Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Булмышы театр ине...
Булмышы  театр ине...Был донъяға килгәс, һәр кем үҙ-үҙен эҙләй, тәғәйенләнешен табырға ынтыла. Кемдәрҙер ғүмере буйы үҙен төрлө яҡтан һынап ҡарап, күңеленә тынғы таба алмай. Ә икенселәр, аң белгәндән үк үҙ һуҡмағын билдәләп, уның артабан ҡайҙа илтерен самалап ҡуя. Тап шундайҙар тарихта яҡты эҙ ҡалдыра ла инде. Башҡортостандың халыҡ һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Рәфил Нәбиуллин был донъяла үҙе булмаһа ла, уның хаҡындағы хәтирәләр халыҡ хәтерендә йәшәп килә, тамашасыһы әле һаман уның яҡты иҫтәлегенә тоғро ҡала.
Миңә уны күрергә насип булмаһа ла, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры музейында һаҡланған фотоһүрәттәре, гәзит-журналдарҙа сыҡҡан мәҡәләләр, артистарҙың һөйләүҙәренән күҙ алдымда оптимист, көслө ихтыярлы, шаян, талантлы актер кәүҙәләнде.
Рәфилдең ата-әсәһе Илеш районының Иҫке Хажи ауылынан. 1946 йылдың көҙөндә улар ғаиләһе менән Өфөгә күсеп килә. Р. Нәбиуллинға 10 йәш кенә сағында, әсәләрен тол, дүрт балаһын етем ҡалдырып, атаһы мәрхүм булып ҡала.
Сәхнә менән Рәфил Рауил улы бала сағынан уҡ ҡыҙыҡһына: 19-сы мәктәптә уҡығанда Пионерҙар йортонда Валентина Тараканова етәкселегендәге балалар драма түңәрәгенә йөрөй башлай. Урта мәктәпте тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына килә. Унан һуң Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килгәс, тәүге көндәрҙән үк үҙен талантлы, талапсан актер итеп күрһәтә. Репертуарында драма комедия менән үрелеп бара: “Медея”ла (Еврипид) — Ясон, “Ҡыҙ урлау”ҙа (М. Кәрим) — Шәрәй, “Аҫылйәр”ҙә (М. Фәйзи) — Ғәбдрәшит, “Йәрем минең, Алиһәм”дә (Р. Байбулатов) — Адам Федорович, “Әкәмәтле һөйөү”ҙә (Лопе де Вега) — Рикардо, “Аты барҙың — дәрте бар”ҙа (Н. Ғәйетбай) — Ҡотлобай, “Әйҙәгеҙ, танышайыҡ”та (Г. Әхмәтҡужина) — Самат һәм башҡалар.
Хәйер, талантлы актер, бөйөк шәхес хаҡында уның коллегалары күберәк белә торғандыр.
Илһөйәр ҒӘЗЕТДИНОВА, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы:
— Рәфил иҫ китмәле яҡшы дуҫ булды. Ул үҙенең яҡын кешеләрен бер ваҡытта ла рәнйетергә бирмәне. Тормошта беҙ уның менән яҡын булдыҡ, ғаиләләр менән ҡунаҡҡа йөрөштөк. Ҡазандар менән дә татыу инек, йәштәштәр, тиңдәштәр үҙ-ара аралашып йәшәнек: барһаҡ, улар асыҡ йөҙ менән ҡаршылай; беҙгә килһәләр, беҙ ҡунаҡ итәбеҙ. Шулай ҡунаҡтар килеп төшһә, Рәфил йүгереп йөрөп табын әҙерләр ине. Беҙ инде тик өҫтәл ултыртышырға барып өлгөрәбеҙ. Бик ихлас, шат күңелле кеше булды Рәфил.
Шулай уҡ ул сәйәсәт, мәҙәниәт өлкәһендә бик белемле, уҡымышлы ине. Элек бит партия уҡыуҙары була торғайны, бына шунда лектор килеп өлгөрмәһә, Рәфил коллективҡа төрлө рәссамдар йә башҡа билдәле шәхестәр хаҡында һөйләй.
Рәфилдең тағы ла бик матур сифаты: ул бер кемдең дә тыуған көнөн онотмай, открытка менән китап бүләк итер ине.
Рәфил үҙенсәлекле ролдәр башҡарҙы. Ә роль алғас, уны төбөнә төшкәнсе, асылын тапҡансы эҙләнер ине. Башта авторҙың әҫәре буйынса геройының тышҡы ҡиәфәтен сағылдырырға тырыша: нисек кейенгән, ҡыланыштары ҡайһылай — барыһын да ентекләп өйрәнә. Унан эске донъяһына күсә.
Шулай бер ваҡыт Ҡазанға Рәшиҙә апай Йыһаншинаны ҡотларға барҙыҡ. Халыҡ күп, ҡотларға теләүселәр байтаҡ булғас, ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа, “күп һөйләмәҫкә” ҡуштылар. Мин шиғыр уҡып, Рәфил һүҙ әйтергә тейеш. Ҡотлау һүҙҙәрен әйткәс, матур итеп йырлап ебәрмәһенме! Бөтөн Ҡазан халҡы “ах” итте.
Һуңғы арала икебеҙ ҙә сирләп тора инек. Ул йәйҙә йыш ҡына бер-беребеҙгә шылтыратып, хәлдәрҙе белештек, мин уларға барып йөрөнөм. Әсәһе бәлеш бешереп, беҙҙе ҡыуандырыр ине. Бер аҙҙан мин отпуск алғас, ауылыма ҡайтып килергә булдым. Рәфилгә шылтыратып әйткәс: “Ярай, имен-аман йөрөп кил. Ныҡ бул”, — тине... Мин ҡайтҡас, иртәгәһенә ул яҡты донъя менән хушлашҡан, шулай итеп, ул ваҡытта янында була алманым. Матур итеп оҙаттыҡ.
Рәфилде бик яраталар ине. Башҡа театрҙыҡылар ҙа үҙ итеп торҙо. Әле лә һағынып иҫкә алабыҙ. Яҡшы кешеләр яҡты донъянан иртә китәлер ул...
Суфия ҠОРБАНҒӘЛИЕВА, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы:
— Рәфил был донъянан киткәс, мин өс-дүрт йыл үҙ-үҙемә урын таба алмай ыҙаландым. Шул тиклем яңғыҙ тойҙом үҙемде. Үҙәк өҙгөс тынлыҡ, бушлыҡ күңелде йөҙәтте. Был тойғо бушҡа булмаған: сәхнәлә бергә уйнар партнерымды юғалттым мин. Партнер булараҡ, ул алыштырғыһыҙ ине. Үҙен юғалтмай тороп, бәлки, уның тормошомда ниндәй мөһим, кәрәкле кеше булыуын аңлап та еткермәгәнмендер. Әйтәләр бит: “Булғандың ҡәҙерен юғалтҡас ҡына аңлайбыҙ”, — тип. Ә үҙ партнерыңды табыу бик мөһим. Бер-беребеҙҙе күҙ ҡарашыбыҙҙан аңлай торғайныҡ бит.
Сәхнәлә ул бер ваҡытта ла өйрәнелгән ҡалып буйынса уйнаманы, ҡабатлауға юл ҡуйманы. Импровизацион һиҙгерлек уны бер ҡасан да ташламаны. Ә мин уның шул көтөлмәгән яҡтарына, шаянлығына, “этлектәренә” өйрәнеп бөткәйнем. Актер булараҡ, ул күгәрмәҫкә, мүкләнмәҫкә булышлыҡ итәлер. Импровизация тойғоһон сәхнәлә ҡулланыу бик мөһим. Ә Рәфил менән йөҙөнсө уйыныңды ла беренсе тапҡыр башҡарған кеүекһең. Ул үҙенең партнерҙарын шул юҫыҡта тота белде.
Рәфил кеүектәрҙе “икенсе пландағы гениаль актер”, тиҙәр. Сөнки һәр ваҡыт спектаклдең йә уртаһында, йә аҙағында килеп сыға ла, тамашасыны ылыҡтыра, уйынды тағы йәнләндерә төшә. Сәхнәлә бит “дүртенсе стена” тигән төшөнсә бар, Рәфил өсөн иһә был төшөнсә булманы. Уның сәхнәлә шул тиклем ихлас, тәбиғи йәшәүе тамашасыны үҙенән-үҙе ылыҡтыра торған булды. Тамашасы ла диалогка инеп, бәхәсләшер, көлөр, рәхәтләнеп ҡул сабыр ине. Ә ҡарап ултырыусыларға үҙҙәрен ошо спектаклдең ҡатнашыусыһы итеп тойоу бик ҡиммәт. Рәфил халыҡтың һушын ала белде.
Рәфил менән беҙ уҡыу йылдарынан бергә булдыҡ. Икебеҙ ҙә Һыуғояр йондоҙлоғо аҫтында тыуғанбыҙ. Әллә шуғамы, туғандар кеүек инек.
Беҙҙе йыш ҡына ирле-ҡатынлы тип ҡабул итерҙәр ине: ҡала урамдары буйлап йөрөһәкме, магазин йә бөҙрәханаға барып инһәкме. “Шундай ҙа матур пар була икән”, — тип һоҡлана торғайнылар. Беҙ, әлбиттә, халыҡтың “матур яңылышыуын” кире ҡаҡманыҡ, хатта Рәфил уны күтәреп алыр булды. Ул халыҡ менән ихлас һөйләшә, янына һәр саҡ кеше йыйыла. Бәлки, беҙ рухи йәһәттән уның менән ирле-ҡатынлы булғанбыҙҙыр...
Рәфил беҙҙе күктән күреп торалыр, тип ышанам. Бәлки, ҡайһы бер нәмәләр менән риза ла түгелдер. Йәне иһә йәннәттәлер. “Тыныс бул, Рәфил, беҙ үҙ йөҙөбөҙҙө юғалтмаҫбыҙ, намыҫ менән эшләрбеҙ”, — тим мин уға. Ғөмүмән, башҡа донъяға күсһә лә, уның менән йыш һөйләшәм, кәңәш һорайым. Ысын дуҫтарҙы бер нәмә лә айыра алмай, күрәһең.
Әле лә иҫән булһа, театр тағы ла юғарыраҡҡа өлгәшкән, яңы үрҙәргә артылған булыр ине, сөнки ул сафлыҡ, таҙалыҡ мөхите тыуҙыра белгән шәхес булды...
Үҙеңдән һуң яҡты эҙ ҡалдырыу — оло мәртәбә. Ә инде эшләгән эштәрең, хеҙмәтең менән бер рәттән сағыу иҫтәлектәр ҙә ҡалдырыу — бик һирәктәргә тәтегән оло бәхеттер. Рәфил Нәбиуллин был йәһәттән күңелдә тик һоҡланыу уятҡан шәхес.
Рита ХӘСӘНОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 857

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780