Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡ уҡаға ынйы теҙәм
Аҡ уҡаға ынйы теҙәмШағир әйтмешләй, һәр яҙ үҙенең яңылығы менән тормошобоҙға үтеп инеүсән, уның шатлыҡ һәм бәхет килтереүе тураһында телгә алыу ҙа артыҡ. Ғүмер яҙы, тибеҙ. Ижад яҙы тигән төшөнсә лә бар. Ул сәнғәт кешеләренә һәм ҡәләм тирбәтеүселәргә нығыраҡ йәбешеүсән. Һөйөнөслө лә, күңелле лә яҙ миҙгелендә сәнғәт юлынан ышаныслы аҙым менән атлаған төбәк-ара конкурстар һәм фестивалдәр лауреаты, “Гәлсәр һандуғас” конкурсының ҡатнашыусыһы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Ынйы ВӘДҮТОВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Өфөлә “Ейәнсура” йәмәғәт ойошмаһы яҡташтарҙың йыйынын уҙғарғанда, һин байрам кәйефе таратҡан йырың менән һәр кисәгә йәм өҫтәйһең. Һиҙемләүемсә, нәҫел ебең Ейәнсура тарафтарына барып тоташа.
– Ысынлап та, тамырҙарым Ейәнсура районы менән тығыҙ бәйле. Әсәйем Һүрәм йылғаһына һыйынып ҡына ултырған Күгәрсен ауылынан. Йыраҡ тимәй, форсат сыҡҡанда унда ҡайтып йөрөргә тырышам. Шулай уҡ атайым тыуып үҫкән Учалы районының Бөйҙө ауылы ла минең өсөн яҡын.
– Ағиҙелкәй буйы ҡырсын таш, көмөш кенә йөҙөк, мәрйен ҡаш, тиҙәр. Сәнғәт тигән йөҙөккә ҡаш булыуы ауыр түгелме? Күңелеңдә сәхнәгә һөйөү ҡасан яралды?
– Ҙур үҫкәс, йырсы булыу теләге менән янманым. Атайым баянсы бит, сәнғәт юлын һайлауҙа уның да өлөшө бар. Ошо урында әҙ генә ситкәрәк китеп, хәреф танырға, яҙырға өйрәткән, күркәм тәрбиә биргән, ғөмүмән, оло тормош юлына сығарған уҡытыусыларымдың барыһына ла рәхмәт әйтәм. Кем генә булмайыҡ, ҡайһы ғына һөнәрҙе һайламайыҡ, был йәһәттән уларҙың түккән көсөн, хеҙмәтен бер ниндәй ҙә үлсәмдәргә һалыу мөмкин түгел.
Сәнғәт училищеһында баяндан Владимир Башинский һабаҡ бирҙе, Зәйтүнә Мөхәмәтйәнова-Сәрүәрованан вокалдан дәрес алдым. Унан уҡыуымды Өфө дәүләт сәнғәт институтында дауам иттем, уҡытыусым – Лиля Земчурина, ул ваҡытта эстрада бүлеге асылмағайны әле. Минеңсә, эште ауырға-еңелгә бүлергә ярамай, иң мөһиме – һөнәреңде яратырға кәрәк.
“Тәүге тапҡыр сәхнәгә аяҡ баҫҡаныңды хәтерләйһеңме?” – тип һорашалар минән. Атайым бәләкәйҙән үҙе менән бергә концерттарға алып йөрөнө, бейеттеләр ҙә, йырлаттылар ҙа унда. Танылған йырсы Иҙрис Кәлимуллин ойошторған концерттарҙа ла ҡатнаштым. Бәләкәйҙән артистарҙың тормошон күреп үҫтем, ул биҙҙермәне, киреһенсә, сәхнә мине үҙенә ҡосто.
– Ижадыңды ҡабаланмай ғына епкә мәрйен теҙеү менән сағыштырам. Ынйы, һин башҡарған йырҙар үҙенсәлекле. Күңелең үҙ иткәнде генә йырлайһың – унда ҡояш етерлек, һағыш та бар. Улар бүтән башҡарыусыныҡына һис тә оҡшамаған.
– Быны үҙем дә төплө генә аңлата алмайым. Ысынлап та, кемгәлер оҡшатып йырлау уйымда ла юҡ, шул уҡ ваҡытта берәүгә лә эйәрмәйем. Ҡайһы бер йырҙарҙы үҙем ижад иттем. Мәҫәлән, “Һиңә” тигән йыр еңел генә яҙылды. Күңелдә көй көтмәгәндә тыуа, шунда уҡ уға һүҙҙәр эҙләй башлайһың. Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримовтың шиғырҙарына бихисап йырым бар. Йәки шиғырҙы уҡыһаң, һүҙҙәре шул тиклем күңелгә ятышлы, үҙенән-үҙе йыр ағыла башлай. “Бәхет илендә” тигән йырҙы яратып башҡарам. Ә инде “Алтын туй”, “Йөрәктән булһа”, “Төш”, “Яҙ ҡабатлана”, “Мөхәббәтем һиңә көс бирһен” йырҙары – минең өсөн иң ҡәҙерлеләре.
– “Ҡарағай” тигән йырға төшөрөлгән клип бик үҙенсәлекле. Уның тарихын ҡыҫҡаса ғына һөйлә әле?
– “Клип Башҡортостандың ҡайһы төбәгендә төшөрөлгән, атайыңдың йә әсәйеңдең тыуған яғы түгелме?” тигән һорауҙы бирәләр. Ғөмүмән, беҙҙең тәбиғәтебеҙҙең хозурлығына кемдәр генә ғашиҡ булмаған!? Режиссер Рияз Исхаҡовтың тәҡдиме буйынса Ишембай районының Маҡар ауылы янында төшөрөлдө. Тәү күреүҙә үк оҡшаттым был яҡты. Халыҡ йырына ҙур мәғәнә һалынған, ҡарағай һүҙе үҙе генә ни тора! Текә ҡая ғорурлыҡ билгеһе түгелме?! Борон башҡорт ҡатындары ирен яуға оҙатҡанда күҙ йәшен түкмәгән, ҡыҫҡаһы, үҙен тыныс тотҡан, эстән генә изге теләк теләгән. Шуға баҫым яһарға тырыштыҡ.
– Ғәҙәттә, ижад кисәһен өлкәнәйгәс үткәрәләр. Һин сағыштырмаса йәш...
– Күңелем төбөндә берәй ваҡыт үҙемдең концертымды ойоштороу теләге юҡ түгел ине, күптәнге хыялым тиһәң дә, яңылыш булмаҫ. Күҙәтеп йөрөйөм: кемдер диск сығара ла уның артынса аудиоальбомының исем туйын да үткәреп ҡуя. Дискым донъя күргәс, кисә лә, исем туйы ла уҙғарманым. Дөрөҫөн әйткәндә, 21 мартта “Нефтсе” мәҙәниәт һарайындағы “Бәхет илендә” тигән концерт минең эстрадаға килеүемә ун йыл тулыуға бағышлана. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов яҙғанса, ғүмер буйы эҙлә бәхетеңде, бәхетлеһең, әгәр эҙләһәң. Әлбиттә, тамашасыларым менән осрашыуҙы ижадташ дуҫтарым ярҙамында ойошторам, шул уҡ ваҡытта уларҙың үҙҙәренә лә тамашасы алдында сығыш яһау мөмкинлеге бар бит. Унда “Каруанһарай” фольклор-эстрада төркөмө ҡатнашасаҡ, бынан тыш йырсы әхирәттәрем Әлфиә Әхмәтйәнова, Нәркәс Сиражетдинова һәм башҡалар буласаҡ. “Арғымаҡ” төркөмөн дә саҡырҙым.
– Аҡ уҡаға ынйы теҙҙем, бер бөртөгө ҡалғансы тигән халыҡ йыры бар. Киләсәккә уй-ниәттәрең?
– Думбыра сиртеп ҡобайыр әйтеү жанрын үҫтерергә ине, ә ҡобайырсы булыу сәсәнлекте аңлата. Шулай уҡ бығаса йырланмаған йырҙарҙы тамашасыларыма ишеттерергә ниәт бар.
Илдар АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 857

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780