Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһы
Халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһы Патриотик рухтағы китап

Бынан ҡырҡ йыл самаһы элек Наил Ғәйетбайҙың әҙәбиәткә килеүен яҡшы хәтерләйем. Уның тәүге “Әлфиә” исемле повесының донъя күреүенә мин дә ярҙам иткәйнем. Ошо тәүге әҫәре менән үк ул үҙен һәләтле прозаик итеп күрһәткәйне.

Аҙаҡ Наил тиҫтәләгән повесть, бер-ике роман яҙҙы һәм көтмәгәндә драматургияға күсеп китте. Күп кенә шағирҙар, прозаиктар пьеса яҙып ҡарай, ләкин Наил Ғәйетбай кеүек уңышҡа өлгәшкәндәре бик һирәк, хатта юҡ та шикелле. Ул бөгөн илленән ашыу пьеса авторы, уларҙың Башҡортостан, Татарстан, Рәсәй, Урта Азия, хатта Төркиә театрҙары сәхнәһендә барғанлығын беләбеҙ.
Наил Ғәйетбай тарихи пьесаларын бер китапҡа туплап бик дөрөҫ эшләгән. Был әҫәрҙәре илебеҙгә ҡарата һөйөү, данлыҡлы шәхестәребеҙ, халҡыбыҙҙың тарихы менән ғорурланыу тойғоһо уятыуына шик юҡ. Ниндәй бөйөк уҙамандарыбыҙ тураһында бит әҫәрҙәр! Урал батыр, Ғайса пәйғәмбәр, Салауат Юлаев, Аҡмулла, Шәйехзада Бабич, Зәки Вәлиди, Һәҙиә Дәүләтшина, Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим!
Илебеҙ яҙмышында ҙур роль уйнаған шундай шәхестәрҙе художестволы образ рәүешендә ижад ит әле, ул ғына ла түгел, сәхнәгә күтәрсе! Был ысын патриот яҙыусының ғына ҡулынан килә торған эш, юғары хеҙмәт. Китапҡа ингән пьесалар күп кенә конкурстарҙа еңеү яулаған. Был да китаптың юғары баһаға дәғүә итеүенә дәлил. Китап иң алда уҡыусыны, тамашасыны патриотик рухта, әхлаҡлы һәм саф күңелле итеп тәрбиәләүе менән фәһемле. Юғиһә әҙәбиәттең ошо йүнәлештәге төп бурысын онота башланыҡ. Һис шикһеҙ Наил Ғәйетбайҙың “Тарихи пьесалар” йыйынтығы республикабыҙҙың С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ, тип һанайым.

Ноғман МУСИН,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы,
С. Юлаев исемендәге дәүләт
премияһы лауреаты.





Әҫәрҙәре юғары
талаптарға яуап бирә


Билдәле драматургыбыҙ Наил Ғәйетбайҙың “Тарихи пьесалар” китабы – иҫ киткес диапазонды алып торған йыйынтыҡ. Бында меңәр йыл элек йәшәгән Урал батыр менән Ғайса пәйғәмбәрҙән башлап бөгөнгө көндәге бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримгә тиклем әҫәрҙәр тупланған.

Яңылышмаһам, билдәле шәхестәр хаҡында был тиклем ваҡыт аралығын һүрәтләгән, шундай ҡатмарлы яҙмыштарҙы бергә йыйған китап булғаны юҡ ине шикелле. Пьесаларҙың төп геройҙарының исемдәрен генә һанап китеү ҙә йыйынтыҡтың юғары тарихи талаптарға яуап биреүен күрәһең. Урал батыр менән Ғайса пәйғәмбәр, Салауат Юлаев менән Аҡмулла, Шәйехзада менән Зәки Вәлиди, Рәми Ғарипов менән Һәҙиә Дәүләтшина, Мостай Кәрим менән илебеҙ азатлығы өсөн көрәшеүселәр, күңел таҙалығы өсөн йәшәгән руханиҙар. Уларҙың һәр береһе – халҡыбыҙҙың яҙмышында ҙур роль уйнаған шәхес. Унан башҡа 1812 йылғы Ватан һуғышы, революция, Граждандар һәм 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы кеүек илебеҙ тарихындағы оло боролош мәлен дә һүрәтләй пьесалар. Ысынлап та, юғары тарихи тикшереүҙәргә тиң әҫәрҙәр.
Пьесаларҙың күбеһе иң яҡшы драма әҫәрҙәренә республика конкурстарында еңеп сығыуы, күп кенә профессиональ һәм халыҡ театрҙарында ҡуйылыуы хаҡында әйтеп тә тормайым. Был факт уларҙың юғары сифатлы икәнлеген раҫлай.
Пьесалары Башҡортостан, Татарстан, Рәсәй, Урта Азия театрҙары сәхнәһендә гөрләп барған билдәле яҙыусыбыҙ Наил Ғәйетбайҙың “Тарихи пьесалар” китабының С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителеүен ҙур ҡыуаныс менән ҡабул иттем. Талантлы драматургыбыҙ был юғары исемгә күптән лайыҡ.

Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры,
С. Юлаев исемендәге дәүләт
премияһы лауреаты.




Тарихты тергеҙеүсе

Наил Ғәйетбайҙың төрлө йүнәлештә уңышлы эшләүен ишетеп белә инек. Мәҙәниәт министрлығында хеҙмәт иткәндә яңы театрҙар, филармониялар, училищелар, журналдар асырға ярҙам иткәне тураһында күп яҙҙылар. Хатта Әҙәбиәт музейын асыуға ла уның ҡулы тейгән... Һәм бына – Яҙыусылар союзына килеп ике йыл да эшләмәне, бик шәп итеп Әҙәбиәт йылын үткәреп ебәрҙе, күп кенә йәш таланттарҙы тапты һәм беҙ, әҙиптәр, күптән хыялланған, зарығып көткән яҙыусыларҙың Ижад йортон асыуға өлгәште.

Мин үҙем бер йыл эсендә ике тапҡыр барып, иҫ киткес уңайлы шарттарҙа күп кенә әҫәрҙәр ижад итеп ҡайттым. Бер үҙемә бер бүлмә, бәҙрәф-ваннаһы, телевизор, башҡа кәрәк-ярағы, һыуытҡысы бар. Иң мөһиме – йәшәү-ашау өсөн беҙҙең кеүек пенсионерҙарҙың аҡсаһы етерлек. Дан Наил Ғәйетбайға был ижад йорто өсөн!
Ошо эштәре менән ғәжәпләндергән Наил ҡусты, көтмәгәндә “Тарихи пьесалар” китабын донъяға сығарып, тағы бер аптыратты. Аптыратты тим, сөнки уның тиҫтәләгән комедияһының күп кенә театрҙарҙа ҙур уңыш менән барғанлығын ишетеп-күреп йөрөйбөҙ. Ә бында – тарихи пьесалар! Урал батыр, Салауат Юлаев, Аҡмулла, Шәйехзада Бабич хаҡында сәхнә әҫәрҙәре! Пьесаны яҙыуы бер ул, ҡуйҙырыуы ҡыйын, хатта мөмкин дә түгел, ти ҡайһы берәүҙәр. Ә бына Наилдең ошо китапҡа ингән тарихи пьесаларының күбеһе сәхнәләштерелгән, төрлө конкурстарҙа еңеп сыҡҡан.
Ошондай юғары сифатлы әҫәрҙәр тупланған китапҡа ла республикабыҙҙың С. Юлаев исемен йөрөткән юғары бүләге бирелмәһә, бөгөн ниндәй йыйынтыҡ уға дәғүә итә ала икән?!

Марат КӘРИМОВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.





Уны халыҡ белә

Башҡортостандағы һәм Татарстандағы ысын драматургтарҙы һанап сығыу өсөн бер ҡулдың бармаҡтары ла етә. Ә Туфан Миңнуллин менән Наил Ғәйетбай кеүек киң билдәлеләре икәү-өсәү генә. Беҙ уларҙың ҡәҙерен белергә, һаҡларға тейеш.

Туфан Миңнуллин мәрхүм булғас, ике республиканың утыҙлаған профессиональ театры етем ҡалғандай тойолдо. Хәҙер уларҙың бөтәһе лә ҙур өмөт менән Наил Ғәйетбайға ҡарай һәм тамашасы күңелен арбарҙай яңы, көнүҙәк пьесалар көтә, сөнки юҡ беҙҙә һәләтен асҡан йәш драматургтар. Ә Наил Ғәйетбайҙың пьесаларын Башҡортостанда ла, Татарстанда ла яраталар. Улар тиҫтәләрсә йыл буйы сәхнәнән төшмәй. Ошо спектаклдәрҙе ҡарап, ауыл һәм ҡала тамашасылары ҡыуана, фәһем ала.
Ауылдарҙа Наил Ғәйетбайҙың әҫәрҙәрен яҡшыраҡ беләләр, сөнки беҙҙең театрҙар үҙ спектаклдәрен һәр ауылда, һәр клубта күрһәтергә тырыша. Наил Ғәйетбайҙың әҫәрен ҡуймаған халыҡ театры юҡтыр. Мин быны үҙемдең Кушнаренко районы буйынса ла беләм. Беҙҙең халыҡ театры уның бер нисә пьесаһын ҡуйҙы, һәр береһен яратып ҡараным.
“Тарихи пьесалар” – фәһемле китап. Уны уҡып сыҡҡас, республикабыҙҙың тарихы, шәхестәре өсөн ғорурлыҡ кисерҙем. Ниндәй кешеләр йәшәгән беҙҙә! Бер китапта Башҡортостандың рухи тормошона оло йоғонто яһаған шәхестәр хаҡында тиҫтәнән ашыу пьеса тупланған.

Әсхәр КӘШФУЛЛИН, шағир.



Һөйөү һәм хөрмәт уята

Беҙ, тарих хаҡында яҙыусы әҙиптәр, билдәле драматург Наил Ғәйетбайҙың С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителеүен хуплайбыҙ.

Наил Ғәйетбай драматург булараҡ киң билдәле, әҫәрҙәре республика, Рәсәй төбәктәре театрҙарында бара. Баҫылып сыҡҡан һәр пьесаһы уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, ә инде драма әҫәрҙәренең айырым китап булып нәшерләнеүе – театрҙар өсөн, бигерәк тә үҙешмәкәр коллективтарға ҙур бүләк. Улар тарихи пьесаларҙан торған йыйынтыҡты күптән көтә.
Был китап уҡыусыларҙа һәм тамашасыларҙа үҙ иленә, уның тарихына һөйөү һәм хөрмәт тойғоһо уята, Ватанына, халҡына, теленә һөйөү тәрбиәләй. Әҫәрҙәрҙә 1812 йылғы һәм 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында, революция һәм Граждандар һуғышы ваҡиғаларында күренекле шәхестәрҙең үҙ халҡы өсөн көрәшеүе, характерҙары нығыныуы баҙыҡ итеп һүрәтләнә.
Йыйынтыҡта тарихыбыҙҙа яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәрҙең яҙмышы күрһәтелә – Урал батыр, Ғайса пәйғәмбәр, Салауат Юлаев, Мифтахетдин Аҡмулла, Шәйехзада Бабич, Зәки Вәлиди, яҙыусылар Рәми Ғарипов менән Һәҙиә Дәүләтшина, Мостай Кәрим һ.б.
Әҫәрҙәрҙең юғары кимәлен шул күрһәтә: китаптағы күп пьесалар төрлө конкурстарҙа еңеүсе булған һәм профессиональ театрҙарҙа ҡуйылған. Был – ҙур баһа.
Китап үҙ илеңә, уның тарихына һөйөү менән һуғарылған, ул изгелеккә, дөрөҫлөккә, ғәҙеллеккә өндәй.

Мирас ИҘЕЛБАЕВ,
яҙыусы, филология фәндәре
докторы, профессор.




Драматургия –
иң ауыр жанр


Мин Наил Ғәйетбайҙы комедиялар оҫтаһы тип беләм. Уның көлкөлө тамашалары бик күп театрҙар сәхнәһендә бара. Әммә драма, трагедиялары ла байтаҡ.

Улар күбеһенсә тарихи темаларға яҙылған. Миңә ошо спектаклдәрҙең бер нисәһен ҡарарға тура килде. Был спектаклдәрҙең нимәһе оҡшаны: улар патриотик тойғо тәрбиәләй, тамашасыны сафлыҡҡа, изгелеккә өндәй. Шуныһы менән күңелгә яҡын. Ә тарихи пьесалар юғары кимәлдә, сөнки улар, беренсенән, төрлө конкурстарҙа еңеп сыҡҡан, икенсенән, профессиональ театрҙарҙа ҡуйылған.
Кем бөгөн ошондай уңыштар менән маһая ала? Бөгөн Наил Ғәйетбай – күҙ терәп торған драматургыбыҙ. Ошолар ғына ла уға Салауат Юлаев исемендәге премияны биреү өсөн оло дәлил. Һүҙ юҡ, оло бүләккә башҡа яҙыусылар ҙа лайыҡлы, әммә мин драматург булараҡ ошоно әйтәм: драматургия – әҙәбиәттең иң ауыр жанры, тик драматургтарға С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һирәк бирелә.

Кәбир АҠБАШЕВ,
драматург.




Сәхнә уҙаманы

Билдәле яҙыусы, драматург, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Әсғәт улы Ғәйетбаевтың “Тарихи пьесалар”ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителеүен ҙур ҡыуаныс менән ҡабул иттек.

Нефтекама дәуләт филармонияһы коллективы ла был тәҡдимгә ихлас ҡушыла. Ысынлап та, бына нисәмә йыл инде яҙыусының әҫәрҙәре республикабыҙҙың ғына түгел, илебеҙҙең, хатта сит илдәр сәхнәләренән төшмәй, киң билдәлелек, танылыу яулап килә. Уның һәр пьесаһы үҙенсәлекле, тәрән йөкмәткеле һәм мәғәнәле, ҡыҙыҡлы, фәһемле.
Бигерәк тә авторҙың тарихи шәхестәр тураһындағы пьесалары иғтибарға лайыҡ. Беҙҙеңсә, тарихи шәхестәр тураһында яҙыу – үтә лә яуаплы эшмәкәрлек.
Наил Ғәйетбаевҡа был тәңгәлдә бик күп эшләргә, эҙләнергә, архив материалдарын өйрәнергә тура килгәндер, моғайын. Был – ғәйәт ҙур эш. Яҙыусы ҡәләменең осло, теленең бай, тыуған еренең тоғро улы булыуы менән ғорурлыҡ тойғоһо уята.
Тарихи әҫәрҙәрҙе тик үҙ илен, ерен, телен, халҡын һөйгәндәр генә тыуҙыра ала. Һәр тарихи шәхес – Салауат Юлаевмы, Шәйехзада Бабичмы, Һәҙиә Дәүләтшинамы, Зәки Вәлидиме – уларҙың һәр береһенең үҙ яҙмышы, һәр береһе үҙенсәлекле көрәшсе, ә барыһын да бөйөк эш – иле, ере, халҡы хаҡына изге эштәре, көрәше берләштерә.
Яҙыусы бына ошоларҙың барыһын да, оҫта ҡәләм тирбәтеүсе булараҡ, бик уңышлы һәм ҡабатланмаҫ образдар, күренештәр, ваҡиғалар аша уҡыусыға еткерә алған. Ул ысын мәғәнәһендә үҙ эшенең маһиры.
Автор ижад иткән әҫәрҙәр аша бөгөнгө йәш быуын һәм киләсәк быуын тәрбиәләнә, сөнки бындай тарихи, патриотик әҫәрҙәр классикала ҡала, милли рухи байлығыбыҙға әүерелә.
Шуға ла беҙҙең коллектив ҡәләм оҫтаһы Наил Әсғәт улы Ғәйетбаевтың юғары премияға тәҡдим ителеүенә бик шат һәм оло теләктәшлек белдерә, ихлас ҡушыла.

Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,
Башҡортостандың атҡаҙанған
сәнғәт эшмәкәре.




Уҡыусыларға бүләк

Наил Ғәйетбайҙың “Тарихи пьесалар” китабы күренекле тарихи шәхестәрҙе һүрәтләүе, юғары кимәлдәге художестволы стиле менән ҡыуандыра.

Тарихи ваҡиғаларҙы тәрән һәм киң, мәғәнәле һәм фәһемле итеп күрһәтеүҙә авторҙың туған халҡына, республикаһына булған һөйөүе сағыла. Тарихи шәхестәр баҙыҡ булып, тере кеүек күҙ алдына баҫа, уларҙың яҙмышын, трагедияһын яҙыусының үҙ йөрәге аша үткәргәне һиҙелеп тора.
Беҙҙеңсә, “Тарихи пьесалар” патриотик рухы менән уҡыусыларға шәхес булараҡ үҫергә ярҙам итә.
Беҙҙең театрҙар халыҡтарыбыҙҙың данлыҡлы үткәнен сәхнәгә сығарыу өсөн, тамашасыларҙы изгелеккә, ғәҙеллеккә өндәү, тыуған яҡҡа һөйөү уятыу ниәтендә күптән тарихи пьесалар эҙләй, ә ундай китаптар юҡ. Һәм бына бер китапта тиҫтәнән ашыу тарихи пьеса баҫылған. Был – беҙҙең театрҙар өсөн иҫ киткес бүләк, байлыҡ! Ул пьесалар тиҫтәләрсә йыл, тиҫтәләрсә театрҙарҙа ҡуйыласаҡ, сөнки Наил Ғәйетбайҙың пьесаларын халыҡ ярата, улар Рәсәйҙең төрлө төбәктәренең сәхнәһенән төшмәй.
Драматург Наил Ғәйетбай үҙенең төплө ижады, “Тарихи пьесалар” китабы менән һис шикһеҙ Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ.

Дүртөйлө районы китапханалары исеменән З. ЗАҺИҘУЛЛИНА.



Дөйөм шатлығыбыҙ

Беҙ, Татарстан яҙыусылары, драматург Наил Ғәйетбайҙың “Тарихи пьесалар” китабы өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителеүен оло ҡыуаныс менән ҡабул иттек.

Наил Ғәйетбайҙың пьесалары милли республикалар һәм Рәсәй төбәктәре театрҙарында күпләп ҡуйыла. Әҫәрҙәренең баҫылыуы һәр саҡ театрҙарҙа ҡыҙыҡһыныу уята, ә инде тарихи пьесаларҙың айырым китап булып сығыуы Башҡортостан һәм Татарстан мәҙәни майҙанында оло бер ваҡиға булды.
Бер авторҙың бер китапта фәҡәт тарихи пьесаларының донъя күреүе – бик һирәк күренеш. Һәм ниндәй шәхестәр тураһында бит әле әҫәрҙәр: Урал батыр, Салауат Юлаев, Мифтахетдин Аҡмулла, Шәйехзада Бабич, Зәки Вәлиди, яҙыусылар Һәҙиә Дәүләтшина, Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим һәм башҡалар.
Наил Ғәйетбай, бер китапҡа тарихи пьесаларҙы туплап, уҡыусыларҙа Тыуған иленә, уның тарихына ғорурлыҡ тойғоһо уятырға, патриотик хистәр тәрбиәләргә ынтыла. Пьесаларҙың күбеһе төрлө конкурстарҙа еңеүсе булған, профессиональ театрҙар сәхнәһендә ҡуйылған – был уларҙың юғары сифатын раҫлай.
Уҡыусыны һәм тамашасыны изгелеккә, ғәҙеллеккә һәм дөрөҫлөккә өндәүсе, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләүсе, шул уҡ ваҡытта күренекле шәхестәре менән һоҡланыусы, уларға дан йырлаусы драма әҫәрҙәренән торған китаптар һирәк күренә. Ошо яҡтан ҡарағанда ла Наил Ғәйетбайҙың “Тарихи пьесалар” йыйынтығы юғары бүләккә лайыҡ.

Данил СӘЛИХОВ,
Татарстан Яҙыусылар союзы
идараһы рәйесе.



Йөрәккә үтеп инә

Наилдең драма әҫәрҙәрен яҡшы беләм тип әйтә алам. Уның пьесалары илленән ашыу. Шуларҙың күбеһен Сибай, Салауат, Стәрлетамаҡ, Әлмәт, Ҡазан, Туймазы, Өфө ҡалаларының театрҙарында ҡуйҙым, улар һәр ваҡыт халыҡтың күңеленә хуш килде. Наил күберәк комедиялар яҙа, әммә драма менән трагедия жанрын да онотмай, тарихи пьесалар ҙа ижад итә. Миңә уның бер нисә тарихи пьесаһын ҡуйырға насип булды. Ғәйетбайҙың был йүнәлештәге әҫәрҙәре һәр саҡ юғары идеялы, тәрбиәүи мәғәнәгә эйә. Улар тамашасыла илебеҙгә һөйөү тәрбиәләй, халҡыбыҙ тарихына ҡарата ғорурлыҡ уята. Шуға ла тарихи пьесалары күп театрҙарҙа ҡуйылды, иң һәйбәт драма әҫәрҙәренә бағышланған конкурстарҙа еңеү яуланы.

1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан малайҙарға арналған “Алыш бармы, атыш бармы?” пьесаһын бигерәк ныҡ оҡшатҡайным, мин уны бер нисә театрҙа ҡуйҙым. Ул әҫәрҙә һуғыштың трагизмы, бигерәк тә балаларға ауыр тәьҫир итеүе тамашасының йөрәге аша үтә, бер кемде битараф ҡалдырмай. Хәйер, Ғәйетбайҙың һәр тарихи пьесаһында трагик яҙмышлы бөйөк шәхестәр образы аша ил һәм халыҡ күрһәтелә, уларҙың данлыҡлы үткәненә ғорурлыҡ тойғоһо уята.
Байрас ИБРАҺИМОВ,
“Нур” Өфө дәүләт татар драма театрының баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.



Яҡты тойғолар уята

“Сулпан” балалар театрында эшләгәндә башҡорт халҡының мәшһүр “Урал батыр” эпосы буйынса спектакль ҡуйырға булдым. Төрлө драматургтарҙың эпос буйынса пьеса эшләгәнлеген ишеткән инем. Табып уҡып сыҡтым, оҡшаманылар: һутлы телле эпос тексын үҙгәртмәйенсә сәхнәгә күсерергә маташыусылар бар, икенселәр театр өсөн кәрәкле хәрәкәтте онотоп ебәргән, өсөнсөһөндә конфликт сибек. Береһе ҡуйырлыҡ түгел.

Аптырап ҡалдым. Ә “Урал батыр”ҙы сәхнәгә күтәрге килә. Аптырағас, Наил Ғәйетбаевҡа мөрәжәғәт иттем. Ул сәхнә ҡанундарын яҡшы белә, өмөтөмдө аҡларға тейеш. Шулай килеп сыҡты ла. Наил Ғәйетбай эшкәртеүендә “Урал батыр” етеҙ хәрәкәтле, көслө конфликтлы, баҙыҡ характерҙағы әҫәргә әүерелгән ине. Мин шатланып эшкә тотондом һәм бик ҡыҙыҡлы сәхнә әҫәре килеп сыҡты. Тамашасы яратып ҡараны, фестивалдәрҙә ҡатнаштыҡ, дипломдар алдыҡ.
Наил Ғәйетбайҙың “Тарихи пьесалар” исемле китабына ингән күп кенә әҫәрҙәрен сәхнәләштерҙем: “Урал батыр”, “Аҡмулла”, “Теүәтәй һәм Өфө”. Ғәйетбайҙың һәр әҫәрендә тамашасының күңеленә үтеп инерҙәй идеяһы була, ул яҡты тойғолар уята, иң нескә хистәрҙе тирбәлдерә. Шуға ла режиссерҙар уның әҫәрҙәрен яратып сәхнәгә ҡуя. Дөрөҫөн әйткәндә, ошоғаса Наил Ғәйетбайға С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелмәүе ғәжәпләндерә. Ул – театрҙарыбыҙ ҡарап торған берҙән-бер драматургыбыҙ.

Сәлих ӘФЛӘТҮНОВ,
режиссер, Башҡортостандың
атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.




Рух тәрбиәләгән әҫәрҙәр

Наил Ғәйетбайҙың “Тарихи пьесалар”ын уҡып сыҡҡандан һуң, авторҙың әйтергә теләгән төп фекерен аныҡ аңлайһың. “Фәҡәт әҙәбиәт һәм сәнғәт аша тыуған илгә һөйөү тәрбиәләгән, изгелекте һәм ғәҙеллекте данлаған дәүләт кенә уңышҡа өлгәшә ала”, – ти драматург.

Ул уҡыусыларҙа һәм тамашасыларҙа патриотик рух тәрбиәләй, күренекле шәхестәребеҙ менән һоҡланырға, улар кеүек булырға саҡыра.
Китаптағы пьесалар төрлө конкурстарҙа ҡатнашып еңеп сыҡҡан, күп кенә театрҙарҙа ҡуйылған. Театрҙарыбыҙ “Тарихи пьесалар” йыйынтығын көтөп алды, сөнки патриотик тойғолар тәрбиәләүсе әҫәрҙәр кәрәк беҙгә!
Балтас районының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Наил Ғәйетбайҙың “Тарихи пьесалар” китабы Салауат Юлаев исемендәге юғары премияға лайыҡ тип һанай.

Д. ХАМАТОВ,
Балтас районы хакимиәтенең
мәҙәниәт бүлеге начальнигы.




Көтөп алдыҡ

Бөгөн халыҡ театрҙары ла патриотик темаға яҙылған, иленә, халҡына һөйөү тәрбиәләүсе тарихи пьесаларға ҡытлыҡ кисерә. Илебеҙҙең тарихына бағышланған, уның күренекле шәхестәренең образын бөтә матурлығында күрһәткән пьесалар йыйынтыҡтары бөтөнләй нәшер ителмәй. Уларҙы көндөҙ ут яндырып эҙләһәң дә тапмаҫһың.

Билдәле драматургыбыҙ Наил Ғәйетбайҙың “Тарихи пьесалар” йыйынтығының донъя күреүе республикабыҙҙың мәҙәни донъяһында ҙур ваҡиға булды, театр коллективтары өсөн оло шатлыҡҡа әүерелде. Был китап өсөн Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенә һәм драматургка рәхмәт әйтке килә. Хәҙер театрҙар репертуарында патриотик рухлы, халҡыбыҙҙың үткәнен данлаған, тарихи шәхестәрҙең өлгө итеп алырлыҡ тормош юлдарын күрһәткән, тәрбиәүи йүнәлештәге спектаклдәре һис шикһеҙ күбәйәсәк. Сөнки Наил Ғәйетбайҙың һәр пьесаһында театрҙар көткән ошо рух бар.
Пьесаларҙың күбеһе республикабыҙҙың данлыҡлы театр әһелдәренән торған жюри тарафынан төрлө конкурста еңеүсе тип билдәләнде. Был – оло баһа. Пьесаларҙың туғыҙы яңыраҡ ҡына яҙылыуына ҡарамаҫтан, профессиональ театрҙар сәхнәһендә ҡуйылырға ла өлгөрҙө. Ә инде халыҡ театрҙарының күпмеһе уларҙы сәхнәләштерҙе!
Кәрәкле, файҙалы, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә “Тарихи пьесалар” китабы.

Г. ХӘМИТОВА,
Ауырғазы районының “Ауырғазы”
халыҡ театры режиссеры,
В. АҠБАШЕВ,
“Зәңгәр шишмә” әҙәби берекмәһе рәйесе.



Беҙҙең драматург

Беҙҙең театр – Наил Ғәйетбайҙың әҫәрҙәрен иң күп ҡуйған коллективтарҙың береһе. Бәлки, был йәһәттән Сибай театрынан ғына ҡалышабыҙҙыр. Беҙ уның заманса комедияларын да, патриотик рухтағы тарихи пьесаларын да сәхнәләштерҙек. Наил Ғәйетбайҙың “Алыш бармы, атыш бармы?” пьесаһы буйынса ҡуйылған беҙҙең спектакль Башҡортос­тандың Театрҙар фести­валендә беренсе урын яуланы.

Уның пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙе Татарстанда, Һарытау һәм Түбәнге Новгород өлкәләрендә, Башҡортостандың көньяҡ һәм көнсығыш райондарында күрһәттек. Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларында аҙна буйы гастролдә булдыҡ һәм бөтә ерҙә уның әҫәрҙәренә ҡарата тамашасыларҙың һөйөүен тойҙоҡ. Урал аръяғында: “Ул – беҙҙең драматург”, – тип ебәрәләр. Наил Ғәйетбай шул яҡтан бит. Ләкин беҙ, туймазылар ҙа, шулай тип әйтә алабыҙ. “Наил Ғәйетбай – беҙҙең драматург!” Сөнки уның пьесаларын яратабыҙ, түҙемһеҙләнеп яңыларын көтәбеҙ.
“Тарихи пьесалар” йыйынтығы күптән кәрәк ине, бындай китаптар юҡ. Беҙгә тарих, күренекле шәхестәр тураһындағы патриотик пьесалар кәрәк.

Ф. ҒӘБИҘУЛЛИН,
Туймазы татар дәүләт
драма театры директоры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780