Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төрки оркестрҙа – ҡурай тауышы
Төрки оркестрҙа –  ҡурай тауышы Бик мәслихәт! Төрки халыҡ ҡоралдары оркес­трында ҡурай тауышы ла яңғыраны. Ҡәрҙәш халыҡ һанап, ТӨРКСОЙ ойошмаһы беҙҙең музыкант­тарға ла гала-концертҡа саҡырыу ебәргән.


Алтылағы юлдан ҡайтһа, алтмыштағы хәл белешергә килә, ти халыҡ мәҡәле. Ә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының был әйтемгә ярашлы үҙенең матур йолаһы бар, йәғни сит илдәргә, өлкәләргә форум, фестиваль, сараларға барып килгән башҡорт балаларын йөрөп ҡайтҡас үҙ янына йыйыу, хәлдәрен белешеү, ил-көн хәбәрҙәрен, һәүетемсә донъя яңылыҡтарын һөйләшеп ултырыу.

Күптән түгел йәнә бер төркөм музыкант йәштәр кескәй ҡорға йыйылды. Улар төрки илдәрҙең Үҙаллылыҡ көнөнә арналған гала-концертта башҡорт халҡының милли музыка ҡоралдарында халыҡ-ара оркестрҙа уйнау бәхетенә эйә булған “Йатаған” этнотөркөмө егеттәре ине.
– Төрки ҡәрҙәштәребеҙ үткәргән бындай халыҡ-ара сараларға ике тапҡыр саҡырылып та бара алмай ҡалғайныҡ, был юлы Башҡортостан исеменән уңышлы сығыш яһап, башҡорт халҡының асылын лайыҡлы күрһәтеп ҡайтырға яҙҙы, – тип һүҙ башланы төркөмдөң етәксеһе Илдар Шакир.
Әйткәндәй, ул, халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй бәйгеләре лауреаты булыу менән бер рәттән, беҙҙең республикала йатағанда профессиональ уйнай белгән беренсе оҫта ла. Этнотөркөм, күптән түгел генә барлыҡҡа килеүенә ҡара­маҫтан, милли мөхитебеҙҙә билдәле бер урын биләүгә өлгәште лә инде. Халыҡ көйҙәренән тыш, авторлыҡ көйҙәр менән дә заманса итеп сығыш яһаған аҫыл музы­канттарыбыҙ милләт һәм “Йатаған” этнотөркөмө айы­рылғыһыҙ бер төшөнсә икәнен оҫталарса күрһәтә алды тиһәк, хаталанмаҫбыҙ. Төркөм­дөң башҡа этнотөркөмдәрҙән айырылып торған тағы ла бер үҙенсәлеге – быға тиклем Башҡортостан сәхнәләрендә профессиональ кимәлдә бер ҡасан да ҡулланылмаған йатаған музыка ҡоралында уйнау. Сығыштар тағы ла ҡурай, ҡыл-ҡумыҙ, морин-хуур, эрху, думбыра, виолончель, гитара, саз, ҡумыҙ кеүек музыка ҡорал­дарында уйнауҙан тыш өзләүҙе лә үҙ эсенә ала.
Халыҡ-ара оркестрҙа тап уларҙың ҡатнашыуы беҙҙең республика өсөн ҙур мәртәбә булды. Әйткәндәй, оркестрҙа думбырала Илдар Шакир, ҡыл-ҡумыҙҙа Аяз Нухов уйнаған. Ә инде сит илдә “Йатаған” төркөмөнә үҙенең ҡурайы менән ҡушылған Юлай Ҡасимов – бер йыл элек кенә барлыҡҡа килгән “Саптар” этнотөркөмө солисы. Уның тураһында, Түңгәүер ырыуы башҡорттарының ҡурайсылар мәктәбен лайыҡлы дауам итеүсе уңған егет, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Һәр хәлдә, Түңгәүер ырыуы ҡурайсылары данын күтәргән Йомабай Иҫәнбаев, Солтанморат Әбделнасиров, Ишҡәле һәм Ишмулла Дилмөхәмәтовтар, Азат Айытҡолов, Нурғәле Кейекбир­ҙин, Ришат Аҡбалин, Илшат Солтангәрәев, Марсель Сәйетов, Рөстәм Шәриповтар республика­быҙҙа киң билдәле.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан Марат Ғилманов беҙҙе бергә йыйғас, сара хаҡындағы уй-кисерештәрен уртаҡлашҡан милләттәштә­ремдең күҙҙәрендәге рухты күреп ғорурланыуымдың сиге булманы. Егеттәребеҙ менән бер рәттән ул сарала респуб­ликабыҙҙың Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле солисы Миләүшә Хәйбуллинаның да булыуы икеләтә ҡыуаныслы. Уның иһә ете йыллап ТӨРКСОЙ үткәргән халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашып, Башҡортостаныбыҙ йөҙөн бик лайыҡлы күрһәткәнен күптәр беләлер. Был юлы ла уның Анкарала сағында ике көн эсендә яңы бейеү һалыуын, башҡорт халыҡ бейеүен башҡарыуын ғорурланып һөйләне юлдаштары.
Хәйер, төрки халыҡтарҙың Үҙаллылыҡ көнө тип аталған сараға ентекләберәк күҙ һалғанда, ул беҙгә ҡәрҙәш Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә һәм Кипрҙа билдәләнә. Күҙ алдына килтерәйек: Алматы, Талды-ҡорған, Бишкәк, Анкара, Измир, Гирнэ ҡалаларының эре сәхнәләре, төрки халыҡтарҙың музыка ҡоралдарына нигеҙләнеп йыйылған халыҡ-ара оркестр һәм башҡортомдоң һәләтле ҡыҙ-улдары... Сарала тап башҡорт милләтенең булыуын мөһим һанауҙары әһәмиәтле бит. Әйткәндәй, бөтә төрки милләттәрҙән ҡырҡлап музыкант йыйылған халыҡ-ара оркестрҙа уйнау башҡорт этнотөркөмдәре тарихында беренсе осраҡ, ахыры.
Әле Төркмәнстандың Мары ҡалаһында йыйылған ТӨРКСОЙ-ҙың XXXIII Даими совет ултырышында уҡ төрки халыҡтарҙың халыҡ-ара ойошмалары вәкил­дәре һәм мәҙәниәт министрҙары тарафынан быйыл Үҙаллылыҡ көнөнөң 25 йыллығын байрам итеү ҡарары ҡабул ителә, был юҫыҡта бихисап проекттар төҙөлә. Шул иҫәптән ТӨРКСОЙ-ҙың генераль секретариаты башланғысы менән төрки халыҡтарының музыка ҡорал­дары оркестры ойошторола. Думбыра, балама, сырнай, шертер, ҡыл-ҡумыҙ, тар, кеманча, ҡумыҙ, ҡыл-ҡияҡ, ҡурай, най, саз сырнай, кавал, хомус, морин-хуур, игиль, гармун, рубаб, топшур, чаткан, дойра, жетиген, канун кеүек музыка ҡоралдарында уйнау рөхсәт ителә. Ә инде оркестрҙың үҙенсәлеге уның халыҡ-ара составта булыуында. Һәр милләт музыканты төрлө халыҡтарҙың көйөн уйнарға өйрәнә. Оркестр­ҙың репертуарында төрки донъяһының фольклор әҫәрҙәре, халыҡ көйҙәре төп урынды биләй.
Әйткәндәй, сарала оркестрға эйәреп ҡурайҙа уйнар өсөн нота булмауы арҡаһында бер аҙ ҡыйынлыҡ тыуа. Беҙҙең ҡурайсы был турала аңлатҡас, ойоштороусылар ауыҙынан: “Ә Азат Биксурин быларҙы ҡурайҙа уйнай торғайны”, – тигәнде ишетәләр.
– Алдан өс-дүрт көйҙөң ноталары ебәрелгәйне, тик барыбер унда икенсе көйҙәр уйнаныҡ. Ә инде ҡурай өсөн бөтөнләй нота һалған кеше булманы, шуға күрә оркестрға эйәреп көйҙө үҙемә сығарырға тура килде, – тине Юлай.
“Йатаған” этнотөркөмө, яңы ғына сит илдән ҡайтыуына ҡарамаҫтан, тағы ла гастролгә сығып китте. Шул уҡ халыҡ-ара оркестрға йыйылып, Төркиәнең Истанбул, Малатья ҡалаларында шулай уҡ төрки халыҡтарҙың Үҙаллылыҡ көнөнә арнап концерт ҡуясаҡ улар. Был юлы иһә Илдар Шакир менән Аяз Нуховҡа төркөмдөң үҙенең ҡурайсыһы Морат Йәноҙаҡов ҡушылған.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780