Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
ӘкәмәтЛатиф баҡсаларына килеп еткәндә Бәшир һуған ултыртып йөрөй ине.
– Сәләм, күрше! Эштәр барамы?
– Әкренләп.
– Ниңә яңғыҙың? Һөйөклө бисәкәйең килмәнеме ни?
– Өйҙә ҡалды. Бажа саҡырғайны, ҡунаҡҡа әҙерләнә. Әле парикмахер­скийҙа булырға тейеш. – Бәшир сәғәтенә күҙ һалып алды. – Төртөп бөтәм дә мин дә ҡуҙғалам. Иртәгә әллә килеп була, әллә юҡ. Ниңә ҡатыныңды эйәртмәнең үҙең дә?
– Бөгөн килендең студенттарынан имтихан ала торған көнө, ейәнде ҡарай. Бушағас, төшкө автобусҡа сыға. Миңә һуған ултыртырға ҡушты, тик… – Латиф телен арҡыры тешләне.
– Нимә тик? – Бәшир эшенән бүленеп башын күтәрҙе.
– Ер ҡаҙғы килмәй, – тине Латиф тотлоға-тотлоға. – Кисә күберәк төшөрөп ташлағанмын. Хәл юҡ.
– Баш төҙәтмәнеңме ни?
– Төҙәттем дә ул…
– Көн оҙон, бер түтәл генә ҡаҙырһың әле.
Күршеһе һүҙ оҙайтып торманы, эшен теүәлләне лә машинаһын ҡабыҙҙы.
“Ярай әле, ваҡытында тыйылып ҡалдым, – тип ҡыуанып бөтә алманы Латиф күршеһенең машинаһы күҙҙән юғалғас. – Бәширгә һөйләһәң, эсе ҡатып көлә-көлә бисәһенә тишәсәк. Уныһы телен тыя буламы һуң инде, шунда уҡ минең бисәгә билдәле буласаҡ. Ул саҡта…”
Ҡулына көрәк алғансы тупһала тәмәке көйрәтә-көйрәтә байтаҡ уйланып ултырҙы Латиф. Бисә алдында нисек аҡланырға? Ни генә уйлап сығарһаң да, барыбер ышанмаясаҡ. Дөрөҫөн һөйләп бирергә лә, ҡотолорға ла ҡуйырғалыр, бәлки? Ай-һай, бының булыуы мөмкин түгел. Кем-кем, уның бисәһе быны онотмаясаҡ. Ғүмергә. Бисәһенең һүҙҙәре менән әйткәндә, тамағын тыя алманы шул. Бисәһе үҙе ғәйепле! Юллыҡ аҡса бирҙе, һыраға таптырғас, ҡуҡыш күрһәтте. Ана, ҡаты итеп сәй эс, ебәрер, тип ауыҙын йырҙы, етмәһә. Ә Латиф төшөп ҡалғандарҙан түгел, барыбер әмәлен тапты. Автовокзалда һуған орлоғоноң башына етте. Үҫенте һатыусы ҡарсыҡ хәленә инде әлдә. Ҡиәфәте бик меҫкен күренгәндер инде, мығырлай-мығырлай алып ҡалды. Биргән аҡсаһына ике шешә һыра алып эсте, хатта бер ҡап тәмәкегә лә етте әле. Башы төҙәлеүен-төҙәлде лә ул, түтәлдәре буш бына.
Латиф тирә-яғына ҡаранды. Күҙе бер түтәл урынына, бер күршеһенең баҡсаһына төштө. Бәширгә рәхәт, тамағы һыйлы буласаҡ, ә уны бисәһе эттән алып эткә һалып һүгәсәк. Үҙен тотоп ашарға етешкән ир ары-бире йөрөнө лә ике баҡсаны урталай бүлгән кәртә янына барып баҫты, ҡояш аҫтында ҡап-ҡара булып ятҡан түтәлгә күҙҙәре талғансы ҡарап торҙо. Башта бында ни өсөн килгәнен дә аңламаны. Аңлап алғас, ауыҙы ҡолағына тиклем йырылды.
Йүгерә-атлай тырма алып килеп, кәртә аша һеләүһендәй һикереп төштө. Тирә-яғына алан-йолан ҡаранып алғас, ҡабалана-ҡарһалана түтәлде тырма­тырға тотондо. Тырма аҫтында рәт-рәт һап-һары һуған орлоҡтары күренде. Үҙе менән һауыт-маҙар алмағайны (ҡабаланғанда уның ҡайғыһымы ни!), орлоҡто кәпәсенә йыйҙы. Эйелеп орлоҡ тултырғанда, түш кеҫәһендәге тәмәкеһе ҡабы менән төшөп китте. Уны ҡулына алғас, рәхәтләнеп төтөн һурғыһы килде. “Өлгөрөрһөң, башта бындағы эшеңде бөтөр”. Ҡап салбар кеҫәһенә инеп ятты.
Эште тиҙ тотто Латиф. Ҡайһы арала ер ҡаҙып, түтәл яһай һалды, ҡайһы арала рәттәр һыҙып, орлоҡто күмдерә һалды – үҙенә-үҙе аптыраны хатта. Түтәлде тығыҙлап тигеҙләгәс, ял итергә ултырҙы. Кеҫәһенән тәмәкеһен сығарҙы, ә зажигалкаһын таба алманы. Ҡайҙа төшөрөп ҡалдырҙы икән? Таба алмаһа, йәл. Улының бүләге, ҡайһылыр сит илгә командировкаға барғас алып ҡайтҡайны. Беҙҙекеләрҙекенә оҡшамаған, төймә­һенә баҫыр-баҫмаҫтан тоҡана ла ҡуя, бармаҡтарҙы ла ауырттырмай.
Сәй эскәс ятып торғайны, йоҡлаған да киткән. Бисәһе һөйләнгәнгә күҙҙәрен асты.
– Ултырттыңмы? Әллә көнө буйы йоҡо һимерттеңме?
– Ә кәк же! – Ир түшәгенән торорға йыбанып, кирелеп-һуҙылды. – Хатта нисәү икәнлеген дә һананым.
– Баҡсала бүтән эш бөткәндер.
– Уның ни ҡыйынлығы бар, бер рәттәге орлоҡтарҙы рәттәр һанына ҡабатлайһың да... вәссәләм!
Аҙна-ун көндән һуң бер түтәл йәм-йәшел, икенсеһе ҡап-ҡара ине. “Был ниндәй әкәмәт икән? – тип ғәжәпләнеп ҡарап торҙо Бәшир. – Икебеҙ бер көндә ултырттыҡ. Йылдағыса ебеткәйнек тә. Боҙоҡ булдымы икән ни?” Аптырап түтәлде тырматып ҡараны. Тупраҡ аҫтынан исем өсөн, исмаһам, бер бөртөк орлоҡ сыҡманы. Уның ҡарауы, зажигалка тапты. Шунда уҡ таныны. Латифтыҡы! Улымдың бүләге тип маҡтанғанын да онотмаған. “Аңлашылды…” – Бәшир күршеһенең баҡсаһына күҙ һалып алғас, йоҙроҡтарын төйнәне. Ләкин уларҙы яҙырға үҙендә көс тапты: “Көҙгә…”
Уңыш йыйыр мәл дә етте. Латифтар ирле-бисәле ҡуна ҡалғайны. Иртән торғас, үҙ күҙҙәренә үҙҙәре ышанманылар: түтәл буш, бил яҙмай үҫтергән йәшелсә күршенең йәй буйы буш ятҡан еренә күскән, күҙҙе ҡыҙҙырып рәт-рәт булып теҙелгәндәр, үҙҙәре килеп тороп береһенән-береһе эре.
Ул арала өйҙәренән Бәшир килеп сыҡты.
– Һай, күрше, ҡулыңдан ҡыуан, игелекле кеше икәнһең, – тине ул баҡсаны яңғыратып. – Һуғанды бына тигән итеп үҫтереп бирҙең. Күргәҙмәгә ҡуйырлыҡ.
Латиф ҡойолоп төштө, ыҡ-мыҡ итте. Ярҙам һорағандай, бисәһенә ҡырын-мырын ҡарап алды.
– Буштың атаһы үлгән. Бына һиңә бүләк!
Бәшир Латифҡа зажигалка тотторҙо. Теге юғалғанды…





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779