Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яһалмалыҡ алдағы
Яһалмалыҡ алдағы Ер байлығының сикле икәне барыбыҙға ла мәғлүм. Уның яңыртылып торғаны була, мәҫәлән, үлән һымаҡ йыл һайын үҫеп сыҡҡаны, шулай уҡ нефть, мәғдән һымаҡ йылдан-йыл кәмей барғаны ла етерлек, ләкин кешенең ҡомһоҙлоғо ла сикһеҙ сифат икәне мәғлүм. Кәрәк-кәрәкмәйме, үҙенә тигәнде мөмкин тиклем күберәк алырға тырыша әҙәм балаһы. Күберәк табыш алыу теләгенән етештереүсәнлекте арттырып, тауарҙың үҙҡиммәтен төшөрөү ана шул яһалмалыҡҡа килтерә лә инде. Йәғни тәбиғәт биргән менән генә мөрхәтһенмәй кеше, кәрәк нәмәләрҙе яһалма юлдар менән яҡшыртыу ысулдарын эҙләргә тотона. Ана шулай башланған борон-борондан күберәк ит, һөт биргән мал тоҡомдарын сығарыу, иген уңышын арттырыу өсөн яңы технологиялар, сорттар, ашламалар уйлап табыу һәм башҡалар. Хәҙерге заман технологиялары тик бер йүнәлештә башҡарыла: тиҙерәк, күберәк, арзаныраҡ... Был ғәмәлдәр шул бер маҡсатҡа йүнәлтелә – күберәк табыш алыу.

Яһалмалыҡтың ыңғай яҡтарын күреп, йәмғиәт тәбрикләп ҡаршы алғандары ла күп. Әйтәйек, төҙөлөш өлкәһендә шул сәбәпле күпме яңы материалдар барлыҡҡа килеп, улар үҙ урынын таба тора. Улар төҙөлөштө тиҙләтә лә, сифатын да арттыра, арзаныраҡ та итә. Шулай уҡ “йә­шелдәр”ҙең ҡиммәтле йәнлек тиреләренән баш тартып, яһалма кейемгә өндәү хәрәкәте лә тик маҡтауға ғына лайыҡ.
Иң ҙур ҡаршылыҡ тыуҙырып, оло бәхәстәргә килтергәне, әлбиттә, аҙыҡ-түлек сәнәғәте. Был өлкәлә лә яңылыҡтар һуңғы осорҙа ғына килеп сыҡты, тип әйтмәҫ инем – кеше борон-борондан күберәк ризыҡ етештерергә, әҙерәк сығымдар тотонорға, аҙыҡтың үҙҡиммәтен төшөрөп, сифатын арттырырға ынтылған. Бының өсөн ниндәй генә тоҡомдар, сорттар сығарылмаған, ашламалар, һаҡлау өсөн консерванттар уйлап табылмаған! Был өлкәлә бөгөн әкиәти ҡаҙаныштарға өлгәшелде, тип әйтергә мөмкин. Уйлап ҡарағыҙ: һыйырҙар хәҙер йылына 10 мең литрҙан ашыу һөт бирә, ә бит тәбиғәт уларҙың еленен бер быҙауҙы имеҙеп үҫтерерлек һөт сығарыуға ғына иҫәпләп яралтҡан! Бәхәсләшә-бәхәсләшә барылһа ла, шуны тәҡрарларға мөмкин: киләсәк – барыбер ҙә яһалма аҙыҡ-түлектә. Хәйер, шулай уҡ яһалмамы ул? Үҙебеҙҙе алдап ҡына шулай көрәш “күренешен” тыуҙыр­май­быҙмы?
Бер нисә миҫал ҡарап китәйек. Һуңғы арала иң ҡыҙыу бәхәстәр, дәғүәләр тыуҙырғаны – пальма майы. Уны ҡулланмаған өлкә юҡ, тип әйтергә була. Ләкин дәғүәселәр шуны онота: һүҙ бит емештән алынған үҫемлек майы тураһында бара! Ә ни өсөн һуң беҙ кәштәләрҙә күптән ныҡлы урын алған көнбағыш, рапс, зәйтүн кеүек башҡа үҫемлек майҙарына ыңғай ҡарайбыҙ, ә тик пальманыҡына ғына кире ҡараштабыҙ? Сөнки уны барлыҡ реклама саралары, матбуғат фәҡәт һыйыр майына дәғүәсе итеп күрә һәм шуны алмаштырыусы тип һанай. Ә бына барыһы ла яратып ашаған сусҡа майына (сало) уны ҡаршы ҡуйыусы юҡ. Ни өсөнмө? Аҙашлыҡтан ғыналыр, тип уйлайым быны, сөнки реклама күпселектә яңғыраған рус телендә пальма майы ла, һыйыр майы ла бер үк һүҙ менән аңлатыла – масло. Ләкин пальма майының шул “симешкә” һымаҡ үҫемлек майы икәнен, ә беҙ ҡаймаҡ тип атағанының русса “масло животное” икәнен береһе лә уйлап та ҡарамай. Был күрәләтә сауҙа алдағы, икенсе төрлө әйткәндә, төшөнсәләрҙе бутап, һатып алыусының башын әйләндереү.
Мәҫәлән, элек-электән ташҡабаҡ ыуылдырығын кинәнеп ашайбыҙ (икра кабачковая), ләкин ыуылдырыҡ тип ҙурлап әйтелһә лә, бер кем дә уны ҡара һәм ҡыҙыл балыҡ ыуылдырығы менән сағыштырып ҡарамай бит. Бында аҙашлыҡ тураһында ғына һүҙ бара икәне һәр кемгә мәғлүм. Эш ризыҡта түгел шул – алдаҡта! Йәғни етештереүсе тауарын тиҙерәк һәм күберәк һатыу маҡсатында уйлап сығарылған алымдарҙың береһе ул. Әйтәйек, дарыуханалар бер үк дарыуҙың яңы исемлеһен уйлап сығара ла уны күпкә ҡиммәтерәккә һата башлай. Килем, табыш ғали йәнәптәре беренсе урында тора!
“Хәләл” тигән атаманың шулай уҡ тауарҙы һатыу өсөн уйлап сығарылған бренд икәнлеге тураһында яҙғайным инде. Етештереүселәргә уңай: кеше таҙа аҙыҡ-түлек һатып алып ашайым тип үҙе алданырға риза булып тора икән, ниңә уны шул уйынан төңөлдөрөргә? Махсус “Хәләл” ашханаларын да асырға мөмкин, “хәләллеккә” ынтылыу үҙенсәлекле мода һымаҡ бит. Ул ашханаларҙа шул уҡ ризыҡтар булыуы мөһим түгел, кеше үҙе шуға ышанып килә бит, ә хәҙер клиенттарҙы йәлеп итеү ҙә ауыр мәсьәлә. Кемдер берәү әйткән, имеш: араҡының кәштәләрҙе һығылдырып ултырған йөҙләгән сорты булыуы мөһим – улар барыһы ла бер мискәнән.
Икенсе, үтә лә ҡыҙыу бәхәстәр тыуҙырғаны – ГМО мәсьәләһе. Минеңсә, бында ла дәғүәселәр тартҡылашы өҫтөнлөк итә. Башҡа бер ни ҙә юҡ, тик ГМО-ның ни икәнен аңламаған халыҡтың башын әйләндереү генә бар. Биология дәреслеген иҫкә төшөрөп ҡарайыҡ. Тереклек донъяһында ғүмер баҡый тәбиғи һайлау бара: шул сәбәпле яңы төрҙәр барлыҡҡа килә, уларҙың климат шарттарына яраҡлашыуы көсәйә, сифаттары яҡшыра... Һуңғы быуаттарҙа был эшмәкәрлеккә кеше лә бик әүҙем ҡыҫыла башланы. Уныһы инде яһалма һайлау тип атала (искусственный отбор). Үҫемлекселек, малсылыҡ өлкәһендә әлеге барлыҡ ҡаҙаныштарыбыҙ ҙа тап шул яһалма һайлау һөҙөмтәләре: яңы сорттар, тоҡомдар, төрҙәр...
Яңы сорт сығарғанда Мичурин, мәҫәлән, ниндәй ысул ҡулланған? Гибридлаштырыу һәм һайлау тип атала ул. Йәғни төрлө төр һәм сорттарҙы ҡушаһың да, шуларҙан сыҡҡан үрсентеләр ара­һынан кәрәкле сифаттар биргәнен һайлап алып, шуларҙы нығытырға тырышаһың, ләкин был – бик мәшәҡәтле һәм оҙайлы юл. Дөрөҫ, тереклек үрсеү юлында мутация тигән хаталар була, шуларҙың осраҡ­лы ғына уңышлы­лары килеп сыҡҡылай. Йәғни гендар буталышы арҡаһында бер йән ғәрип булып тыуа, ә икенсеһе, киреһенсә, гениаль сифаттарға эйә булып ҡуя. Был юл да осраҡлылыҡҡа бәйле.
ГМО – ана шул Мичурин башҡарған эшмәкәрлектең яңы баҫҡыста хәл ителеүе ул. Хәҙер береһе лә осраҡлы килеп сығыуы ихтимал ыңғай сифатлы мутацияларҙы көтөп ултырмай, уларҙы лабораторияла гендар кимәлендә үҙҙәре барлыҡҡа кил­терә. Генетика бөгөн шундай бейеклеккә еткән: алмағасҡа элек беҙ икенсе сортты ботағы менән ялғаһаҡ, хәҙер уны күҙәнәк кимәлендә эшләйҙәр. Асылда бер үк эш, тик кимәле генә икенсерәк. Ябайыраҡ итеп әйткәндә, Мәскәүгә йәйәү барыу менән самолетта осоу һымаҡ.
Генетик кимәлдә үҙгәртелгән про­дукцияға ҡаршы экологтарҙың көрәшеүе аңлашыла һымаҡ: тәбиғи сафлыҡты һаҡлау яҡлы улар, ләкин бында шуны ла күҙ уңында тоторға кәрәк: ГМО фәҡәт ҙур табыш алыуға ғына йүнәлтелгән, шуға ла уны барыбер ҙә киң әйләнештә булған продукция өлкәһендә генә ҡулланасаҡтар. Хәйер, медицина өлкәһендә уйлап сығарылып торған яңы препараттарға, дарыуҙарға, файҙалы микроб һәм бактерияларға береһе лә ҡаршы түгел бит. Ағас, сәскәләрҙең дә яңы төрҙәренә береһе лә ҡаршы төшмәй. Ләкин беҙҙе генетик үҙгәрештәр аша ҙур уңыш алып, башҡаларҙы баҙарҙан ҡыҫырыҡлап сығарыу ихтималлығы менән ҡурҡыталар. Тап шуның өсөн ГМО-ның әллә ниндәй хәүефле яҡтарын пропагандалау бара. Мин быға былай тип әйтер инем: кеҫә телефонының организмға зарары тураһында күпме һөйләмәһендәр, бөгөн барыбер телефонһыҙ кеше юҡ, сөнки уңайлылыҡ ихтимал булған зыянды күпкә өҫтөнөрәккә сығара. Хәйер, бында иң сағыу миҫал булып кешелектең Йыһанды яулауы торор ине. Ике зыяндың береһен һайлайһың инде: йә космосты файҙа­ланыуҙың файҙаһын күрәһең, йә озон ҡатламын боҙоуҙан ҡурҡып, боронғоса йәшәйһең.
Экологик йәһәттән таҙа ризыҡтан береһе лә баш тартмаҫ ине лә, ләкин шуныһы бар: бөгөн, XXI быуат уртаһында, ул “экологик таҙа” тигән төшөнсә үҙебеҙҙе алдауыбыҙ ғына түгелме икән? Ул да бит бары шул тауарҙың бренды ғына, кибеттәрҙә уны хәҙер нимәгә генә ярлыҡ итеп таҡмайҙар. Әлеге шул “Е”-һеҙ продукт тигән бренд һымаҡ был. Аңлап торабыҙ ҙа инде: “Е” ҡушымталары тип халыҡты өркөткән бик күп һандар артына беҙ көн дә ҡулланып өйрәнгән тоҙ, шәкәр, сода, һеркә кеүек тәмләткестәр йәшеренгән. Ә “экологик яҡтан таҙа” тип алданып үҫтереү өсөн иһә бөгөн киң ҡулланылыш яулаған ашламаларҙан, ҡоротҡостарға ҡаршы препараттарҙан, тағы ла бик күп заман ҡаҙаныштарынан баш тартырға кәрәк булыр ине. Автобус йөрөгәндә кинәнес өсөн генә йәйәү китеүгә тиңләр инем быны. Күрәһең, медицина өлкәһендә иң юғары кимәлдәге институттар менән бергә имселәр ҙә эшләгән һымаҡ, бында ла шул төрлөлөккә ҡайтыу кәрәктер. Кемдер үҙ баҡсаһында үҙе өсөн “таҙа” ризыҡ үҫтерһен, ә ҙур корпорациялар юғары технологиялар ярҙамында бөтә илгә таратырлыҡ күләмдә продукция етештер­һен. Улар бер-береһенә ҡамасаулыҡ итмәй.
Миңә йыш ҡына төрлө йүнәлештәге хәрәкәт, секта вәкилдәре менән осрашып, ҡыҙыу бәхәстәргә инергә тура килә. Улар ҡара тырышланып, һәр кем үҙе ылыҡҡан ҡәүем ҡағиҙәләрен яҡларға тырыша. Вегетариандар, мәҫәлән, ит ашауҙың зарарлығын иҫбатлай башлай, ләкин кеше организмының биологик йәһәттән айыуҙыҡы һымаҡ икәнен әллә белмәйҙәр, әллә шулай алданғылары килә. Минең “Йәшел байлыҡ” тигән ашарға яраҡлы үҫемлектәр тураһында китабымдың баш һүҙендә шундай дәлил килтерәм: әгәр кеше һыйыр һымаҡ үлән менән генә туҡланһа, уға көнөнә 20 килограмм йәшел масса кәрәк булыр ине! Сей ризыҡҡа ылығыусылар, сәйҙән баш тартып, һыу ғына эсеүселәр, секталар менән дә шул уҡ хәл: кемдер табыш алыу өсөн ойошторған хәрәкәттә алданғыһы килә икән – әйҙә, йөрөһөн дә ятһын. Һәр кемдең үҙ мәйеле.
Был донъяла алданырға теләгән кешеләр бар икән, уларҙы алдарға тырышыусы ла шунда уҡ табылыр. Бының өсөн “реклама” тигән бик яңғырау һүҙ уйлап табылған: сағыу ҙа, әүрәткес тә. Күпселек масса үҙе уйлап эш башҡармай бит, башҡаларға эйәрә, йәнәһе, бөтәһе лә шулай итә... Мин үҙем дә бик йыш алданам, ләкин быны асыҡтан-асыҡ башҡарам. Мәҫәлән, кибеттән һатып алған һөттөң аҙна буйы әсемәй ултырыуына ҡарап, уның ысын һөт түгел икәнен күрәм, ләкин шуны белә тороп, ысын һөт эҙләп китмәйем, миңә шуныһы ла яраған. Аҙна буйы әсемәй ултырыуы шәп бит бының, тип үҙемде йыуатҡан да булам әле. Төрлө өлкәлә төрлө дәлилдәр табылып тора: уның ҡарауы – арзаныраҡ, файҙаһы әллә ни булмаһа ла, зыяны ла юҡ кимәлендә, шуныһы ла яраған һәм башҡалар... Дөрөҫөн әйткәндә, күпселек кешеләр, тотош халыҡтар, йәмғиәттәр алданыу юлына үҙҙәре теләп бара. Йәшәйештең үҙенә күрә бер асылы, ахыры, ул – алданып, шулай дөрөҫөрәк тип әүрәп һәм йыуанып йәшәү...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779