Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер төн бүләк итте театр
Бер төн бүләк итте театр Бер нисә йыл рәттән даими үткәрелеп килгән Театр төнө акцияһы быйыл да баш ҡаланы шаулатты. Яңы йыл төнө алдындай, был көндә Өфө байрамдарға ғына хас үҙенсәлекле тылсымға сорналғайны: төрлө парктарҙа сағыу сығыштар, матур кейенгән көләс йөҙлө ҡала халҡы бер-береһен байрам менән ҡотлай.


Быйылғы театр төнөнөң үҙенсәлеге шунда: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы шәхсән киң мәғлүмәт сараларында эш­ләгән хәбәрселәр өсөн Матбуғат туры ойошторҙо. Республика матбуғатында ғына түгел, телевидение һәм радио компанияларынан да вәкилдәр, Интернет селтәрендә үҙ блогын алып барған блоггерҙарға Өфө ҡалаһының төрлө театрҙарында үткән һәр сараның ваҡиға үҙәгендә булыу мөмкинлеге тейҙе.
Рус дәүләт академия драма театры байрам төнөн “ҡыҙыл келәм” менән башлап ебәрҙе. Яратҡан актерҙарын халыҡ ихлас тәбрикләне, һәр береһен көслө алҡыштар менән оҙатты. Артабан фойела журналистар һәм тамашасылар өсөн матбуғат конфе­ренцияһы уҙҙы, унда театр һөйөүселәргә яҡшы таныш булған Тимур Ғазипов, Айгөл Шакирова, Анна Бурмистрова, Валерий Гриньков, Александр Федеряев, Григорий Николаев, Ирина Бусыгина, Владислав Арыҫланов ҡатнашты, төрлө һорауҙарға яуап бирҙе.
– Һеҙ шул хәтлем тере­мекһегеҙ, әүҙем тормош алып бараһығыҙ, һәр ваҡыт сәхнә түрендәһегеҙ. Һаулығығыҙ насарайып киткән саҡтар ҙа булалыр бит... – тип борсолоу белдергән бер ханымға Валерий Гриньков:
— Беҙҙең тап һеҙҙең кеүек яп-ябай кешеләр икәнебеҙҙе аңлауығыҙ бер ни тиклем сәйер ҙә, ғәжәп тә!.. — тине.
Ә Владислав Арыҫлановтың: “Сәхнә дауалай. Ауырып, хәлдән тайып килгәндә лә, сәхнәгә сығып баҫыуың була, бөтөнләй һау кешегә әйләнәһең ул”, – тигән яуабы һәр кемдең хәтерендә уйылып ҡалғандыр.
Быйылғы ижад миҙгеле Рус дәүләт академия драма театры өсөн 155 йыллыҡ юбилейы һәм сағыу премьераһы менән үҙен­сәлекле – башҡорт халыҡ эпосы йөкмәткеһенә нигеҙләнгән “Аҡбуҙат” исемле рок опера тамашасыларҙы ҡыуандырасаҡ. Проектта алтмыштан ашыу сәнғәт әһеле ҡатнаша. Актерҙар, вокалистар, бейеүселәр, үҙенсәлекле декорация һәм сәхнә костюмдары, тере тауыш — барыһы ла театрҙың яңы спектаклендә тамашасыларҙы көтә.
Өфө “Нур” дәүләт татар театрында беҙҙе бик ихлас ҡаршы алдылар. Фойела байрам уңа­йынан күргәҙмәләр ойошто­рол­ғайны. Театрға килгән һәр кем спектаклдәр өсөн нисек кейем тегелеүен үҙ күҙҙәре менән күреп кенә ҡалманы, грим һалдырыу, актерҙар менән яҡындан аралашыу, уларҙан оҫталыҡ дәрестәре алыу бәхетен дә татыны. Яҙыу өҫтәлдәре янында ҡаурый тотоп, ҡулъяҙмаларҙан, китаптарҙан шиғыр уҡып ултырыусы бөйөк рус шағиры А. С. Пушкин менән бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡай был тылсымлы сараға айырыуса сихрилек өҫтәне.
— Пушкинды уйнау теләге күптән инде миндә, – тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты рус шағирын һынландырған “Нур” театры актеры Риф Ғөбәйҙуллин. — Эргәнән кеше өҙөлмәй, ҡайһы берҙәре хатта бер нисә тапҡыр ҡабат килеп, фото төшөргә теләк белдерә.
– Нимә ул сәхнә әһелдәре өсөн Театр төнө? — тип ҡыҙыҡһындым.
— Театр төнө – тамашасы менән яҡындан танышыу һәм аралашыу. Ғөмүмән, был саранан һәр кем үҙенә ни теләй, шуны ала. Тамашасылар беҙҙе алыҫ­тан яҡшылап күрә лә алмай, ә был сара – аралашыу, хатта тотоп ҡарау өсөн ысын мөмкинлек, — тип яуапланы “Пушкин” һәм, “Нур”ға йышыраҡ килеп йөрөргә саҡырып, үҙен түҙемһеҙлек менән көтөп торған халыҡҡа табан атланы.
Татар театрында, шулай итеп, сәхнә аръяғындағы цехтар тормошо нисек ҡайнағанын күргәҙмәләр ярҙамында күрһәк, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында беҙ ысын мәғәнәһендә сәхнә аръяғындағы мөхиткә сумдыҡ: Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, рус труппаһының баш режиссеры Мөсәлим Күлбаев, беҙгә гримеркалар, цехтар, тауыш режиссеры кабинаһы буйлап мауыҡтырғыс экскурсия ойоштороп, ҙур һәм бәләкәй сәхнәлә баҫып торорға, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары һәм йәш актерҙары көсө менән ойошторолған “Аванс менән бенефис” тамашаһы репетицияһынан өҙөк ҡарарға мөмкинлек бирһә, театрҙың директоры, күренекле актер Азат Йыһаншин беҙҙе сәй табынына саҡырҙы.
– Килегеҙ, йөрөгөҙ спектакл­дәргә, аралашып торайыҡ! – тип ихлас оҙатып ҡалды ул. Милли йәштәр театрынан беҙ тәмле сәйҙән дә, алсаҡ, ҡунаҡсыл йөҙҙәрҙән дә йылынып килеп сыҡтыҡ.
М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында беҙҙе күптән көтәләр ине. “Матбуғат туры” өсөн бында ла бәхет йылмайҙы: быйыл беренсе тапҡыр уҙғарылған “Йәш актер курсы” квестында ҡатнашыу мөмкинлеге тейҙе. Йәш актер Артур Кәбиров етәкселегендә бер команда булып, театр бинаһының лабиринттан бер ҙә ҡайтыш булмаған сәхнә арты буйлап төрлө-төрлө һынауҙар үтеү, ҡараңғы коридор киңлегендә ҡапыл килеп сыҡҡан мифик йән эйәләре менән көрәшеү күңелдә яҡты иҫтәлек булып уйылып ҡалды. Мауыҡтырғыс квест һәр ҡаршылыҡтарҙы йырып сыҡҡан­дан һуң бирелгән пазлдарҙы аҙаҡ театр алдындағы Ғафури һәйкәле янында “Мин Башдрамды яратам!” тигән лозунгка йыйып, иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.
Форсаттан файҙаланып, Артур Кәбировҡа бер нисә һорау биреп үттем. “Театр төнө актерҙар өсөн күберәк эш көнөмө, әллә байраммы?” тиеүемә ул: “Эш көнө тип һанала, әлбиттә, ә күңелдәрҙә байрам кеүек. Быйылғы Театр төнө башҡа йылдағыларынан квест уҙыуы менән айырылып торҙо. Ыңғай тәьҫораттар, бик оҡшаны! Минең уйлауымса, бындай саралар актерҙар менән тамашасының үҙ-ара булған мөнәсәбәттәрен тағы ла нығыта”, – тине.
Шәхсән минең өсөн Театр төнө MusicHall 27 сәхнәһендә уҙған “Тһе ТЕАТР” проектының хәҙерге замандың билдәле рус шағирәһе Вера Полозкованың шиғырҙары буйынса сәхнәләштергән “Вера” спектакле менән тамамланды. Бәләкәй сәхнә, ултырғыс, лампа, эсенә һауа тултырылған полиэтилен тоҡтарҙан декорация, өс кешенән торған актерҙар составы, ә ниндәй тәрән мәғәнәле тамаша!.. Үткер ҡәләмле Вера Полозкованың мөхәббәт, социаль яңғыҙлыҡ, хәҙерге быуын йәмғиәте хаҡында уйланыуҙарын, хатта мин әйтер инем, өҙгөлә­неүҙәрен “Тһе ТЕАТР” проек­тының йәш актерҙарының бер сәғәткә һыйған сығыштарында йөрәк һыҙырлыҡ итеп еткерә алыуҙары һоҡландырҙы.
Театр сәнғәте — борон-борондан кешеләрҙе үҙенә айырым бер тылсымы менән ылыҡтырған сәнғәт ул. Сәхнә күпме асылмаған серҙәр һаҡлай, тамашасыны йә быуаттар арауығында ҡалған тарих арбаһы менән тоташтыра, йә хыял елкәнендә буй етмәҫлек үрҙәргә илтә, йә күҙҙән йәш сыҡҡансы тормош мәҙәктәренән көлдөрә, йә ғүмер драмаларынан, ҡыҙғаныс хәлдәрҙән һығылып-һығылып иларға мәжбүр итә. Тап театр тупһаһын ашатлау менән һәр кем айырым бер сихри донъяға сума, ҡыҫып алып килгән донъяуи мәшәҡәттәрҙән, хәл ителмәҫтәй тойолған ҡатмарлы мәсьәләләрҙән аҙға ғына булһа ла онотолоу юлын таба. Был тылсым донъяһының семәрле ишеге йышыраҡ асылһын, ә театрҙар үҙҙәренең яңынан-яңы сәхнә әҫәрҙәре менән йышыраҡ ҡыуандырһын!






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 060

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 581

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 606

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 513

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 419

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 410

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576