Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шәхесһеҙ рухиәттең киләсәге юҡ
Бай мәҙәниәтебеҙ үҙенең милли ерлегендә бер ҡасан да бикләнеп ятмаған, ә һәр саҡ бүтән халыҡтарҙың рухи хазинаһы менән бергә тығыҙ үрелеп барған, үҙ сиратында үҫешкән, байыу юлында булған.
Башҡортостанда бөгөн мәҙәни тормош гөрләп тора тип әйтеү дөрөҫмө? Мәҙәниәт өлкәһендәге яңылыҡтар ҡәнәғәтләндерәме? Әлбиттә, был тәңгәлдә проблемалар ҙа юҡ түгел. Ошоно күҙ уңында тотоп, Рәсәйҙең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан редакциябыҙҙа “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙоҡ. Һөйләшеүҙә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының төбәк-ара бәйләнештәр һәм мәҙәни-мәғрифәт бүлегенән баш белгес Земфира Фирғәт ҡыҙы ЯРМУЛЛИНА, Республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек етәксеһе Эльвира Искәндәр ҡыҙы ӘХМӘТЙӘНОВА, Башҡортостандың халыҡ артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Илдар Ибраһим улы ҒҮМӘРОВ һәм Ейәнсура районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Айҙар Зиннәт улы МӨХӘМӘТЙӘНОВ ҡатнашты.
— Мәҙәниәт төшөнсәһенә ниндәйерәк мәғәнә һалынған? Мәҙәни яҡтан кимәлебеҙҙе нисек баһалайһығыҙ?
Шәхесһеҙ рухиәттең киләсәге юҡИлдар Ғүмәров: Минеңсә, был юҫыҡта эште мәктәптән башлауҙан да отошлоһо юҡ. Мәктәп тигәндән, күңелде ҡырған бер күренешкә күҙ йомоп ҡарамаһаҡ ине. Ҡулайлаштырыу һылтауы менән белем усаҡтарын ябыу бөтә ил буйынса тамыр йәйә барғанда ошо мәсьәлә бигерәк тә киҫкен тора. Башҡорт теле дәрестәренең ҡыҫҡартылыуы үҙе үк милли мәҙәниәткә, мәҙәнилеккә иғтибарҙы кәметә төшә түгелме? Ошо оло проблема хаҡында сәнғәт кешеләренә генә түгел, ә тотош зыялыларға төптән уйланырға ваҡыт. Был йәһәттән Мәғариф министрлығы ниндәйҙер аҙым яһарға ынтылды, әлбиттә, тик күҙгә күренерлек алға китеш һиҙелмәне. Ҡыҫҡаһы, проблеманы еңеп сыға алырлыҡ хәлдә түгелбеҙ әле. Шуға күрә үҙебеҙгә икенсе төрлө юлды табырға кәрәк. Океан аръяғынан йәки Көнбайыштан ғына әҙерҙе көтөп ятһаҡ, бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ.
Мәҙәнилекте нисек аңлайыммы? Беренсенән, ул – кешенең йәмғиәттә тотҡан урыны, шуға бәйле фекерләү юғарылығы. Бына ошо юғары фекерләү ҡеүәһе булмаһа, беҙ көндән-көн ярлыланасаҡбыҙ. Шул уҡ ваҡытта, әгәр һәр беребеҙ өйөндә бикләнеп ултырып, үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртһа, үҙ хәстәребеҙ менән генә көн итһәк, был инде бигерәк тә ҡурҡыныс. Әле сәнғәттә һәм мәҙәниәттә нисектер халыҡҡа оҡшарға тырышыу, йәмәғәт фекеренә эйәреү, яраҡлашыу күренештәре күп урын алды, был хаҡта ла уйланырға урын бар. Хәҙер, минеңсә, әҙәм балаһын үҙе артынан әйҙәүсе образдар, юғары зауыҡлы сәнғәт өлгөләре күп булырға тейеш.
Шәхесһеҙ рухиәттең киләсәге юҡЗемфира Ярмуллина: Кешенең эске донъяһы тураһында хәтирәләргә йыш биреләм. Һеҙҙән шылтыратыу булғас, юлда килгәндә лә күңелдә төрлө уйҙар урғылды. Һүҙемде рухи ҡиммәттәрҙән башламаҡсымын. Мәҙәниәт – һәр илдең, йәмғиәттең үҫеш кимәлен күрһәткән төшөнсә, халыҡтың рухи үҫешен тәьмин итеүсе факторҙарҙың береһе лә. Шуға күрә был өлкәлә эшләгән ойошмаларҙың әһәмиәтен ыңғай яҡтан билдәләмәү мөмкин түгел. Үкенескә ҡаршы, бөгөнгө заманда рухи ҡиммәттәрҙең арзанайыуы күҙгә ташлана. Бигерәк тә үҙәк телеканалдар аша дөйөм халыҡтың, йәш быуындың күңеленә түбән мәҙәниәт өлгөләре һалына. Һөҙөмтәлә юғары кимәлдә аралаша белеү, мәҙәниәтлелек кеүек төшөнсәләр артҡы планға күсә.
Бөтәһе лә сағыштырыуҙа асыҡ төҫмөрләнә. Радио-телевидениенан булһынмы, сәхнәләрҙән тиһеңме, элек зауығыбыҙҙы ҡәнәғәтләндерерлек, тәрбиәүи йәһәттән әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ тапшырыуҙар күрһәтелә торғайны. Бөгөн шуның нәҡ киреһе түгелме? Ни сәсһәң, шуны урырһың, тигәндәй, мәҙәниәт тигән күркәм баҫыуға сәскән орлоҡ шытымлымы? Хәҙер кем нимә теләй, нисек “оҫта итеп эшләй ала”, шуны зәңгәр экранға сығара, тамашасыға күрһәтә һәм, иң ғәжәбе, бер ниндәй ҙә тыйыу юҡ бит. Күңел донъябыҙ бысранмаһа ине! Уларҙың тематикаһы тар йәки тапалған, аңыбыҙға әллә ни фәһем бирмәй, зиһенебеҙгә мәғлүмәт тә өҫтәмәй. Рухиәтебеҙҙе сафландырмауын телгә алыу артыҡ. Рухиәт аша шәхес тәрбиәләй белергә кәрәк, ә шәхестән мәҙәниәтте айырып ҡарап булмай. Илдар Ибраһим улының һүҙҙәренә ҡеүәт: мәҙәни тәрбиәне мәктәптән, хатта балалар баҡсаһынан уҡ башлау фарыз.
Шәхесһеҙ рухиәттең киләсәге юҡЭльвира Әхмәтйәнова: Мин ошоларҙың бөтәһе менән дә килешәм, шул уҡ ваҡытта башҡа төрлө фекерҙәремде лә еткергем килә. “Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ, ни теләйһең, шуны яҙырға мөмкин, йәки, һаҡ ҡыланмаһаң, ул ыуалырға әҙер генә тора”, – тибеҙ. Халҡыбыҙҙың бай ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлау һәм үҫтереү – төп бурысыбыҙ, уны киләһе быуынға еткереүҙе эҙмә-эҙлекле алып барырға кәрәк. Башҡорт бейеүен, йырҙарыбыҙҙы, сәсәнлек традицияларын кескәй саҡтан уҡ балаға бөркөп, уның йөрәгенә һеңдереп ҡала алһаҡ, һүҙ ҙә юҡ, ул мәҙәниәтле булып үҫәсәк һәм артабан үҙе лә ошо юҫыҡта эш алып барасаҡ. Мәҙәни яҡтан кимәле бик юғары буласаҡ, иманым камил.
Республикабыҙҙа төрлө мәҙәни саралар үтә, ошо фестивалдәр, конкурстар, кисәләр үҙе туранан-тура халыҡта мәҙәниәтлелек, мәҙәнилек тәрбиәләй.
Илдар Ғүмәров: Бөйөк шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың “Башҡорт халҡына хушлашыу хаты”нда (1923 йыл, февраль. – Авт.) был турала асыҡтан-асыҡ әйтелгән. Бына нимә ти ул: “...Хәҙер ҡулығыҙҙан килгән ҡәҙәр әһәмиәт бирә торған мәсьәләләрегеҙ шулдыр: йәштәрҙең уҡыуы, уларҙан ғилем һәм техника белгестәрен әҙерләү менән шөғөлләнеү... Дин һәм телебеҙҙе һаҡлауға ғәйрәт сарыф итеү...”
Шәхесһеҙ рухиәттең киләсәге юҡАйҙар Мөхәмәтйәнов: Минеңсә, белем һәм рух мәҙәниәттең үҙәген тәшкил итә. Арабыҙҙа уҡымышлы заттар күберәк булған һайын мәҙәни үҫеште күҙәтәсәкбеҙ. Төрлө мәҙәни һәм әҙәби сараларҙа ҡатнашыу, үҙешмәкәр түңәрәктәргә йөрөү – шулай уҡ мәҙәнилектең бер билгеһе.
— Хөрмәтле ҡунаҡтар, һөйләшеүҙе һөйөнөслө хәбәргә йүнәлтмәксемен. Мәҙәниәт министрлығының киңәйтелгән ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн торлаҡ төҙөлөүе тураһында ҡыуаныслы яңылыҡ әйтте. Тимәк, мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәренә ең һыҙғанып эшләргә этәргес бар...
Илдар Ғүмәров: Күптән түгел телевизорҙан Рәсәйҙең күренекле бер сәйәсмәне былай тине: “Мәктәптәрҙә шәхес тәрбиәләүгә баҫым көсәйҙе, ә беҙгә, киреһенсә, ҡулланыусылар үҫтереү зарур”. Бая шәхес төшөнсәһе телгә алынды. Ысынында беҙҙең республика өсөн ҡулланыусылар түгел, ә шәхес тәрбиәләүҙе юлға һалырға кәрәк. Шәхесһеҙ мәҙәниәтте алға этәреүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайым. Киреһенсә икән, уның киләсәге юҡ.
Шәхес тураһында һүҙ йомғағын һүтеүем осраҡлы түгел. Үҙеңдә халҡыңдың рухын йөрөтөү тураһында ла гел уйланам. Сит илдәргә йыш сығабыҙ, сәфәргә күп йөрөйбөҙ. Беҙҙең аралашыу кимәленә, белемгә, һәләткә ҡарап, тотош Башҡортостан, дөйөм алғанда, башҡорттар хаҡында фекер йөрөтәләр ҙә баһа. Ә етәкселек ысын таланттарҙы күрә, аңлай һәм күтәрә икән, ундай артист һәр саҡ камиллыҡҡа ынтылыусан. Ҡайҙа ғына йөрөмәһен, ул республика йөҙөнә бер ҡасан да ҡыҙыллыҡ килтермәйәсәк. Ваҡытында кәрәк кешеләргә аҡыллы һәм төплө итеп яуап та бирә белергә кәрәк. Ә иғтибарҙан ситтә торғандар ауыҙ асып һүҙ әйтә алмай. Профессиональ сәнғәтте һайлаған һәр кем үҙенең белемен даими камиллаштырып торорға тейеш.
Сәнғәттә шәхси тормошоңдо ҡороу бер ҡасан да еңел булмаған, әле лә шулай. Райондарҙа ла хәлдәр шәптән түгел шикелле, бөтәһе лә сығымдар менән бәйле булыуын беләм. Мәҙәниәт тармағына иғтибарҙың артыуы, әлбиттә, күптән көткән ҡыуаныслы хәл.
— Ауылдың тотҡаһы – мәктәп һәм клуб. Ҡайһы бер ауылдарҙа мәҙәниәт йорттарының ишеге әллә нисәмә йыл буйы бикле тора. Унда халыҡты ҡуҙғатыу, ғөмүмән, тормошто йәнләндереү өсөн нимә эшләргә? Мәҙәниәт усаҡтары үҙаллы аҡса эшләй аламы? Ауылдағы мәсьәләне Айҙар Зиннәт улынан да яҡшыраҡ белеүсе юҡтыр.
Айҙар Мөхәмәтйәнов: Мәҙәниәттең йылы ҡанат аҫтында булыу-булмауы тураһында ҡапыл ғына өҙөп әйтә лә алмайым, сөнки был тармаҡта аҙ эшләйем. Төрлө ваҡыт була, ҡайһы саҡта мул ғына өлөш тә эләгә, тейешенсә түгел икән, булғанына шөкөр итәһең инде. Хөкүмәт етәкселәренән бындай яңылыҡты ишетеү, әлбиттә, һөйөнөслө. Ауыл тормошо тураһында ни әйтергә? Мәҙәниәт тармағы йәштәрҙең, йәш ғаиләләрҙең ҡулында тиеү – ысынбарлыҡ. Ауыл ерендә торлаҡҡа бәйле хәлде яҡшыртыу буйынса Рәсәй һәм Башҡортостан кимәлендә бихисап программалар бар, хеҙмәткәрҙәребеҙ ошоға таянып, үҙҙәренең ояһын ҡорһон өсөн ярҙамдан өҙмәйбеҙ. Субсидия юллау, бушлай ер участкаһы тәҡдим итеү, льготалы кредит алып бирешеү һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал. Сабыйҙары тыуһа, кредиттың ниндәйҙер өлөшө, ауылса әйткәндә, һыҙып ташлана. Ҡул аҫтында эшләгәндәрҙе ҡурсалау – мөҡәддәс бурыстарымдың береһе. Үҙем ошо тармаҡта эшләгән өсөн түгел, ә был тормошта һәр беребеҙҙең ниндәйҙер ярҙамға мохтаж булыуын күҙҙә тотоп әйтәм.
Земфира Ярмуллина: Торлаҡ төҙөү – Хөкүмәтебеҙ алдында торған мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Беҙҙең тармаҡта күпме кеше фатирға мохтаж? Уларҙың күбеһенең Өфөлә йәшәүен дә онотмайыҡ. Ошоно иҫәпкә алып, Президент Рөстәм Хәмитовтың хәстәрлеге менән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре өсөн баш ҡалала ведомствоға ҡараған торлаҡ төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Объект республиканың 2012 йылғы адреслы инвестиция программаһына индерелгән. Был, әлбиттә, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә эшләүселәр өсөн ҙур ярҙам буласаҡ.
“Рәсәйҙә урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары хаҡында” 131-се Федераль закон үҙ көсөнә ингәс, Мәҙәниәт министрлығы райондағы учреждениеларына финанс йәһәттән ярҙам итә алмай, ул күрһәтмә рәүешендә генә башҡарыла. Муниципалитеттарға план бирелә, һәр ҡайһыһы уның буйынса бурыстарҙы ғәмәлгә үҙе ашыра.
Айҙар Мөхәмәтйәнов: Илгә Ельцин идара иткәндә берҙәм тариф сеткаһы индерелде. Ул нимәнән ғибәрәт? Белгестең белеменә, ҡайһы юғары уҡыу йортон тамамлауына һәм стажына ҡарап, эш хаҡы билдәләнә. 2009 йылда хеҙмәт хаҡын түләү буйынса тағы ла үҙгәрештәр булды. Хәҙер автономлы эш итеүгә йәки үҙаллылыҡҡа күстек. Ауыл клубтарында кем дискотека һәм концерттарҙы түләүле ойоштора, килешеү нигеҙендә бинаны ҡуртымға бирә, шул мул итеп аҡса эшләй. Мәҙәниәт йорттары килемде үҙ белдеге менән тотона, быға ҡыҫыла алмайбыҙ. Мәҫәлән, былтыр һәр клубҡа план бирҙек, эште шуның буйынса алып барҙылар. Йыл аҙағында планды үтәгәндәр премия ала. Яңыса эшләү еңелдән түгел. Ауылда тормош нисек икәнен барығыҙ ҙа яҡшы белә. Үҙәккә үткән эшһеҙлек тә юҡ түгел, ҡалалағы шикелле ялтырап тормай клубтар. Аппаратуралар бөгөн көскә эшләһә, иртәгә ватыласаҡ. Белгестәр үҙҙәренсә тырыша инде. Бикле торған клубтар юҡ беҙҙә, мәҙәниәт усаҡтарын һаҡлап ҡалдыҡ.
— Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә былай тине: “Республикабыҙға гастролгә Рәсәйҙең ҙур театрҙары килә һәм, киреһенсә, беҙҙең театрҙар ил төбәктәренә сыға башланы”. Һүҙем гастролдәр тураһында. Ситтә тамыр йәйгән ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ башҡорт моңон, башҡорт йырын йыш ишетәме?
Эльвира Әхмәтйәнова: Республика халыҡ ижады үҙәге йыл әйләнәһенә бик күп мәҙәни сара үткәрә. Был тәңгәлдә тәжрибә етерлек. Башҡорттар күпләп йәшәгән Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренә, Пермь крайына йыш сығабыҙ. Осрашыуҙар күңелле, файҙалы уҙа, халыҡтың ихтыяждарын, теләктәрен дә белә алабыҙ. Башҡорт китаптарын, дисктар алып барабыҙ. Ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең мохтажлығын һәр саҡ күҙ уңында тотабыҙ. Ошо көндәрҙә баймаҡтарҙың силәбеләр менән осрашыуы булды. Тағы бер мөһим нәмә: ситтә уҙасаҡ берәй сараны яҡшы итеп ойошторор өсөн Өфөнән шул тарафҡа белгес ебәреү алымын ҡулланабыҙ. Ул урынға алдан барып, кисәне әҙерләй. Алмаш концерттар ҙа ойошторабыҙ. Уларҙағы коллективтарҙы Башҡортостанға саҡырып, берҙәм концерттар, осрашыуҙар уҙғарабыҙ. Шулай уҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ижади коллективтарҙың етәкселәре өсөн әҙерләнгән семинар-уҡыуҙар эшмәкәрлегебеҙҙә ҙур урынды алып тора.
— Сит төбәктәр менән эшләү программаһы бармы?
Земфира Ярмуллина: Бер нисә йыл элек ни сәбәптәндер милли сәйәсәт бүлеген япҡайнылар, хәҙер, ниһайәт, ул тергеҙелде. “Рәсәй Федерацияһында башҡорттар” һәм “Башҡортостан халыҡтары” тигән маҡсатлы программалар уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Был йәһәттән халыҡ-ара “ТӨРКСОЙ” ойошмаһының ярҙамы ҙур.
Илдар Ғүмәров: Бигерәк тә әле ситтә төпләнгән милләттәштәребеҙгә иғтибарҙы арттырырға бурыслыбыҙ. Бер ваҡиға һаман да иҫемдә. Һикһәненсе йылдарҙа Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында гастролдә саҡта бер башҡорт ағайы беҙҙән тотам да ҡалмай эйәреп йөрөнө. Үҙе тураһында һөйләне, яңылыҡтар менән таныштырҙы... Уның милләттәштәре менән аралашыуға шул тиклем мохтажлығын һиҙеү ҡыйын түгел ине. Ҡайтыр саҡта ул ағай “беҙҙә милли китап-әсбаптар юҡ, башҡортса уҡыта алмайбыҙ, балалар русса һөйләшә” тигәнерәк хат яҙып, ҡулыбыҙға тотторҙо. Ни өсөн быны һөйләйем? Халҡыбыҙ барыбер үҙенең мәҙәниәтенә тартыла, шуға ҡыуанам. Башҡортостан – улар өсөн Мәккә, беҙгә ҙур өмөт бағлайҙар. Һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға тейешбеҙ. Бер нисә йыл элек шул уҡ Силәбе тарафтарында булған хәл. Златоуст ҡалаһында концерт бара, зал шығырым тулы, ә мин – кисәне алып барыусы. Башҡарыусы “Буранбай”ҙы йырлап бөткәс, ҡапыл тынлыҡ урынлашты, шунан зал берҙәм аяғүрә баҫты ла дәррәү ҡул сабырға тотондо – бер кем ҡушмайынса, бер кем әйтмәйенсә! Ситтә йәшәһәләр ҙә, халыҡтың үҙ моңона һөйөүе һис кенә лә кәмемәгән. Йышыраҡ аралашыу яғындамын, хәҙер был йәһәттән проблема юҡ тип, сикләнеп кенә ултырһаҡ, киләсәктә уның ҙур бәләгә әүерелеүе ихтимал.
Форсаттан файҙаланып, телевидение тапшырыуҙары тураһында бер кәлимә һүҙ әйтмәксемен. Үҙебеҙҙең милли тапшырыуҙар ниңәлер кис, күпселек халыҡ эштән ҡайтҡас түгел, ә бүтән ваҡыттарҙа күрһәтелә. Халыҡ ҡарай ала торған сәғәттәргә күсерергә кәрәк башҡорт тапшырыуҙарын. Республикабыҙҙан ситтә ғүмер итеүселәр өсөн дә, үҙебеҙҙең тамашасыға ла БЮТ – берҙән-бер телеканал бит. Телевидениебыҙ, “Ашҡаҙар” һәм “Юлдаш” радиолары күркәм мәҙәниәтебеҙ менән таныштырыусы ролен үтәй, халыҡ унан күберәк мәғлүмәт ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, гәзит-журнал уҡыусылар йылдан-йыл әҙәйә. “Китап һөйөүсе” тигән төшөнсә лә иҫкерә төшкәндәй. Хәҙер ҡайһы бер йәштәр Пушкинды урам исеме булараҡ ҡына белә түгелме?!
Айҙар Мөхәмәтйәнов: Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнау үҫешкә килтермәй. Күршеләр менән мәҙәни бәйләнеш ныҡлы булырға тейеш, ә хеҙмәттәшлекте көсәйтергә мөмкин. Ейәнсура Ырымбур өлкәһе менән сиктәш булғас, аралашыу йәнле бара. Былтыр Ҡыуандыҡ, Медногорск ҡалаларында, Һарыҡташ, Төйлөгән ҡасабаларында сығыш яһаныҡ. Һәр саҡ ҡыуанып ҡаршы алып торалар, көтәләр. Киләсәктә тағы ла йыраҡҡа – Орск һәм Гай ҡалаларына – сығырға уйлайбыҙ.
— Былтыр ноябрҙә Мәскәүҙә “Беҙ – Башҡортостандан” тигән мәҙәни кисә шаулап-гөрләп үтте. Апрелдә илебеҙҙең баш ҡалаһында уҙасаҡ сараны уның дауамы тип әйтеп буламы? Земфира Фирғәт ҡыҙы, ошо турала бер нисә һүҙ әйтмәҫһегеҙме?
Земфира Ярмуллина: Дауамы тимәҫ инем. Тәүгеһе концерт ине, ә был сара “Мәскәүҙә Башҡортостан көндәре” тип атала. Бай программа төҙөлгән: рәсми ҡабул итеүҙәр көтөлә, төрлө күргәҙмәләр ойоштороласаҡ, “түңәрәк өҫтәл”дәр үтәсәк, әҙиптәр менән осрашыуҙар ҡыҙыҡлы булмаҡсы, “Кино көнө” барыһына ла оҡшар тигән уйҙабыҙ. Байрам гала-концерт менән тамамлана.
— “Театрҙан йәм тапмаған әҙәм тормоштан да йәм тапмаҫ”, – ти халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов. Үҙем шаһит: дөйөм алғанда, халыҡ спектаклгә һәм концертҡа инәлтеп йөрөгән һымаҡ. Уйлап ҡараһаң, артистар һәр кем ялын матур үткәрһен өсөн көсөн йәлләмәй, үҙ сиратында, мәҙәниәт үҫешенә лә тос өлөш индерә. Зал тамашасы менән шығырым тулы булһын өсөн нимәгә баҫым яһарға кәрәк?
Айҙар Мөхәмәтйәнов: Сәхнәлә уйнаған артист менән экранда күренгән кеше араһында айырма ҙур. Беҙҙә, мәҫәлән, берәй кисә ойошторолһа, клубтарҙа алма төшөрлөк тә урын булмай.
Илдар Ғүмәров: Театрға килеүселәр буласаҡ ул, был тере сәнғәт бит. Шул уҡ ваҡытта сәнғәтте аҡса һуғыу аппаратына әйләндерергә ярамай. Уның бурысы бөтөнләй башҡа. Беҙгә ошо ҡиммәттәрҙе юғалтмаҫҡа, үҙебеҙ ҡабыҙған усаҡты һүндермәҫкә кәрәк. Һәр саҡ юғарылыҡҡа ынтылыш көслө булһын. Театрҙарҙа ла репертуар буйынса аныҡ сәйәсәт алып барылырға тейештер. Ғөмүмән, кешеләр мәҙәниәткә битараф түгел, нисек кенә тиһәк тә, халҡыбыҙҙың күңеленә сафлыҡ, милли ҡиммәттәр, дини тәғлимәттәр ныҡ яҡын. Туфан Миңнуллиндың “Мулла” драмаһына олоһо ла, кесеһе лә эркелеп йөрөй. Салауат Әбүзәрҙең “Хыялый” лирик комедияһы берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Минең уйымса, ҡарты ла, йәше лә беҙгә бүтән тормошто, ғәҙеллек донъяһын күрергә килә. Ни өсөн Һиндостанда иң фәҡир кеше лә үҙҙәренең кино сәнғәтенә үлеп ғашиҡ? Сөнки, бик ярлы йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, хыялында ғына булһа ла ғәҙеллектең өҫкә сығыуын, күңеле матур кешенең яуызлыҡты еңеүен күрергә киләләр, уларҙы донъя байлығы ҡыҙыҡтырмай. Ә Рәсәйҙә хәлдәр нисек һуң?..
Эльвира Әхмәтйәнова: Юлайҡан телевидениеның көсө тураһында әйтмәксемен. Булды шундай ваҡыт, республикабыҙҙың мәҙәни тормошо нисектер ситтә ҡалып килде. Мәҙәниәтте түгел, ә йыш ҡына кире күренештәрҙе эфирға сығарыу модаға инде. Башҡортостанда бөгөн мәҙәни тормош ҡайнап тора, тик ҡаҙаныштарыбыҙҙы күп осраҡта күрһәтә белмәйбеҙ, был зарланыуҙан түгел. Үҙ сиратында ситтәге тамырҙаштарыбыҙ ҙа ошондай йөкмәткеле тапшырыуҙарҙы ҡарауҙан мәхрүм.
Халыҡты ниндәйҙер сараға йәлеп итеү, тамаша залын тултырыу, дөрөҫөн әйтәйек, ауыр. Уны ойошторған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә бүтәнсә эш алымдарын ҡулланыу кәрәктер, бәлки. Дөйөм алғанда, концертты үткәрә белеү генә түгел, халыҡ менән эш итергә өйрәнеү ҙә зарур. Мәҙәниәт усағына килеүселәр алдан уҡ бында бик шәп сара буласағын белеп торһон. Ҡыҫҡаһы, ылыҡтырыу һәм ҡыҙыҡтырыуға йөҙ менән боролһондар ине. Юғиһә, һаман да элекке ҡалыптан арына алмай йонсойбоҙ шикелле.
Земфира Ярмуллина: Ауыл клубтарының эшмәкәрлегенә бер яҡлы ғына ҡарарға ярамай. Әгәр халыҡты ҡыҙыҡһындыра һәм әүрәтә алырлыҡ хеҙмәткәрҙәр бар икән, клуб гөрләп торасаҡ. Республикабыҙҙағы 2 мең 293 мәҙәниәт усағында 18 меңдән ашыу үҙешмәкәр коллектив һәм түңәрәк иҫәпләнә. Рәсәйҙә иң күп клубтар – Башҡортостанда.
— Уның ҡарауы, “Байыҡ” һәм “Башҡорт йыры” фестивалдәренең гала-концертында залда энә төртөрлөк тә урын юҡ ине. Уларҙың башҡорт сәнғәтенең үҫешенә йоғонтоһо көслөмө?
Эльвира Әхмәтйәнова: Быйыл Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторолоуға 75 йыл тулыу уңайынан бик күп күркәм мәҙәни сара уҙғарыу ҡаралған. Мәҙәниәт фестивалдәренең эсенә һәр жанрҙы индерергә тырыштыҡ. “Оҙон көй”, “Ирәндек моңдары”, “Дуҫлыҡ моңо”, шулай уҡ бейеү, сәсәнлек кисәләре даими үткәрелә. Бына шуларҙың араһында “Байыҡ” ойошторолошо йәһәтенән юғары баҫҡыста, уны райондарҙың дәррәү күтәреп сығыуы күпте һөйләй. Башҡорт бейеүенә ҡарата халыҡтың һөйөүе бермә-бер артты. Ә бына башҡорт йыры буйынса фекерем бүтәнсә. Ни өсөн конкурста юғары уҡыу йортон тамамлаған профессионалдар ҡатнашты? Мине ошо һорау ныҡ борсой. Юҡҡа ғына “таланттар төпкөлдән сыға” тимәйҙәр. Ауылдарыбыҙҙа йырға маһирҙар әллә күпме!
Илдар Ғүмәров: Шөһрәтле йырсы Сөләймән Абдуллиндың ижады, миңә ҡалһа, етәкселек тарафынан тейешенсә баһаланманы. Уның башҡорт мәҙәниәте үҫешенә һалған хеҙмәтен, арҙаҡлы шәхесебеҙҙе яңынан күтәреп сығырға кәрәк. Рамаҙан Йәнбәков үҙе генә ниндәй бейеклектә тора! Мәүлетбай Ғәйнетдинов, Абдулла Солтановтар йыр яңғыратҡанда тотош Башҡортостаныбыҙ күҙ алдына баҫа. Һанай китһәң, күп улар: Иншар Солтанбаев, Ғилман Сәфәрғәлин һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал. Таланттарҙы иҫән сағында ҡәҙерләргә кәрәк. Бына башҡорт йырҙары кемдәрҙән башлана!
Эльвира Әхмәтйәнова: “Башҡорт йыры”нда халыҡтың бар ғөрөф-ғәҙәте сағылһын, тотош мәҙәниәте, рухи юғарылығы ошонда күрһәтелһен ине.
Айҙар Мөхәмәтйәнов: “Башҡорт йыры” тураһында “Башҡортостан” гәзите “Ҡайҙа һин, маҡталған “Башҡорт йыры?” тигән тәнҡит мәҡәләһе баҫтырҙы. Уның авторы Мәхмүзә апай Ғәйнуллина менән тулыһынса килешәм. Яҙманы коллегаларыма ла уҡып ишеттерҙем.
Земфира Ярмуллина: Икеһе лә кәрәк, икеһе лә – яҡшы башланғыс. Башҡорт сәнғәте үҫешенә йоғонтоһо ҙур уларҙың.
— Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2012 йылды республикала Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Уны бойомға ашырыу буйынса программала мәҙәниәткә ҡағылышлы ниндәй саралар ҡаралған?
Земфира Ярмуллина: Указ көсөнә ингәс, министрлыҡ үҙ даирәһенә ингән саралар планын төҙөнө. Шуларҙың иң сағыуы – Күмертау ҡалаһында ойоштороласаҡ “Алтын сапсан” балалар ижады һәм Өфөлә үтәсәк “Һаумы, һаумы, мәктәп!” конкурстары. Бынан тыш, бүтән бик күп мәҙәни саралар ҙа уҙасаҡ. Уларҙың һәр береһе балаларҙың ижади һәләтен асыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Әйткәндәй, быйыл 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығы билдәләнә. Шуға бәйле көҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡаһарманлыҡ күрһәткән яугирҙәрҙең вариҫтары ҡатнашлығында республика кимәлендә Шәжәрә байрамы ойоштороласаҡ, райондарҙа ла тантаналар үткәреү ҡаралған.
Мәҙәниәт һәр беребеҙҙең тормошонда төп урындарҙың береһен тәшкил итә. Тарихҡа күҙ йүгертһәң, башҡорт илендә йыр, ҡурай һәм сәсәнлек сәнғәте быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Милли булмышыбыҙҙың төп билдәләре – йыр-моңдарыбыҙ.
Сал боронғолоҡтоң мөһим һыҙаттарын һаҡлап алып ҡалыу һәм киләсәк быуынға тапшырыу – һәр кемдең бурысы. Башҡорт халҡының бай милли мәҙәни мираҫы тейешле өйрәнеләме? Был йәһәттән ниҙәр бойомға ашырыла?
Бөтә тормош, бөтә аҡыл китапта, тиҙәр. Китапханаларҙың да уҡыу залдары ярым буш булыуына күңел әсенә. Был рухи ярлылыҡҡа килтермәҫме? Китапҡа ҡыҙыҡһыныуҙы арттырайыҡ, бигерәк тә йәштәр араһында.
Волга буйы федераль округында музейҙарға йөрөү буйынса Башҡортостан – икенсе баҫҡыста. Яҡшы күренеш, әммә ул һис кенә лә тынысланырға ярай тигәнде аңлатмай. Күптән түгел Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин мәҙәниәт министры Александр Авдеевты ҡабул иткәндә музейҙар тураһында ла һүҙ барҙы. Тимәк, музейҙарға иғтибар тағы ла артасаҡ.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусы ҡәҙерле дуҫтар! Әлбиттә, мәҙәниәт тураһында һөйләшәһе һүҙҙәр бихисап, проблемалар ҙа етерлек. Ләкин ошо урында фекер алышыуҙы туҡтатып торайыҡ. Әңгәмәләшеү киләсәктә мотлаҡ дауам итәсәк.
Һөйләшеүҙе
Илдар АҠЪЮЛОВ
ойошторҙо.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779