Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Сая рухым минең һис ҡасан да ташлап китмәҫ тыуған Ватанды!”
“Сая рухым минең һис ҡасан да ташлап китмәҫ тыуған Ватанды!” “Бөркөт бит һин!”, “Гүзәл кешеләр һеҙ!” Эпитеттарҙы йәлләмәне ағай. Тойғо-кисерештәрен дә. Кешеләрҙе ихлас яратты. Асыҡ та, алсаҡ та ине. Яҙмышы гел аяҙҙан ғына тормаһа ла, күңеле лә, ижады ла шау ҡояшлы булды. Яҡшы шиғыр яҙып та, насар уҡыған шағирҙар була. Насар шиғыр яҙып та, матур уҡы­ғандары ла осрай. Абдулхаҡ ағай һирәгерәк осрай торған өсөнсөләр рәтенән ине: уның сәхнәләрҙә шиғыр уҡыуы тотош бер драма кеүек була торғайны. Шиғри һүҙҙәре уның йәнен йыртып сығып, керештән осҡан уҡ һымаҡ һәр тамашасының күңеленә барып ҡаҙала ине. Шағир үҙе талпынып-талпынып осоп ҡына китерҙәй:
“... – Мин – Ер-әсә,
Мин – Ер-әсә,
Мин – Ер-әсә, өндәшәмен,
Һеҙҙең йөҙгә, һеҙҙең күҙгә
Тура ҡарап һөйләшәмен!
Һөйләйемме ел телендә,
Һөйләйемме гөл телендә,
Һөйләйемме ил телендә:
Мәңге яҡты,
Мәңге янар
Хәҡиҡәт бар һәр һүҙемдә!..”

Шиғри һүҙең бар ине, шиғырыңда моң бар ине, һәр һүҙеңдә хәҡиҡәт бар ине. Барыһы ла бында ҡалды, барыһы ла беҙгә ҡалды.
Әллә ниндәй булды бы­йылғы йыл... Күк кәнсәләрендә план тулмай, ахыры. Шуға күрә унда ашығалар. Ағайҙарҙы берәм-берәм алалар. Тимер Йосопов, Ғәлим Дәүләди, Ирек Кинйәбулатов... һәм бына – Абдулхаҡ Игебаев. Тотош быуын китә. Башҡорт шиғриәте көмбәҙен тотоп торған алтын бағаналар һирәгәйгәндән-һирәгәйә. Бындай осраҡта, шартына килтереп, рухта­рығыҙ тыныс булһын, ағайҙар, беҙ һеҙҙе алышты­рырбыҙ, тип әй­тергә кәрәктер ҙә... Әммә... һеҙҙе бер кем дә алыштыра алмаясаҡ бит. Рухтарығыҙ тыныс булһын өсөн, доғаларға ҡушып, шуны ғына әйтә алам: китаптың ҡәҙере бар ваҡытта, шиғыр уҡыған халыҡ бар саҡта, әҙәбиәт менән әҙәмиәт бер үк мәғәнәгә эйә булған осорҙа йәшәүегеҙ менән бәхет­леһегеҙ.
Алдымда – Абдулхаҡ ағайҙың китаптары... Шағир һүҙе, шағир мираҫы, шағир аманаты:
“... Һәр ғүмерҙең үҙ яҙмышы була,
Һәр кемдең дә була тәҡдире.
Ахыры, тәҡдир үҙе ҡушҡанғалыр
Халҡым күңелендә – Мин тере!
Бөгөн дә мин, офоҡтарға бағып,
Ҡаршы алам төҫлө ал таңды...
Сая рухым минең һис ҡасан да
Ташлап китмәҫ тыуған Ватанды!”






Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ

Һәр бер кеше
ерҙә берәү генә

Һәр бер кеше ерҙә берәү генә,
Берәү генә уның ғүмере.
Һәр кемдең дә тик үҙенсә генә
Быҫҡып, йәки баҙрап яналыр ул
Яҙмыш усағының күмере.

Һәр бер кеше ерҙә берәү генә,
Берәү генә уның йөрәге.
Һәр кемдең дә тик үҙенсә генә
Ваҡыт-ваҡыт тәрән уйға сумып
Моңаялыр күңел тирәге.

Һәр бер кеше ерҙә берәү генә,
Берәү генә уның йәне лә.
Һәр кемдең дә тик үҙенсә генә
Берсә һүрәнләнеп, берсә балҡып,
Йылтылдайҙыр ғүмер шәме лә!

Һәр бер кеше ерҙә берәү генә,
Берәү генә уның һулышы.
Һәр кемдең дә тик үҙенсә генә
Яҙмышының төрлө ептәренән
Нағышланалыр ул тормошо.

Һәр бер кеше ерҙә берәү генә,
Әммә ләкин шулай булһа ла:
Ул үҙенсә, үҙе теләгәнсә,
Бөтә хоҡуҡтарын файҙаланып,
Йәшәй аламы һуң донъяла?!

Ғәзиз йәнгә аяу бармы беҙҙә?
Инсандарҙың бармы ҡәҙере?
Ҡәҙере булһа, заман зарын йотоп,
Яугир ветерандарҙың, сал ҡарттарҙың
Ҡанһырамаҫ ине бәғере!

Ғәзиз йәнгә аяу бармы беҙҙә?
Эт көнөндә күпме әҙәмдәр!
Мең хәсрәтле Ер-Әсәне йәлләп
Ай, Ҡояшы, йондоҙҙары менән
Һыҡтап-иңрәп ҡуя ғаләмдәр!!!

Һәр бер кеше ерҙә берәү генә,
Берәү генә, шуны аңлағыҙ:
Әй, илдәштәр, аҫыл милләттәштәр!
Был донъяла, күҙ нурындай ҡурсып,
Бер-берегеҙҙең ғүмерен аяғыҙ!
Аяғыҙ!
Һәр бер кеше ерҙә берәү генә!



Йәшәп һыуһын ҡанманы

Көндөҙ ҡояшым йылмайһа,
Төнөн айым баҙланы,
Ҡурайымдың аҫыл моңо
Хистәремде наҙланы;
Моңло, нурлы атайсалда
Йәшәп һыуһын ҡанманы!
Их, һыҙа йөрәккәйҙәр,
Уҙа шул ғүмеркәйҙәр!

Илһам ҡошом һайрай-һайрай
Йәнтөйәкте данланы.
Саф мөхәббәт ялҡындары
Күкрәгемде ялманы.
Мөхәббәтле илкәйемдә
Йәшәп һыуһын ҡанманы!
Их, һыҙа йөрәккәйҙәр,
Уҙа шул ғүмеркәйҙәр!

Ерем һуты, ерем ҡото,
Ҡандарымда ҡайнаны,
Күк Уралдың гүзәллеге
Күңелемде арбаны,
Хайран матур был донъяла
Йәшәп һыуһын ҡанманы!
Их, һыҙа йөрәккәйҙәр,
Уҙа шул ғүмеркәйҙәр!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779