Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Азамат ТИМЕРҒАЗИН: “Башҡорт киноһының яҙмышы өсөн беҙ яуаплы”
Азамат ТИМЕРҒАЗИН: “Башҡорт киноһының яҙмышы өсөн беҙ яуаплы” Азамат ТИМЕРҒАЗИН – “Башҡортостан” киностудияһында хеҙмәт юлын башлаған, был өлкәлә ярайһы тәжрибә туплаған егеттәребеҙҙең береһе. БЮТ телеканалының эшмәкәрлеген сит өлкәләрҙә әүҙемләштереү, “Ер һәм кешеләр” кинофестивален ойоштороу эштәре барышында ул үҙен ысын профессионал итеп танытты. Һәр саҡ яңы идеялар менән яна, ҡыҙыҡлы проекттарҙа эшләй. Ошо көндәрҙә ул “102 ТВ” каналын асып, унда башҡорт режиссерҙарының эшмәкәрлеген пропагандалау ниәте менән йәшәй. Беҙ уға ошо һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында һөйләүен һорап мөрәжәғәт иттек.


– Беҙҙең канал 1 июлдән эшләй башланы. Ҡайһы бер телевизор ҡараусыларҙан шыл­тыратыуҙар ҙа ҡабул иттек. Хәҙер инде республика райондары, телевидение хеҙмәткәрҙәре менән бәйләнешкә сығып, “102” кана­лының эшмәкәрлеген киңерәк йәйелдереп ебәрергә ниәт, сөнки тап үҙебеҙҙең төбәк аудито­рияһына иҫәп тотабыҙ. Маҡса­тыбыҙ – урындағы кино сәнғәте әһелдәренең эшмәкәрлеген пропагандалау.
– Төбәктәр менән эшмәкәр­лек нимәнән ғибәрәт?
– Бөгөн республикабыҙҙа егерменән ашыу телестудия эшләй. Уларҙың һәр береһендә көн һайын ошо районға ҡағы­лышлы материалдар бирелә. Ҡайһы бер сюжеттарҙың республиканың төп каналына үтеп инә алмауы ихтимал. Әммә, мәҫәлән, дөйөм майҙансыҡта мәҙәни, сәнғәткә ҡағылышлы программаларҙы йыйып, республика халҡына тәҡдим итергә була. Әйтәйек, Шишмә районында үткән саралар, Баймаҡтағы ваҡиғалар тураһында башҡалар ҙа хәбәрҙар буласаҡ. Ошо рә­үешле улар хатта телетапшы­рыуҙар эшләү кимәлен дә күтәрер, сөнки республика эфирына сығыу яуаплылыҡ та өҫтәй. Хәҙер бит Рәсәйгә кәрәҙле телевидение заманы килде. Шуға күрә Хөкүмәттә сифатлы төп 20 канал күрһәтеү хаҡында хәстәрләйҙәр. Ана шул ике тиҫтә араһында төбәк, урындағы телеканалдар булмаясаҡ. Бары федераль каналдар ғына күрһәтәсәк, йәғни ике мультиплекс эшлә­йәсәк. Әгәр Хөкүмәт финанс сы­ғымдарын ҡапламаһа, мәҫәлән, БЮТ-тың да эфирҙан юғалыуы ихтимал. Ә кәрәҙле телевидение сик­тәрендә республиканың төп каналы юҡ. Кабель телевидениеһы май­ҙанына сығыу шарт был осраҡта. Белеүемсә, Рәсәй Хөкүмәте мәсьәләне ыңғай хәл итеү йәһәтенән эш алып бара. Беҙ ҙә кабель телевидениеһы сиктә­рендә эшләйбеҙ һәм унда республика төбәктәренә сығыу ҡулайыраҡ буласаҡ.
– Рәсәй кимәлендә, әйтә­йек, егерме беренсе каналды, милли республикаларҙы эфир­ға сығарыу мөмкинлеге хаҡында профессионалдар нимә уйлай? Күрше өлкәләрҙә хәлдәр нисек?
– Күршеләрҙә лә шул уҡ хәл. Сыуаштар ҙа, татарҙар ҙа һәм башҡа милли төбәктәр ҙә өсөнсө мультиплексты асыу идеяһы менән яналар. Ни генә тимә, беҙҙең республиканан сыҡҡан кешеләр, башҡа төбәктәрҙә йәшәгән башҡорттар өсөн федераль кимәлдә Башҡортостан телевидениеһын ҡарау ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле булыр ине. Әлбиттә, был мәсьәлә бик ҙур сығым талап итә, әммә хәл итмәҫлек түгел.
Рәсәй телевидениеһы тамаша­сыларының 35 проценты бөгөн махсус тәрилкәләрҙән файҙа­лана, тағы ла 30-ы дөйөм эфирҙы ҡуллана, ә инде ҡалған 30 проценттан ашыуы кабель телеви­дениеһын үҙ итә. Социаль блок булған дөйөм эфир урынына, алда әйткәнемсә, кәрәҙле телевидение килә, әммә унда төбәк каналдары булмаясаҡ. Бына әле ярай БЮТ йәки Татарстандың төп каналы кеүек эфир ваҡыт­тары төбәк етәкселеге тарафынан финанслана. Был дөйөм халыҡ өсөн уңайлы һәм файҙалы, әммә заманалар үҙгәрә, беҙҙең кабель телевидениеһы эфирына килеүебеҙ бик ихтимал.
Бөгөн беҙҙә БЮТ-тың дәүләт кимәлендә ҡуйылған үҙ маҡсаты бар, ә кабель телевидениеһы ярҙамында беҙ республика халҡы иғтибарына төбәктәрҙән тағы ла күберәк материал тәҡдим итә алабыҙ. Алла бойорһа, БЮТ каналы 21-се төймәгә баҫҡас та федераль каналдар кеүек күрһәтә башлаһын өсөн депутаттар менән бергә һөйләшеү алып барыла. Улай булһа, Рәсәйҙең ҡайһы ерендә булһаң да, респуб­ликаң­дың төп каналын ҡарай алыу мөмкинлеге тыуасаҡ.
Йәнә лә “Башҡортостан” кино­студияһында урындағы йәш режиссерҙарҙың, башлап ижад итеүселәрҙең эштәрен дә тәҡдим итәсәкбеҙ. Әлбиттә, башҡортса клиптар ҙа тултыра­саҡ эфир ваҡытын.
– Сит өлкәләрҙә йәшәп ижад иткән башҡорттар ҙа бар. Улар менән бәйләнеш урынлаштырыу күҙ уңында тотоламы?
– Әлбиттә. “Ер һәм кешеләр” тигән кино һәм телевидение фестивале барышында бик күп эш тупланды. Унда тап күрше өлкәләгеләрҙең тормошо, йәшәйеше сағыла. Архив материалдары булһа ла, нәфис фильм итеп төшөрөлгән ҡыҫҡа метражлы, документаль-публицистик кинолар тамашасы күңеленә хуш килер, тип уйлайым. Дөрөҫөн әйткәндә, фестивалдәр уҙғарыла, унда махсус ҡунаҡтар, профессионалдар ҡатнаша. Башҡалар ниндәй эштәр күрһәтелгәнен репортаждар аша ғына белә. Тап “102 ТВ” каналы ярҙамында респуб­ликабыҙҙа уҙғарылған төрлө кинофестивалдәрҙең ижади эштәрен халыҡ иғтибарына тәҡдим итергә ниәтләйбеҙ. БЮТ һымаҡ, уны Интернет селтәре аша ла ҡарау мөмкинлеген тәьмин итергә кәрәк, тигән фекерҙәбеҙ.
– Бөгөн һеҙҙе ҡайҙа ҡарарға була?
– “Башинформсвязь”дең кә­рәҙ­ле пакетында “Айпи ТВ” исемен табып ҡарарға мөмкин. Әле беҙҙе яҡынса 250 мең абонент ҡарай. Шуларҙың 50 мең тирәһе – баш ҡала аудиторияһы, ҡалғандары – республика төбәк­тә­рендә йәшәгәндәр. Хәйбулла, Борай райондарынан бәйләнешкә сығып, фекерҙәрен әйтеүселәр ҙә бар.
– Ә ни өсөн тап “Башинформсвязь” аша бара бәйләнеш?
– Беренсенән, улар беҙҙең стратегик партнер, икенсенән, башҡа операторҙар баш ҡаланы тәьмин итә, әммә райондар менән эшләмәй. “Башинформсвязь” аша беҙ төбәктәргә сығабыҙ. “Уфанет” менән дә һөйләшеү алып барабыҙ. Көҙ улар аша ла бәйләнешкә сығыу мөмкинлеге тыуыр.
Башҡа операторҙар менән дә эшләргә әҙербеҙ. Әйткәндәй, “Ер һәм кешеләр” фестивален үткәргәс тә яралғайны ул айырым канал хаҡындағы идея, әммә, башҡа эштәргә йәлеп ителеү сәбәпле, тотҡарлыҡтар булды. Хәҙер ниәтебеҙҙе тулыһынса тормошҡа ашырыр өсөн мөмкинлектәр ҙә бар, иң мөһиме – урындағы ижади эшмәкәрлекте яҡтыртыр өсөн айырым канал кәрәклеген үҙебеҙҙең профессионалдар ҙа аңланы.
Ҡайһы бер федераль телевидениелар беҙҙәге район телеканалдары менән хеҙмәттәшлек итә. Мәҫәлән, “Звезда”, “НТВ” кеүектәрҙе телгә алырға була. Оҙаҡламай улар ҙа кәрәҙле эфирға күсәсәк, шуға күрә, алдан әйткәнемсә, дөйөм майҙансыҡ бөтәбеҙҙе лә берләштерәсәк. Шуға күрә эшмәкәрлекте киңерәк йәйелдерер өсөн партнерҙар эҙләйбеҙ. Бағыусыларҙың ярҙамынан да баш тартмаҫ инек. Әлегә штатта бер нисә кеше генә эшләй, улар эфирға төбәктәрҙән килгән материалдарҙы ҡуя. Әгәр киләсәктә бер әләм аҫтында берләшһәк, Башҡортостан ижадсылары араһында эштәрен тәҡдим итеү маҡсаты менән яныу­сылар күберәк булһа, ми­неңсә, маҡсатыбыҙ үҙ һөҙөмтәһен бирер. Үҙебеҙҙең киноларҙы, тапшы­рыуҙарҙы ғына ҡарау халыҡҡа ҡыҙыҡлы булыр ине.
– Заманында һин йәш кинематографистар союзы ойоштороп йөрөгәйнең. Быны ни өсөн һорайым: оҙаҡламай Рә­сәй киноһы көнө билдәләнә...
– Эйе, булды ундай саҡтар ҙа. Хәҙер бына Рәсәй кинематог­рафистар союзына инеү теләге менән янам. Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтында белем алғанда, Сергей Лазарук тигән уҡытыусыбыҙ була торғай­ны. Ул “Сит ил киноһы”нан дә­рестәр бирҙе. Шул саҡта әле сит илдеке менән башҡорт киноһын сағыштырыр мәлдәр етерме икән, тип хыяллана торғайным. Шуны­һы ҡыуаныслы: бөгөн бер осорҙа уҡыған егеттәр, ҡыҙҙар үҙҙәренең ижад өлгөләре менән ҡыуандыра. Кешегә күрһәтерлек эштәр бар беҙҙә лә.
– Беҙҙә кино индустрияһы эше яйға һалынған, тип әйтеп буламы?
– Үкенескә ҡаршы, юҡ. Кинолар төшөрөлөп тора, әммә улар­ҙы рекламалап, тамашасыға етке­реү юлдары уйланылмаған. Әйтә­йек, бына ошо уҡ эште беҙҙең канал да башҡара алыр ине. Кино сәнғәте индустрияһы бик ҙур ижади төркөмдөң эшмәкәрлеген күҙ уңында тота. Ошо системаның бер өлкәһе генә эшләмәһен, әйтә­йек, реклама бүлеге, кино ха­ҡын­да халыҡҡа тейешле мәғлү­мәт етмәне, тигән һүҙ. Кино прокатлау эшмәкәр­леген, киновидео селтәрен булдырыу мөһим, сөнки Айсыуаҡ Йомағолов, Булат Йосопов кеүек егеттәр кино төшөрә, йәше­рәк­тәрҙән Айнур Асҡаров, Таңсулпан Бураҡае­валар, тыныс­ланып ҡалмайынса, үҙ юлын эҙ­ләй. Әммә уларға, ижад кеше­ләренә, ярҙам кәрәк. Режиссер продю­серлыҡ, реклама эш­мәкәр­леге менән бер юлы шөғөлләнә алмай. Төбәктә милли кинопрокат юҡ кимәлендә. Бәлки, кино комис­сияһын булдырырға кәрәктер. Кино тармағының эшмәкәрлеген комплекслап ҡарау шарт.
– Сит илдә кино прокатлау нисек ғәмәлгә ашырыла?
– Совет осоронда беҙҙә “режиссер киноһы” тигән төшөнсә бар ине. Ә сит илдәрҙә, мәҫәлән, Америкала – “продюсер киноһы”. Беҙ кино сәнғәте хаҡында һөй­ләһәк, улар кинобизнес тура­һында фекер алышты. Айыр­маһын тояһыңмы? Һиҙелә, шулай бит. Йәғни уларҙа туғыҙ кеше киноға төшөрлөк итеп бер кеше аҡса таба. Ә беҙҙә дәүләт аҡса­һына кино төшөрөлдө. Режиссер бер ҡасан да кинопрокатлау тураһында уйламай, сөнки Советтар Союзы – үҙе кинопрокатсы. Бына ошо система һаман да һөрһөп булһа ла йәшәп килә. Кинопродюсерлыҡты булдырырға кәрәк беҙгә. Америкалағы кеүек тә булмаһын, ти, әммә продю­серҙар кино сәнғәте өлкәһендә үҙ эшен башҡарһа, фильм төшө­рөүселәргә барыбер еңелерәк булыр ине.
– Беҙҙә кемде миҫал итеп килтерә алаһың?
– Булат Йосоповты атар инем. Ул үҙе үк режиссер ҙа, продюсер ҙа, эшҡыуар ҙа, уҡытыусы ла. Ошо юлды һайлағас, төрлө алымдарҙы эҙләп ҡарарға кәрәк. Булат шулай эшләй ҙә.
– Рәсәйҙә ҡасан һуңғы тапҡыр бик шәп нәфис фильм төшөрөлдө икән?
– Әйтеүе ҡыйын. Билдәле режиссер Никита Михалков та ошо хаҡта һүҙ алып бара. Халыҡты күпләп сериалдарға ултыртыуын-ултырттыҡ, әммә нәфис фильм төшөрөү тураһында онотоп ебәр­ҙек, ахырыһы. Башҡорт киноһына ғына хас түгел ул кино төшөрөү буйынса килеп тыуған проблемалар. Бик күп төбәктәрҙә ошо хәлдән сығыу юлын эҙләйҙәр. Ярай әле беҙҙә Мәҙәниәт министрлығы тарафынан махсус гранттар бүленә. Айсыуаҡ Йома­ғолов, Рияз Исхаҡов, Айнур Асҡаров ошо рәүешле үҙ эштәрен халыҡ хөкөмөнә сығара алды. Әммә бының менән туҡтап ҡалырға тейеш түгелбеҙ.
– Мәҫәлән, тағы ниндәй эштәрҙе күҙ уңында тотаһың?
– Беҙҙә “Аҡбуҙат” халыҡ-ара милли һәм этник кинофильмдар фестивале уҙғарыла. Уны Рәсәй кимәлендә ойошторолған сара булараҡ күрергә теләр инем. Федерация ярҙамында үткәргәндә, унда бик күп сит кино сәнғәте әһелдәре ҡатнашыр ғына түгел, финанслау ҙа республика ҡаҙна­һына ғына ҡайтып ҡалмаҫ ине. Был аҙым үҙе үк кино байра­мының мәртәбәһен күтәрәсәк һәм кино сәнғәтендә килеп тыуған проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеү өсөн мөмкинлектәр тыуҙырасаҡ.
Ошо рәүешле Рәсәй төбәк­тәренең милли киноһына иғтибар артыр ине. Мәскәү үҙе Рәсәй провинцияларына күҙ һала: ҡайҙа ысын кино төшөрәләр, тигән һорау тыуҙы бөгөн кино сәнғәте донъяһында. Башҡорт киноһы­ның мәртәбәһен беҙ бергәләп күтәрергә бурыслы. Уның яҙмы­шы өсөн үҙебеҙ яуаплы. Бөгөн бөтә донъя кино ҡарай. Тап ошо юл менән халҡыбыҙ хаҡында бөтә донъяға хәбәр итә алабыҙ.

Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Равиля  Хасанова
    Равиля Хасанова от 31.08.2016, 19:00
    Азамат Нил улы ваҡытында Сибай телевидениеһын етәкләне.Мин ул саҡта башҡортса тапшырыуҙар редакцияһының редакторы булдым. Беҙ Азамат Нил улы менн ниндәй генә проекттарҙы тормошҡа ашырманыҡ икән,һанап бөткөһөҙ.Хатта интервью алыр өсөн БР Хөкүмәтенә лә килгән инек..Уның әле лә ижади тормош менән янып йәшәүе һоҡландыра.Әңгәмәне ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып сыҡтып,шәп,афарин.






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 684

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 063

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 585

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 782

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 609

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 463

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 515

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 423

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 678

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 414

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 578