Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Заманыбыҙ Салауаты тип өндәшәбеҙ беҙ уға!
Заманыбыҙ Салауаты тип өндәшәбеҙ беҙ уға! Салауат Хәмиҙуллин менән замандаштарҙы таныштырып тороу кәрәкмәй ҙә һымаҡ. Әлеге лә баяғы беҙ, башҡорттар, бер-беребеҙгә йылы һүҙ әйтергә тартынып барабыҙ бит инде, әммә һис икеләнмәй рухи ҡаһарманлығы, профессиональ фиҙакәрлеге өсөн уны “заманыбыҙ Салауаты!” тип атар инем. Был һөйләмдән әллә ниндәй икеле уйҙар эҙләргә кәрәкмәй, йә булмаһа самалап ауыҙ асығыҙ, тигән фекер әйтергә ниәтләүселәр ҙә табылыр. Әммә тарихи факттарҙы туплап, уларҙы тәғәйен видеояҙмалар менән биҙәп, халыҡ хөкөмөнә тотош милләтеңдең уҙғаны хаҡында бөгөнгө иң популяр мәғлүмәт сығанаҡтарының береһе булған телевидение эфиры аша фәһем биреү үҙе батырлыҡ түгелме ни?! Минеңсә, бөгөнгөбөҙҙөң иң ҡыйыу, тәүәккәл һәм мәғлүмәтле публицистарының береһе ул Салауат Хәмиҙуллин. Хәйер, публицист шулай булырға тейеш тә.
Яңыраҡ ул Санкт-Петербургта “Бөрйәндәр: сығанаҡтар, өйрәнеү тарихы, гипотезалар” тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланы. Ошо уңайҙан арҙаҡлы замандашыбыҙ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.



– Салауат, һөйләшеү башында уҡ тамырҙарың менән танышайыҡ әле. Бөйөк Салауат Хәмиҙуллиндың килеп сығышы ҡасан башланды икән?
– Улай тип әйтмәһәгеҙ ҙә була. Нисектер маҡтауҙарға, ҡаршы һүҙ әйтеүҙәргә лә тыныс ҡарайым. Иң мөһиме – фекер ишетеү ҡыҙыҡлы, әммә эш менән булырға кәрәк. Мин Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуғанмын. Бөтә бала сағым шунда үтте. Ун ете йәшемдә Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инергә килдем. Атайым – Архангел районының Абҙан ауылынан, ҡумрыҡ-табын ырыуынан. Әсәйем ҡала ҡыҙы булһа ла, сығышы менән Стәрлебаш районының Ҡаранай ауылынан. Ҡаранай батыр Моратов бар бит, уның нәҫеленән. Бөрйән ырыуына ҡарай улар. Был районда ошо ырыуға ҡараған берҙән-бер ауыл ул. Батырша ихтилалынан һуң карателдәрҙән ҡасып, ошо яҡтарға килеп урынлашҡандар. Был ерҙәрҙә, меркет-мең улысында припущенник тип иҫәпләнһәләр ҙә, үҙ төбәгендә улар аҫаба башҡорт булып ҡалған.
– Тарих менән ҡыҙыҡ­һыныуың ҡасан башланды?
– Бала саҡтан ҡыҙыҡһындым тарих менән. Грек, рим империялары, мифоло­гияһы хаҡында уҡып, беҙҙең дә ошондай үткәнебеҙ барҙыр бит, тип уйлағаным булды. Үҫмер саҡта барлыҡҡа килгән тәрән ҡыҙыҡһыныуҙарым мине БДУ-ның тарих факультетына алып килде. Ике йыл уҡығандан һуң әрме сафына алдылар. Кире әйләнеп ҡайтыу менән тарих фәне йәшәү рәүешемә әйләнде, тип әйтергә була. Бишенсе курста уҡығанда телевидениеға эшкә килдем һәм уның ҡомарына сумдым.
– Ниндәй ғәскәрҙә хеҙмәт иттең?
– Унда бер ниндәй батырлыҡ ҡылырға насип булманы. Һауа-десант ғәскәрҙәре сафына әҙерләндем. “Десант” мәктәбенә йөрөнөм, парашют спорты буйынса өсөнсө разрядым да бар ине, әммә десантураға ул осорҙа майҙа алып китеүҙәре сәбәпле, июнь буйына сессия тапшырып йөрөп, теләгән ғәскәргә эләгә алманым. Тимер юл ғәскәрҙәре сафын тулыландырҙым. Хәрби күнекмәне Свердловск өлкәһендә үттем, ҡалған хеҙмәт юлын Ленинград өлкәһендә тамамлап ҡуйҙым.
– Телевидениеға сумдым, тинең...
– Студент йылдарында “Истоки” гәзитендә лә эшләп алырға тура килде, онотоп ебәрә яҙғанмын. 1991 йылдан республикабыҙҙың төп телеканалында хеҙмәт юлымды башланым. Төрлө редакцияларҙа эшләнем: “Йәшлек” ижади берекмәһендә, “Башҡортостан яңылыҡ­тары” тапшырыуында, “Ғилем”дә, ижтимағи-сәйәси, танып-белеү һәм тарихи програм­маларҙа етәксе вазифалар башҡарҙым. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, һәр минутымда, сәғәтемдә күңел ҡушыуы буйынса әҙерләнәсәк төп миссияма – тарихи тапшырыуҙар сығарыуға әҙерлек барған, тип иҫәпләйем. Телевидениеға килеүемдең маҡсатын да, йылдар үткәс, үҙем өсөн нарыҡлап ҡуйҙым – халыҡҡа башҡорт тарихын һөйләү.
– Тамашасылар һинең “Тарихи мөхит” тапшырыуҙар серияһын бик ҡыҙыҡһынып, республика телевидение тормошонда рухи революция кеүек ҡабул итте...
– Миңә тиклем телевидениела был хаҡта бер һүҙ ҙә әйтелмәгән, тиергә була. Тарихсы Әнүәр ағай Әсфәндиәров башҡорт шәжәрә­ләре менән таныштырған. Ул беҙгә халыҡ тарихынан тотош бер донъя асып китте.
Тәү мәлдә был темаға эшләп китеүе әллә ни еңел дә булмаған, тип уйлайым хәҙер, сөнки “башҡорт тарихы” тигән һүҙбәйләнеште ишетеү менән коллега­ларҙа аңлашыл­маусанлыҡ тойғоһо уяна торғайны. “Ни өсөн башҡорт тарихы?” – тип һорайҙар. Ә ни өсөн башҡорт тарихы өйрәнелмәҫкә тейеш әле?! Етмәһә, ул өйрәнелгән һәм әле лә өйрәнелә, әммә был хаҡта телевидение аша халыҡҡа еткереүсе юҡ. Башҡортостанда йәшәйбеҙ һәм аҫаба халыҡтың, республиканы барлыҡҡа килтергән милләттең тарихын өйрәнеү – ул кәрәкле эш, тиһәм, “Һин, моғайын, милләтсе!” – тип әйтеүселәр ҙә булды. Беҙ бит Рәсәй тарихын өйрәнәбеҙ, ә ни өсөн Башҡортостан тарихы хаҡында һөйләмәҫкә тейешбеҙ тигән һорауға аныҡ ҡына яуап ишетмәгән саҡтар ҙа булды. Әммә Мәскәү бер көндә төҙөлмәгән кеүек, ниәтләгән маҡсатҡа яйлап килгәнмен.
Башҡорт тарихы тураһында замандаш­тарға еткерергә тейешлегемде, ҡасан да булһа һөйләйәсәгемде белә инем. Ниндәй генә ҡаршылыҡтар булһа ла, эске инанысым эшләргә һәм һайлаған юлдан тайпылмаҫҡа этәрҙе. Этник башҡорттар ғына түгел, Башҡортостанда йәшәгән һәр кемгә ҡыҙыҡлы булыуы ихтимал тарих. Бары тик уны факттарға нигеҙләп, бер ниндәй эмоцияһыҙ, төрлө яҡтан яҡтыртып һөйләү мөһим. Был беҙҙең дөйөм үткәнебеҙ. Башҡортостан тарихы, ихтилалдар, яуҙар хаҡында һөйләгәндә һүҙ тик башҡорт халҡы тураһында ғына ла бармай. Башҡорт ғәскәрҙәре составында башҡа милләт вәкилдәре лә байтаҡ. Беҙ йәшәгән ер бынан бер нисә быуат элек ниндәйерәк булған? Кемдәр бында көн иткән? Башҡортостан телевиде­ниеһын­дағы тарихи йүнәлеште астым һәм үҫеш индерҙем, тип ҡыйыулыҡ менән әйтә алам. Миңә тиклем эшләнгәндәрҙең тапшырыуҙарында фәнни нигеҙ, тәрән фекер етеңкерәмәй. Ә тарих аргументтар, һандар, даталар, мәғлүмәттәр ярата. Етмәһә, уларҙы бергә туплап, тотош бер осорҙоң картинаһын күҙ алдына килте­рергә була.
Билдәле режиссер Әмир Абдразаҡов телевидениела “Кинйә” нәфис фильмын төшөргән. Был – үҙе бер йүнәлеш, ваҡиғаға нәфис әҙәбиәт күҙлегенән бағыу. Ә бына тарихҡа публицист күҙлегенән ҡарау, проблемалы яҡтарҙы күрһәтеү, ҡурҡмайынса ваҡиғаларҙы халыҡҡа еткереү урындағы телевидениеға бөтөнләй ят күренеш булған. Хатта ҡайһы бер етәкселәр “башҡорт ихтилалы” тигән бер һүҙ ишетеп йәки күреп кенә ҡалһа, тапшырыуҙы эфирға сығармай ҙа ҡуя. Шул рәүешле күпме программаларым үҙ сәғәтен көтөп ятты.
– Нимә тип аңлата торғай­нылар һуң “башҡорт ихтилалы” тигән һүҙбәй­лә­неш булған тапшырыуҙарҙы эфирҙан алыуҙы?
– Бер нимә тип тә аңлатмайҙар, бары тик ҡурҡыу­ҙарын ғына күрә торғайным ҡараштарында. “Башҡорт ихтилалы” тигән һүҙбәйләнешле тапшырыуҙарҙы эфирҙан алып ташлау менән улар бит тарих битенән юғалмай. Булған әйберҙе юҡ тип иҫбатларға тырышыуҙың мәғәнәһен бөтөнләй аңламайым. Халыҡ был хаҡта белә, китаптар сығып тора, бары тик киң ҡатламға әүҙемерәк еткерер өсөн телевидение ресурстарын файҙаланыу кәрәк!
Ниндәй генә булһа ла тарих: ҡанлымы ул, шанлымы, данлымы, әммә барыбер ул хаҡта һөйләргә кәрәк. Бер ниндәй эмоцияһыҙ, тип әйткәйнем бит, ана шулай. Американдар индеецтар, уларҙың юҡҡа сығары­лыуы, резервациялар хаҡында тып-тыныс һөйләйҙәр, ана шулай. Булған хәлде йәшереп ҡалып булмай. Беҙ ҡапсыҡта ятмай, ти халыҡ мәҡәле. Шотландияла шотланд халҡының үҙаллылыҡ өсөн көрәше тураһында шул уҡ инглиздәр ҙә, үҙҙәре лә һөйләй, халыҡҡа был хаҡта еткерә. Бының бер ниндәй ҙә яманлығы юҡ, киреһенсә, халыҡ үҙенең үткәнен белеп, тәрән ғорурлыҡ тойғоһо кисерә. Власть быға ҡаршы икән тип уйларға кәрәкмәй. Уны дәүләттең – бер яғына, халыҡты уға ҡапма-ҡаршы яҡҡа ҡуйып ҡарау ҙа дөрөҫ түгел.
– Ә шулай ҙа һәр заманда һөйләргә ярамаған темалар була. Нисек һин рухи кимәлде лә тота белдең, шул уҡ ваҡытта ҡапма-ҡаршылыҡ­тарҙы ла урап үтә алдың?
– Профессионал иң тәү сиратта үҙенең төп маҡсатын билдәләргә бурыслы. Мин башҡорт тарихы хаҡында киң ҡатламға еткерергә теләнем, ә ниндәйҙер ҡаршы­лыҡтар төҙөү, кемдәргәлер ҡаршы сығыу тигән уй булманы, шуға ла телевидениела оҙаҡ йылдар эшләүем үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалманы. Теге йәки был ихтилал хаҡында бер ниндәй хис-тойғоһоҙ һөйләргә була бит: факттарға таянып, пробле­маларҙы асып. Һәр заманға шул дәүер күҙлегенән сығып баһа бирергә кәрәк, ә бөгөнгөнән сығып түгел. Рәсәй дәүләте былай булған, тегеләй эшләгән, тип әйтеү генә аҙ, ғөмүмән, хөкөм сығарыуҙан ҡасырға кәрәк публицистик тапшырыу эшләгәндә. Киреһенсә, автор мәғлүмәт­тәрҙе туплап, тамашасы үҙе тейешле фекергә килерлек картина тыуҙырырға бурыслы.
– Әйтәйек, бер фамилияны ғына атау ҙа тарихты белгән кешелә фекер уятыуы ихтимал бит. Мәҫәлән, Михельсон?
– Эйе, уныһы шулай, тик Михельсонға тиклем башҡарылған эштәр күпкә аяуһыҙыраҡ, күпкә ҡатыраҡ. Башҡалар менән сағыштырғанда, ул мәрхәмәтлерәк. Михельсонды ерле-юҡтан түбән төшөргәндәр, һоҡланғыс генерал, офицер булған ул. Башҡорт халҡына, дөйөм алғанда, ул насарлыҡ ҡылмаған, эйе, Салауат Юлаевҡа ҡаршы һуғышҡан.
Бына ошондай халыҡ тарихына ҡағылышлы тапшырыуҙар эшләйем тигәс, әлбиттә, ҡаршы сыҡҡандар ғына түгел, булған эште юҡ итергә тырышҡандар ҙа табылды. Исемләп әйтеп тормаһам да, был хәлдәр бөтә телевидение хеҙмәткәр­ҙәре алдында барҙы. “Милләтсе” исемен дә тағырға тырыштылар, әммә үҙ позицияң өсөн көрәшергә, уны яҡларға кәрәк. Халыҡ яҙмышы хаҡында һөйләгәндәргә “милләтсе” ярлығын тағыу еңел бит. Ҡайһы берәүҙәр хатта башҡорт халҡы тураһында тапшырыуҙар сығарыуҙы шәхсән үҙенә ҡарата яу асыу тип тә аңланы. Әммә ошо ерҙә йәшәп, булған тарихи материалдарҙы файҙаланып, был хаҡта замандаштарыма һөйләмәһәм, минең тарихсы булыуымдан ни мәғәнә.
– Мәғлүмәттәрҙе ҡайҙан алдың?
– Мин бит профессиональ тарихсы, шуға күрә нимәне ҡайҙан эҙләргә кәрәклеген яҡшы беләм. Архивтарҙан, халыҡ араһында аралашҡанда ла табылып ҡуя ҡайһы бер мәғлүмәт. Иң мөһиме – кешегә ҡыҙыҡлы итеп сценарий яҙып, дөйөм тапшырыуҙы музыкаль яҡтан, картиналар менән байытыу. Беренсе йыл эшләмәйем телевидениела, шуға күрә былар барыһы ла йылдар дауамында тупланған тәжрибә һөҙөмтәһе лә.
– Халыҡтың, зыялыларҙың фекере нисек тарихи тапшы­рыуҙарға ҡарата? Рәхмәт һүҙҙәрен ни рәүешле етке­рәләр?
– Дөрөҫөн әйткәндә, рәхмәт һүҙе ишетмәгән бер көнөм дә юҡ. Ябай тамашасы ла, зыялылар ҙа йыш белдерә ыңғай фекерен. Башҡорт халҡы был тапшырыу­ҙарҙы бик ҡыҙыҡһынып, яратып ҡабул итте. Әммә эш бының менән генә бөтмәй бит әле: эйе, халыҡҡа ошо тапшы­рыуҙарҙың кәрәк икәнлегенә инандым, тик артабан да эҙләнеүҙәрҙе дауам итергә кәрәк. Сәфәрҙәр барышында ла белде­рәләр ыңғай ҡараштарын, тапшырыуҙарға комментарий итеп тә яҙалар, электрон почтаға ла һалалар рәхмәт һүҙҙәрен. Шуныһы иҫтә ҡалған: республиканың билдәле шәхесе бер һөйләм менән генә белдерҙе дөйөм ҡарашты – “Ҡайҙан соҡоп сығарҙың һин был байлыҡты?!” – тине ул. Эшем лайыҡлы баһаланды, шуға күрә минең тарафтан бер ниндәй ризаһыҙлыҡ та, ҡәнәғәтһеҙлек тә юҡ. Былар барыһы ла яңы маҡсаттарға илһамландыра, ҡанатландыра.
– Һиңә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын тапшырғанда: “Хәҙер Оскарға юлланабыҙ!” – тигән юмор аша әйтелгән фекереңдә тәрән мәғәнә лә ята...
– Эш барырға тейеш (көлә). Даими рәүештә хәрәкәт барыуы, яңы ынтылыштар булыуы мөһим, перспективалар, яңы идеялар күп, улар алға әйҙәй. Маҡсат итеп алһаң, һәр нәмәгә өлгәшергә була.
– Ә ҡаршы фекер әйткәндәр булдымы?
– Башҡорт халҡы араһында ундайҙарҙы осратманым. Эйе, теге йәки был тапшырыуҙа автоматик рәүештә бәләкәй генә хата китһә, төҙәтеп шылтыратыусылар булды. Бының бары тик ыңғай маҡсатта эшләнгәне тойолоп тора ине, ә былай башҡорт халҡы бик рәхмәтле булды был тапшырыуҙар өсөн.
Ҡайһы бер башҡа милләт вәкилдәре Башҡортостан тарихы, башҡорт тарихы хаҡында һөйләүҙе шәхесен рәнйетеүгә тиңләне. Был үҙенә күрә ҡоллоҡ психологияһы тип атала. Мин был хаҡта бер нимә лә әйтмәйем, әммә улар башҡорт милләте тураһында һөйләүҙе ауыр ҡабул итә. Мин бит һеҙҙең турала бер һүҙ ҙә һөйләмәнем, тип ҡарайым, әммә улар барыбер риза түгел. Башҡорт халҡының үткәнен үҙҙәре өсөн архив итеп файҙаланғандар ҙа бар. Үҙҙәрендә нимә юҡ, шуны башҡорт тарихынан алалар. Ә беҙ өндәшмәйбеҙ. Матбуғатта, радио-телевидение аша фекерҙе белдерә барырға кәрәк. Яҙыусылар ҙа бер ни әйтмәй. Уларҙың төп маҡсаты әҫәр ижад итеү генә түгел бит, ә киҫкен мәлдәрҙә үҙ фекереңде лә еткерә белеү.
– Башҡорт халҡы борондан йәмғиәттең ғәскәри ҡатламы булған, ти тарихсы Зәкирйән Әминев?
– Төрки ҡағанаты заманынан алып Рәсәй империяһында ла башҡорттар һәр яуҙа ҡатнашҡан. Евразия империяһы сос­тавында башҡорттарҙың һәр саҡ үҙ автономияһы ла булған, улар даими рәүештә ватан өсөн һуғыштарҙа ҡатнашҡан. Эйе, ғәскәри ҡатлам тип атарға булалыр.
– Сәйәсәт – бысраҡ уйын, тиҙәр, әммә башҡорт халҡының данлы улы Зәки Вәлидиҙең исемен юҡҡа сыға­рырға тырышыусылар табылып тора. Һинеңсә, беҙ нисек яуап ҡайтарырға тейешбеҙ?
– Эйе, сәйәсәт – бысраҡ уйын. Кемдер Вәлидиҙең исемен үҙенең шәхси маҡсатында файҙаланырға тырыша. Улар кем дә Вәлиди кем? Бына ошо һорауҙы бирергә тейешбеҙ үҙебеҙгә. “Крестный отец” фильмында герой: “Бер ниндәй шәхсилек тә юҡ, бары тик бизнес”, – ти. Шуның һымаҡ, Вәлидиҙең исемен файҙаланырға тырышыу был. Халыҡ үҙ улын яҡлап, фәнни аргументтар килтереп, йыйын ойошторһа, шунда уҡ саралар күрелер ине. Ә беҙ битарафбыҙ. Халыҡтың, улар араһынан сыҡҡан зыялыларҙың үҙ фекерен белдереүе ул власҡа ҡаршы сығыу тигән һүҙ түгел бит, ә властың иғтибарын нимәгәлер йүнәлтергә тырышыу. Европала, сит илдәрҙә, әйтәйек, помидорға хаҡ өс тингә артһа ла, халыҡ үҙ ҡарашын белдерә һәм власть органдарына был мәғлүмәт барып та етә. Беҙ бер ниндәй сара ла күрмәйенсә, ниндәйҙер һөҙөмтә көтәбеҙ. Был дөрөҫ түгел. Беҙҙең лидер хаҡында теләһә ниндәй тапшырыу сыға, ә беҙ битарафбыҙ. Халыҡтың ҡарашы власть органдарына ла ҡыҙыҡлы булыр ине, сөнки йәмәғәтселек ҡарашын белдермәй тороп, үрҙәгеләр ниндәй ҡарар ҡабул итә алһын?
Оҙаҡламай Башҡортостан автономияһы барлыҡҡа килеүҙең 100 йыллығын байрам итәсәкбеҙ. Ә был датаны Вәлидиҙең исеменән башҡа күҙ алдына килтереүе лә мөмкин түгел.
– Беҙҙә көслө йәмәғәт ойошмаһы бармы?
– Юҡ беҙҙә ундай ойошма. Ул дәүләт власы органдары ҡарамағында булырға тейеш түгел, киреһенсә, йәмәғәт ойошмаһы ағзалары иғәнә түләп, офис булдырып, төрлө ваҡи­ғаларға үҙ ҡарашын белдереп барырға тейеш. Һөйләшеп-килешеүҙәр, заманса дипломатик юлдар менән алдынғы ҡарашлы идеяларҙы тормошҡа ашырырға була. Ирекле ойошманың маҡсаттары ла азат рухлы булыр ине.
– Халыҡ битараф, тинең. Һинеңсә, был нимә менән бәйле?
– Ғөмүмән, Рәсәй халҡына хас был сифат. Беҙҙә етәкселек йәки ситтән берәйһе килеп әйткәнгә, ҡушып эшләткәнгә өйрәнгәндәр. Башҡа илдәрҙә хәлдәр бөтөнләй башҡаса. Юҡ ҡына нәмәгә лә иғтибар итеп, йөҙәр мең кеше йыйылыш ойоштора. Беҙҙә халыҡтың менталитеты шулай. Социаль солидарлыҡ юҡ йәмғиәттә. Ойошоп фекер әйтеүҙе күптәр ваҡытын бушҡа әрәм итеү тип уйлай. Бөгөн ситуация үҙгәрә бара, сөнки теге йәки был өлкәлә йәштәр, тупланып, үҙ фекерен әйтергә тырыша. Заманалар башҡаса, ниндәй ыңғай һөҙөмтәләр бирер, әйтәйек, Мәскәүҙәге йәш быуындың хәрәкәте, ҡарарбыҙ.
– Ошо көндәрҙә Дағстандың баш ҡалаһы Махачкалала башҡорт шәйехе Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсет асылды. Әммә уны ҡайһы бер электрон баҫмаларҙа татар дин әһеле тип яҙып сыҡтылар...
– Мин Дағстандың электрон ресурстарын ҡараным, уларҙа башҡорт та, татар ҙа тип яҙылмаған. Ғәрәп телендә уҡыйым һәм иҫтәлекле таҡтаташында ла милләте күрһә­телмәүен аңланым. Быныһы бер мәсьәлә. Миңә икенсе нәмә аңлашылманы: ни өсөн Баш­ҡортостандың дин әһелдәре был сарала ҡатнашманы? Ни өсөн беҙҙең киң йәмәғәтселек тарафынан фекер әйтеүселәр булманы? Беҙ һаман ситтә ҡала киләбеҙ. Башҡорт Зәйнулла Рәсүлевкә мәсет асалар, был яҡшы, афарин, әммә унда беҙҙең республиканан рәсми вәкил­дәрҙең ҡатнашмауы бөтөнләй аңлашылмай. Һәр нәмәгә үҙебеҙҙең ҡарашты белдереп барырға бурыслыбыҙ. Бигерәк тә милләт бәҫен күтәргән шәхестәргә ҡағылышлы мәсьәләләрҙә.
– Ҡараһаҡалды бер шиғырымда телгә алғайным. Радио эфирында уҡығандан һуң: “Ул бит шпион, провокатор, башҡорт милләтен ҡырыуға дусар иткән кеше, Салауат Юлаев менән бергә уның исемен йәнәш әйтеү гонаһ”, – тип яҙҙылар Интернет селтәрендә. Кем ул Ҡараһаҡал һинең күҙлектән? Ул башҡорт халҡының һуңғы ханы түгелме һуң?
– Әгәр улай тип фекерләй башлаһаҡ, Салауат хаҡында ла күп нәмәләр уйлап сығарырға була. Ни өсөн әле беҙ үткән замандарға бөгөнгөнән сығып баһа бирәбеҙ. Шул мәлдәге йәмғиәт ҡоролошо, сәйәси хәл-ваҡиғалар күҙлегенән сығып фекер йөрөтөргә кәрәк теге йәки был шәхес тураһында. Был хаҡта үрҙә лә әйтеп киткәйнем шикелле. XVIII быуат сиктәрендә Ҡараһаҡал нисек кәрәк булған, шулай эш иткән. Бер ниндәй ҙә шпион да, провокатор ҙа түгел ул. Күсем нәҫеленән һуңғы башҡорт ханы Ҡараһаҡалдың бер генә хатаһы бар: ул халыҡҡа үҙен һуңыраҡ иғлан итә. Бына шул ғына. Алданыраҡ тотонғанда халыҡты ойоштороу эшенә, бәлки, улар был ихтилалда еңеп тә сыҡҡан булыр ине. Ул намаҙ уҡыған, хажға барып ҡайтҡан, заманының күренекле кешеһе булған.
– Башҡорт ир-егеттәренең азатлыҡ өсөн көрәштә йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булыуы тураһында ла әйтәһең тапшырыуҙарыңда?
– Эйе, башҡорт ир-егеттәре аңлы рәүештә азатлыҡ өсөн көрәш юлында йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булған ғына түгел, улар килеп тыуған ваҡиғаларға ҡаршылығын белдергән һәм ирек һөйөүсән асылдары үҙ теләге менән үлемде һайлаған. Ихтилалға күтәрелгән һәр башҡорт сардары, әйтәйек, бының өсөн маҡтамаясаҡтарын белгән, әммә үҙ ниәте менән көрәш юлына, үлемгә ҡаршы сыҡҡан. Әммә был – улар һайлаған юл. Улар башҡаса булдыра алмаған.
– Салауат, тарихта башҡорт батыр­ҙарының һаны бихисап, ә ни сәбәпле тап Салауат Юлаев халыҡ күңеленә шул тиклем инеп ҡалды икән?
– Дөрөҫөн әйткәндә, Пугачев яуы осоронда башҡорт генералдарының һәм полков­никтарының һаны 86 булып китә. Уларҙың һәр береһе Салауат кеүек булған тип әйтмәйем, әммә халыҡты йәлеп итеүҙә, ойоштороуҙа үҙ көсөн, өлөшөн индер­гәндәр. Ҡаранай Моратов, Ҡасҡын Һамаровтарҙың эшмәкәрлеге Салауат­тыҡынан һис кәм булмаған, әммә шағирлығы, әүлиәлеге менән Салауат халыҡ йөрәгенә инеп ҡалған. Мамин-Сибирякты уҡып ҡарағыҙ. Ул XIX быуатта башҡорт дала­ларында йөрөгәндә халыҡ­тың Алдар, Сәйет, Ҡараһаҡал, Салауатҡа арнап йыр сығарыуҙары тураһында яҙа.
Батырҙарҙың барыһы ла, Салауаттан башҡалары, азат ителгән. Шул да халыҡтың Салауатҡа мөхәббәтен арттыр­ған. Ҡаранайҙы, Ҡасҡын­ды ебәргәндәр, ә Салауатты яза­лағандан һуң һөргөнгә оҙатҡандар. Йәш, ярһыу булыуы, сәсәнлеге лә С. Юлаевтың шәхесенә ҡыҙыҡһыныу арттырған.
Йәнә лә бер фактты оноторға ярамай: Екатерина батшабикә үҙе ике тапҡыр Салауатҡа генерал Потемкин аша мөрәжәғәт итә. Нығыраҡ аңлашылһын өсөн шуны ла өҫтәйек: Екатерина ошо рәүешле казак атаманына ла, башҡа ғәскәри етәксегә лә улай мөрәжәғәт итмәгән. Баш­ҡорттарҙың батшабикә алдында үҙ статусы булған. “Баш эй! Ғәфү үтен! Башҡарған эштәреңдән баш тарт!” – ти ул батырға, әммә Салауат дуҫтары менән бер-береһенә биргән антына тоғро ҡала. “Һәр саҡ тынғыһыҙ булырға һәм бер кемгә лә баш эймәҫкә!” Бөтәһен дә ҡаты хөкөм итәләр: казактарҙы, крәҫтиәндәрҙе, татарҙарҙы, сыуаштарҙы, ә башҡорттарҙы батшабикә ғәфү итә. Екатерина өсөн улар өҫтөнлөклө милләт булған. Башҡорт мөхитендә Салауатҡа ҡарата яҡты мөнәсәбәт, мөхәббәт көслө булған. Шул уҡ ваҡытта тотош Рәсәйгә лә уның даны тарала. Пушкин уның хаҡында яҙа. Ул ваҡытта урыҫ әҙәбиәте классигының исемеңде телгә алыуы ҡанунға әйләнә. Тора-бара башҡа әҙиптәр ҙә Салауаттың образына мөрәжәғәт итә. Ошо рәүешле ул милли герой кимәленә күтәрелә. Әммә, яңынан ҡабатлайым, был дәүерҙә башҡорт тарихында башҡорт батырҙары бик күп була. Мәҫәлән, Юламан Ҡушаев Ҡазанды яулап алып яндыра, әммә уның хаҡында халыҡ белеп бөтмәй әле. Ул сығышы менән Арғаяш башҡорттарынан, ҡара табын ырыуынан. Уса эргәһендә Салауат яраланғас, Пугачевтың төп ғәскәрендәге атлыларға Юламан Ҡушаев етәкселек итә. Ҡазанды яулағанда ла башҡорт кавалерияһын ул иң алдан алып бара.
– Профессионал булараҡ, тарихсы­ларҙан кемдәрҙең хеҙмәтен юғары баһалайһың?
– Рәсәйҙә шәп тарихсылар бик күп. Мәҫәлән, Алтын Урҙа тарихын алһаҡ, Вадим Трепавлов уны яҡшы өйрәнгән. Рәсәй тарихсыларын мин объектив булғандары өсөн ихтирам итәм. Сергей Кляшторный, мәҫәлән, боронғо төрки тарихын ентекле өйрәнгән. Яңыраҡ ҡына мәрхүм булып ҡалды. Бик шәп ғалим ине.
Башҡортостан ғалимдарынан Булат Аҙнабаевты билдәләр инем. Ул – беҙҙең алдынғы ҡарашлы фән әһелдәренең береһе. Иң көнүҙәк һорауҙарға яуапты ул эҙләй. Тарихсы ана шулай эшләргә бурыслы.
Әнүәр ағай Әсфәндиәров беҙгә тотош бер донъяны асып китте. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары, шәжәрәләр хаҡында еткерҙе. Марат Ҡолшәрипов башҡорт милли хәрәкәте тарихын һәм З. Вәлидиҙең ошо ваҡиғалағы ролен яҡтыртты. Тарихсы һәр саҡ эҙләнергә, тотош дәүерҙе күҙаллап фекер йөрөтөргә бурыслы.
– “Башҡорт ырыуҙары тарихы” китаптарын сығараһы­ғыҙ...
– Был ҙур хеҙмәттең нигеҙенә тотош башҡорт милләтен күрһәтеү идеяһы һалынған. Төньяҡ-көнбайыш башҡорт­тарын беҙгә кире ҡайтарыу мөһим. Милләтебеҙҙең күпме өлөшө башҡалар иҫәбендә йөрөгән. Филологтар, телселәр нимә әйтер, белмәйем, әммә, тарихсы булараҡ, уларҙың тамырҙарын, шәжәрә­ләрен өйрәнгәндән һуң төньяҡ-көнбайыш диалектын башҡорт әҙәби теле булараҡ ҡабул итергә кәрәк, тигән фекергә килдем. Дәүләт теле түгел, ә әҙәби тел. Башҡорттарҙың ике әҙәби теле булыр ине. Революцияға тиклем телебеҙ төрки тип аталған. Тарихҡа күҙ һалһаң, тап төньяҡ-көнбайыш башҡорттары милләтен һәм телен башҡорт тип күрһәтеп яҙа башлай. Баймаҡ та, Хәйбулла ла түгел. Ғарифулла Кейеков, хәҙерге Тәтешле районы башҡорто: “Бу тач башҡорт теле”, – тип яҙып ҡалдырған. Ул диалектты күтәрергә кәрәк һәм ундағы халыҡ туған теле итеп башҡорт телен күрһәтәсәк. Улар бит башҡорттар. Ә ниңә аңлы рәүештә милләттәштәрҙе ситкә тибергә?
Миҫал килтерәм. Норвегияла, мәҫәлән, әҙәби тел икәү – норвег һәм дат-норвег телдәре, ә дәүләт теле берәү – норвег теле. Халыҡты берләштереү маҡса­тынан, төньяҡ-көнбайыш диа­лектының статусын күтәрергә кәрәк. Уларһыҙ беҙ тулы һанлы милләт була алмайбыҙ. Беҙгә үҙ-ара һөйләшкәндә лә, ниңә башҡортса таҙа һөйләшмәйһең, тип иҫкәрмә эшләүҙе туҡтатырға кәрәк. Асҡын, Ҡариҙел, Тәтешле башҡорттарын ҡайтарып алыу зарур. Уларҙың үҙаңы уянған, хәҙер аныҡ эштәр башҡарыу кәрәк.
– Зәйнулла ишан хаҡын­дағы тапшы­рыуыңда уның суфыйсылыҡ ­эшмәкәрлеге хаҡында тәрән аңлатып һөй­ләйһең. Бындай тапшы­рыуҙар эш­ләргә нимә этәрҙе?
– Халҡыбыҙҙың рухи байлығын нескәрәк тойорға өйрәнергә кәрәк, был – беҙҙең бурысыбыҙ. Халыҡтың күпселеге суфизмдың ни икәнен дә аңлап етмәй. Ҡайһы берәүҙәр хатта шәйех артынан йүгереп йөрөү, уның таяғына тотоноп ҡарау, тип примитив рәүештә аңлай. Суфизм – донъяның асылын нескә һәм киң даирә аңлатҡан философия, Исламдың йөрәге, тиһәк тә дөрөҫ булыр. Бының өсөн китаптар уҡырға кәрәк, кемдәрҙеңдер, бәлки, ҡулына әсбап тотоп ултырырға ла ваҡыты юҡтыр, шуға күрә халҡыбыҙҙың үткәнендәге суфыйсылары хаҡында тамашасыларға етке­реүҙе шәхси бурысым тип һананым. Тәғлимәткә аңла­майынса табыныу – ул дөрөҫ түгел. Салафиттар, ваххабиттар – улар бит юристар. Теге – ярай, был – ярамай, ул – хәләл, был – харам, тип барын бүлә башлайҙар. Беҙҙең рота командиры була торғайны. Ул: “Иптәш һалдаттар, бына һеҙгә Устав. Унда тормошоғоҙҙағы бөтә һорауҙарға ла яуап бар”, – ти торғайны. Уның өсөн Устав – барыһы ла. Был – уның кимәле, шунан артығы уға кәрәкмәй ҙә. Суфизмдың төп мәғәнәһе – был донъяның асылын аңлау, ә ул – Аллаһы Тәғәлә. Бер ҡараһаң, барыһы ла ябай ғына, әммә ошоға тәрәндән аңлап, үҙ йөрәгең менән килеү мөһим. Зәйнулла Рәсүлев быны яҡшы аңлаған һәм тәрән тойған. Беҙгә шул байлыҡты халыҡҡа кире ҡайтарып биреү зарур.
– Изгеләрҙең ҡәберенә зыярат ҡылыуҙы ла төрлөсә аңлатырға тырышалармы?
– Кемдәр донъяны примитив аңлай, улар шулай эшләй. Ҡәберҙәргә барыу – ул һәр кеше өсөн нормаль күренеш, изге бурыс тиергә лә була. Һәр йыл олата­йымдың ҡәберенә барып доға ҡылам, әммә был күренеш мин уға табынам тигәнде аңлатмай бит. Изгеләр ҡәберендә доға ҡылһаң, Улар Аллаһы Тәғәләгә тиҙерәк барып етә тигән ҡараш бар. Бынан әллә ниндәй ҡатмарлы мәғәнәләр эҙләргә, сәйәси дошман күреп, суфыйсыларҙан ғәйеп табырға тырышырға кәрәкмәй.
– Тарихты өйрәнергә теләгән йәш­тәргә ниндәй теләк әйтер инең? Өйрәнел­мәгән темалар етерлек бит?
– Тарихта йәштәргә тотоноп өйрәнергә темалар иҫ киткес күп. Был өлкәгә килеүселәр һирәгәйҙе. Ә өмөт бағлаған йәштәр бөтөнләй икенсе нәмә менән шөғөлләнә. Бик йәл. Мәҫәлән, “Урал батыр” эпосының мифологияһын ғына өйрәнһәң дә, берәй унлаған кеше әллә нисәмә диссертация яҙа алыр ине. Халҡыбыҙҙың тарихы бай, тоторға ла эшләй башларға кәрәк.
Шәхсән үҙемә килгәндә, “Башҡорттар һәм Башҡортостан – ғәрәп, фарси сығанаҡтарында” тигән китап әҙерләйем. “Евразия тарихында – Бөрйәндәр” тигән теманы дауам итәсәкмен.
– “Урал батыр” эпосына тарихсы булараҡ фекереңде ишетке килә.
– “Урал батыр” – ул уникаль ҡомартҡы. Эпостар тарихы хаҡында бер ни ҙә аңламаған ҡайһы бер ғалимдарҙың “уны Мөхәмәтша Буранғолов яҙған” тип әйтеүе көлкө уята. Бик һирәк халыҡтарҙа бар бындай әҫәр. Уның нигеҙендә изге йола тексы ята, бында һис кенә лә шиклән­мәйем. Мөхәмәтша Буранғоловтың Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙән эпосты ни рәүешле яҙып алыуы хаҡындағы материалдар ҙа һаҡлана архивта. Шаман практикаһындағы күренештәр һүрәтләнә унда. Ул һәр образға инеп, көйләп һөйләгән был әҫәрҙе. Һәр береһенең йөҙ-сырайын һүрәт­ләгән, хәрәкәттәрен кәүҙәлән­дергән. Исеме донъяға билдәле мифолог Мирча Элиаде яҙыуынса, мифты үҙең аша үткәреү, кисереү (бигерәк тә донъяның, кешеләрҙең барлыҡҡа килеүе хаҡындағы космогоник мифта), үҙенә күрә фанилыҡтың асылына төшөнәһең һымаҡ килеп сыға, яңынан асаһың кеүек аңлатыла. Мөхәмәтша Буран­ғолов, бәлки, Ғәбит Арғын­баевтың нимә эшләүен аңлап та бөтмәгәндер, әммә бөгөнгө мифологтар быны ғилми телдә аңлатып бирә алыр ине. Йәғни, алда әйткәнемсә, эпосты күңелең аша үткәреү юлы менән фанилыҡтың асылына төшөнөү. Сәсәндәргә лә бит уны кемдер тапшырған. Моғайын, ул әҫәрҙе оҙаҡ ятлағандыр, даими рәүештә телдән-телгә күсереп һөй­ләгәндер. Бына ошо рәүешле был бөйөк эпос беҙҙең көндәргә лә килеп еткән. Хатта исламды ҡабул иткәндән һуң да, ул ана шундай мөҡәддәс әҫәр иҫәбендә булған. Улар бер-береһенә зыян килтермәй. “Урал батыр” – ул ысын мәғәнәһендә боронғо эпос.

Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Риф Габитов
    Риф Габитов от 12.08.2016, 16:07
    ЛАРИСА, ӘҢГМӘҢ ӨСӨН ҘУР РӘХМӘТ! САЛАУАТ ҠУСТЫ ҒӘЛӘМӘТ ШӘП ЕГЕТ!ИҪӘНЛЕК-ҺАЛЫҠ, ИЖАДИ УҢЫШТАР УҒА!

  2. Султанов Зигат Адигамович
    Султанов Зигат Адигамович от 12.08.2016, 17:56
    Хөрмәтле Лариса Абдуллина, күренекле шәхесебеҙҙән интервью алыуығыҙ һәйбәт, әммә шомло Ҡараһаҡал мәсьәләһендә интервью биреүсене үҙегеҙҙе яҡлатыр өсөн файҙаланыуығыҙ насар. Тарих тигән океанды тәүҙә мөмкин тиклем тәрән итеп үҙегеҙгә өйрәнергә кәрәк.

  3. Т.Рәсүл
    Т.Рәсүл от 20.08.2016, 12:24
    Цитата: Султанов Зигат Адигамович
    Хөрмәтле Лариса Абдуллина, күренекле шәхесебеҙҙән интервью алыуығыҙ һәйбәт, әммә шомло Ҡараһаҡал мәсьәләһендә интервью биреүсене үҙегеҙҙе яҡлатыр өсөн файҙаланыуығыҙ насар. Тарих тигән океанды тәүҙә мөмкин тиклем тәрән итеп үҙегеҙгә өйрәнергә кәрәк.


    Йыһат бабай, Ҡараһаҡал тураһында әңгәмәлә һүҙ ҡуҙғатыуҙы, үҙен яҡлатыр өсөн түгел, ә ысынында шундай һүҙҙәрҙе ишеткәс әсенеп, профессионал тарихсы яҙрамында Ҡараһаҡал тураһындағы хаҡ һүҙҙәрҙе халыҡҡа еткерергә теләгәндән, тип аңланым мин. Икенсенән, әгәр шағирә тарихты өйрәнмәһә шундай батырҙарыбыҙ хаҡында, тәрән мәғәнәле шиғырҙар яҙа алыр инеме... Һәр хәлдә үҙемдең бәләкәй аңым менән шуны әйтә алам, күп шағир ағай һәм шағирә апайҙар менән аралашырға тура килгәне бар, һөйләшеп ултыраһың улар менән, өлкән, йәштәре илле-алтмышҡа етеүенә ҡарамаҫтан тарихтың һалмаһын да аңламаған, атай-олатайҙарыбыҙ хаҡында ғөмүмән белмәгән икәндәрен күреп әсенергә тура килде. Ә Лариса Хашимовна менән һөйләшеү үҙе бер кинәнес, тарихты, тарихи Башҡортостаныбыҙ хаҡында күпте белеп ҡалам уның менән аралашыу арҡылы.
    Өсөнсөнән, әңгәмәлә әйтелде бит, үткән заманға бөгөнгөнән сығып баһа биреү дөрөҫ түгел, үткән заманға шул осорҙан сығып ҡарарға кәрәк, тип. Тимәк, заманаһы шулай булған, һәм Ҡараһаҡалды һис тә шомлоға, шпионға, провокаторға һанмайым...Ул - Салауат, Алдар, Күсем, Сәйет, Батырша, Буранбайҙары менән бер рәттән Башҡорт халҡының батыры!

  4. Халиль
    Халиль от 02.09.2016, 15:02
    Ай молодца Салауат дуҫ! һуңғы йылдар аралашып йышыраҡ булмай шул((( Рух-уның өсөн буш һүҙ түгел.






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780