш”, “Ҡыҙ балаҡайымды ҡыҙғанам” повестары менән ижадының һәлмәк һәм ышаныслы аҙымдар менән алға ынтылыуын күрһәтте.
“Хыялға илтер һуҡмаҡ” повесында автор ҡатын-ҡыҙ яҙмышының үҙенсәлекле баҫҡыстарын, үҙгәрештәрен Зилә-Рәмзилә образы аша бирә. Тормош төп героиня алдында ниндәй генә ҡаршылыҡтар менән тоҙаҡ ҡорһа ла, алға маҡсаттар ҡуйып, көслө ихтыяры менән еңеп сыға. Әҫәрҙең нигеҙендә ятҡан социаль-мәҙәни проблема шәхес характерын тулыһынса асырға ярҙам итә. Мөхәббәттән генә бөрөләнеп, бәхеткә тулышҡан ун ете йәшлек Зилә менән Әхиәрҙең ғаилә кәмәләре ярға терәлә. Сәбәбе — хыянат. Композицион яҡтан йыйнаҡ, бер нисә сюжет һыҙығынан торған повестың төйөнләнеүе шулай башлана ла сюжет тармаҡлана.
Героиня тәүге ҡаршылыҡтарҙа юғалып ҡалмай, ә алға артыла. Автор был үҫеште төрлө формала күрһәтә. Әҫәр композицияһында йыш ҡулланылған традицион төш алымы ғына Зиләгә юғалып ҡалмаҫҡа көс бирә. Ҡалаға килгән Зилә үҙенең булмышын онотоп, өр-яңы бәхет һуҡмағына баҫа. Ябай эшсе һөнәренән башлап, хыял иткән сәхнә тормошона сума, профессиональ актриса булып китә. Ул ғына түгел, мәңгелек мөхәббәте Рәмзил менән дә ҡала. Әлбиттә, был һуҡмаҡ үтә лә ҡатмарлы, хатта исеме лә Зиләнән Рәмзиләгә әйләнә. “Хыялға илтер һуҡмаҡ” повесы үтә лә ҡатмарлы тормош юлы үткән Зилә-Рәмзилә образының характер һыҙаттары аша асыла бара.
Композицион яҡтан төрлө алымдар менән байытылған “Мәрхәмәтле булһын яҙмыш” повесы ла ғәҙәти тормоштан саҡ ҡына икенсе төрлө ваҡиғалар өйөрмәһендә геройҙарҙың ҡатмарлы яҙмыштары менән осраштыра. Повестың персонаждары мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй. Ауыл мәктәбендә эшләгән директор Нуриман Ғимранович, завуч Баян Заһитовна һәм йәш уҡытыусы Дилбәр Хәбиловна араһында “мөхәббәт өсмөйөшө” әҫәрҙең төйөнләнеүе генә булһа ла, артабан автор ошо мөнәсәбәттәрҙе төрлө үлсәмдәргә ҡуя, характер һыҙаттарын һынауҙар аша аса бара.
Яҙыусы геройҙарының исемдәренә бик иғтибарлы. Баянһылыуҙың Баян ғына булып китеүенә ярайһы уҡ урын бирә. “Мөхәббәт өсмөйөшө”ндә Баян еңелеп, йыйған, туплаған ояһын ташлап сығып китергә мәжбүр. Ҡәҙерле улы Миҙхәтен юғалтҡан, ауырыу әсәһен баҡҡан Баянды ниндәй генә тормош ауырлыҡтары ла өркөтмәй. Шуға ла, дүрт яғы ҡибла, тип Биксембәттән таш күңел менән күсеп китә.
Героиняның яҙмышындағы һынауҙарҙың башы ғына булған икән был. Баян Заһитовна Ҡараяр ауылына күсеп килеп, мәктәпте етәкләй. Ауырыу әсәһе гүр эйәһе була. Нуримандан, мөхәббәт емеше булараҡ, ҡыҙы Емеш тыуа. Китек булһа ла донъяһы теүәлләнгән кеүек.
Автор сюжетты икенсе яҡтан тармаҡландыра. Ул етәкләгән мәктәптә завуч Гөлбаныу Гәрәевна директорҙы урынынан төшөрөр өсөн әллә күпме ялыу ойоштора. Барлыҡ эшмәкәрлеге селпәрәмә килгән саҡта Нуримандың “Һинең ярҙамыңа мохтажмын” тигән һүҙҙәре ысынбарлыҡҡа ҡайтара. Көндәше Дилбәр үлемесле ауырыуға дусар булғас, Баян ярҙамға ашыға. Тәү ҡарамаҡҡа бөтөнләй ҡорбан образды хәтерләткән Баян икенсе сифатта асыла. Эйе, тап ошо образ аша ҡатын-ҡыҙҙың көсө, ихтыяры хаҡында уйларға ҡала. Уның “Беләһеңме, минең дә көсһөҙ, илаҡ, наҙлы булғым килмәй тиһеңме?! Тик мин ебеп төшһәм, сирле Миҙхәтеңде, әсәйеңде, шулай уҡ... Дилбәрҙе ҡарарға сабырлығым етер инеме? Үҙ башынан кисергән әҙәм генә аңлар быны... Уйлап ҡараһаң, наҙланып ҡына, иркәләнеп кенә йәшәргә форсат тейҙеме һуң? Ғүмер буйы яҙмышым менән серәшеп, көрәшеп, бар һынауҙарҙы еңеп киләм түгелме, Нуриман?” – тигән һүҙҙәрендә геройҙың күңел торошо ғына түгел, ә булмышы сағыла. Яҙыусы тап ошо булмышты бер нисә сюжет һыҙығы аша асыҡлай ҙа. Повесть эпилог менән тамамлана.
Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның ижады төрләнә, жанрҙар йәһәтенән байый бара. Әҙәбиәт һуҡмағында үҙ темаһы, үҙ геройҙары, тормошҡа үҙенсә генә ҡараштары менән аяҡ баҫҡан әҙибәнең ижады бай башҡорт әҙәбиәтенә тос өлөш индерә. Зөлфирә донъяның бар тарафтарында ла егелеп эшләп, янып йәшәргә күнеккән. Шулай булмаһа, “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “Әсәлек даны” миҙалы, Башҡортостан Президенты премияһы лауреаты кеүек әллә күпме уңыштарға өлгәшер инеме?! Ярайһы уҡ тормош тәжрибәһе туплаған яҙыусы, көслө героинялары һымаҡ, милли әҙәбиәтебеҙҙең бер күренеше булыр тип ышанам. Иңдәрҙәге яуаплылыҡ тойғоһо ижадсыны көслө һәм рухлы итә.