Республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге иң юғары дәүләт премияһына быйыл беҙҙең дүрт яҙыусының әҫәрҙәре күрһәтелде һәм был ҡәләмдәштәребеҙҙең һәр береһе хаҡында хөрмәт менән һүҙ алып барырға мөмкин. Наил Ғәйетбайҙың пьесалары Башҡортостан театрҙарында ғына түгел, унан ситтә лә йыш ҡуйыла. Гөлнур Яҡупованың “Ҡатындар” романын халыҡ бик яратып уҡый. Ләкин әле мин китаптары дәүләт премияһына тәҡдим ителгән ике ҡәләмдәшем тураһында ентекләберәк әйтмәксемен.
Йомабикә Ильясованың шиғырҙарын уның исеме-аты Аҡъюлова булған саҡтарҙан уҡ ҡыҙыҡһынып уҡып барам. Шағирә бик уңышлы үҫеш юлы үтте, уның уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдар башынан даими сығып килгән китаптарын уҡыусылар ҙа, әҙәби йәмәғәтселек тә юғары баһаланы. Йомабикә Ильясованың премияға күрһәтелгән “Мин үҙеммен һаман” (2013) һәм “Етегән” (2015) исемле йыйынтыҡтары хәҙерге башҡорт шиғриәтенең үҫеш юғарылығын билдәләүсе ваҡиға булды, тип ҡыуанып әйтә алам.
“Мин үҙеммен һаман” – былай булыуы, йәғни һәр саҡ үҙең булып ҡалыуы һәр кем өсөн, бигерәк тә шағир шәхесе өсөн бик мөһим, ләкин уға ирешеүе еңел түгел. Ҡаты һынауҙарын ҡуйыр, туҡтауһыҙ үҙгәреп тороусы был ҡатмарлы тормошта үҙең булып ҡалыу, юғары маҡсаттарға хыянат итмәү, рухи-әхлаҡи ҡағиҙәләреңде емертмәйенсә һаҡлау үтә ауыр. Шағирә ошо туҡтауһыҙ көрәш тураһында борсолоп уйлана:
Ҡорбан һорай диңгеҙ, ҡорбан һорай,
Йән аҡлығы ҡорбан түгел, түгел!
Ҡабырсаҡта ҡал һин, ҡабырсаҡта,
Ҡорбан булып, ғәрипләнмә, күңел!
Был юлдарҙы Йомабикә Ильясованың “Ҡабырсаҡта” тигән шиғырынан алдым. 1998 йылда сыҡҡан китабын да ул шулай атағайны.
Ҡабырсаҡта булыу был тынғыһыҙ тормоштан ҡасыу түгел, әлбиттә. Кеше үҙенең намыҫын тормош ваҡлыҡтарынан, уның йәмһеҙ яҡтарынан, бысраҡлыҡтан һаҡларға тырыша. Бөйөк сынығыу юлында күңелен ғәрипләндермәҫ өсөн Тәңренән сабырлыҡ һорай, шуның өсөн рухында көрәш бара.
“Етегән” китабына ингән был һигеҙ юллыҡты тулыһынса килтергем килә:
Эйе, ҡурҡам, бәхет өсөн түгел,
Әрнеү өсөн тыуған тойғо был.
Әле уны һүндереүе еңел…
Йөрәк! Ашҡыныуҙан тик тыйыл!
Йөрәгемдең һәр бер тибешенә
Мин “юҡ” тигән уйҙы һеңдерҙем.
Күңелемә килеп ҡунған нурҙы,
Бар көсөмдө туплап, һүндерҙем.
Шағир йөрәге һәр саҡ яңы ашҡыныуҙар менән тоҡанырға әҙер тора, ләкин ялҡын тыуҙырыр ярһыуҙарҙы ҡайһы бер саҡта ваҡытында һүндерә белергә лә кәрәк. Хатта улар нур булғанда ла, яҡтылыҡ килтергәндә лә. Сөнки был нурҙың ҡараңғылыҡ тыуҙырыуы ла бар. Ҡайһы бер тойғоларыңды тыя алыуҙар һәм тыя алмауҙар тыуҙыра был тормошта бәхеттәрҙе һәм бәхетһеҙлектәрҙе. Бындай психологик нескәлектәргә шағирҙарҙың иғтибар иткәне, үҙ-үҙенә шундай ҡаты талаптар ҡуйғаны булдымы икән? Үҙем белгән шиғриәттәрҙе барлайым да бындай кисерештәр көрәше менән йәшәүсе яҙмыштарҙы ҡапыл ғына таба ла алмайым.
Йомабикә Ильясованың шиғырҙары һәр саҡ уйсан, шағирәнең уйсанлығына сабырлыҡ хас. Йомшаҡ күңеленең кәрәк саҡта бик ҡәтғи ҙә булыуы бына шул сабырлыҡтан килә. Ваҡ кисерештәрҙе ул кире ҡаға, шуға күрә һүҙҙе лә ныҡ ҡәҙерләй белә, шуға күрә уның фәлсәфәүи уйланыуҙары тапҡыр һәм йыйнаҡ. Күпселек шиғырҙары ҡыҫҡа, буш, хәбәр һөйләүгә уларҙа урын юҡ.
Мин Башҡортостан яҙыусыларының съездарында ҙур-ҙур хисап докладтары һөйләгәйнем, төрлө жанрҙарҙың ҡаҙаныштары һәм етешһеҙлектәре тураһында ентекле һүҙ әйтергә тырышҡайным. Шул съездарҙағы докладтарҙың икеһендә “Йәшәһен шиғриәтебеҙ!” тигән һүҙҙәрем менән үҙемдең һоҡланыуымды белдергәйнем. Йомабикә Ильясованың “Мин үҙеммен һаман” һәм “Етегән” тигән китаптарын уҡығас, “Йәшәһен шиғриәтебеҙ!” тигән һүҙҙәремде тағы ла ҡабатланым. Ул саҡта был тос йыйынтыҡтар юғары дәүләт премияһына күрһәтелмәгәйне әле.
Уларҙы исемлектә күргәс, был һоҡланыуымды хөрмәтле комиссия ағзаларына ла еткергем килде. Уй-теләктәребеҙ, һоҡланыуҙарыбыҙ уртаҡ булһын ине.
***
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүәселәр исемлегендәге әле мин хуплау фекеремде әйтергә теләгән икенсе китап – Флүр Ғәлимовтың “Аҙғын тәүбәһе” исемле трилогияһы. Был ҡәләмдәшемдең ижад юлын мин шулай уҡ тәүге әҫәрҙәренән үк беләм. Мин оҙаҡ йылдар Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе булған йылдарҙа Флүр Ғәлимов бер ни тиклем ваҡыт Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһында етәксе ине. Ойоштороу мәсьәләләрендә генә түгел, ижадта ла фекерләшеп йәшәнек. Был бәйләнеш әле лә дауам итә.
Флүр Ғәлимов тормоштоң теге йәки был яҡтарын ситтән күҙәтеп йәки өйрәнеп кенә түгел, күп тапҡыр үҙ яҙмышында кисергән хәлдәр тураһында яҙа, шуға күрә әҫәрҙәре бик тормошсан һәм заманса. Уның “Яңы башҡорт” романы хәҙерге башҡорт тураһында нәҡ шул сифаты менән бик күптәрҙең иғтибарын бик тиҙ үҙенә ылыҡтырҙы. Әлегә тиклем әҙиптәребеҙҙең ҡарашы бөтөнләй үтеп инмәгән тормош ҡатламдары тураһында бәйән итеүсе китап булды. Уҡыусылар беҙҙең башҡорт әҙәбиәтендә бер һүҙ ҙә әйтелмәгән эшҡыуарҙар тормошо менән таныша алды. Шуға ла әҫәр баштан уҡ популярлашып китте. Һәр милләт алдына яңы заман ҡуйған эшҡыуарлыҡҡа тотоноу талабы халҡыбыҙ өсөн айырыуса киҫкен тора. Әгәр беҙҙәге эшҡыуарҙарҙың ни бары биш процентын ғына башҡорттар тәшкил итә икән, хәҙерге көн талабына яуап бирерлек үҫеш мөмкинме? Флүр Ғәлимов был мәсьәләләрҙең ҡатмарлылығын бик тормошсан яҙмыштар аша беренсе булып күрһәтә алды.
“Аҙғын тәүбәһе” трилогияһында ла ошолай беренсе булыу дауам итә. Әҫәрендә яҙыусы тормоштоң беҙҙә әлегә тиклем бер кем тарафынан да асылмаған яҡтарын күрһәтә. Бөгөн бик күптәрҙең башын бутаған эзотерика күренештәренең ниндәй күңелһеҙ хәлдәргә килтергәнен аса.
Ләкин төп мәсьәлә трилогияның үҙәгендәге яңы геройҙа тора. Шәжәрәһе Салауат Юлаевҡа барып тоташҡан Салауат Байғазин тормоштоң бик күп һынауҙарында үҙенең рухын һындырмайынса һаҡлап йәшәй һәм көрәшә. Ул эшҡыуарлыҡта ла юғалып ҡалмай, афған һуғышынан да иҫән сыға, рәссам булараҡ та илһамланып эшләй. Ул күп уҡыған, күпте белә, хәҙерге әҙәби һәм фәлсәфәүи эҙләнеүҙәр тураһында ла, иҡтисади ҡыйынлыҡтар хаҡында ла өҫтән-мөҫтән ишетеп кенә түгел, бик белеп, төплө фекер йөрөтә. Бөгөнгө ауырлыҡтарҙы милләт менән бергә еңеп сығыр өсөн һәр шәхес белемле генә түгел, булдыҡлы ла булырға тейеш – Салауат Байғазин бына ошоға инана.
Хәҙерге әҙәби мөхитебеҙҙе яҡшы белеүемдән сығып, шуны әйтә алам: Флүр Ғәлимов – бөгөн мәғлүмәтле, заманса фекерле әҙиптәребеҙҙең береһе. Әлеге заманда күп әҙиптәребеҙ, үҙҙәренең йәш уҡыусылары менән сағыштырғанда, интеллектуаль йәһәттән ныҡ артта ҡалғанлығын уйлаһаҡ, Флүр Ғәлимовтың был сифаттары бик мөһим.
Трилогияның “Аҙғын тәүбәһе” тип аталыуы ла хәҙерге тормоштоң үҙенсәлектәренән тыуған. Ысынлап та, аҙғынлыҡ артҡандан-арта, тик тәүбә итеүселәр һирәк.
Ике ҡәләмдәшем тураһындағы уйланыуҙарымды йомғаҡлап, шуны әйтергә теләйем. Йомабикә Ильясованың “Мин үҙеммен һаман”, “Етегән” исемле шиғри китаптары һәм Флүр Ғәлимовтың “Аҙғын тәүбәһе” тигән трилогияһы – башҡорт әҙәбиәтенең хәҙерге юғары кимәлен һәм киләсәктәге үҫеш перспективаларын билдәләүсе бик әһәмиәтле күренештәр, ҙур ҡаҙаныштар, һәм Йомабикә Ильясованың да, Флүр Ғәлимовтың да ижади уңыштары Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына һис шикһеҙ лайыҡ тип һанайым.
Бер йылда әҙәбиәт буйынса ике премия биреү традицияһы беҙҙә электән килә. Салауат Юлаев премияһы 1967 йылда тәүге тапҡыр бирелгәндә уға бер юлы Һәҙиә Дәүләтшина менән Мостай Кәрим лайыҡ булды. 1972 йылда Назар Нәжми менән Ким Әхмәтйәнов, 1994 йылда Яныбай Хамматов менән Флорид Бүләков, 1996 йылда Ибраһим Абдуллин менән Ҡәҙим Аралбаев, 2012 йылда Рәшит Шәкүр менән Камил Йыһаншин Салауат Юлаев премияһы лауреаттары исемен алды. Ул ваҡыттарҙағы комиссия ағзалары бик ғәҙел ҡарар сығарған. Бөгөн дә ошондай объектив баһа бирергә – Йомабикә Ильясова менән Флүр Ғәлимовты яңы лауреаттар итергә ныҡлы нигеҙ бар. Әле әйтелгән ҡәләмдәштәремдең китаптары юғары баһаға лайыҡлы.