Ваҡыт тигәндәрең елә генә. “Ил халҡының күңелен нурлап, Мәңгелеккә китеп барам”, тип яҙғайны Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев үҙенең бер шиғырында. Кем тойҙо ла, кем һиҙҙе һуң: уның менән хушлашҡанға ҡырҡ көн дә булып килә. Ошо уңайҙан ярһыу телмәр оҫтаһы, бөтә ғүмерен шиғриәткә бағышлаған Шағирҙың шиғырҙарынан шәлкем тәҡдим итәбеҙ. Уны беҙгә әҙиптең ҡатыны, билдәле нәшриәтсе Маһиҙа апай Игебаева төҙөштө. Тере сәскәләр гөлләмәһеләй булһын был шиғырҙар шағирҙың яҡты рухына...Ғүмер юлы
Яҙмыш берәүгә лә тыуғансы уҡ
Һалып ҡуймай юлдың түтәһен...
Сәңгелдәктән һуңғы һулышҡаса
Үҙ юлыңды үҙең үтәһең!..
Ни көтә һуң мине юлдарымда —
Юғалтыумы,
әллә табышмы?
Мөлдөрәмә тулы ҡыуанысмы,
Йәнде ҡурып алыр һағышмы?
Тормошомда ниҙәр кисерһәм дә,
Керләмәмен йөрәк хисемде.
Һәр ваҡытта ғорур аҡлармын мин
Кеше тигән бөйөк исемде!
1962
Ирәндек
«Ожмахтарың әллә ҡайҙа торһон
Ирәндектә йөрөгән саҡтарҙа», —
Тип кинәнеп, күкрәк киреп йырлай
Йәше-ҡарты беҙҙең яҡтарҙа!
Мин үҙем дә ошо аҫыл көйҙө
Тыңлап үҫтем бала ваҡыттан,
Әле булһа, был йыр иҫкә төшһә,
Түбәм күккә тейә шатлыҡтан.
Йәштән йылы төйәк тойғанғамы,
Әллә артыҡ һөйгән өсөнмө,
Ирәндегем, йән дуҫымдай күреп,
Ҡат-ҡат әйтәм һинең исемде.
Үркәсеңә баҫып байҡағанмын
Һыҙылып аҡҡан мәлен ал таңдың,
Бөҙрә сәстәренән һыйпағанмын
Нескә билле йәп-йәш сауҡаңдың.
Һыйланғанмын балтырғаның менән,
һарынаңдан ауыҙ иткәнмен,
Һутлы үлән үҫкән биләнендә,
Көнгә янып, көтөү көткәнмен.
Күк кәкүктәр тауышын тыңлағанмын,
Борма юлдарыңдан уҙғанда;
Ышығыңа барып һырынғанмын,
Күнәк-күнәк ямғыр ҡойғанда.
Таҡыя башлы моңло ҡурайыңды,
Әүәҫләнеп, көйлән тартҡанмын;
Иркен болоноңда, ҡайыра һелтәп,
Ҡыршылдатып бесән сапҡанмын.
Йәштән йылы төйәк тойғанғамы,
Әллә артыҡ һөйгән өсөнмө,
Ирәндегем, йән дуҫымдай күреп,
Ҡат-ҡат әйтәм һинең исемде!
Саҡ бер айырылып ситкә китһәм,
Күңел ҡошо һиңә ашҡына,
Таштарыңды мин һалырҙай булам
Яҫтыҡ итеп башым аҫтына.
Армыт-армыт булып, олпатланып,
Тирә-яҡҡа биреп күркәмлек,
Болоттарға терәп ҡаҡ соңҡаңды,
Һәр саҡ мәғрур тор һин, Ирәндек!
1962
Төрлө сағын күрҙем
...Тормоштоң мин төрлө сағын күрҙем,
Булды һөйөнөсө, нужаһы...
Тик һөйөүем өйҙәш йәшәмәне,
Ә күңелдең булды хужаһы!
Яҙмыш, яҙмыш, һиңә үтенес шул:
Осар ҡанаттарым ҡайырма!
Теләһәң, уттарға һал, һыуҙарға һал,
Иллә мөхәббәттән айырма!
1970
Ҡар өҫтөндә усаҡ ҡабыҙҙым
Ҡалын көрттәр ярып бара торғас,
Мин арманһыҙ булып ҡаңғырҙым.
Ә шулай ҙа боҙҙа, ҡар өҫтөндә
Гөлтөлдәтеп усаҡ ҡабыҙҙым!
Усаҡ янды... Гүйә, баҡыр төҫлө
Баҙлатты ул тере ҡуҙҙарын.
Ҡараштарым ҡуҙға төбәлһә лә,
Алыҫтарға китте уйҙарым.
...Хәтереңдәме әле, хәтереңдәме,
Оноттоңмо әллә ул саҡты?
Саф мөхәббәт мине солғап алды,
Дөрләткәндәй изге усаҡты!
Һүрелтмәнем уны... Ялҡынланып,
Күңелеңде һинең ялманы,
Ялҡын ялмаһа ла, йөрәгендәге
Боҙҙарҙы ул иретә алманы!
Һин боҙ булдың миңә... Ә бүтәнгә
Татлы бал да булдың, шәкәр ҙә!
Хәҙер яҙмыш моңһоу һуҡмағынан
Алып йөрөй мине сәфәрҙә.
Алыҫ юлдан арып-талып килеп,
Ҡар өҫтөндә усаҡ ҡабыҙҙым...
Үҙем киткән саҡта усағымды
Дөрләп янған килеш ҡалдырҙым!
Бәлки, йылынырҙар усағымда
Күңелдәре өшөгән кешеләр...
Был илаһи фани донъяларҙа
Аҙ тиһеңме минең ишеләр?!
1970
Ҡатындар
Эй ҡатындар,
сибәр ҡатындар,
Күңелдәргә бик тә яҡындар.
Әйтерһең дә инде уларҙа
Әллә ниндәй сихри ялҡын бар!
Эй ҡатындар,
эшсән ҡатындар,
Шундай матур,
бары ла алтындар,
Әммә оҙағыраҡ йәшәһен
Ир ҡәҙерен белгән ҡатындар!
1970
Минуттар
Минуттарҙың ҡәҙерен белмәнем шул,
Алыҫ ҡалды йәшлек офоҡтарым,
Йәшлектәге һөйөү наҙҙарына
Ҡандымы ни минең танһыҡтарым?
Минуттарҙың ҡәҙерен белмәнем шул,
Ҡурмас һымаҡ һиптем мин уларҙы,
Таң ҡалдырып моң сыңғыратыр мәлдә
Әй ҡысҡырттым тутыҡ борғоларҙы!
Минуттарҙың ҡәҙерен белмәнем шул,
Елгә осто осҡор теләктәрем,
Елгә осҡан теләктәрем өсөн
Әле булһа өҙөлә үҙәктәрем.
Минуттарҙың ҡәҙерең белмәнем шул,
Аҙ күтәрҙем хеҙмәт сиҙәмдәрен,
Әллә төштә, әллә өндәремдә
Осраттым мин бәхет тигәндәрен!
Минуттарҙың ҡәҙерен белмәнем шул,
Ҡанат ҡуялманым дәрттәремә,
Ғүмер көҙө килеп, сәстәремде
Буяп китте ап-аҡ бәҫтәренә.
Минуттарҙың ҡәҙерен белмәнем шул,
Ғәйеплемен инде көллөһөнә,
Үҙ хатамды күреп, «Уф!» тип ҡуям,
Ҡарайым да күңел көҙгөһөнә.
Минуттарҙың ҡәҙерен белмәнем шул,
Үкенестәр ҡыҫа тындарымды,
Яҙмышҡайым, бирсе көс-кәреңде —
Күкрәтәйем килер йылдарымды!
1983
Ҡаһармандан яҡты эҙ ҡала
Емештәрҙән татлы һут ҡала,
Мөхәббәттән һүнмәҫ ут ҡала,
Һөнәрмәндән ырыҫ, ҡот ҡала,
Ауыр замананан йот ҡала,
Рәнйетһәләр әгәр нахаҡҡа,
Күңел көҙгөһөндә тут ҡала!
Һылыуҙарҙан һылыу йөҙ ҡала,
Зирәктәрҙән зирәк күҙ ҡала,
Аҡһаҡалдан алтын һүҙ ҡала,
Ҡаһармандан яҡты эҙ ҡала,
Хәйләкәрҙең зәһәр теленән
Йөрәктәрҙә яман биҙ ҡала!
Наҙлы яҙҙан наҙлы гөл ҡала,
Сәсәндәрҙән сәсән тел ҡала,
Изге яуҙа ауған һалдаттың
Намыҫы булып данлы ил ҡала,
Тыуған ерен һатҡан бәндәнең
Ҡәберендә бары көл ҡала!
1969
Бар донъяһын онотоп...
Һиҙҙермәйсә генә үткән йылдар
Ғүмер йомғаҡтарын тағатыр.
Берсә көндәр бәхет булып балҡыр,
Берсә күңел күген ҡарайтыр.
Сал тауҙарҙың бейек түбәһендә
Мәңге-мәңге боҙло ҡар ятыр.
Уҙған яуҙар йәрәхәте булып,
Халыҡ йөрәгендә зар ятыр.
Сәскәләре ерҙең хуш еҫ бөркһә,
Йыландары ағыу таратыр.
Ғәйбәт атҡан уҡтар, зыйлап килеп,
Ғәйепһеҙҙең бәғерен ҡанатыр!..
Гәрсә, ергә, күккә сәләм биреп,
Һәр көн Сулпан ҡалҡыр, таң атыр,
Һәр замандың Мәжнүн, Ләйләләре
Бер-береһе өсөн йән атыр...
Бар донъяһын онотоп яратыр!
1969
Бер заман...
Был ғүмеркәйҙәрҙең һиҙҙегеҙме
Быуын-быуын булып үткәнен,
Ваҡыт елдәренең һис аямай
Тере сәскәләрҙе киҫкәнен.
Ҡанун шундай:
һәр бер йән эйәһе
Китмәй ҡалмай фани донъянан.
Ер өҫтөнә һыймай йөрөгәнде лә,
Ерҙе һөйгән изге әҙәмде лә
Ҡара тупраҡ ала бер заман!
1989
Мәңгелеккә китеп барам
Был донъяға килгәс инде,
Китмәйенсә юҡ шул сараң.
Мин бит,
тере йондоҙ һымаҡ,
Баҙрап яныр өсөн оҙаҡ
Мәңгелеккә китеп барам!
Ер ғәменән мейем сатнай,
Йөрәгемдә һыҙлай ярам...
Мин бит,
заман зарын йотоп,
Иблистәргә ләғнәт уҡып,
Мәңгелеккә китеп барам!
Тәүге таныш офоҡтарҙан
Алыҫая һаман арам...
Мин бит,
һөйөү йырын йырлап,
Ил халҡының күңелен нурлап,
Мәңгелеккә китеп барам!
1989
Бер йылмайып ҡараһаң да...
Бөтәһенә ризамын мин,
иллә-мәгәр
Мәхрүм итмә, иркәм, йылы һүҙҙәреңдән,
Ә донъяның михнәтен дә,
хәсрәтен дә
Ғорур йөкмәп барырмын үҙ иңдәремдә!
Һин вайымһыҙ,
ҡырыҫ булһаң әгәр миңә,
Ҡара көйөп наҙҙарыңа тилмерермен,
Ихлас итеп,
бер йылмайып ҡараһаң да
Ҡар өҫтөнән ялан аяҡ йүгерермен!
1982
Ишәйә бара һаман
Алтын ҡалаҡ менән ашап,
Мамыҡ түшәктә йоҡлап
Үҫкән бала — мин, тип әйтһәм,
Үҙ алдына уйланыр ҙа
Йөрәгем ҡуйыр һыҡтап!
Йөрәккәйем һыҡтамаһын,
Уҙған мәлдәрҙе иҫләп,
Бала саҡтарым үтте шул
Ауыр һуғыш йылдарында
Туңған башаҡтар сүпләп.
Инде бәхет тә йылмая,
Түңәрәк кеүек донъям,
Ҡояшым да, айым да бар.
Әммә ләкин йәнемдә мин
Ниндәйҙер әрнеү тоям.
Тормошом бөтөн булһа ла,
Күңелем түгел бөтөн,
Күҙкәйҙәрен мөлдөрәтеп,
Гүйә, ярҙам көтә кеүек
Ни саҡлы үкһеҙ етем!
Яу һөрөмөн күмде йылдар,
Тыныс нур һулай заман,
Ә ниңә һуң ил буйынса
Ҡыйырһытылған үкһеҙҙәр
Ишәйә бара һаман?!
Ана шуныһы яман!
1988
Ялбарыу
Ах, шашына мөртәттәр,
Шуға әрней бәғерем,
Был бәндәләр белмәй һис
Иман,
Ҡөрьән ҡәҙерен.
Ялбарып һорайым мин
Үҙ өммәтен яратҡан,
Үҙ динем тип йән атҡан
Инсафлы инсандарға
Ярҙам итсе, Тәңерем!
Ярҙам итсе, Тәңерем!
Яҙмыш шырлыҡтарында
Аҙашмаһын әҙәмдәр,
Ислам нурын балҡытып,
Рухыбыҙҙы сафландыр
Хаҡ тәғәлә рәсүле —
Эй, Мөхәммәт пәйғәмбәр!
Эй, Мөхәммәт пәйғәмбәр!
1989
Яуҙырам мин рәхмәт ямғырҙарын
Һеҙҙән һүнмәҫ илһам алғанға ла
Арта бара ҡөҙрәт-ҡарыуҙарым,
Йәнегеҙгә шифа булһын әйҙә,
Яҡын дуҫҡайҙарым, барсағыҙға
Яуҙырам мин рәхмәт ямғырҙарын!
Һеҙҙән ҡәҙер-хөрмәт күргәнгә лә
Дәртле тибә йөрәк тамырҙарым,
Йәнегеҙгә дауа булһын әйҙә,
Ғәзиз яҡташтарым, бөтәгеҙгә
Яуҙырам мин рәхмәт ямғырҙарын!
Һеҙҙән аҡ фатиха алғанға ла
Салт ҡиблаға ҡарап барыуҙарым,
Йәнегеҙгә сауап булһын әйҙә,
Ғәййәр илдәштәрем, көллөгөҙгә
Яуҙырам мин рәхмәт ямғырҙарын!
2000.