— Алтмышты тултырып килһәм дә, күңелем ҡартаймай, — ти Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры Рәйес Абдрахман улы Исмәғилев. — Белорет районының Зөйәк ауылында дүртенсе класты тамамлағандан һуң, ғаиләбеҙ Ямашты тигән урман хужалығына күсеп китте. Унда һигеҙҙе бөткәс, Стәрлетамаҡта 3-сө урта мәктәптә уҡып, өлгөргәнлек аттестаты алдым.
1971 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға индем, режиссерлыҡ серҙәренә беҙҙе шөһрәтле шәхес Ғабдулла Ғиләжев төшөндөрҙө. Һуңғы курста саҡта Башҡортостан телевидениеһына эшкә саҡырҙылар. Телевидениеның баш режиссеры булып Әмир Абдразаҡов эшләй ине. Мине үҙ ҡулы аҫтына алды, уның менән “Туй”, “Килен килә” исемле фильмдар эшләнек. Шунан бирле телевидение, кино ҡаныма һеңде, уҡып та, эшләп тә йөрөнөм, 1976 йылда, институтты тамамлағас, шунда уҡ эшкә ҡалдым. Ижад ялҡынында егерме йыл “һә” тигәнсе үтеп тә киткән...
Туҡһанынсы йылдарҙың башында мине — телевидениеның баш режиссерын — “Башҡортостан” киностудияһының етәксеһе итеп тәғәйенләнеләр. 2006 — 2011 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры булдым. 2011 йылдың июленән — Нефтекама дәүләт филармонияһы етәксеһемен.
— Рәйес Абдрахман улы, һеҙҙеңсә, мәҙәниәттең айырылғыһыҙ бер өлөшө булараҡ, йыр, бейеү сәнғәтенең торошо нисек?
— Үҙ ғүмеремдә Европаның, Көнбайыштың, Көнсығыштың күп кенә илдәрендә булырға тура килде. Ҡытайҙың Шанхай ҡалаһы филармонияһын асыу тантанаһында ҡатнашҡанда тыуған уй-фекерҙәрем менән уртаҡлашҡым килә. Филармония фойеһында мул ашамлыҡ ауыҙ иткәс, тамашасылар залға йүнәлде. 1200 урынлыҡ залға ингәс, һәр кемгә таяҡтар менән барабан тапшырҙылар. Филармонияның тышҡы һәм эске күренеше лә заманса архитектура талаптарына
ярашлы төҙөлгән, сәхнә лә иҫ киткес. Уның биҙәлеше, ут ҡуйылышы, артистарҙың һоҡланғыс сығышы, тамашасыларҙың уларға ҡушылып дәртләнеп барабан ҡағыуы — бындай гүзәл, иҫ киткес тамашаны үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр күрҙем. Ошондай уҡ күңелде ҡанатландырыусы сығыштарҙы икенсе тапҡыр Истанбулда ҡарарға насип булды, айырыуса “Троя” тип аталған бейеү тетрәндерҙе...
Үкенескә ҡаршы, Рәсәй кимәлендә әлегә ошондай концерттарҙы күргәнем юҡ. Ә Башҡортостанға килгәндә, башҡалар менән сағыштырғанда, йыр, бейеү сәнғәте һәйбәт үҫеш алған тип әйтһәм, хаталанмамдыр. Ғөмүмән, беҙҙәге сәхнә сәнғәте йылдан-йыл камиллашыуға табан бара, артистарыбыҙҙың сит илдәрҙә сығыш яһап ҙур баһа алыуы — быға сағыу миҫал. Әйтергә кәрәк, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры менән Ҡытайға барып, оло хөрмәткә, баһаға лайыҡ булдыҡ, Рәсәйҙә, Белоруссияла ла шөһрәт ҡаҙандыҡ. Минск ҡалаһында беҙҙең сығыштарҙан һуң тамашасылар баҫып артистарыбыҙҙы өҙлөкһөҙ алҡыштарға күмде.
Башҡортостандың ғорурлығы — Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле хаҡында ла маҡтау һүҙҙәре генә әйтке килә. Хәтеремдә, Германияның Ганновер ҡалаһында булғанда уның сығыштарын меңәрләгән кеше дәррәү сәләмләне. Беҙҙең артистарҙы күп илдәрҙә ихлас ҡабул итәләр, юғары баһалайҙар.
— “Мәҙәниәт көтөп торор, иҡтисадты үҫтерергә кәрәк”, — тигәйне ҡасандыр Рәсәйҙең тәүге башлығы Борис Ельцин. Һеҙҙеңсә, мәҙәниәткә бөгөн ҡараш үҙгәрҙеме?
— Бәлки, үҙ дәүеренә ҡарата был фекер дөрөҫтөр ҙә, сөнки аслы-туҡлы йәшәгән илдең юғары мәҙәниәтле балет, опера йә иһә башҡа театр төҙөрлөк мөмкинлеге ҡайҙан булһын? Ләкин, минең фекеремсә, иҡтисадты ла, мәҙәниәтте лә бер-береһенән айырырға кәрәкмәй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, ҡот осҡос ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, халыҡ театрҙарға, концерттарға йөрөүҙән туҡтамаған.
— Нефтекама — күп милләтле ҡала. Нисек уйлайһығыҙ, филармонияның эшмәкәрлеге халыҡтың рухи ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерәме?
— Эйе, Нефтекамала утыҙҙан ашыу милләт халҡы йәшәй. Был халыҡтарҙың милли-мәҙәни ихтыяждарын тулыһынса ҡәнәғәтләндереү, әлбиттә, мөмкин түгел. Нефтекамала көн итеүсе төп халыҡ — башҡорт, урыҫ, татар, мари, удмурт, украиндарҙың үҙ мәҙәни-ижтимағи ойошмалары ҡулға-ҡул тотоношоп эшләй, уларҙың телен, тарихын, милли мәҙәниәтен өйрәнеү, үҫтереү өсөн бөгөн киң мөмкинлектәр асылған. Мин бында күптән түгел эш башланым, филармонияла азербайжандарҙың концерт менән сығыш яһауын ҡарап һоҡландым. Улар башҡа милләттәр менән бергә татыу, үҙ-ара ярҙамлашып, бына тигән итеп йәшәп ята. Республика етәкселеге Нефтекамала үҙ ваҡытында филармония асып бик дөрөҫ эшләгән. Ҡала зыялылары менән осрашып һөйләшкәндә: “Филармония булыу — беҙҙең өсөн ҙур бәхет”, — тиҙәр. Нефтекамалар — сәнғәттең бар төрөнә ғашиҡ халыҡ, һәр концертҡа эркелеп килә. Татарстан артистары ла беҙҙә йыш ҡунаҡ, тамашасылар уларҙы шулай уҡ көтөп ала. Башҡорт, мари, урыҫ мәҙәниәте көндәре уҙғарҙыҡ, тамаша залында алма төшөрлөк тә урын булманы. Бындай саралар халыҡты бер-береһенә яҡынлаштыра.
— Һеҙ етәксе булып эш башлағандан бирле, ижади төркөмдәрҙең, йырсыларҙың эшендә ниндәйҙер үҙгәрештәр булдымы? Ғөмүмән, филармонияның эшмәкәрлегенә ниндәй баһа ҡуйыр инегеҙ?
— Бында килгәнсе үк Нефтекама дәүләт филармонияһы коллективын яҡшы белә инем. Һәр бер яңы етәксе яңы эш урынына ниндәйҙер аныҡ ниәттәр ҡороп килә. Ҡулыңды кеҫәгә генә тығып йөрөһәң, әлбиттә, эш килеп сыҡмай, булған пландарымды бойомға ашырырға ынтылам. Театр миҙгеле асылғанда Башҡортостандағы дүрт филармония коллективының сығышын ҡарап, ҡайһыһы ниндәй ижади кимәлдә икәнлеген сағыштырмаса әйтә алам. Сәнғәт төркөмдәренең ижади кимәле, тәү сиратта, филармонияларҙың матди-техник торошо менән туранан-тура бәйле.
Әйтәйек, бөгөн Стәрлетамаҡ филармонияһының бинаһы юҡ, уны төҙөй башлағандар-башлауын, ләкин эш башында уҡ иҫ киткес йәмһеҙ сәхнә төҙөп, яңынан яһарға керешкәндәр. Шулай уҡ Учалы ҡалаһының филармонияһының тормошон да яҡшы беләм. Нефтекама филармонияһының бөгөнгө ижади ҡеүәһе — республикабыҙҙа иң шәптәрҙең береһе, тип ҡыйыу рәүештә әйтә алам. Беренсенән, беҙҙә ил күләмендә шөһрәт ҡаҙанған “Түңгәүер” бейеү ансамбле бар. Уның бейеүҙәре иҫ киткес матур, етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ноғоманов бейеү сәнғәтен артабан төрләндереү, ижади зауығын арттырыу өсөн күп көс һала. Шулай уҡ беҙҙең “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмөнөң сығыштарын да тамашасы йылы ҡабул итә. Уның етәксеһе Раян Алтыншин үҙе лә маһир йырсы, етәксе булараҡ та йүгереп йөрөп эшләй. Бик уңған, оҫта баянсыбыҙ Марс Ишморатов, йырсыларыбыҙ Альберт Салауатов, Зәбирә Әминева һәм башҡаларҙың сығышын халыҡ һәр саҡ көтөп ала. Республика тамашасыларының һөйөүен яулаған йырсы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рифҡәт Ғәбделйәнов етәкселегендәге “Ҡайтауаз” татар эстрада төркөмө лә һәр саҡ уңышлы сығыш яһай. Улар күпселек Башҡортостанды, Татарстанды, күрше төбәктәрҙе гиҙеп, меңәрләгән тамашасының күңелен яулай. Филармониябыҙҙа “У сем” мари эстрада төркөмө (етәксеһе — Раиса Иҫәнбаева) үҙебеҙҙекеләрҙе генә түгел, Мари Иле республикаһы тамашасыларын да һоҡландырғыс сығыштары менән таң ҡалдыра. Филармония асылғандан бирле эшләп килгән музыкаль лекторийҙың эшмәкәрлеге һәр яҡтан маҡтауға лайыҡ. Был юҫыҡта артистарыбыҙ, мәктәп балалары алдында сығыш яһап, йәш быуынды сәнғәткә яҡынайта, сәхнә серҙәренә төшөндөрә. Йәмғиәтебеҙҙә эскелек, наркомания кеүек йәмһеҙ күренештәрҙе иҫкәртеү өсөн был бик мөһим сара.
— Бөгөн, етәксе булараҡ, һеҙҙе ниндәй проблемалар борсой? Улар хәл ителерлекме?
— Сетерекле мәсьәләләр иҫ киткес күп... Ана шул проблемаларҙы хәл итеү өсөн етәксе кәрәк тә инде. Йүнле етәксенең эше лә күп, емеше лә етерлек булырға тейештер, тим. Булдыҡһыҙ, проблемаларҙы урап үтергә тырышҡан кешенең кәрәге юҡ. Аллаға шөкөр, бөгөн артистарыбыҙ етерлек, кәрәк икән, ситтән саҡырып, эш менән тәьмин итә алабыҙ. Республикабыҙҙың ярҙамы ҙур — ҡалғаны үҙебеҙҙән тора.
Иң борсоғаны: бинабыҙға егерме йылдан ашыу төҙөкләндереү үткәрелмәгән. Тамаша залындағы ултырғыстарҙы яңыртыу, сәхнәне заманса йыһазландырыу талап ителә, тауыш техникаһының да сифатлыһы кәрәк, роялдәр ҙә “ҡартайған”. Егерме йыл эсендә филармонияға бер генә лә музыка ҡоралы, хатта баян да алынмаған. Уныһын да бағыусы алып биргән. Шулай уҡ сәхнә кейемдәре таушалған, ҡыҙғаныс хәлдә, шаршауҙарҙы ла яңыртаһы бар. Артистарҙы фатир менән тәьмин итеү мәсьәләһенә килгәндә, Нефтекама ҡала хакимиәте етәкселегенә ҙур рәхмәтлебеҙ — ярҙамынан буш ҡалдырмай, беребеҙ ҙә урамда түгел. Беҙ йыл әйләнәһенә дүрт йөҙ концерт ҡуйырға тейешбеҙ, шуның өс йөҙө — райондарҙа, шуға күрә транспорт мәсьәләһен дә хәл итеү кәрәк. Бөгөн филармония артистарын “йәшәртеү” менән мәшғүлбеҙ — һуңғы осорҙа ғына ун йәш артист эшкә алынды.
Ғөмүмән, ижади һәм егәрле кешеләрҙе йәлеп итергә тырышабыҙ, проблемаларҙы ла бергәләшеп хәл итербеҙ, тип уйлайым.
Марат МОРАТОВ әңгәмәләште.
Нефтекама ҡалаһы.