Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Симфоник палитра балҡышы
Опера театры, симфоник оркестр, консерватория булыу-булмауы илдең, ҡаланың мәҙәни кимәлен билдәләгән күрһәткес икәнлеге һәр кемгә мәғлүмдер. ХХ быуаттың 30-сы йылдарында уҡ беренсе башҡорт композиторҙары Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Солтан Ғәбәши, Хәбибулла Ибраһимов, симфоник әҫәрҙәр ижад итеү, уларҙы халыҡҡа еткереү хаҡында хыялланып, үҙҙәренең тәүге әҫәрҙәрен яҙған. Тик уларҙы, симфоник оркестр булмау сәбәпле, тынлы оркестр башҡарған.

Ә инде киләһе быуын компо­зиторҙары – Заһир Исмәғилев, Камил Рәхимов, Мәсәлим Вәлиев, Рәүеф Мортазин, Данил Хәсәншин, Рафаил Ҡасимов һәм уларҙан йәшерәк авторҙарҙың әҫәр­ҙәре Өфөлә ситтән саҡырылған коллективтар башҡарыуында ғына яңғырай торғайны. Үҙебеҙҙә симфоник оркестр ойоштороу менән хәл ҡырҡа үҙгәрҙе.
Башҡортостандың Милли симфоник оркестры (МСО) ойошто­ролоуға – 24 йыл. Ошо осорҙа коллектив үҙен республикабыҙ­ҙың төп мәҙәни көстәренең береһе итеп танытыуға өлгәште. Бер генә ҙур, әһәмиәтле сара ла унһыҙ үткәне юҡ. Милли академик музыка сәнғәтенең үҫешендә уның роле баһалап бөткөһөҙ ҙур.
Өфө сәнғәт училищеһының ҙур залында уҙған концерт шуны тағы ла бер иҫбатланы. “Баш­ҡорт­­остандың симфоник палит­раһы” тип аталған проект рес­публикабыҙҙың Композиторҙар союзы тәҡдиме менән ойошторолдо. Берекмә рәйесе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡа­ҙанған сәнғәт эшмәкәре, рес­публиканың халыҡ артисы, композитор Ләйлә Исмәғилева әйте­үенсә, проекттың төп маҡсаты – милли симфоник музыканы халыҡҡа еткереү һәм артабан үҫтереү.
– Башта мәрхүм композитор-юбилярҙа­рыбыҙҙы иҫкә алыу теләге тыуҙы, – ти Ләйлә Заһир ҡыҙы. – Мәҫәлән, Башҡортостан­дың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, республикабыҙ­ҙың халыҡ артисы, композитор Абрар Ғабдрах­мановҡа былтыр 80 йәш тулған булыр ине. Күптән түгел ара­быҙ­ҙан киткән композитор, Башҡорт­ос­тандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Кәримов быйыл үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләп өлгөрмәне. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡа­ҙанған сәнғәт эшмәкәре Салауат Низаметдиновтың да киләһе йылда юбилейы булырға тейеш ине. Проектыбыҙҙа тәү сиратта ошо ижадсыларға ихтирамыбыҙ­ҙы белдереү, уларҙың әҫәрҙәрен халыҡҡа еткереү ҡаралды, сөнки уларҙың һәр ҡайһыһы – башҡорт музыка сәнғәтенә үҙ өлөшөн ин­дергән, халыҡ тарафынан та­нылған шәхес. Һуңыраҡ концерт программаһына замандаштары­быҙ­ҙың ижад емештәре лә килеп ҡушылды.
Ләйлә Исмәғилева телгә алған әҫәрҙәр – А. Ғабдрахмановтың “Вальс-фантазия”һы, Айрат Кә­римовтың Х. Ғиләжевтең “Ҡаһар­манлыҡ” поэмаһы буйынса яҙған “Биш симфоник картина”һы, Салауат Низаметди­новтың “Биш ҡатын-ҡыҙ портреты” тамаша­сыларға әлегәсә таныш булһа, кисәлә премьералар ҙа яңғы­раны. Рәшит Йыһановтың “Салауат Юлаевҡа йыр” тип исем­лән­гән симфонияһы менән Илдар Хисаметдиновтың “J.S. Bach Galaxy”, йәғни “Бах исемле йыһан” әҫәре, моғайын, күптәр өсөн асышҡа әүерелгәндер.
Замандаштарыбыҙ – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙан­ған сәнғәт эшмәкәре Рәшит Йы­һанов менән халыҡ-ара конкурс­тар лауреаты Илдар Хисаметди­новтың ижад емештәрен милли симфоник сәнғәтебеҙҙең ике яры тип атаһаҡ, моғайын, яңылыш бул­маҫ, сөнки улар бер-береһе­нән күҙ етмәҫлек арала йәшәй, икеһе ике юҫыҡта фекерләй, хатта бер-береһе менән бәхәскә ингән кеүек тойола. Береһе башҡорт халыҡ ижадына таянып эш итһә, икенсеһе бөйөк немец композиторы мөхитендә ҡайнай.
Р. Йыһановтың “Салауат Юла­евҡа йыр“ симфонияһы милли геройыбыҙға арналған музыкаль хазинаһын үҙенә генә хас буяуҙар менән байытты, тип әйтергә мөм­кин, сөнки композитор был үтә лә популяр һәм ҡатмарлы теманы ышандырырлыҡ итеп асыуға өлгәшкән. Симфонияла органик рәүештә ҡурай, өзләү тауыштары яңғырай (солист – Артур Ғайсаров), урынлы ғына итеп Салауатҡа арналған ике башҡорт халыҡ йыры ҡулланыла. Әммә йырҙар цитата ысулы буйынса, тулыһынса түгел, уларға ишара булырҙай берәр фразала ғына яңғырай һәм симфония барышында танымаҫлыҡ булып эшкәртелә. Автор, шулай итеп, заманса симфоник музыкала аллюзиялар тыуҙыра, Салауат ту­ра­һындағы халыҡ хәтеренә мөрә­жәғәт итә, уның хаҡында уйлана.
Илдар Хисаметдиновтың әҫә­ренең тәүге аккордтарынан уҡ тыңлаусы Иоганн Себастьян Бах йәшәгән алыҫ дәүергә – XVII быуатҡа күсә. Ләкин уны бөйөк немец композиторҙарына һу­ҡырҙарса эйәреүҙә ғәйепләп булмай, сөнки был әҫәр авторҙың үҙенең кумирына һоҡланыу, уның тураһында хыял йөрөтөү, уның заманына, иҫ киткес гүзәл “барокко” тип исемләнгән сәнғәт стиленә һоҡланыу билдәһе тип ҡабул ителә. Бөгөн бөтөн донъя­ла боронғо сәнғәт, бигерәк тә барокко сәнғәтенә иғтибар үҫкән­дән-үҫә. Был – онотолған боронғо опера әҫәрҙәрен тергеҙеүҙә лә, Бах, Гендель, Порпора кеүек бөйөк композиторҙарҙың фекер­ләү рәүешен аңларға ынтылыуҙа ла айырым-асыҡ күренә.
Ғөмүмән, “Башҡортостандың симфоник палитраһы” уйлан­дыр­ҙы ла, шатландырҙы ла. Рәссам­дарҙың буяуҙар палитраһы төрлө-төрлө төҫтәргә бай булһа, концертта яңғыраған әҫәрҙәр ҙә жанрҙар, образдар, формалар төр­лөлөгө менән күңелгә хуш килде. Проект даими рәүештә дауам итер тип ышанғы килә, сөнки бының өсөн беҙҙең республикала барыһы ла бар: милли композиторҙар берләшмәһе тарихының һәр дәүерендә лә симфоник музыка ижад ителгән. Оркестр китапханаһында һаҡлан­ған партитуралар ғына тиҫтәлә­гән программаға етерлек. Ә килә­сәктә яҙылаһы әҫәрҙәр һуң?! Улар ҙа, һис шикһеҙ, үҙ тыңлау­сыһын табырға, халыҡ тарафынан лайыҡлы баһа алыуға хоҡуҡ­лы.
Концертты башынан аҙағына­са Милли симфоник оркестрҙың художество етәксеһе һәм баш дирижеры Раушан Яҡупов алып барҙы.

Миләүшә ИҘРИСОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, сәнғәт фәндәре кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780