Зәңгәр Күк аҫтындаБөтәһе лә зәңгәр Күк аҫтында:
Донъя, ер-һыу, терлек, йән, иман…
Мин дә торам Йыһан тупһаһында,
Күк көмбәҙе оло сер йомған.
Асылып уҡ бөтмәҫ серле асман, –
Тәү ҡарауға ябай зәңгәр Күк,
Осоп иңләп булмаҫ иркенлектәр,
Төбөн табып булмаҫ тәрәнлек…
Ымһындыра сихри Тимер ҡаҙыҡ,
Аҡбуҙҙымы шунда бәйләргә?
Һуғылырбыҙ әле – бөтәһе лә
Зәңгәр Күк аҫтында әйләнә.
Ә беҙ – кеше, Ерҙә мәж килеүсе,
Далаларҙа яйҙаҡ елеүсе,
Бейек түбәләрҙе эйәрләүсе,
Аҫау аттай утты егеүсе…
Ә бит бөтәһе лә – Күк аҫтында!
Бармы иҫкә алып-белеүсе? –
Йыһан күҙ йәшен йә йондоҙҙарҙың
Серләшеүен күҙгә элеүсе?
Барҙыр…Әммә тағы донъя баҫа,
Әйтерһең, беҙ – Йыһан кендеге,
Әллә кемдәр булып, бәхәс ҡороп,
Белдерәбеҙ кемдең кемлеген…
Ә әйләнеп баҡһаң:
Ғүмер – һағыш,
Зәңгәр Күк аҫтында бер ағыш,
Инде генә, киреп ҡанаттарҙы,
Бер талпыныш, бары бер ҡағыш…
Тимерлектә1
Һиҙгәндәрҙер: яу сығырҙан алда ғына
Тимерлекте яңыртҡандар ауылымда.
Ҡорал данын күтәрерҙәй тимерлек тә
Атайҙарҙан ҡалған беҙгә ғүмерлеккә.
Тимерлек бит поста ҡалған, туҡтамаған,
Ил яраһын ямап торған, йоҡламаған...
Ул, яралы яугир кеүек, ярым ауыш,
Һорай минән сығарып та тимер тауыш:
“Ни хәлдәргә төшөрҙөгөҙ донъяларҙы?!
Туҙҙырҙығыҙ ниндәй матур ояларҙы!..”
Атайымдың ҡул йылыһы тимерлектә.
“Хисап тотор мәлең етте”, – тиме икән?
2
Ысынлап та: нимә ҡырҙым ғүмеремдә?
Усағымда бөтөп бара күмерем дә.
Бер аҙ һөрҙөм, сәстем-урҙым,
ҡорҙом донъя,
Далам сәскә атһын тиеп, йырҙым йылға.
Ғилем эстәп, бирҙем һабаҡ балаларға,
Йәнем сарсап, сығып киттем ҡалаларға,
Бәхет эҙләп түгел, илем рух ҡотона
Өҫтәргә тип йәшлегемдең дәрт-утын да.
Аҡты йылдар... Дөрләп торған тимерлектең
Дарманы юҡ бер яғырлыҡ күмерлек тә.
Йәлләп тормам ҡалған ғына
ғүмеркәйҙе –
Терелтергә һүнеп барған күмерҙәрҙе...
Йәш саҡтағы һымаҡ инәм тимерлеккә,
Күмер генә түгел хәҙер тилмерергә.
Гөрләргә тейеш тимерлек!
Тормаһын талып.
Заман башҡа, бәлки, хәҙер һалмаҫтар
һалым?
Тимерсе булырлыҡ беҙҙә бар дан егеттәр,
Теләктәре – йөрәктәрҙә! Көтмәҫ өгөттәр!
Тимерлектең кәрәк хәҙер тик ғүмерлеһе,
Ҡорал сүкеү генә түгел, рух тимерлеге!
Бара арба
Ауылда иң яратҡаным – арба тауышы,
Берләм ауыл юлы буйлап китеп
барышы.
Лерк-лерк килеп атың юрта үҙ яйы менән,
Тирә-яҡты күҙәтәмен бер ләззәт менән.
Барлыҡ донъя хәрәкәттә, тора үҙгәреп,
Һин бараһың, ә һауала тора нүктәрге.
Нүктәрге тора эленеп, ә арба бара,
Арба ыңғайына әллә ер ҙә әйләнә?..
Бөтә нәмә хәрәкәттә – донъя әйләнә,
Йәнләнгәнгә тирә-яғым, күңел йәмләнә...
Ишетәмен етеп килгән арба тауышын,
Туҡтап мине ултыртыр ул –
иҫке танышын!..
Киске далалаЭңерҙә ҡыбырҙай убалар,
Өҫтөндә ҡалҡҡандай ҡалалар.
Һағыммы, төтөнмө, томанмы –
Даланы зәңгәр ау сорнаны.
Убала күбәйә сүрәттәр,
Моң йөҙә, саҡырып үҙәккә.
Ел юҡта тирә-яҡ ойоған –
Хуш еҫтәр тәмлерәк тойола.
Эңерҙә күк әрем еҫенән
Археолог дуҫтар иҫерә…
Ситтә күп йөрөһәм тилереп,
Далаға ҡайтамын тилмереп.
Ауыҙ ит ыҫланған ҡымыҙҙан!..
Тарала талғын моң ҡурайҙа…
Сал далам йәшәһен һиллектә,
Яйыҡтар* үҙ иткән киңлектә!
* * *
Шундай ҡыҙҙар була:
Матурлығы
Ҡапыл әсир итә йөрәкте,
Күңел ҡылы ҡапыл зыңлап китә,
Наҙы менән өҙә үҙәкте.
Ундай хистәр, йәйге ысыҡ кеүек,
Күҙ һирпкәнсә генә кибә лә
Тик хәтерҙә балҡып-балҡып китә,
Йондоҙ янған кеүек тирәләп.
Ундай хистәр, елбәҙәк ҡар кеүек,
Тәҙрәнән дә осоп инәләр,
Осҡонланып осоп инәләр ҙә
Күҙ йәштәре кеүек һүнәләр…
Шундай ҡыҙҙар була:
Матурлығы
Йөрәгеңде китә ҡуҙғатып,
Гонаһмы ни:
Ситтән генә балҡып
Илһам биреп барһа оҙатып?..
СәйерлекМин дә шәрбәт түгелмен бит,
Мин дә көйһөҙләнәмдер,
Хуплау көткән ҡай берәүгә
Йүнһеҙ, өнһөҙ әҙәмдер.
Мин дә һалҡынайғанмындыр,
Йылым да кәмегәндер;
Йылдарым бик күбәйгәнгә
Йылмайыу һүрәндәндер.
Донъяһы – гел алыш-биреш,
Гел иҫәпкә ҡоролмош.
Был ҡанунды инҡар итмеш –
Бәрелмеш тә оролмош.
“Мин киттем ни – ҡый китте ни!” –
Тине бер оло кеше.
Шул баһаһы сәйер холҡон
Йәшен яҡтыртҡан ише.
Һәр кемдә лә бер сәйерлек
Донъянан күсә йәнгә.
Бер уйлаһаң: оҡшаш булһаҡ,
Ҡалмаҫ бер ниндәй йәм дә.
Мин дә бер аҙ сәйермендер,
Күнегерһегеҙ әле.
Сәйерлегем – тотош үҙем,
Кисерерһегеҙ әле...
РобағиҙарИртә менән бер изгелек эшләнең,
Көндөҙөн дә һауаптарҙы ишләнең.
Ҡотҡарыр, ти, бер рәхмәт йөҙ бәләнән…
Даръяларҙың барыһын әле кисмәнең.
* * *
Ҡай саҡ юҡтан ғына күңел күшегә,
Бер яман һүҙ йәнде боҙҙай өшөтә.
Ҡай саҡ йылы бер һүҙ йәнде иретә,
Йәлләмәһәң ул һүҙеңде кешенән.
* * *
Уҙамандар! Үҙ-ара һеҙ орошмағыҙ,
Өлгө һеҙгә – тарихтағы ойошмабыҙ.
Тел дә ҡорор, рух та һүнер – Аллаһ һуғыр,
Ятты тыңлап, Ҡоролтайҙы ҡоротһағыҙ!..
* * *
Көн менән Төн бер-беренә ялғаныр, ти,
Яҡшылығың яманлыҡҡа болғаныр, ти.
Яҡшылығың күңелдәргә ҡоштай ҡуныр,
Яманлығың йылан кеүек тулғаныр, ти.
* * *
Яҡшынан, ти, тыуа илдә яҡшы заттар,
Бейәнән, ти, тыуа ала-ҡола аттар.
Тәрбиәһендә телен, рухын һанламаһа,
Яҡшынан да тыуып ҡуя яман-яттар.
* * *
Һәр кемгә үҙ яҙмышына яҙғаны, ти,
Тәҡдир ниндәй үтер юлды һыҙғаны, ти.
Фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа бергә күсер
Ҡорғаны ла, боҙғаны ла, уҙғаны, ти.
* * *
Донъяның бер ҡыҙығы ла ҡалманы,
Ерҙе золом, ҡәһәр, гонаһ ялманы;
Изгелектең һынды һөңгө, ҡалҡаны,
Ҡыйырһыта һәр йәберләй алғаны…
* * *
Эстем тәмләп ер-һыуымдың нур-һутын,
Күсте йәнгә ил-халҡымдың рух уты,
Ҡөҙрәт алдым әсәм ҡойған аҡ ҡоттан,
Ҡаурый таптым йырым өсөн аҡ ҡоштан.
* * *
Шатлана ла уйнап-көлә алмайым,
Сөнки донъя асылын мин аңланым:
Изгелек тә, яуызлыҡ та бер сама,
Беҙ йәшәйбеҙ яҡшылыҡҡа алданып.
* * *
Аҡҡан ғүмерҙәрҙе үлсәп кем ҡараған,
Ниндәй ара икәнлеген кем һынаған.
Йөҙ йәшәгән берәү әйткән: “Был ғүмерҙә
Үттем тупһанан урындыҡ ҡаҙнаһына...”
* * *
Китермендер мин дә бер мәл Тәңрегә,
Килмәгәнбеҙ йәшел ергә мәңгегә.
Асыҡланым бер нәмәне әлегә:
Ғүмер – һандуғас һайраған мәл генә...
* * *
Эй, дуҫҡайым, яңы көндө ҡабул ит,
Алдыңда нур, яҡты ялан – атлап үт,
Күңел тулы тик изгелек яралһын,
Ғүмер буйы яҡыныңа ҡәҙер ит!..
__________________
*Яйыҡтар – академик Н.А.Мәжитов һәм бүтән ғалимдар раҫлауынса, яйыҡтар (яйых, джаих, даих…) беҙҙең эраға тиклемге оҙайлы дәүерҙәрҙә киң далаларҙа йәшәгән мәсәғүт, үҫәргән, тамъян, түңгәүер һ.б. ырыу-ҡәбиләләрҙең йыйылма исеме.