Совхоз быйылғы һабантуйҙы үҙенең илле йыллыҡ байрамы итеп тә үткәрергә булған икән. Был хаҡта кисә юлда уҡ ишеткәйнем.
Ә бөгөн ярһыу ҡояш күкһел Ирәндек өҫтөнә арҡан буйлыҡ күтәрелеүгә ауыл халҡы, автобус, еңел машина, мотоцикл һәм етеҙ аттарға тейәлеп, Йомро түбә итәгендәге ҡарағайлыҡҡа ағылды.
Шау-шыу, көр һүҙҙәр, шат көлөүҙәр, мәрәкәләшеүҙәр, гармун, гитара һәм ҡурай моңдары...
Бындай көндө тумҫыҡ – алсаҡҡа, аҡыл эйәһе – диуанаға, олпат ир – алабарман егеткә, уҫал ҡәйнә – яғымлы әсәгә, йыйнаҡ килен елферүз ҡыҙыҡайға әүерелә; кенәсел кешеләр татыулаша; яһил көндәштәр дуҫлаша; боҙоҡ уйҙар онотола; туң йөрәктәр ирей. Һәр кемдең кәйефе күтәренке, һәр кемдең йөҙөндә – йылмайыу, күңелендә – татлы елкенеү.
Байрам ғәҙәттәгесә рәсми өлөштән башланды. Президиумдағыларға күҙ йөрөтөп сыҡтым. Совхоз ветерандарының бөтәһе лә таныш миңә: ана, Сибәғәт ағай, Мәҙинә еңгәй, Хәкимйән олатай, Мәрғизә инәй, Мәхмүт ағай һәм башҡалар, иңбаштары аша һалынған яҫы таҫмаларындай ҡыҙарынышып, ошо оло хөрмәттән уңайһыҙлыҡ кисереп, алғы рәттәге кешеләрҙең арттарына ышыҡланыңҡырап ултыра. Шәһиҙулла ҡарт ҡына, дәрәжәмде бөтәгеҙ ҙә күрегеҙ, тигән ҡиәфәттә ҡуҡырайып ҡатҡан.
Эргәмдәге бер ағай күршеһенән ғәжәпләнеп һораны:
– Миңтүрә ҡарт ниңә ҡыҫылған ветерандар араһына? Совхозға осмот та хеҙмәт күрһәткәне юҡ та баһа?
– Улы – профком рәйесе, – тип яуапланы теге һәм алдараҡ торған егеткә өндәште, – Вәкил, әйт әле баяғы таҡмағыңды!
Егет, башын бороп, аҡрын ғына һамаҡланы:
Трибунаға Шәһи менгән,
Мин түрә тип түш ҡаға –
Эш табылған сусҡаға:
Мөдир булған мунсаға.
– Һәйбәт әйттең!–тип маҡтаны ағай кеше. – Түрәлек, йылы урын һәм еңел кәсеп өсөн ғүмер баҡый йәнен атып, выжданын һатып йөрөгән бәндәне бысаҡһыҙ үлтерерлек таҡмаҡ был. Ишетһә, ятыр ҙа үлер.
– Ҡылтаймаҫ әле, ишетмәмешкә һалышыр. Тәнҡиткә бик иҫе китмәй, оялыуҙы ла белмәй, һөмһөҙлөгө бөтә кешегә мәғлүм. Ултыра бит, ҡарасы, ҡыймылдамай ҙа, – тип уҫал көлдө ағайҙың күршеһе.
– Һеҙ бигерәк хурлайһығыҙ ҡартты, – тинем.
– Ысыны шулай булғас ни, – тип ҡырт киҫте ағай кеше. – Серек эслеләр президиумға менһә, талағым таша ла китә, – тип өҫтәне.
Әсәйемә аҫтыртын ҡараш ташланым. Ул кәүҙәһен төп-төҙ тотоп ултыра, сырайы тыныс, әммә йөрәге тыныс түгел – йоҡа ирендәренең ныҡ ҡымтылыуынан аңланым. Эйе, етәкселәргә үпкәләргә хаҡлы ул. Кемдеңдер илтифатһыҙлығы арҡаһында уны хәләл урынынан мәхрүм иткәндәр, ә Шәһиҙулла ҡарт байрам түренә харамлашып уҙған. Был ғәҙелһеҙлеккә минең дә йөрәгем әрнене.
Милли көрәш һәм ат бәйгеһе тамамланғас та, әсәйем ҡайтырға йыйынды.
– Ҡаңғырыҡҡа башым әйләнә, – тип һылтанды. Кәйефем ҡырылды, тимәй һис тә.
Ҡайнашҡан халыҡты йырып сыҡтым да тирә-яҡты байҡаным.
– Нимә күҙләйһең? – тип һораны артымдан эйәргән әсәйем.
– Автобус шоферҙарын табыуы ҡыйын инде хәҙер... – тип уфтандым.
– Кәрәкмәй, эҙләмә. Йәйәүләп ҡайтам.
– Һуң... Алыҫ бит– ауыл ҡайҙа ята? Йәйәү йөрөр сағың да түгел.
– Ҡуйсы, һигеҙ саҡрым да булдымы юл?
– Арырһың бит.
– Арымам. Яй ғына, боронғо ерҙәргә күҙ һала-һала, атлармын. Ҡабат күрергә әллә насип була, әллә юҡ...
Үҙенекен һөйләй, еңмешләнә ҡарсыҡ. Ә минең ҡайтҡым килмәй – һабантуйҙың бүтән мәрәкәләрен дә тамаша ҡылырға ине ниәт.
Аңҡы-тиңке булып торған арала әсәйем байтаҡ ара китеп тә өлгөргән. Ҡыуып еттем.
– Ҡалһаңсы! Минең өсөн борсолоп ни, – тине ул.
– Ялҡытты. Мин дә һелкенеп алайым, тинем. Юҡһа, йәйәү йөрөүҙе бөтөнләй онотормон.
– Зыяны юҡ уның, ә сәләмәтлек өсөн бик файҙалы, – тип хупланы әсәйем. – Юл тәнде еңеләйтә, йәнгә ләззәт бирә. Хәҙерге әҙәм йәйәү атларға йыбана ла йөрәк ҡағыуына, эскелирус, раматизым, фәлән-фәсмәтәнгә зарлана. Аяҡтың шифаһын белмәйҙәр шул. Эс бошоуын да, күңел ярһыуын да тик юл ғына баҫа.
Врачтар менән бәхәсләшмәйем, ләкин әсәйемдең фекерен дә инҡар итмәйем.
Һүҙгә әүрәп, ҡара талдар өйкөмөнә яҡынайҙыҡ.
– Ошо төбәктәге ваҡиға хәтереңдәме? – тип һораны әсәйем.
Ҡапыл тертләп киттем...
***
Ҡырҡ икенсе йылдың ғинуар айы ине.
Каникулды мин Ҡарағастау фермаһында, әсәйем менән ҡустыларым янында үткәрҙем. Түшәмгә төкөрөп ятманым, урам буйында тиҙәк тибеп йөрөмәнем – әсәйемә ярҙамлаштым, мал араһында буталдым; буш көндәрем аҙ булды – иркенләп уйнарға форсат теймәне.
Фронттан күңелһеҙ хәбәрҙәр өҙлөкһөҙ килеп торҙо, ләкин беҙгә, атай ҡуйынының йылыһын онотоп та өлгөрмәгән малайҙарға, улар артыҡ хафалы тәьҫир итмәй ине, сабый аңыбыҙға барып етмәгәндер, күрәһең, һуғыш дауылын үҙ күҙебеҙ менән күрмәгәс, әжәл тауышын үҙ ҡолағыбыҙ менән ишетмәгәс, йәрәхәт ялҡынын үҙ тәнебеҙ менән тоймағас, беҙ ғәмһеҙ инек, йөрәктәребеҙ ғәҙәттәгесә тыныс тибә ине, уйҙарыбыҙ балалыҡ мәшәҡәттәренә солғанғайны. Тормошобоҙ ҙа элеккесә бер тигеҙ аҡҡан һымаҡ: тамағыбыҙ туҡ, өҫтөбөҙ бөтөн, күгебеҙ салт аяҙ, еребеҙ – үҙебеҙҙеке.
Хәрбиҙәр телен аңламағас ни, өсмөйөшлө хаттарҙағы “ныҡлы оборонаға күстек” тигән һүҙҙәрҙе көслө һөжүм итәләр икән тип күҙ алдыбыҙға килтерҙек. Өлкән өйҙәге Зарифтың атаһы “сигенәбеҙ” тип яҙған, ләкин беҙ уға ышанмайбыҙ, юрый шом һала күңелгә, тип асыуланабыҙ. Минең атайым иһә дөрөҫөн генә яҙыр ине, тик унан хәбәр нишләптер ҡапыл ғына өҙөлдө лә ҡуйҙы. Ваҡыты юҡ хат яҙырға, сөнки фашисты туҡмауҙан бушамай. Атайым һис кенә лә сигенмәҫ, гел алға барыр. Көслө кеше бит ул! Бер ат йөгө бесәнде яңғыҙы төртөп ауҙара торғайны. Дошманды барыбер дөмөктөрөр, селпәрәмә ҡыйратыр ҙа бына-бына әйләнеп ҡайтыр. Эх, минең йәштәгеләрҙе алмайҙар шул фронтҡа... Атайым менән иңгә-иң терәшеп пулеметтан фашистарҙы ҡырып һалыр инек!
Көндөҙ әсәйем кейемдәремде йыуып, киптерергә элде лә мине аңғартты:
– Киске һауын тамамланыуға әҙерләнеп тор: ауылға ҡайтабыҙ. Бригадирҙан ат һорармын.
Керпектәрем еүешләнде, танауым еүешләнде. Ҡайтырға ашҡынмайым. Әсәйемдән, Фирғәт, Фәрит ҡустыларымдан айырылғым килмәй – танһығым ҡанмағайны, ферма малайҙарына ла эҫенгәйнем. Хәл юҡ – уҡырға кәрәк бит, ни эшләйһең инде...
Ат булманы. Бригадир шәфҡәтһеҙ икән – аттарын йәлләгән. Төшөнкөлөккә бирелмәнек, олатайыма һәм өләсәйемә күстәнәскә бер йомғаҡ май менән ҡорот төрөп алдыҡ та ауылға атланыҡ.
Төшкә тиклем көн буранлап торғайны, ә кискә ҡаршы ел тымған, офоҡтан офоҡҡа сабышҡан аҡ болоттар таралышып бөткән.
Йомро түбә ҡарағайлығын уңда ҡалдырып, Ҡаратал уйпатына төштөк. Бөтә донъя, әйтерһең, һөт күбегенә сумды, күк менән ер тоташты; ай нурҙары, томан эсендә һәрмәнеп, ҡар өҫтөндә әллә ниндәй бөләңгерт шәүләләр уйнатырға, бөтә нәмәне боҙоп күрһәтергә тотондо. Беҙ, гүйә, әкиәттәге сихри һуҡмаҡтан барабыҙ. Ҡыҙыҡ та, шомло ла. Ҡаршыға аждаһа шыуышҡан төҫлө, яҡынайҙың иһә – һуҙылып һибелгән ат тиҙәге; яландағы һалам өйөмдәре лә боҫа-боҫа килгән айыуҙарға оҡшаған; уйпат уртаһындағы ҡара тал өйкөмө ауыҙын өңрәйткән мәмерйәне хәтерләтә. Артабаныраҡ бер ҡарасҡы юрғалай.
Әсәйемдең еңенән тарттым.
– Эт йөрөй. Бында нишләп йөрөй икән? Ҡуян баҫтыра микән?
Ул, һиҫкәнеп, алан-йолан ҡаранды.
– Ҡайҙа?..
Юлға ҡыялатып сығып барған ҡарасҡыға төртөп күрһәттем.
– Ана бит!
Әсәйем яурыныма сат йәбеште.
– Тороп тор, улым. Танымайым: төлкө-фәлән түгелме, ә?
– Ю-уҡ! Ҡойроғо ҡыҫҡа лаһа!
– Тик кенә... Шаулама...
Әсәйемдең һуңғы һүҙҙәре мине һағайтты. Йөрәгем жыу итеп китте, тубыҡтарым бер-береһенә шаҡ та шоҡ һуғылырға тотондо, сәстәрем үрә торҙо.
– Нимә?.. Бүреме? – тип бышылданым, тыным быуылып.
Әсәйем мине ҡосаҡланы.
– Ысынлап та, эт, ахырыһы. Аҙашҡандыр, – тип йыуатҡан булды мине. Алдашып маташа, ҡурҡып ҡаушағанын да белдермәҫкә тырыша, ә үҙенең бөтә тәне ҡалтырана, тауышы үҙгәргән. – Кире боролайыҡмы әллә?
Ҡарасҡы юртаҡлап барҙы-барҙы ла, юлға менеп, башын суҡайтып ултырҙы. Алыҫ та түгел, тоҫмал менән әйткәндә, йөҙ аҙым самаһында ғына; һелкенмәй ҙә – түңгәкме ни. Аңдый беҙҙе.
Шигем артты.
– Боролайыҡ... – Артҡа тартылдым.
Әсәйем икеләнеңкерәп:
– Әлләсе?.. Байтаҡ ара үттек бит әле... – тине һәм иламһырап үкенде:
– Таяҡ та алмағанбыҙ, исмаһам...
Аҡрын ғына сигенә башланыҡ. Ҡарашыбыҙ – теге ҡарасҡыла.
Хәрәкәтебеҙҙе ул һиҙеп алды шикелле: йәшен тиҙлегендә көрткә һикерҙе һәм беҙҙе уратты ла алға үтте.
Тимәк, фермаға юл киҫелде. Тимәк, үҙенә хәүефһеҙ урында – ҡарағайлыҡ ситендә ул беҙҙе һағалаясаҡ. Ана, тура шунда йүнәлде.
Берҙән-бер ҡурсалаусыма –әсәйемә һыйындым.
– Уй-уй! Ҡалайтабыҙ инде?
– Сеү... Әйҙә, ауылға... Йәһәтерәк!
Тая-тая алға йүгерҙек. Шыма ҡарҙа уйылған эҙҙәр күҙҙәремә салынды: эре-эре эҙҙәр! Бүре эҙҙәре.
Әсәйем ҡапыл ҡулымдан матҡып туҡтатты ла:
– Килә... – тине.
Абайланым. Эйе, бүре аҫтағы һаҙлыҡ ҡыҙырымынан һонолоп беҙҙең яҡҡа саба ине. Бына ул таллыҡ тапҡырында. Беҙҙең йәнәшәлә. Уҙҙы. Ҡалҡыулыҡҡа үрләне. Киҫкен боролош яһаны. Юлға арҡыры сыҡты ла ултырҙы.
– Икенсеһеме, әсәкәйем? Уй... Бигерәк ҙу-у-ур... – Илап ебәрҙем.
– Баяғы!.. Ай, балаҡайым! Әжәлебеҙ ошонда микән ни! –тип ҡысҡырып үкһене әсәйем дә. Төйөнсөгөн миңә тотторҙо ла бишмәтен систе.
Бүре бүре инде, “сөбә” тигәнгә ҡойроғон ҡыҫып ҡасмаҫ. Уҫал да, мәкерле лә, ғәйрәтле лә; өркәк һарыҡтарҙы өйөргән шикелле ҡыуалап арытыр ҙа беҙҙе... Шулай ҙа йәшәүҙән төңөлмәйем, әсәйемә өмөт бағлайым, әсәйем ҡотолоу әмәлен табыр, тип ышанам. Тик уның сәйер ҡыланышы күңелемә шом өҫтәне. Тилергән кешеләй ҡыланасы!
– Әсәй... Әсәкәйем!.. Ниңә сисендең?..–тип һораным, уның тирәһендә уралып.
Әсәйем бишмәтен уң ҡулына, төйөнсөктө һул ҡулына алды.
– Әйҙә, минән ҡалма! –тип бойорҙо ла, бишмәтен башы өҫтөндә болғай-болғай, алға ынтылды, Һаҡмар буйын шаулатып һөрән һалды: – Һа-айт! Һа-айт! Бүре-е-е! Бүре-е-е! – Миңә екерҙе. – Ҡушыл! Тауышыңды йәлләмә! Бүре-е-е!
Минең тауышым тәүҙә сыйылдап ҡына сыҡты. Әкренләп көсәйҙе. Көрәйҙе.
– Бүре-е-е! Һайт, һайт, һай-айат!
Сәрелдәйем, сыйылдайым, һыҙғырып та ҡарайым. Үкереп илап та ебәрәм.
– Һай-айт! Һа-а-айт!! Бүре-е-е!
Бындай ғәләмәтте йыртҡыс көтмәгәндер, моғайын, – артҡа ырғыны, бер килке аптыранып торҙо ла ауылға табан ыңғайланы. Күп барманы, йәнә суҡайып ултырҙы.
Ә беҙ туҡтаманыҡ. Бар ихтыярыбыҙҙы әллә ниндәй дыуамал ҡыйыулыҡ, тыйылғыһыҙ елкенеү буйһондорҙо. Әжәл әллә шулай әүрәтәме икән? Бүрегә табан атлайбыҙ, өҙлөкһөҙ аҡырабыҙ. Башҡаса сара юҡ. Ауылыбыҙҙың тоноҡ ҡына баҙлаған уттарына тилмереп ҡарайым, улар бигерәк алыҫ шул әле... Аҙашҡан юлсыны ҡыуандырырҙар ине, ләкин беҙгә яҡтылыҡ хәжәт түгел, беҙгә кешеләр кәрәк, тиҙерәк килеп ҡотҡарһындар ине...
Әжәл менән хәтәр уйын дауам итте. Бына ҡалҡыулыҡҡа килеп мендек.
Ниһайәт, бүре – әллә хәйләбеҙҙе аңланы, әллә былайтып барыуҙан туйҙы – үҙәккә төштө лә урынынан ҡуҙғалманы.
Беҙ атлайбыҙ...
Бүре ултыра. Юлдың ҡап уртаһында.
Яҡынаябыҙ.
Ул хәрәкәтһеҙ. Беҙҙе көтә. Тештәрен ыржайтҡан. Әйтерһең, мыҫҡыллап көлә.
Ара ҡыҫҡара... Ҡыҫҡара... Ой, аяҡтарҙы ерҙән айырыуы ауыр... Быуындар бөгөлмәй... Уй, әсәкәйем!.. Ун аҙымдай ғына ҡалды... Хәҙер!..
...Әсәйемдең имәнес тауышы йөрәгемде яра яҙҙы:
– Ебәр беҙҙе, йыртҡыс! Ки-и-ит, ҡан эскес! Ҡотҡары-ы-ғыҙ! Оһо-һо-һо-о-о!!
Бишмәтен дә, төйөнсөгөн дә бүрегә ырғытты.
Теге, ырылдап, ситкәрәк янтайҙы һәм, моронон күккә күтәреп, олоп ебәрҙе.
Ҡараңғыла стенаға бәрелеп ҡаҡлыҡҡандай тайшандыҡ, күңелгә ҡурҡыу һалыусы ауаздан ҡотобоҙ алынып, шаҡ ҡаттыҡ. Ғүмеремдә тәүге һәм аҙаҡҡы мәртәбә ишеттем мин бындай мөғжизәне.
Серле һағыш та, хәсрәтле үртәнеү ҙә, үкенесле һыҡтау ҙа бар кеүек ине был олоуҙа. Күпме шулай торғанбыҙҙыр – белмәйем. Әсәйемдең аһылдауы тертләтеп ебәрҙе мине. Бүренең бәғер өҙгөс моңо томанға һеңеп һүнгәйне инде.
Әсәйем йыртҡысҡа яҡынайҙы. Теге сигенде. Тештәрен йәнә ыржайтты. Ә мин... Мин сүгеп төштөм – баҫып торорлоҡ та хәлем ҡалмағайны. Ҡолаҡтарым шаулай, мейем ойой. Әсәйемдең:
– Нишләмәксе булдың, рәхимһеҙ!.. Ҡыҙғанһаңсы... Етемкәйемде ҡыҙған... Гонаһһыҙ йәнебеҙҙе ҡыйып, үҙеңә ҡарғыш алма... Ғәзиз балаларым хаҡына ебәр... Бала һиңә лә ғәзиз бит... Ҡана, ебәр беҙҙе, ебәрсе, аҡыллы хайуан... Ғүмерем буйы рәхмәт уҡырмын. Улымдың ниндәй гонаһы бар?.. Йә Хоҙай! Күҙҙәрең ҡайҙа һинең? Бүрекәйем, ҡана, китсе, кит, юл бир... Эй-й-й, аллам... Эһ-һ... – тип ялбарып ыңғырашҡанын өнөмдә түгел, төшөмдә һаташып ишетәмдер, тип хис иттем.
Бөтәһе лә: гүр тынлығы һаҡлаған ялан да, аҡ кәфен һымаҡ уратып алған томан да, йүкә сыбыртҡы шикелле борғоланып һуҙылған һарғылт юл да, ташланырға әҙерләнеп күкрәгенә ятҡан аяуһыҙ йыртҡыс та, ҡалтыраған ҡулдарына ышыҡланып бүрегә етеп барған әсәйем дә, шешенгән күҙҙәремде ыуа-ыуа, ҡурҡышымдан сиҡаҡлап ултырған үҙем дә – былар ысынбарлыҡҡа оҡшамағайны. Эйе, төш икән тип уйланым мин.
Әсәйем, күрәһең, һуңғы өмөтөн өҙөп, аҡтыҡ сиккә еткәндер:
– Ниңә уҫал ҡарайһың? Уҫал ҡарама! Мин һинең дошманың түгел – мин һинең ҡорбаның! Мә, ғазраил, йәнемде ал! Фәйрү-ү-үз. Йүгер, балам, йүгер! Ауылға йүгер! Бәхил бул! –тип, әсе ҡысҡырып, әсәйем бүре ҡаршыһына теҙләнеп ауҙы...
Мин ҡоланым... Үкереп илап ебәрҙем.
...Һушыма килһәм, әсәйем ҡуйынында инем.
– Һин... Һин тереһеңме, әсәй, әсәкәйем? – Үҙемә үҙем ышанмай бышылданым.
– Тере... Тере, ҡолонсағым... Теребеҙ...– Әсәйемдең ҡайнар йәштәре елкәмә тамып, муйынымды әсеттереп тәгәрәне, ә йөрәге тотош тәнемде һелкетеп һуға ине.
– Ә бүре? – Башымды ҡалҡытып артҡа ҡараным. – Ултырамы әллә?
– Юҡ... Китте... – тине әсәйем, Һаҡмар яғына ымлап.
Әсәйемдең ҡосағынан ысҡынып, йәһәт кенә боролдом. Ҡарасҡы үҙәккә табан аҡрын ғына төшөп бара ине. Алыҫая, кесерәйә, ана томанға инеп юғалды.
Китте! Ауылға юл асылды!
Кисерешемде бер ниндәй һүҙ менән дә һөйләп бирә алмаҫ инем.
– Ҡа-ҡасты! Ҡара: бү-бүре ҡа-ҡасты! Әс- әсә-кәйем, бе-беҙ ҡотолдоҡ! – тип һөрәнләнем, ҡойон булып өйөрөлөп.
– Сеү! – Әсәйем ҡулымды шыҡырайта тотто. – Сеү, тауышланма, кире килер.– Эйелеп, төйөнсөктө алды, ә бишмәтен ни аралалыр кейеп тә өлгөргән икән. – Әйҙә, йүгерҙек, – тип мине алға этәрҙе.
Бер талай йүгереп барҙыҡ та, хәл йыйырға туҡтап, тирә-яҡҡа ҡараш ташланыҡ. Ҡаратал яғында ҡарасҡы күренмәй, һаҙлыҡ буйында ла тойолмай, әммә тынысланырға иртә әле, сөнки теге яуыздың аңғармаҫтан һөжүм итеүе ихтимал. Уҡ шикелле атылып килер ҙә...
Әсәйемә йәнә һырындым.
– Бүре беҙҙе йә-йәлләнеме, әсәй? Әллә та-ташланырға батырсылығы е-етмәне микән? Ә һин ни-ниңә улайттың? Ө-өҙгөләр тип ҡурҡманыңмы? – Һаман тотлоға инем.
Ул арҡама ҡулын һалды, тәрән көрһөндө:
– Ҡурҡмаған ҡайҙа һуң?.. Ҡурҡтым, улым... һинең өсөн йәнем сыға яҙҙы... Уй, Аллам, ҡотолдоҡ таһа... йәлләгәндер, бәлки? Бәлки, ас түгелдер? Белмәйем, балам, белмәйем... Юрамал уйнатҡандыр, бәлки? Белмәйем: Хоҙайҙың ҡөҙрәтеме, әллә бүрелә лә рәхимле хис бармы? Үкһеҙ етем булмаһын балалары, тинеме...
Был һүҙҙәр ул саҡта миңә бигүк аңлашылып бөтмәгәйне. Хәтһеҙ йылдар уҙғас ҡына, аҡылым камил булғас ҡына, төшөндөм уларҙың мәғәнәһенә: баҡтиһәң, әсәйем мине ҡотҡармаҡсы булып, үҙен ҡорбан итергә ҡарар ҡылған икән. Ошо ҡот осҡос тәүәккәллеген иҫемә төшөргән һайын йөрәгем өшөп китә. Үкһеҙ һүҙе иһә атайымдан етем ҡалғанымды аңлатҡан. Эйе, атайымдың үлеме тураһында ҡағыҙҙы бер аҙна элек алһа ла, беҙгә күрһәтмәгән, үҙе генә уҡып илаған. Ҡара ҡайғыны үҙе генә йөкмәгән.
Шул замандағы әсәләрҙең сабырлығына, ныҡлығына хәҙер ҙә хайран ҡалам мин.
Ҡарана-ҡарана, шым ғына дауам иттек юлыбыҙҙы. Томан тарала башланы, аҡ ҡар өҫтөндә күкһел-йәшкелт бөрсөктәр йымылдай, баш тәңгәлендәге түңәрәк ай нәфис быяла нурҙарын йомартланып ҡоя. Ауылымдың уттары, һаҡмар аръяғындағы Аҡтау битенә һибелеп, күңелле балҡый. Баяғы һымаҡ баҙламай, ә беҙҙе саҡырып, сағыу монарын уйнатып, ихлас яна. Өйҙәр ҡарайып күренә.
Бәй, ҡасаба юлына сыҡҡанбыҙ ҙа баһа! Былай булғас, йәшәйбеҙ!
Ә артта һаман ҡараңғы, унда томан күтәрелмәгән әле. Бүре шунда ҡалды. Ғәжәп, нисек теймәне беҙгә? Туҡ булғанғалыр, ти әсәйем... Барыбер ғәжәп...
Әсәйем нимәгәлер абынды. Йөрәгем әллә нишләп ҡуйҙы.
– Кәрәкмәгән ерҙә таяғы ла ята,–тип һуҡранды әсәйем, аяғына эләккән ағасты ситкә ырғытып. – Ҡайһылай һәлмәк! Бая булһасы.
Шул саҡ минең ҡолағым ҡарпайҙы: ат бышҡырыуы ишетелгән һымаҡ булды. Бына тағы...
– Әсәй! Ат килә!
– Кит, юҡты...
– Ысын, ана, тыңла!
Әсәйем шәлен ҡайырып тыңланы. Мине күкрәгенә ҡыҫты.
– Был тиклем дә үткер күҙле булырһың икән! Һинһеҙ яңғыҙым нишләр инем?.. – тип һулҡылданы. Арҡамдан һөйөп һораны, – ҡотоң алынғандыр инде, балаҡайым?
– Юҡ, аҙыраҡ ҡына...
– И, бәләкәсем! – Ныҡ итеп йәнә күкрәгенә ҡыҫты ла, – ярар, атлай торайыҡ, ат ҡыуып етер әле. Уға ултырғас, ял итербеҙ, – тине.
Дәртләнеп киттем. Мин хәҙер инде илай-илай бөршәйеп ҡасҡан меҫкен малай түгел, хәҙер инде мин күкрәк киреп барам, бүрене өркөткәнебеҙгә ғорурланам да хатта. Дуҫтарыма нисегерәк килештереп һөйләрмен икән тигән уй мейемде ярһыта ла башланы. Тик шуныһы ғәжәп: оло юлға төшкәс, ҡапыл ғына арыным да ҡуйҙым.
Ат беҙҙе ҡыуып етте. Бына һиңә: туҡтамай ҙа уҙып барасы!
– Аға-ай! Тороп тор, ағай! – Әсәйем ат алдына ташланды, мин санаға йәбештем.
– Тыр-р! – Саналағы толопло кеше дилбегәһен тартырға мәжбүр булды. – Нимә кәрәк?
– Ағай... Шәһиҙулла ағай, һаумы! – Әсәйем көлөп ебәрҙе. – Сит кешеме тиһәм, үҙебеҙҙең кеше икән. Шәһиҙулла ағай, алып ҡайт инде беҙҙе? Ныҡ арыныҡ, быуындарыбыҙ ҡалманы. Ҡурҡҡанбыҙ ҙа...
– Кемдән?
– Бүрегә тап булдыҡ...
– Нимә, нимә? – Толопло ир көлөргә тотондо. – Һа-һа-һа! Ниндәй әкиәт һөйләйһең? Һа-һа-һа! Ҡаҡ һөйәктәрегеҙгә теше үтмәгәндер, шәт? – тине лә сыбыртҡыһын күтәрҙе. Сыбыртҡының осо саҡ ҡына күҙемә теймәне. – Юҡты һөйләп, кеше ҡаңғыртма. Нишләп йөрөһөн бүре был тирәлә?! Ҡана, китегеҙ, ваҡытымды алмағыҙ. Ҡабаланам.
– Ағаҡайым... Шәһиҙулла ағай... Зинһар, ал инде. Малайымды булһа ла... Ҡурҡабыҙ... –Әсәйемдең тауышы үҙәк өҙгөс ҡыҙғаныс ине.
– Бисә икәнеңде белдереп шыңшыйһың, нервыма тейеп!–тип ҡырыҫ яуап бирҙе толопло кеше. –Күрмәйһеңме, атым сәсәгән, ҡара тиргә төшкән, үҙемде саҡ-саҡ һөйрәп килә. Нисауа, ҡайтып еткәнһең инде – ауыл аяҡ аҫтында, – тип атына һуҡты. – На-а! Ығышма, хайуан!
Ат, башын сайҡай-сайҡай, елдереп китте. Әсәйем һыҡтап илап ебәрҙе. Мин тилмереп ҡарап торҙом-торҙом да:
– Ярар, ҙурайғас, атыма мин дә һине ултыртмам әле, – тинем.
***
...Йәкшәмбе көн баҙарға сыҡтым. Ауылым баҙарында нисәмә йыл булғаным юҡ ине, шуға ла һағынғайным уны, үҙгәрештәрен күргем, таныш-белештәрем һәм баҙарҙың даими күҙәтеүселәре – ҡарттар менән әңгәмәләшеп, тормош хаҡында фәлсәфә һатып ултырғым килде. Сер түгел: иҫтәлеккә берәй әйбер ҙә ҡарарға ине ниәт. Элек бында ауыл оҫталары яһаған ағас ҡалаҡтар, туҫтаҡтар, уйынсыҡ саналар, биҙәкле йоҡа көршәктәр, еңгәләр бәйләгән дебет шарфтар, бирсәткәләр һатыла торғайны.
Контора мөйөшөнән боролғас та кәйефем ҡырылды: баҙарҙың рәте бөтөнләй киткән икән, исеме генә ҡалған. Боронғо сауҙа ҡоролмаларының эҙе лә юҡ, майҙан уртаһында шөҡәтһеҙ магазин һерәйеп ултыра, стенаһына прилавкаға оҡшаш нәмә терәтелгән. Урта йәштәрҙәге ике ир ит һата, улар менән бер нисә ҡатын-ҡыҙ ҙа Шәһиҙулла ҡарт сауҙалашып тора.
Шәһиҙулла ҡарт миңә усын һондо. Фәрит ҡустымдың иртәнсәк һөйләгән ғибрәтен иҫкә төшөрөп, эстән генә көлдөм. Ҡарт юғарыраҡ урында эшләгән ағай-энегә биш бармағын, ә ябай эшсегә бары өс бармағын биреп күрешә, тип һөйләгәйне ҡустым. Ярай инде, ҡунаҡ булғанға ихтирам итәлер, миңә биш бармағын биреп күреште.
– Тә-әк, Бибикамалдың улы икәнһең? – тине ул, кейемемә күҙ йүгертеп. – Тә-әк, тиген, ҙур урында эшләйһеңдәр – олпат күренәһең.
Эйе, урыным ифрат ҙур – экскаваторымдың кабинаһы өй тиклем, ләкин ул турала өндәшмәнем, – әйҙә, үҙенсә фекер итһен.
Тормош унан шәфҡәтен йәлләмәгәндер, күрәһең,– ҡарттың йөҙөндә нужа һыҙаттары һиҙелмәй, таҙа кәүҙәһенә көнләшерлек. һуғышта ҡатнашмаған, тиҙәр, сөнки промартель директоры булған, фронт заказдарын үтәү менән шөғөлләнгән, шул замандағы үҫмерҙәрҙән итек тектергән. Президиум яратыуы директор сағынан ҡалған ғәҙәтелер, тимен.
– Яра-ай. Бибикамал килендең өлкән улы икәнһең, – тип ҡабатланы ҡарт, шелтәләгән ҡиәфәттә һорашты, – ситтә йөрөү биҙҙермәнеме? Сит сит инде, үҙ төйәгең түгел инде, ә? Барсаһы һине ятһына, килмешәк тип мат ҡура инде, эйе бит?
– Фекереңә ҡушылмайым, ағай. Тәүфиҡлы, асыҡ күңелле кешене һәр ерҙә лә үҙенеке итеп хөрмәтләйҙәр, ә кешелек сифатын юғалтһаң, тыуған ауылыңда ла ят булаһың.
– Шулай, эйе, шулай, – тип ризалашып баш ҡаҡты Шәһиҙулла ҡарт. Минең тел төбөн аңламаны. Аңламауы хәйерлерәк.
– Беҙҙең һабантуй оҡшанымы? Һай, шәп үткәрҙек бит, ә! – тип эре генә маҡтанды. Гүйә, мәжлес ойоштороп, ауыл халҡын һыйлаған, хәстрүш.
– Эйе, оҡшаны, – тигән булдым.
– Кәк же! Ябай ғына һабантуй түгел бит ул – совхозыбыҙҙың юбилейы. Хужаларға үпкәм юҡ: ҡиммәтле бүләктәр биреп ололанылар. Шулай итергә тейештәр, сөнки совхоздың төп кадрҙарын мин артелемдә тәрбиәләнем, эшкә өйрәттем. Иң ыҙалы осор минең ғүмергә тура килде. Тормошто яйға һалыу өсөн йәнем- тәнемде аямай көрәштем. Гәзиттә эшләмәйһеңме? Минең хаҡта гәзитеңә яҙыр инең, ә?
Асыуым килде.
– Минең эшем техника менән бәйләнгән,– тинем.
– Йә, ярар, ярар, былай ғына һорашам. Инженер ҙа яҡшы һөнәр, кәсебе шәп уның. Ә минең улым етәкселек эшендә. – Ҡарт танауын сөйҙө. – Юбилей һабантуйы улымдың әрһеҙлеге арҡаһында шулай үтте лә инде. Йүгереп йөрөп ҡиммәтле бүләктәр әҙерләне, көллө яҡтағы ветерандарҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы.– Маһайыулыҡ төйөрөн йотоп ебәрҙе лә, ҙур асыш яһағандай, күҙҙәрен аҡайтты. – Әйткәндәй, әсәйеңде президиумда абайламаным да баһа? Саҡырылғандыр, шәт?
– Юҡ. Совхозда оҙаҡ эшләмәне бит ул. Мәктәптә иҙән йыуып, мейес яғып ғүмерен уҙғарҙы. Ә һуғыш осорон етәкселәр иҫәпкә алмағандыр, бәлки?
– Кәк тәк алмаһындар? Улым әсәйеңде ҡунаҡтар исемлегенә индерергә онотҡанмы икән ни? Туҡта, ҡайтҡас, быжғыртайым әле. Саҡыртып бүләген бирһен.
– Бүләк кәрәкмәй, өйө былай ҙа һәр төрлө бүләк менән тулған – элекке коллективы байрам һайын иҫкә алып тора.
– Ул ни тигән һүҙ: кәрәкмәй? Нисауа, кәрәге тейер, буш килгән малға һәр кем һөйөнә. Улымдың бүләгенән баш тартырға баҙнат итмәҫ. Улым улай-былай кеше түгел. Беләһеңдер уны?
Был ҡарттың тәмһеҙләнеп ныҡышыуы уғата үтемде таштыра башланы. Этйығыш нәмә икән!
– Белмәйем, – тинем.
– Кәк тәк? Рабочком председателен белмәйһеңме? Ә минесе, мине таныйһыңмы?
– Төҫмөрләмәйем.
– Бына һиңә мә! – Ҡарттың сырайына үпкәләү билдәләре сыҡты. – Онотҡанһыңдыр, шәт?
– Онотҡанмын.
– Йә инде! Һай-һай, хәҙерге йәштәр! Саҡ ҡына үрләнеме, ауылдаштарын да онота. Шәһиҙулла ағайың да баһа мин! Промартелдә май заводында, рабкоопта, йәнә лесничествола етәксе булдым, етәкселек эшенән пенсияға сыҡтым. Хәтереңә төштөмө? Атайың мәрхүм менән ҡорҙашбыҙ. Тас та тос һуғыша торғайныҡ. Атайың ҡыҙыу ҡанлы малай булды – бүреләр араһынан ине шул. Ә мин –ҡуяндар араһы.
– Боҙоҡ ҡуяндар ҙа бар икән, – тинем мин эстән генә.
Шәһиҙулла яҙа-йоҙа ишетте, күрәһең:
– Нисек? Нисек тинең? – тип ғәжәпләнеп һораны.
– Былай ғына. Бүрене ғүмерем буйы нахаҡҡа яман күргәнмен икән, – тинем дә китеп барҙым.