Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бейеүҙәре уның үлемһеҙ
Бейеүҙәре уның үлемһеҙ Беренсе башҡорт профессиональ бейеүсеһе, хореографы һәм балетмейстеры, халыҡтың тарихын мәңгеләштергән Фәйзи Ғәскәров тураһында яҙмаҡсымын. Минеңсә, Ғәскәровҡа ысын баһа бирер көндәр алда әле, беҙ бөгөн был шәхес хеҙмәтенең әһәмиәтен тулыһынса аңлап та еткермәйбеҙ төҫлө.

Фәйзи Әҙеһәм улы Ғәскәров 1912 йылда Бөрө ҡалаһында тыуған. Үҙенең һөйләүенсә, үкһеҙ етем үҫкән. Төрлө балалар йорттарында тәрбиәләнгән, михнәтте күп кисергән. 1966 йылдың февралендә “Байрамғол” совхозына килеп эш башлағас, ансамбль ағзалары уның тормошо тураһында һорашһалар ҙа, бигүк һөйләп бармаған.
Бейеүгә һөйөү Фәйзи Әҙеһәм улын сәнғәт техникумына алып килә. Өфөлә театр техникумы асылғас, балалар йортонан һәләтле балаларҙы ошо һөнәргә өйрәтергә алалар. Фәйзи фортепиано буйынса дәрестәргә йөрөй.
Техникумда ул Башҡорт күсмә театры директоры менән таныша. Актерҙар коллективында ҙур булмаған бейеү төркөмө эшләй. Буласаҡ бейеүсе был театр менән бик күп башҡорт ауылдарын, Силәбе, Һамар, Ульяновск өлкәләрен, күрше республиканы урап сыға. Театрҙа барлыҡ музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә. Иң яратҡаны һуҡма ҡоралдар була.
Театрҙың балетмейстеры уның тырыш­лығын, тәбиғи һәләтен күреп, балет мәктәбенә уҡырға инергә кәңәш итә. Уны бейеүҙәр генә түгел, халыҡ костюмдары, көнкүреше, йолалары, риүәйәттәре, бейеүҙең музыкаль биҙәлеше ҡыҙыҡһындыра. Режиссер Мортазин-Иманскийҙың тәҡдиме буйынса 16 йәшлек Фәйзи СССР-ҙың Ҙур театры ҡара­мағындағы хореография техникумына уҡырға бара. 1928 – 1932 йылдарҙа данлыҡлы балетмейстер Игорь Моисеев класында һабаҡ ала, артабан Ленинград хореография училищеһында уҡыта.
Училищела Башҡортостандың һәләтле балаларына милли бүлек асыу өсөн Мәскәү түрәләре тупһаһын Фәйзи Әҙеһәм улы йыш тапай. Йөрөй торғас, ул Надежда Крупская­ның үҙенә барып етә. Һәм мәсьәлә ыңғай хәл ителә.
Башҡорт бейеү сәнғәтен үҫтереү теләге Фәйзи Ғәскәровҡа тынғылыҡ бирмәй. Остазы Игорь Моисеев был ынтылыуҙы хуплай һәм егеткә, ауылдарға йөрөп, халҡының йолаларын, көнкүрешен, милли музыкаһын яҡындан өйрәнергә кәңәш итә.
Башҡортостанға ҡайтып, ауылдар буйлап этнографик экспедицияларға сығыу бәхетенә өлгәшә Ғәскәров. Яңы бейеүҙәр һалыу өсөн материал туплай, шул уҡ ваҡытта һәләтле йәштәрҙе йыя. 1939 йылдан алып яңы ғына ойошторолған бейеү ансамбленең художес­тво етәксеһе булып китә. Ансамблдең маҡсаты һәм бурыстары – милли сәнғәтте пропагандалаған профессиональ труппа төҙөү, халыҡ ижадының бөйөклөгөн һәм үҙенсәлеген һаҡлау, халыҡ бейеүҙәренең үҙенә генә хас формаларын ҡулланыу.
1941 йылдың йәйендә Мәскәүҙә башҡорт сәнғәте декадаһы үтергә тейеш була, әммә быға ҡәһәрле һуғыш ҡамасаулай. Фәйзи Ғәскәров 1942 йыл башында үҙе теләп һуғышҡа китә. Фронтта Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренән бейеү ансамбле төҙөй һәм концерт эшмәкәрлеген алып бара.
1943 йыл аҙағында бейеү сәнғәтенең киләсәге хаҡына Ғәскәров Өфөгә ҡайтарыла, әммә төрлө етәкселәр менән килеп сыҡҡан низағтар һәм хәл ителмәгән торлаҡ мәсьәләһе уны республиканан китергә мәжбүр итә. Ҡазанда ойошторолған Татар бейеү һәм йыр ансамблендә эшләй, уның өсөн бик күп бейеүҙәр ҡуя.
1950 йылдың аҙағында Башҡорт бейеү ансамблен етәкләү өсөн Өфөгә саҡырыла. “Ләйсән” бейеү ансамбленең беренсе художество етәксеһе Фәйзи Ғәскәров булды.
Ошо төркөмдө ойоштороу, уның бөгөнгөһө күп шәхестәрҙең тырышлығы, башҡорт бейеүенә тоғролоғо менән бәйле. Әлбиттә, бейеү коллективы йәйәүле турист кеүек тауға ла менде, тәгәрәп тә төштө, йәнә аяҡҡа баҫты. Хәтерҙә, 1973 йылда йәш белгес-балетмейстерҙар Маиза Бүләкова менән Роберт Яҡупов Уральск мәҙәниәт йорто директоры Л. Косогорцеваның саҡырыуы буйынса “Ләйсән”гә эшкә килде. Был осорҙа төркөмгә тарҡалыу хәүефе янай ине. Шулай ҙа Ф. Ғәскәров һалған бейеүҙәрҙе тергеҙеү өҫтөндә эш башланды. М. Бүләкова яңы бейеүҙәр ҡуйҙы.
Рәзинә Хәзиева ла ансамблдең үҫешенә күп көс һалды, тик ниңәлер уның тураһында онот­толар. Был ваҡыттарҙа “Ләйсән” халыҡ-ара “Берҙәмлек” фестивалендә Гран-при, Ф. Ғәс­кәров исемендәге республика конкурсында 1-се урынды яуланы. Ошо һөҙөм­тәләргә өлгәшеүҙә Нурат Дауытованың хеҙмәте ҙур.
1985 йылда ансамбль тағы ла тарҡалыр хәлгә етте. Ул ваҡытта район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеген етәкләгән Гөлдәр Сабит ҡыҙы Моратова, Өфөнән Фая Сәхип ҡыҙы Гәрәеваны саҡыртып, ансамблдең художес­тво кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итте. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙ эшен яратҡан, күңеле менән бирелгән Ғәлимйән Хилажев Ф. Ғәс­кәров ярҙамында һалынған күп бейеүҙәрҙе тергеҙҙе.
Күпме ҡыҫҡа яҙһаң да, гәзит битенә “Ләйсән” ансамбленең үткәне һәм бөгөнгөһө тураһында һыйҙырырлыҡ түгел.
Һуңғы осорға килгәндә иһә, башта Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты етәксеһе вази­фаһында Ильяс Абдрахманов ансамблдең эшмәкәрлегенә һәр яҡлап ярҙам итһә, әле генераль директор Зәкәриә Ғибәҙуллин һәм уның ярҙамсылары “Ләйсән” йәшәһен һәм үҫешһен өсөн күп көс һала. Шуға ла ансамбль ветерандары исеменән уларға рәхмәт белдерәм һәм эштәрендә уңыш теләйем.
Ә инде БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡа­ҙан­ған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исе­мендәге дәүләт премияһы лауреаты Ф.Ғәс­кәровтың тырышлығы менән булды­рылған ансамбль республика, Рәсәй тамашасыларына яңы бейеүҙәр бүләк итер әле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779