Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Замандашы образын күтәргән әҫәр
Замандашы образын күтәргән әҫәр Республиканың әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемедәге дәүләт премиялары буйынса комиссия 2016 йылға конкурста ҡатнашырға индергәндәр араһында “Аҙғын тәүбәһе” трилогияһы авторы Флүр Ғәлимов та бар. Уның “Республика Башҡортостан” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы “Башҡортостан” нәшриәте һәм Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан ойошмаһы тарафынан тәҡдим ителеүен белгәс, ҡәләмдәшем өсөн сикһеҙ ҡыуандым.


Хәйер, мин генә түгел, Стәрлетамаҡта йәшәп ижад итеүсе ҡәләмдәштәре лә, уның тыуған яғы Стәрлебаш районында йәшәгәндәр ҙә шатланғандыр, тимен. Флүр Ғәлимовтың ижад шишмәһенең күҙгә күренмәле осоро фәҡәт беҙҙең Ашҡаҙар буйы ҡалаһында үтте бит. Ул Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһын етәкләгән ваҡытта ижад менән эшҡыуарлыҡты ҡырағай баҙар иҡтисады шарттарында алып барҙы.
Беҙҙең “Ашҡаҙар” гәзите редакцияһы ул саҡта яҙыусылар ойошмаһы менән өйҙәш булғас, барыһы ла күҙ алдында уҙҙы. Авторҙың “Яңы башҡорт” китабындағы геройҙары беҙҙең арала йәшәгәс, замандаштарыбыҙ булғас, прототиптарын эҙләргә лә түгел – һәммәһе танылып тора. Ул әҫәр ҙә ҙур резонанс тыуҙырғайны. “Аҙғын тәүбәһе”ндәге тормош ысынбарлығы, ғашиҡ ир иңенә төшкән ҡотолғоһоҙ яҙмыш һынауҙары бәхәсле, ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр тыуҙырҙы. Был иһә үҙе үк әҫәрҙең юғары кимәлдә яҙылыуы хаҡында һөйләй. Трилогияны бер тынала уҡып сыҡтым, тип әйтеү генә аҙ, уны йөрәгем, йәнем-тәнем аша үткәреп, геройҙарына эйәреп йөрөп, улар менән бергә янып-көйөп, илар ерҙә илап, йырлар ерҙә йырлап, уҡып сыҡтым, сөнки Флүр Ғәлимовтың был әҫәрендә лә беҙ белгән таныш йөҙҙәр, беҙҙе уратып алған таныш кешеләр. Күпме буталған яҙмыш, милләт фажиғәһе, халыҡ киләсәге хаҡында борсолоу ярылып ята. Шул уҡ ваҡытта бәхет рецебын автор һәр уҡыусының ҡолағына һала, күҙ алдына баҫтыра, бәхеткә иман аша ғына килеү мөмкинлеген иҫбат итә, ырыҫҡа ирешеү юлдарын күрһәтә.
Башҡортостандың халыҡ мәғарифы алдынғыһы Ғәлиә Татлыбаева әйтмешләй, Флүр Ғәлимов “Аҙғын тәүбәһе” трилогияһын ижад итеп, үҙ алдына буй етмәҫлек маҡсат ҡуйған – ул йәшәү мәғәнәһен эҙләү һәм асыу. Уйлап ҡараһаң, был бит иҫ китмәле ҡыйыулыҡ һәм баҙнатсылыҡ. Аңлы донъя башланғандан бирле нисәмә быуын аҡыл эйәһе был бөйөк һорауға яуап эҙләгән, ләкин таба алмаған.
Ә төбәктә йәшәп ижад иткән башҡорт яҙыусыһы донъя кимәлендәге был мөҡәддәс һорауға яуап тапҡан: ҡасандыр атабыҙ Әҙәм менән анабыҙ Һауа ҡыуылған ожмахҡа ҡабаттан әйләнеп ҡайтырға ынтылырға тейешбеҙ. Бына ошо икән йәшәү мәғәнәһе, нәҡ ошо маҡсатҡа ирешер өсөн яҡты донъяға килгәнбеҙ. Моратыбыҙға етер өсөн тәүбәгә килеп, иманға ҡайтырға кәрәк, йәғни “Донъяны иман ҡотҡарыр”. Шулай уҡ уның: “Аҙғын тәүбәһе” – етмеш йыл эсендә шул тиклем күнегелеп, халыҡҡа шундайын ғәҙел, ғәзиз булып ҡаныбыҙға һеңгән Совет иле, миллиондар өсөн йәшлек иле һәм уның яҡты идеалдары менән бәхилләшеү, дөйөм алғанда, әле генә үтеп киткән ХХ быуат менән хушлашыу әҫәре ул”, – тигән фекере менән дә килешмәй булмай.
Әҫәрҙең төп геройы тыуған иле, халҡы, ғәзиз ере өсөн аяуһыҙ көрәшкә күтәрелгән милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың алтынсы быуын вариҫы – Салауат Байғазин аша әҫәрҙә үткән быуаттарға ғына бирелмәй, ә бөтөн кешелек тарихы бөгөнгөбөҙгә бәйләнеп, тәрән анализлана.
Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһына етәкселек иткән йылдарҙа Ғәли Ибраһимов исемендәге төбәк премияһын бул­дырғайны Флүр Ғәлимов – стәрлетамаҡтар быны онотмаған. Был эштәр ҙә ҡәләмдәшебеҙҙең әҙәбиәт өсөн тырышлығын күрһәтә. Мохтажлыҡ кисергән яҙыусыларға булышлыҡ иткән матур ғәмәлдәре лә иҫтә, һаман да иҫтә. Бары тик халҡын яратҡан, халҡының яҙмышын хәстәрләгән кеше генә ошондай эштәр атҡара, мәртәбәле әҫәр тыуҙыра ала. Ҡәләмдәшебеҙ Рәсүл Сәғитов әйтмешләй, әҫәр бөтә булмышы менән ижтимағи, йәмғиәти. Шуның менән ул әһәмиәтле, сөнки герой, тәү ҡарашҡа, үҙенең генә проблемалары менән йәшәгән кеүек булһа ла, илен, халҡын уйлай. Ә тыуған иле, халҡы өсөн янып йәшәгән яҙыусы Флүр Ғәлимов Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ, минеңсә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780