Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тултырылған кальмар менән авокадо
Тултырылған кальмар менән авокадо – Ҡырҡты уҙ­ған, буяуы уң­ған... – Айзада, көҙгө­нән үҙенең сал йүгергән сикә­һен, күҙ төбөнә ят­ҡан ваҡ һырҙарҙы, һәленә төшкән эйә­ген күреп, моңһоу ғына әйтеп ҡуйҙы. Шулай итеп, һиҙҙермә­йенсә генә етә икән ул ҡартлыҡ. Донъя, мал, ир, бала, эш тип йүге­рәһең-йүгерәһең дә... Нин­дәйҙер әйләнеп сығып булмаҫ ҡуласа. Өй һалаһың, уныһының осо-ҡырыйы юҡ, өйөргә лә өйөр­гә... Бала таптым тиһәң, уныһы­ның үҫкән һайын бәләһе ҙурая... Ир тигәне тағы, башҡа сир... Мөхәббәт тип күҙең тоноп кейәүгә сығаһың да бер көн ҡараһаң – яныңда ҡорһаҡлы, ялтас, йыйыр­сыҡ баҫҡан бер ят ҡарт тора...
Былтыр өләсәй булғас та был тиклем күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгәйне әле. Ҡыҙының һаулығын ҡайғыртыу, бәпесте ҡаршылау-ҡарау мәшәҡәттәре менән уйланмаған. Ейәнсә­ренең тәмле еҫен ҡомһоҙланып еҫкәй-еҫкәй яратып туя алмай бер булды. Үҙенең балаларының нисек үҫкәнен дә күрмәгән Тимерйәне лә, олатай булғас, үҙгәреп китте. “Ҡулым килешмәй” тип һылтаулап, үҙенекеләргә йоғоноп та ҡарамағанды, был бәпесте ҡулынан төшөрмәй тигән­дәй йөрөттө. Ялҡырмы тиһәң, оҙағыраҡ илау тауышы сыҡмаһа, “бәпес ҡайҙа?” тип бер була. Кейәү балаҡай ҙа баласыл ғына күренә. Кәрәк икән, аҫтын да алыштыра, йыуындырырға ла ҡурҡмай тотона. Шуны күреп аптырағайны Айзада. Яңы быуын атайҙар икенсе буламы икән әл­лә, тип. Ул белгән ғаиләләрҙең береһендә лә бала ҡарашҡан ирҙәр булманы. Айзаданыҡы ярай әле, исмаһам, көнө-төнө эштә булды, ял көндәре ихатала ул-был итте.
Ана, Әсмә әхирәтенеке ни, көндәр буйы урамсылап йөрөр ине, кеше эшен бөтөрөп өйөнә ҡайтыуға был төнгөлөккә “ләх” иҫереп ҡайтып инә йә килтереп таш­лайҙар. Тегеһе ни, бахыр, йәш бала менән йоҡо ла күрмәй, ни өйҙә эш тота алмай, иҫерек ирҙе һөйрәп керетеп ятҡыра, бысрағын систерә. Махмырҙан ауырый башлаһа, сабый бала ҡарауҙан была­йыраҡ йонсоп уны ҡарай. Шунда ла әле йылы һүҙе юҡ ир тигәндәренең, ҡатынынан йөй табып аҡырына-баҡырына, ҡул күтәреп маташа. Ә бисә кешегә ни, һаман шул донъя тип йәбешеп ятҡан була инде. Аранда малың тора баҡырып – ашатырға-эсерергә, тиҙәген таш­ларға. Өйөң бар йылытырға, мейесеңде яғырға йәш утынды бысҡылдатып, төтөнөнә сәсәй-сәсәй... Кереңдең таҙалығын, ашыңдың тоҙон тикшереп, зәһә­рен сәсергә ажғырып торған ҡәй­нәң бар... Шуға иртәрәк ҡартай­ғандыр инде Әсмә әхирәте. Төҫкә генә ҡартайыу түгел, уның климакс тигән нәмәһе лә иртә башланды. “Абортҡа йөрөү мәшә­ҡәтенән ҡотолдом”, – тип һөйөндө генә үҙе.
Хәҙер бына Айзадаға ла сират етте әбей булырға, абау. “Ырыу­ҙан ҡалған” тигән һүҙе генә ни тора. Илағыһы килеп китте. Һуңғы осор шулай топ-тойоҡтан кәйефе ҡырылып, балауыҙ һығырға ғына тора. Юҡҡа-барға йәне көйөп, ене ҡуба башлай. Шулай ҙа әбей­гә әйләнеү процесы сағыштыр­маса еңел үтәсе. Башы әйләнеп, быуынһыҙланып хәле бөтөп китә тиктомалдан йә ҡапыл күңеле болғанып уҡшытып ебәрә. Түҙә­һең инде, тәбиғәт ҡушҡас. Был донъялағы һәр йән эйәһенең яралыу, үҫеү, сәскә атыу ваҡыты булған кеүек, ҡыуарыу, ҡартайыу мәле лә бар бит. Тыумыштан ҡалмағас... Тәүбә, әле генә гүргә керергә булмаһын инде ул! Ма­лайҙы өйләндерәһе бар, башҡа сығараһы. Ҡыҙҙы ла кейәүгә бирҙең дә ҡотолдоң түгел, һүҙ ярҙамы ла, мал ярҙамы ла байтаҡ ваҡыт кәрәк буласаҡ үҙҙәренә.
Уйлай китһәң, Тимерйәне ме­нән дә йәшәп кенә лә ҡарамағандар әле! Бер-береһе менән серләшеп ултырырға ла форсат тапмайҙар, донъя малы артынан ҡыуыуҙан бушап. Ҡайҙа ти ул, ҡайһы берәүҙәр һымаҡ етәкләшеп кенә диңгеҙ буйҙарын ҡыҙырыу, ҡосаҡлашып талғын көйгә бейеүҙәр, хистәр тул­ҡынында онотолоп бәүелеүҙәр?! Шулай уҡ ашмаҫ хыялдар ғына булып ҡалырҙармы икән ни? Әстәғәфирулла, ун йылдан пенсия аҡсаһы һанап, бер кешегә лә кәрәкмәйенсә, дүрт стенаңдың дүрт мөйөшөнә текләп улты­рырғамы ни? Кейәүгә сыҡ­ҡанынан бирле 25 йыл үткәнде тоймағанды, ул ун йыл ни, керпек ҡаҡҡансы ла үтеп китә инде?! Уф, йөрәккәйе... Ниндәй үке­нестәр генә тулы донъя был?
– Әҙерәк диета тотоп алһаңсы, әсәй, бынау күлдәгең былтыр һәләк килешә ине үҙеңә, әле әллә ҡайһылай тора – билең бөткән.
– Аһ-аһ...Ҡәҙерлегә генә кейгән күлдәгемде... Әллә нимә лә ашап ултырмайым инде, ғүмер буйы ашаған ит тә бәрәңге...
– Үҫә торған йәш организм ғына бөтөн нәмәне эшкәртә ул, ә һиңә хәҙер үҙеңде уйларға ваҡыт. Ауыр ризыҡ ашама, күберәк салат-малат ҡап, емеш-фәләнде...
Ҡыйын Айзадаға ошондай һүҙҙәр тыңлауы. “Ҡарсыҡ”, “әбей”, “ҡортҡа” тип ҡолаҡ төбөндә тыҡып торған һымаҡ. Шул тиклем күңеленә ауыр, әйтеп бөтөргөһөҙ. Йөрәге һыҙлауын баҫыр өсөн шулай килеп сығамы – берәй нәмә сәйнәгеһе, ҡапҡылағыһы ғына килеп тора шул, ҡарышҡан кеүек. Яңыраҡ телевизорҙан һөйләгәйнеләр “стресс” тип. Ашау менән баҫырып ҡуйыу зыянлы, тиҙәр. Һүҙен дә уйлап сығаралар. Донъяның фанилығын, бер ниҙе лә ҡайтарып булмауын, ғүмереңдең заяға уҙыуын йөрәгең менән аңлап, йәнеңде үкенес ҡорто кимереүен һыйҙырып буламы ни шул һүҙгә...
– Әллә ниңә эсем йыш-йыш ауыртып ала, ауыр, аҫҡа тарта, – тип фельдшер ҡыҙға барырға мәжбүр булды бер көн. Унда ла бармаҫ ине, ҡатын-ҡыҙҙар онкологияһы тураһында тапшырыу тыңланы. Һуңғы йылдар бигерәк ныҡ таралған икән был сир. Билдәләрен тыңлап ултырҙы ла йөрәге жыу итеп ҡалды. Барсы, Айзадала ла барсы бындай билдәләр... Түштәре лә, төйөрмө ни, ҡатты лаһа...
Фельдшер ҙа йыуатырлыҡ һүҙ әйтә алманы.
– Төҫөгөҙ ҡасҡан шул, апай, районға барып күренегеҙ, – тип кәңәш итеү менән сикләнде.
Ундағы табип иһә Айзаданы әйләндереп-тулғандырып ҡарап, һораштырып ултырҙы ла, “ошо хәлгә еткәнсе нимәләрен ҡарап йөрөй икән ошо ауыл бисәләре”, тип әрләй-әрләй, баш ҡалаға йүнәлтмә яҙҙы.
– Аналығыңды таба алманым, апай, һуңғы бала тапҡанығыҙҙа бер-бер хәл булғайнымы әллә?
– Белмәйемсе, әйтмәнеләр... Наркоз аҫтында инем бит, кесарево эшләнеләр..
– Ҡыҫҡаһы шул, апай, кисекмәҫтән Өфөгә, онко-үҙәккә барығыҙ. Шеш ҙур, һуң булмаҫ борон, бәлки, операция менән ҡотола алырһығыҙ...
Райүҙәктән ҡайтҡансы илап, буҫлығып бөттө Айзада. Нимә ҡылырға, ҡайҙа барып бәрелергә белмәне. Эй-й-й, нимә тип кенә “донъя көтәм” тип йәбешеп ятҡан була икән кеше! Йыйған ниғмәттәренең ҡәҙерен белеп, тиңе менән сөкөрҙәшеп кенә йәшәй башлар саҡта, ошолай итеп, ҡараңғы гүрҙәргә кереп ятылырмы икән ни?! Балаларын ныҡлап аяҡҡа баҫтырмаған әле. Ейән-ейәнсәрҙәрен бәпләп тә ултыра алмаҫмы икән?! Тимерйәне кем ҡулына ҡалыр ҙа бөртөкләп кенә йыйған донъяларын кем оятһыҙының аяғы тапар?!
Ошо ғүмер йәшәп ниндәй рәхәтлеген күрҙе әле Айзада? Бараһы ерҙәренә барманы, күрәһе ерҙәрен күрмәне... Асыу килтереп, телевизоры ла ымһындырып әллә нимәләр күрһәтә лә тора. Ауыҙ һыуы ҡоротоп һөйләнеләр ҙә, хәҙер уның ҡолағы ишетмәгән, күҙе күрмәгән ризыҡ ашағыһы килеп китте. Бөткән баш бөткән, күпме генә ғүмер ҡалғандыр, шул быҡтырылған авокадо менән тултырылған кальмар ашап ҡарарға ине. Исмаһам, бер үкенесе кәм булыр...
– Нимә, мыш-мыш танау тартаһың баянан бирле, йоҡо маҙаһы бирмәй?! – Тимерйән йоҡо аралаш мыжый-мыжый юрғанды үҙенәрәк тартты. – Шул тиклем ниндәй хәсрәтең барҙыр...
– Авокадо ашағым килә... һыңҡ...
– Нимә? Аҡылдан яҙа башланыңмы әллә? Тағы нимә етмәй?
– Тағы... тултырылған кальмар ашағым килә-ә-ә...
Ҡапыл йоҡоһо осҡан ир тороп уҡ ултырҙы:
– Һин нимә, ауырый башланыңмы әллә?!
Күңеле тулған ҡатындың һүҙ быуаһы йырылып китте, ҡасандан бирле һаҡлаған эс серен илай-илай иренә түкте лә ҡуйҙы.
– М-да-а-а... – Байтаҡ уйланып ятҡас ҡына һүҙ башланы Тимер­йән. – Хәлдәр былай булғас, малдың бер нисәүһен тотонорға булыр. Малайға туйға тигән аҡса ла байтаҡ йыйылғандыр әле.
– Ҡуй, йәшәйһе кешегә кәрәк булыр...
– Ниндәй кешегә? Нимә өсөн йыйған беҙ ул донъяны, кәрәк саҡта изгелеген күрмәгәс? Һин нимә, мине ташлап ҡасырға уйлап тораңмы?! Ваҡытынан алда үҙеңә йыназа уҡып ултырма, йәнде көйҙөрөп! Хәҙер медицина көслө, әллә нимәңде лә дауалай. Иртәгә үк Өфөгә сығып китәбеҙ, Алла бирһә... Аҡса бик етмәҫтәй булһа, аҡсарлағымды ла “осорорға” тура килер...
Иренең һуңғы һүҙҙәренән Айзаданың күңелендә аңлатып биреп булмаҫлыҡ наҙ уянды. ”Аҡсарлағым” тип машинаһын әйтә Тимерйәне, “өф” итеп кенә тотҡан тәтәйе. Шул хәтлем ҡәҙерләгән нәмәһен тотонорға ла йәлләмәгәс, ярата булып сыға бит ул Айзаданы… Теле менән генә әйтмәй. Әйтһә лә ярар ине, үҙеңдең һөйөклө икәнеңде белге, наҙлы һүҙҙәр тыңлағы килә лә инде! Аңламай шул ирҙәр шуны, аңламай. Әйтеп ҡалһындар ине ул, үкенескә ҡалғансы. Яратышып йәшәр өсөн генә бирелгән икән бит был донъя, был ғүмер... Юҡ-бар борсолоуҙар, әрләш-тартыштар өсөн түгел. Ғүмер ахырында ғына йыйған мал түгел, ә бөтөнләй башҡа үкенестәр иҫкә төшә икән.
Ҡыҙына – һеңле, улына ҡусты табып бирә алманы Айзада. Иң ҙур үкенесе шулдыр. Бала таба, баға торған ғына сағы бигерәк ауыр заманға тура килде шул. “Перестройка”нан һуңғы ҡыйралыш йылдар. Бала әйбере алтын дәрәжәһендә. Тотонолған йүргәк-ыштанды ла ҡәҙерләп кенә бер-береһенә аманат итеп тапшыра йәш әсәйҙәр. Колготки-фәлән тапһаң, оло шатлыҡ, пальто-итек алһаң, лотереяға миллион отҡандан былай бәхет. Ҡайҙа ти ул памперс-фәлән? Әле, ана, ейәнсәренең ниндәй генә кейем-тәтәйҙәре юҡ! Айзаданың йәш сағында булһамы ошо муллыҡ! Тимерйән кеүек аҫыл ирҙән табыр ине тағы бер-икене... Шау үкенес кенә был донъя, исмаһам, алда әҙерәк ғүмер булһасы...
– Нимә тағы балауыҙ һығаһың, һөйләштек бит инде, йырып сығырбыҙ әле бергә!
– Авокадо-о-о...
– Уф! Килоһы менән алып бирермен иртәгә, тым түлке!..
Тыштан үҙен ышаныслы, тыныс тотһа ла, ныҡ борсолғаны, уйланғаны тойола Тимерйәндең. Табипҡа сират еткәнен көтөп ултырғанда ла иренең еңелсә ҡалтырауын тоя. Бөтөп барғанда ризыҡ та тәмлерәк кеүек. Ғүмер аҙағында ғына йәшәүҙәренә йәм керҙе. Элек ғәҙәти тойолған һәр нәмәне әле мөғжизә итеп ҡабул итә башлағансы Айзада. “Ҡар­тайған инде, элекке саҡтары тү­гел”, – тип мөрхәтһенмәгән ирен­дә икенсе сифаттар күрә. Маң­лайындағы һәр йыйырсығы, һәр сал сәсе, һәр күҙәнәге күңелгә яҡын икән дәһә ғүмер иткән кешеңдең. Тәненең йылыһы, тынының ипкене лә – йөрәккә ял. Йәшәргә ине ошолай, бер-бере­һен ҡәҙерләп, күреп туймай, тағы бер нисә йыл! Ниңә аңла­ма­ған­дыр шуларҙы бығаса? Йәшәү үҙе бер мөғжизә икән бит, баҡтиһәң!
Ҡатынын бер секундҡа ла ҡалдырмаҫҡа тырышҡан ир табип бүлмәһенә лә эйәреп керҙе. Тегеләр ҙә аңлап тора, бороп сығармайҙар. Һуңғы өмөттәрҙе ҡырып һалған диагнозды тыңла­ғанда эргәңдә яҡын кешең булһа арыу инде. Күңел бит ул, кешенең иң нескә ҡылы. Ауырлыҡтарҙы күтәрешер ышанысың булһа, шарт өҙөлмәҫ, йәшәүгә сат йәбешерлек изем булыр...
– Папаша, һеҙгә нисә йәш? – әллә ниндәй ҡорамалдар менән Айзаданың ҡабарған эсен тик­шергән табип көтөлмәгән һорау биреп, көсөргәнеште йомшар­тырға булды, буғай.
– Ҡырҡ туғыҙ, өс айҙан илле тула.
– Юбилей, тимәк. Ҡаты­ны­ғыҙҙан ниндәй бүләк көтәһегеҙ?
– Үҙе иҫән булһа, шул еткән миңә. Башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй.
– Килеп сыҡмаясаҡ шул, папаша.
Тимерйәндең йөрәге туҡтай яҙҙы, Айзаданың йөҙө ҡағыҙҙай ағарҙы.
– Шулай аҙ ҡалғанмы?
– Аҙ ҡалған шул! Һеҙҙең юбилейығыҙға самай ғына булалыр. Теләһәгеҙ ҙә, бүләкһеҙ ҡал­маясаҡһығыҙ, папаша. Улығыҙ бар, ҡыҙығыҙ бар...
– Эйе, бар, улым Булат, ҡыҙым Айзирәк... Өйҙә ҡалдылар, өмөт­лө хәбәр алып ҡайты­уыбыҙҙы көтөп...
– Нисек өйҙә? Һуң бында бит улар! – табип, бер компьютер экранына, бер Айзаданың эсенә ымлап торҙо ла, барыһын да аңлап, көлөп ебәрҙе. – Һеҙ нимә, аңламанығыҙмы ни? Шешегеҙ ысынлап һуш киткес ҙур! Етмә­һә, ҡулдары ла бар, аяҡтары ла... Быныһы ҡыҙыҡай, бынауһы – малай!..
...“Алтын” юбилейға саҡыр­маһалар ҙа, күстәнәсен-бүләген ҡыҫтырған туған-тыумаса барыбер йыйылды. Береһе ҡыҙыл, икенсеһе зәңгәр таҫма менән бәйләнгән ике төргәк геү-шау аҫтында ҡулдан-ҡулға китте.
– Тимерйән, кем тип ҡуштығыҙ?
Кемдеңдер биргән һорауына:
– Береһе Авокадо инде, икенсеһе – Кальмар, – тип яуап­ланы бәхетенән ауыҙын йыйып ала алмаған өй хужаһы. Шар­ҡылдап көлгән тауыштар баҫыл­ғас ҡына, яуабын төҙәтеп ҡабатланы.
– Быныһы – Айбәк, тегенеһе – Алтынай. Минең Айымдың алтындан былай ҡиммәтле бүләктәре!
– Еңгәй, әле лә ашағың киләме тултырылған кальмар?
– Килә, килмәй ни... Бына бит – тултырылған ҡамырҙың ниндә­йе генә юҡ! Ул бәрәңге тулты­рылғаны, ул кәбеҫтә­леһе... Бына балан тултырылғаны, бына еләклеһе, – хужабикә, ҡәнәғәт йылмайып, бәлеш-бәрәмәстәрҙең төрлөһөнә күрһәтте.
Өй хужаларының бәхет тулы табынын уратып йыр һуҙылды:
Алтын ғына микән, һай,
был донъя,
Көмөш кенә микән был донъя.
Ҡәҙерҙәрен белеп
көн иткәндәргә
Шау сәхрә лә микән
был донъя...






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 684

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 063

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 585

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 782

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 609

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 463

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 515

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 423

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 677

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 414

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 578