Тәү ҡарашҡа ҡыйыуһыҙ ғына күренгән Фәүзиә апайҙың эсендә бер юлы әллә нисәмә вулкан дөрләй һымаҡ. Шулай, бәндә асылдары төрлө. Кемдер аҙым һайын үҙенең ҡарашын ҡысҡырып әйтеп бара, икенселәр фекерен төйнәп, “эйе” һәм “юҡ”ты күңел бизмәненә һалып үлсәгәндән һуң һүҙен әйтә. Тап ана шул икеләнеүҙәр аша хәҡиҡәт эҙләүсе тиергә булыр ине Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Киске Өфө” гәзитенең фиҙакәр хеҙмәткәре, танылған журналист Фәүзиә Мөхәмәтшина хаҡында. Ул бер нәмәгә лә битараф түгел. Бигерәк тә үҙен уратып алған мөхит, көндәлек мәсьәләләр уның иғтибарынан ситтә ҡалмай. Журналистика өлкәһендә тема таба алмағандар Фәүзиә апайға мөрәжәғәт итә ала, сөнки ул ҡулына килеп эләккән һәр мәғлүмәттән бынамын тигән мәҡәлә ҡойоп ҡуя. Булһынмы мәғариф проблемаһы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре, социаль-тәьминәт һәм пенсияға бәйле килеп тыуған һорауҙар... Хәйер, һанарға ла кәрәкмәй, бары тик “Киске Өфө” гәзитендә сыҡҡан яҙмаларын уҡыу ғына ла етә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: автор ул проблемаларҙы йәмғиәткә, халыҡҡа, гәзит уҡыусыға ҡыҙыҡлы булырлыҡ мәҡәләләр кимәленә үҫтерә. Журналистиканың төп маҡсаты ла шунда түгелме ни? Ошолар һәм һөнәр эйәһенең эш даирәһенә ҡараған башҡа һорауҙар менән мөрәжәғәт иттем мин уға Башҡортостан Хөкүмәтенең Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына тәҡдим ителеүе уңайынан.– Һеҙ йәшләй “Башҡортостан” гәзитендә эшләй башлағанһығыҙ. Республиканың төп башҡортса баҫмаһында хаттар бүлегендә һеҙҙән дә талапсан хеҙмәткәр юҡ ине, тип хәтерләй коллегаларығыҙ...
– 1975 йылда университетты бөтөрөп, тыуған ауылымда – уҡытыусы, Баймаҡтың “Октябрь байрағы” район гәзитендә – тәржемәсе, “Башҡортостан” гәзит-журнал нәшриәтендә – корректор, “Башҡортостан пионеры” гәзитендә хәбәрсе булып эшләгәндән һуң, аҙмы-күпме тәжрибә туплап, “Башҡортостан” гәзитенә 1981 йылда килдем. Ул ваҡыт эш эҙләп, “Совет Башҡортостаны” гәзите тирәһенә яҡын килеү ҙә мөмкин түгел ине. Дөрөҫөрәге, гәзит үҙе эҙләп, үҙе һайлап, һынап ҡарап ала ине кадрҙарҙы. Ул саҡта һәммә кеше ваҡытлы матбуғатты алдыра, уҡый ине шул. “Совет Башҡортостаны”нда ла минең “Башҡортостан пионеры” гәзитендә сыҡҡан мәҡәләләрҙе күҙәтеп барғандар. Балалар баҫмаһында бер йыл да эшләп өлгөрмәнем, үҙҙәренә саҡырҙылар.
Тәүҙә Әниф ағай Бикҡолов етәкселегендәге бүлектә хәбәрсе булып эшләнем, аҙаҡ Дәүләт ағай Мәһәҙиев хаттар бүлегенә “ҡоҙалай” башланы һәм, үҙе хаҡлы ялға киткәндә, хаттар бүлеге мөдире вазифаһын миңә тапшырҙы. Ул ваҡытта редакцияла гел билдәле, абруйлы ағайҙар эшләне, ҡатын-ҡыҙҙы бүлек мөдире итеп тәғәйенләү юҡ ине әле. Дәүләт ағай үҙе генә лә биш журналисыңды алмаштырырлыҡ дәрәжәлә мәғлүмәтле, тәжрибәле, һоҡланғыс шәхес булды. Редакцияла уны “аяҡлы энциклопедия” тип йөрөттөләр. Баш мөхәрриребеҙ – тарих фәндәре кандидаты Абдулла Исмәғилев тә дәүерҙең легендар шәхесе булды, тип әйтә алам. Талапсан, хатта уҫал, ләкин ғәҙел булыуы менән хәтерҙә ҡалған. Һәр һүҙгә ҡарата талапсанлығы уның еңдәрен һыҙғанып сәғәттәр буйы журналист материалдарын мөхәррирләп ултырыуында ла күренә ине.
1986 йылда А. Исмәғилевтән һуң етәксе булып килгән баш мөхәррир Мансур Әйүпов хаҡында ла әйтеп китке килә, сөнки ул етәкселек иткән йылдарҙа “Башҡортостан” гәзите яңынан тыуҙы. Ижтимағи әүҙемлек, рухи күтәрелеш, һүҙ иреклеге, асыҡлыҡ йылдары ине ул осор. Яңы мөхәррирҙе беҙгә тап шул йылдар өсөн Тәңребеҙ үҙе ебәргәндер, тип уйлайым мин хәҙер ҙә. Ул ваҡытта беҙҙең төшкә лә инмәгән заманса менеджерлыҡ ысулдарына эйә ине яңы мөхәрриребеҙ. Уның етәкселек сифаттары, асылда, эш урынында кешелек сифаттары сағылышы ине, әлбиттә: ҡалыплашыуҙан азат, кешелекле булмышы, донъяға киң ҡарашы һәм интеллекты һөҙөмтәһе булғанлығын аңлайым мин хәҙер.
– Маһир журналистар тип кемдәрҙе атар инегеҙ, үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп?
– Яҙыусы, публицист, тарихсы Рәүеф ағай Насиров үҙе бер хазина ине редакция өсөн. Уның “Ҡайҙан һин, Матросов?” тигән китабы – туҡтауһыҙ эҙәрмәнлек эшмәкәрлеге, Башҡортостандан ситкә, шулай уҡ үҙәк архивтарға хисапһыҙ командировкалар һөҙөмтәһе. Ә Ризван Хажиев һуң? Мин эстән генә уны “редакцияның барометры” тип атай торғайным. Ғәҙел һәм тура һүҙле булды, партия төҙөлөшө тип аталған төп бүлектәрҙең береһен етәкләне. Ҡыйыу мәҡәләләр яҙҙы. Аҫылғужа Баһуманов, шағирлығы көслө булһа ла, сәнәғәт бүлеген алып барҙы. Эшселәр тормошонан, предприятиеларҙан бынамын тигән аналитик мәҡәләләр, очерктар әҙерләй ине.
Рәшит ағай Солтангәрәевтең оҫта публицист булыуын да онотмайым. Ул ғәжәп кеше ине. Редакция тормошонда ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә була торғайны. Бер мәл машинисткалар уның яҙыуын танымайынса, үҙенә мөрәжәғәт иткән. Ағай оҙаҡ уйлап тормаған: “Һеҙ танымағанды мин ҡайҙан белергә тейеш?” – тигәнен гел лаҡап итеп һөйләй торғайнылар. Бына шундай йәнле, заманыбыҙ ағышына ҡәләм һиҙгерлеге менән тәьҫир итерҙәй абруйлы ағайҙар менән бергә эшләргә, ижад серҙәренә төшөнөргә яҙҙы беҙҙең быуын журналистарына. Үкенескә ҡаршы, уларҙың береһе лә беҙҙең арала юҡ инде...
– Нимә ул журналистика һеҙҙең өсөн?
– Журналистика – ул кәсеп тә, шөғөл дә, хаҡлы ялға киткәнсә генә башҡара торған эш тә түгел. Ул – тап ошо һөнәр менән йәшәгән әүҙем кешенең гражданлыҡ позицияһы, тормошҡа мөнәсәбәте. Журналистар ялға китмәй. Улар шуның өсөн дә ҡәләм оҫталары – һәр ваҡыт күрергә, белергә, уйланырға, яҙырға тейеш. Был журналистың бурысы ғына түгел, ә күңел талабы, шәхес булараҡ асылы, күрәһең. Ошо йәһәттән “Башҡортостан” гәзитенең элекке баш мөхәррир урынбаҫары, ошо көндәрҙә 75 йәшен билдәләгән Марсель Әҡсән улы Ҡотлоғәлләмовтың өлгөһө һоҡландыра мине.
Тағы бер мөхәрриребеҙ Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов хаҡында ла йылы һүҙҙәр генә әйтер инем. Бик кешелекле, киң ҡарашлы, төплө аҡыл менән эш итеүсе етәксе булды. Ундай етәкселәр һирәк хәҙер. Бына шундай мөхәррирҙәр һәм журналистар менән эшләү бәхете тейҙе. “Башҡортостан” гәзитендә үткәргән йылдарымды ғүмеремдең иң бәхетле йылдары, үҙенсәлекле тормош университеты булды, тип иҫәпләйем.
– Хаттар бүлеге тәү ҡарашҡа иң күңелһеҙ бүлек тә кеүек...
– Ул йылдарҙа иң яуаплы бүлектәрҙең береһе иҫәпләнә торғайны, сөнки яҙмалар тоҡлап килер ине. Хеҙмәтсәндәрҙең үтенестәренә, мөрәжәғәттәренә урындағы органдар йыш ҡына күҙ буяп ҡарай, формаль яуап менән ҡотолорға маташа. Шуға күрә райком йәки ауыл советына мөрәжәғәт итеп тә тормаҫтан, йомош-һорауҙары менән тура редакцияға хат яҙып ебәрә йә үҙҙәре килеп инер ине. Ә беҙ, хаттар бүлеге хәбәрселәре, айырыуса киҫкен һәм ғибрәтле мәсьәләләр күтәргән хаттар буйынса командировкаларға сығып, “Хат юлға саҡыра” рубрикаһына мәҡәләләр яҙҙыҡ. Гәзиттәге иң уҡымлы материалдарҙан тора ине ул рубрика. Эшләүе күңелле, сөнки яҙған мәҡәләләр һәм сығыштарыбыҙҙың аныҡ һөҙөмтәһе булды. Беҙ күтәргән проблемалар буйынса ниндәйҙер саралар күрелә, ғәйепле кешеләр яуаплылыҡҡа тарттырыла.
Авторҙар менән күп эшләне хаттар бүлеге. “Башҡортостан” ысын мәғәнәһендә ауыл һәм эшсе хәбәрселәр мәктәбе булды. Бөгөнгө күҙлектән, элекке эш ысулдары һәм, ғөмүмән, бынан алда – үткән быуатта булғандарҙың күпселеге инҡар ителеп, бөтөн ҡиммәттәр тип әйтерлек юҡҡа сығарылған мәлдә, әлегеләр хаҡында һөйләүҙең мәғәнәһе булырмы икән һуң тип бик икеләнгәйнем. Һеҙ һорау бирә башлағас, икеләнеү-уңайһыҙланыуҙар юҡҡа сыҡты. Рәхмәт. Үткәндәрҙән һабаҡ алып, иртәгәгә ҡарап йәшәү – тормош принцибы ла шул түгелме һуң? Мин бит быларҙы асылда элекке эш ысулдарын, иҫкене һағынғандан һөйләмәйем, ә эшеңә, бурысыңа яуаплылыҡ тураһында һүҙ йөрөтәм. Яңы быуат, яңырыу заманында, тәбиғи, икенсе төрлө шарттар һәм эш алымдары, ләкин бурысыңа мөнәсәбәт һәр заманда ла үҙгәрешһеҙ ҡала йә камиллаша ғына баралыр.
– Журналистикала ҡатын-ҡыҙ һүҙе, ир-ат фекере тигән төшөнсәләр йәшәүгә хоҡуҡлымы?
– Был өлкәлә енескә бүленеш юҡтыр, тигән фекерҙәмен. Иң мөһиме – яҙған әйбереңдең логикаһы булһын. Унан ары үҙең мәғлүмәтле бул. Бының өсөн, минеңсә, ир-егет йә ҡатын-ҡыҙ булыу кәрәкмәй. Темаһына, контексҡа ҡарап, әлбиттә, урыны менән шулай ҙа ҡатын-ҡыҙ һүҙе үтемлерәк тә, һиҙгерерәк тә булалыр төҫлө, айырыуса әҙәп-әхлаҡ, мәҙәниәт, сәнғәт кеүек нәзәкәтле темаларҙа. Уның ҡарауы, ир-егет ни тиһәң дә күберәген сәйәсәт һәм иҡтисад өлкәләрендә сәмлерәк була.
– Башҡорт журналистикаһының төп маҡсаты, һеҙҙеңсә, нимәлә?
– Башҡорт журналистикаһы бөгөн милли идеяны алға һөрөргә бурыслы, тип уйлайым. Иң киҫкен мәсьәлә – телебеҙҙе һаҡлау ғына түгел, уны байытыу, үҫтереү һәм балаларыбыҙ күңеленә һеңдереү. Тарихи шәхестәребеҙҙе, тарихыбыҙҙың билдәһеҙ биттәрен барлау, заман геройҙарын күрһәтеү. Был йәһәттән “Киске Өфө” гәзитендә эшләүем менән бәхетлемен, сөнки был баҫма милли идеяны ғәмәлгә ашырыуҙы үҙенең төп йүнәлеше итеп нарыҡлаған.
Әйткәндәй, бәғзе берәүҙәр “милли” һүҙенән ҡоттары осоп тора. Милли идея ул һис тә милләтселек түгел, был төшөнсәләрҙе бутау өсөн ни тиклем дәрәжәлә маңҡорт булырға кәрәклеген күҙ алдына килтерәһегеҙҙер, моғайын. Бөгөн беҙ генә түгел, бөтөн Рәсәй кимәлендә милли идея эҙләйҙәр. Ә уны бер ҡайҙан да эҙләргә кәрәкмәй, ул беҙҙең булмышыбыҙҙа: илһөйәрлек, телһөйәрлек, шанлы тарихыбыҙ, ҡаҙаныштарыбыҙ, зыялыларыбыҙ, батырҙарыбыҙ. Шулай уҡ, әлбиттә, тыуған еребеҙҙә төрлө милләт халыҡтарының һыйышып тыныс көн итеүе, донъялар именлеге.
– “Киске Өфө” фекер өләшә, тип яҙғайны бер шиғырында ғалим, шағир Рәшит Шәкүр. Матбуғат баҫмаһының төп маҡсаты ла ана шунда түгелме?
– Рәшит ағайыбыҙ Шәкүрҙең ул фекере менән ризалашмай булмай. Эйе, был – матбуғаттың төп маҡсаты, ләкин бит әле уның етәксе һәм ойоштороусы органдар сәйәсәтен халыҡҡа еткереү, оператив мәғлүмәт биреү кеүек маҡсаттары ла бар. Ә бына “фекер өләшеү” өсөн гәзиткә күберәк халыҡ фекеренә ҡолаҡ һалырға, тәрән уйлы авторҙарҙы таба һәм йәлеп итә белергә кәрәк, минеңсә. “Киске Өфө” гәзитенең фәҡәт уға ғына яҙышҡан ҡыҙыҡлы һәм төрлө һөнәр эйәләре байтаҡ.
– Фәүзиә апай, һеҙ нисек уйлайһығыҙ: журналистика ҡатын-ҡыҙһыҙ ҙа йәшәй алыр инеме икән?
– Ҡыҙыҡ һорау. Юҡ, әлбиттә. Бөгөн, ғөмүмән, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ: журналистикала, киреһенсә, ҡатын-ҡыҙ күберәк көс түгә. Әйткәндәй, тормошобоҙҙоң күпселек өлкәләрендәге һымаҡ.
Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.