Китап кәштәмдә яңы шиғри йыйынтыҡ үҙенә тәғәйен урынын алды. Ғәҙәтемсә, минең күңел донъяма бер балҡыш булып инер, аҡыл-зиһенемде яңы фекер, һүҙ-гәүһәрҙәр менән байытыр, болоҡһоған мәлдәремдә болоттарҙы таратыр, шатлыҡ-ҡыуаныстар күңел даръяма һыймағанда, шуларҙы уртаҡлашыр шиғыр китабының тәүге биттәренә бағам. Ҡыҙыҡһынып, аннотация тип нарыҡланыр юлдарға күҙ йүгертәм: “...Авторҙың был китабына һуңғы осорҙа ижад ителгән өр-яңы шиғырҙары тупланды. Уларҙа халыҡсанлыҡ та, ихласлыҡ та, донъяны һиҙгер тойоу ҙа бар”. Эйе, был яратып уҡыр китабым, зауыҡ һәм рухи талаптарымды ҡәнәғәтләндерер, донъяны тойор, асылдарын асырға булышыр хазинам минең! Ыҡсым, матур биҙәлешле, аҡһыл-зәңгәр төҫтәрҙән сафлыҡ, йылылыҡ бөркөп торған йыйынтыҡтың (Йомабикә Ильясова. Етегән: – Өфө: Китап, 2015. – 160 бит) уға исем биргән “Етегән” шиғырын ҡат-ҡат уҡыйым:Етегән тигән ете йондоҙ –
Ете һыбайлыһы күктең,
Баш осонан нисә тапҡыр
Һәр төн һайын елеп үттең.
Атта яуға киткәндәрҙең
Һәм зарығып көткәндәрҙең,
Уралым, тип Парижғаса,
Берлинғаса еткәндәрҙең
Һин күктәге маяғымы,
Ҡараңғыла өмөт биргән,
Етегән тигән ете йондоҙ,
Ете бөртөк нурын бүлгән.
Етегән тигән ете йондоҙ –
Ете һыбайлыһы күктең,
Һаҡлар өсөн еребеҙҙе,
Ҡай заманда күккә күстең?..
Етегән йондоҙ хаҡында күпме шиғыр, йыр яҙылған, донъя халыҡтарының ауыҙ-тел хазинаһында күпме риүәйәт ижад ителгән. Бер ҡараһаң, кешелек донъяһы барлыҡҡа килгәндән, әҙәми зат шул донъяны танып-белә башлаған дәүерҙән алып нимә генә яҙылмаған! Тағы ни өҫтәмәк кәрәк? Ә өҫтәйһе, яңыса асаһы мөмкинлектәр бар икән. Уның асылы шунда: һәр ижад кешеһе, милләт вәкиле уны үҙенсә аса, үҙенсә һүрәтләй. Ғалимдар әйтеүенсә, төрлө милләттәр, төрлө этномәҙәниәттәр донъяны үҙ күҙлеге аша таный, баһалай. Заманында аҡыл эйәһе Сократ “Һөйләй башла, һәм мин кемлегеңде әйтәм” тигән! Уға боронғо Рим сәйәсмән-яҙыусыһы Цицерон ҡушылып, беҙҙең эраға тиклем: “Һәр кеше – үҙ эске донъяһының сағылышы. Нисек фекерләй, ул шулай булып ҡала”, – тип аҡыллы һүҙен әйткән.
Ана, бөгөнгөбөҙҙөң күренекле башҡорт шағирәһе, билдәле журналист һәм абруйлы дәүләт эшмәкәре, талымһыҙ йәмәғәтсе Йомабикә Ильясова күнегелгән Етегәнгә тап милли асылыбыҙҙан бағып, кемлегебеҙҙе танытып, күпме тәүарих, шанлы йылдар ауазы, милләт ғорурлығы һәм һыҙланыуҙарын ни бары 16 шиғри юлға һыйҙыра алған. Асылында унда поэмаларға бәрәбәр идея-фекер ята! Аҙ һүҙ менән ғәжәйеп тәрән фекер әйтә белеү, һүҙ – идея, һүҙ – образ, һүҙ – хис-тойғо менән эш итеү – һүҙ оҫтаһының маһирлығы ул. Шуға ла баяғы өйрәнелгән Етегән: “ете йондоҙ – ете һыбайлыһы күктең”; “һин күктәге маяҡ”; “ете бөртөк нур”; “ҡараңғыла өмөт биргән” күк есеменә әүерелә. Һәр береһендә донъяны үҙебеҙсә танып-белеү үҙенсәлеге, атаҡлы “Урал батыр” дәүеренән килмеш милли һыҙат, фекерләү ята, ә шағирә өсөн “халыҡсанлыҡ та, ихласлыҡ та, донъяны һиҙгер тойоу ҙа” күҙгә бәрелеп тора. Был шиғырҙы бер ниндәй арттырыуһыҙ, ҡабартыуһыҙ авторҙың табышы тип әйтеү урынлы. Билдәле булыуынса, ете – донъя халыҡтарының изге һаны. Беҙҙең этномәҙәниәттә лә киң таралған символ-артефакт: йәйғорҙоң ете төҫө, ете көн, йыр-моңдағы ете тауыш, шәжәрәбеҙҙәге ете быуын, ете ырыу, күктең, ерҙең ете ҡаты һ.б. Ете һаны атап кителгән әҫәрҙә стилистик сара булып ҡына ҡалмай, бынамын тигән яңы фекер, тос идея һәм поэтик дөйөмләштереү өлгөһөнә әүерелә. Ниһайәт, яңы йыйынтыҡҡа үҙенсә бер увертюра кеүек яңғыраш ала.
Йомабикә Ильясова ижадын күптән үҙ иткәнмен. Һәр бер яңы йыйынтығын көтөп алыуым да шунандыр. Был ҡыҙыҡһыныу уның хаҡында үҙ фекерҙәрен белдергән ғалим һәм шағирҙарҙың ғәҙел баһаһын да хәтеремдә тота. Мәҫәлән, Мостай Кәрим уның ижады хаҡында: “Йомабикәнең шиғырҙары байтаҡ йылдар инде, уҡыусы булараҡ, күңелемә ҡағылмай үтмәй. Улар яҡты һағышҡа һабыштыра, рухты сафлыҡ менән һуғара. Үҙ тауышы менән үҙ йөрәгендә барын йырлай Ильясова”, – тип яҙҙы. Шағирәнең тәүге осор ижадын фатихалап, Муса Ғәли уның әҫәрҙәрен юғары баһаланы: “Йәшәйештең төрлө миҙгелдәрен татып, түбәндән һәм бейеклектәрҙән бағып, шағирә үҙ-үҙен танырға теләй, кеше булыуҙың асылын юллай. Уй-тойғо тәрәнлектәрен кисеп, космогоник киңлектәр аша шикләнмәй үтеп, беҙгә ғәжәйеп бер шиғриәт килә”.
Академик Ғайса Хөсәйенов: “Йомабикә Ильясованың поэзияһы, нигеҙҙә, медитатив лириканан (лат. meditatio – эмоциональ уйланыу, фекерләү) торған, йәғни тәрән уй-тойғолар, психологик кисерештәр менән һуғарылған ижад. Уның күпселек шиғырҙары фекер тығыҙлығы, хис-тойғолар гаммаһы, тасуири биҙәктәр уйнауы, төҫ-моңдар төрлөлөгө һәм, нигеҙҙә, асыҡ, тапҡыр һүҙ-фразаларға ҡоролошо менән характерлы”, – тине. Ә беҙ, фәҡирегеҙ, ошолайыраҡ фекер йөрөтәбеҙ: “Беҙҙеңсә, Йомабикәнең медитатив лирикаһы донъяны, әйләнә-тирәне, улай ғына ла түгел, Мәңгелек, Ғаләм, Ваҡыт кеүек фәлсәфәүи категорияларҙы фәҡәт хис-тойғоға бәйләп кенә баһаламай, шағирәнең медитацияһы, беренсе сиратта, хис-тойғолар ысулын, эмоционаллекте оҫта файҙаланып, ысынбарлыҡты логик танып-белеүгә, фекерләүгә ынтыла, аҡыл ҡеүәһен егә, икенсе төрлө әйткәндә, донъяны когнитив-концептуаль ҡабул итеүгә ҡайтып ҡала, һөҙөмтәлә, үҙенсә бер синтезлау хасил була. Шулай булғас, бындай лирика “аһ!”тарҙан тормаҫ, уларға фәлсәфәүи фекер ағышы, логик һығымталар тәрәнлеге, уҡыусыны уйландырыу һәм тәьҫирләндереү көсө хас булыр. Әйткәндәрҙән сығып, шағирәнең ижадын тотошлайы менән интеллектуаль лирика, фәлсәфәүи поэзия тип нарыҡларға нигеҙ бар” (Ф. Санъяров. “Нисек барһың, һин минеке, донъя!”, “Ватандаш”, 2012, № 10 – 82 – 88 б.б.).
Ысынлап та, шағирә донъяны, объектив ысынбарлыҡты ниндәй категориялар аша ҡабул итә, ниндәй ҡиммәттәргә таяна, тел һәм поэтик сараларҙың ҡайһыһына өҫтөнлөк бирә һуң? Йомабикә, беҙҙеңсә, донъяны тап үҙенсә асырға ынтыла, тәбиғәттең, һәр миҙгелдең, көндөң, мәлдең сикһеҙ серҙәренә төшөнөргә уҡтала, күргән-кисергәнен йөрәк аша үткәреп, ябай күренештәрҙе моңға сорнай. Донъя тигәнең ғәжәйеп икән дә, уны ҡабул итеүең тәрәнәйгән һайын, офоғоң киңәйгәндән-киңәйә, аҡыл-зиһенең генә етһен! Донъя – йоҙаҡ, асҡысы – белем, ти халҡыбыҙ. Шул йоҙаҡты асмаҡтан, ана ни тиклем уйҙарға, хис-тойғоларға бирелә шағирәбеҙ:
...Донъя миңә яңы яраламы,
Түңкәрелеп, ҡупҡанмы ҡиәмәт,
Селпәрәмә килә табынғаным,
Ни ҡәҙерле миңә, нимә ҡиммәт?
Йомабикә Ильясованың ижади асыштарын даими өйрәнеү, шиғри йыйынтыҡтарын ҡулдан төшөрмәй тигәндәй йәшәүем медитатив лирикаһының төп һыҙаттарын билдәләргә булышлыҡ итмәй ҡалмайҙыр. Шағирәнең “Етегән” исемле сираттағы йыйынтығын ҡулыма алғас, авторҙың күнегелгән лирик медитацияһы тағы ниндәй планда үҫешә, поэзияһында шиғри традицияһы һаҡланамы, ниндәйерәк яңы мотивтар бөрөләнә, фәлсәфәһе ниндәй юҫыҡта тәрәнәйә бара, донъяны үҙенсә танып-белеүҙә аҡыл һәм хис-тойғо синтезы йәшәйме, миҙгелдәр, дәүерҙәр алмашыныуын тәбиғи ҡабул итәме, һағыш-болоҡһоуҙары күңел тетрәнеүҙәренә дусар итмәйме, тигәнерәк уйҙар солғанышында ҡалдым. Ни тиһәң дә, фәлсәфәүи шиғриәтте, интеллектуаль поэзияны “иренең сейә”, “шишмә буйы”, “ҡаҙҙар оса” кеүек ябай күренештәр, ҡалыплашҡан фразалар юҫығында өйрәнеү яҙыҡ, шағирә ижады шул күренештәрҙә Йыһан, Ваҡыт, Мәңгелек менән тығыҙ бәйләнеште, юғары фекерләү ҡеүәһен талап итә. Ул юҡ икән, метафоралар, сағыштырыуҙар, башҡа поэтик символдар серен асмаҫ, йәнеңде арбамаҫ.
Мәшһүр әҙәбиәтсебеҙ Ғайса Хөсәйенов былай ти: “Яҙыусы өсөн бигерәк тә өс нәмә мөһим: тормош һәм рухи биография, характер, талант. Биография үҙ яйы менән барлыҡҡа килә, характер бирелә һәм тәрбиә ителә. Ә талант иһә тәбиғәттең үҙенән килә, тыумыштан бирелә. Ҙур шәхес – ижадҡа нигеҙ”. Шөкөр, был юлдар тап Йомабикә Ильясоваға ҡарата әйтелгән кеүек. Ғалимдар раҫлауынса, яҙыусы биографияһының яртыһы тормошто белеүгә, өйрәнеүгә, донъяны танып-белеүгә китә. “Яҙыусының рухи биографияһы – тормош биографияһына, тәжрибәһенә ҡушылған интеллектуаль, мәҙәни багажы ул, асылда”, – ти Ғайса Хөсәйенов. “Етегән”де уҡып, Йомабикә Ильясова биографияһы менән бер рәттән, башҡорт халҡының шанлы үткәнен һәм бөгөнгөһөн уҡыйһың. Улар айырылғыһыҙ төшөнсәгә әүерелә, беҙҙеңсә, шулар авторҙы ҙур шәхес кимәленә күтәрә. Бына ҡайҙа ул шағирәгә хас халыҡсанлыҡ һәм ихласлыҡ күренештәренең асылы, донъяны һиҙгер тойомлау һәләте!
Йыйынтыҡта “Башҡортостан” исемле шиғыр бар. Буш пафос, яңғырауыҡлы фразалар түгел, ә күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртер, йөрәк елкендерер шағирәнә моңдар һибелә ундағы һәр бер шиғыр юлынан:
...Елдәрендә ҡурай тауышы бар,
Ауазы бар унда ҡумыҙҙың,
Айға менеп баҫҡан Зөһрә ҡыҙы,
Үләнендә тәме ҡымыҙҙың.
Йәки:
...Был тәбиғәт – башҡорт бейеүендә,
Был тәбиғәт – башҡорт көйөндә,
Күпме гүзәллек һәм мөһабәтлек,
Башҡортостан, һинең йөҙөңдә!
Шағирә биографияһы һәм халыҡ, ил яҙмышы бер бөтөн, айырылғыһыҙ булғанда ғына, атайсалыңды ошолай һүрәтләп, уға булған һөйөү-табыныуҙарыңды сағылдырып булалыр. Ихласлыҡ, эскерһеҙлек шулай ярала. Йомабикәне Йомабикә итер йәнә бер ҡиммәт бар, ул – туған тел. “Туған тел” шиғырында шағирә үҙ поэтик стиленә, глобаль фекерләүгә, туған халҡының менталь үҙенсәлектәренә, йәғни ысынбарлыҡты хис-тойғолар ярҙамында тәбиғи ҡабул итеүгә һәм баһалауға тоғро ҡала. Уның шиғриәте тап шул яғы менән алдыра, уҡыусыны таң ҡалдыра. Шиғырҙа һәр строфа күркәм сағыштырыуҙар, логик дөйөмләштереү, рефрен ҡалыбында йомғаҡлана. Шул рәүешле туған телдең ҡөҙрәте баҙыҡ образдар менән теүәл кәүҙәләнә: йөрәгемдә тынмаҫ бер моң икән – был бит минең туған телем үҙе; йөрәк тибешемдә илем икән – был бит минең туған телем үҙе; рухыбыҙға мәңгелек ҡот икән – был бит минең туған телем үҙе; Ватаныбыҙ әүлиәләй зирәк – был бит минең туған телем үҙе; йәшәү, ғүмер сикһеҙ ғәзиз икән – был бит минең туған телем үҙе!
Илһөйәрлек, рухи биографияңдың үҙ халҡыңдан айырылғыһыҙ булыуы кендек ҡаның тамған, тәпәй баҫҡан ғәзиз ереңдән, әсе әрем еҫе аңҡытыр сал далаңдан, тыуған ауылыңдан башлана. Ауылы хаҡында кемдәр генә яҙмаған, үҙ йырында данламаған. Бындай йырҙарҙың хәҙер, һәр кем шағир, һәр кем йырсы булып киткән заманда, теүәл иҫәбе лә юҡтыр. Ә бына Йомабикә Ильясованың өс строфалыҡ “Ауыл” шиғыры бер уҡыуҙан хәтергә уйыла, сөнки бығаса бер кем әйтмәгәнсә, ябай ҙа, күңелгә яҡын да яңы фекер, ихласлыҡ, тап халыҡ һөйләгәнсә яңғырашлы күркәм тел аҡыл-зиһенде арбай, этномәҙәни күренеш һоҡландыра:
Һәр бер шаҡыуға ул ишек аса,
Аса төнөн, аса көндөҙөн,
Сәйен яһай, балын-майын ҡуя
Һәм һорамай кемдең кемлеген.
...Табынам мин тик ошо яҡшылыҡҡа,
Ниндәй ябай уның үлсәме:
Ҡунаҡ ҡына түгел, дошманға ла
Һөйөү аша һөйөү күскәне.
Халҡыбыҙҙың күңел ихласлығына, ҡунаҡсыллығына, рухи байлығына бер мәҙхиә түгелме был шиғыр?! Фекер тығыҙлығы, образдар теүәллеге, һүҙ-гәүһәрҙәр балҡышы, тәрән фәлсәфәүи йөкмәткеле булыуы хәҙерге башҡорт поэзияһының кимәлен билдәләр камил художестволы әҫәр тип таныта. Һәр хәлдә, мин шәхсән шуға инанамын. Һүҙемә ҡеүәт булһын тип, халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың бик урынлы һүҙҙәрен иҫкә төшөрәм: “Ижадта бәғзеләр тел стихияһынан уҙа алмай. Ғәжәп стилист, теле бай, ә бына фекер һай. Иң мөһиме – уй стихияһы!” Ни эшләтәһең уны – шиғыр бит ул йә була, йә юҡ. Йомабикә уның булырҙайын ғына яҙа, халыҡҡа сығара. Нисек ижад итеүен үҙенән ишетеп беләм. Зәргәр, аҫыл таштың, алтын-көмөштөң һәр ҡыры, мөйөш-һыры балҡып китмәй тороп, үҙ эшенән айырылмағандай, шағирә лә һәр һүҙ, фраза, һөйләм балҡып китмәйенсә, әҫәрҙе үҙе камил килеш ятлап алмайынса, ижад ҡомарынан, ғазап-шатлыҡтарынан айырыла алмай. Ихлас шағирә бына нимә ти:
Шиғыр яҙмайым һан өсөн,
Шиғыр яҙмайым дан өсөн,
Яҙам уны күңел өсөн,
Күңелемдең күге өсөн.
Яҙам уны былай ғына,
Яҙмай йәшәп булмай ғына.
Ни эшләтәһең уны – шиғыр бит ул! Әлбиттә, күпмелер дәрәжәлә Рәми Ғарипов, Ирек Кинйәбулатовтарҙың моң-ауаздары ишетелеп ҡалғандай, әммә мин Йомабикәнең дә эске донъяһын, үҙ стихияһын, характерын асыҡ тойомлайым. Рауил Бикбаев хаҡлы: “Осраҡлы шиғыр табыу ғына етмәй, улар бер епкә теҙелһен, һинең принциптарыңа нигеҙләнһен, ҡарашыңды асһын”. Булмаһа, беҙ ҙә, “Етегән” йыйынтығына таянып, күренекле шағирә Йомабикә Ильясованың ижад принциптарын, ҡарашын, характер һәм талант асылын артабан байҡайыҡ.
Хәҙерге әҙәбиәт ғилемендә тикшеренеүселәр әҙәби әҫәрҙең эстетик энергияһына иғтибарҙы көсәйтә. “Әҙәби әҫәр, – ти академик Фәрит Хәтипов, – ул – һүҙ ярҙамында әҙип тарафынан төҙөлгән айырым донъя. Шуны төҙөү барышында сәнғәт әһеле биниһая күп, ҡайнар рухи энергияһын һала. Һәм ошо ҡеүәт эстетик ҡөҙрәткә күсә, әҙиптең ижад егәре эстетик энергияға әүерелә”. Йомабикә Ильясованың яңы шиғырҙар йыйынтығы башлыса өсәр-дүртәр йә бер-ике строфалы шиғырҙарҙан төҙөлгән. Күп кенә әҫәрҙәргә теүәл атамалар ҙа бирелмәгән. Беҙ бынан шағирәнең уй-стихия киңлеген, ижадта ҡыҫҡалыҡҡа ынтылыуын күрәбеҙ, ә ҡыҫҡалыҡ, кем әйтмешләй, таланттың һеңлеһе. Күләме яғынан ҙур булмаған әҫәргә эстетик энергия һалыр өсөн ни тиклем оҫталыҡ, фекер тығыҙлығы, үтә сағыу образдар, сатнап торған һүҙ – хис-тойғо һалыу, “һүҙҙәрҙе яңыса балҡыта, яңыса ҡуша, ут сығарғансы сәкәштерә белеү” (Р. Бикбаев) кәрәк. Йомабикә Ильясованың “Бабичҡа” шиғырының һуңғы строфаһында мин ана шул “ут сығарғансы сәкәштерә белеү” маһирлығын күрәм:
...Быуат үтте. Уның һымаҡ
Шағир, бәлки, тыумаҫ ҡабат,
Бабич йәшәй күңелдәрҙә
Булып набат, булып һабаҡ.
Күренеүенсә, шиғырҙағы “быуат”, “һымаҡ”, “набат” һәм “һабаҡ” һүҙҙәре эске рифма функцияһын ғына үтәп ҡалмай, ә көслө ритм, эске ҡөҙрәт – эстетик энергетика сараһы ла булып тора. Уй-фекер стихияһы уҡыусыны һиҫкәндереп ебәрә, күҙ алдынан ҡанлы-шанлы йылдар йәшен тиҙлегендә үтә, “ҡанһыраған яраларҙан”, “рухы мәңге азат”, “алға әйҙәүсе зат” – Бабичыбыҙ образы балҡый. “Үлгән шағир йәшәмәй, тип”, әйтеп ҡара! Шәхси һыҙат, көслө ихтыяр, характер һәм талант эстетик энергетикалы әҫәрҙәр ижад итеүгә булышлыҡ итәлер ул. Шағирә әйтмешләй: “...Тик мәңгелек кенә аңлай: |дөрөҫлөк тик берәү түгел, |уны тойор өсөн кәрәк| зирәк аҡыл, һиҙгер күңел”.
Алда уҡ әйтеп үтеүебеҙсә, Йомабикә Ильясова ижады донъяны танып-белеүгә, ысынбарлыҡты ҡабул итеүгә ҡоролған, ә был логик фекерләүгә, уның менән йәнәш йәшәр хис-тойғо юлы ярҙамында аңлауға һәм баһалауға бәйле. Лингвомәҙәниәттә уларҙы, ғилми телдә әйтһәк, когнитив-концептуаль һәм эмоциональ-баһалау категориялары тип нарыҡлайҙар. Шиғриәтендә аҡыл һәм хис-тойғоно автор уңышлы файҙалана, ошо ысулдар үҙ-ара үрелеп бара – былары шағирәнең фекерләү һәм стиль үҙенсәлеге. Фекеребеҙҙе шиғри өлгөләр менән нығытып ҡуйыу хәйерле:
Һүрәнәйеп барған йәйгә ҡарап,
Өҙгөләнеп ҡуя күңелем:
Гел йәй төҫлө булғы килә лә бит,
Йәй түгелмен инде, түгелмен...
Үткән хатта елдең ҡайнарлығы,
Еләҫерәк иҫә, һалҡынса...
Йылдар үтеү менән, беҙ донъяны
Ҡабул итәбеҙ шул барынса.
Эйе, ысынбарлыҡ аңыбыҙҙан тыш йәшәй, ул бары кеше аңында сағыла ғына, ассоциациялана. Шағирә шуның эстетик асылын күрергә, үҙ энергетикаһы аша уҡыусыһы йөрәгенә еткерергә бурыслы: Тәбиғәткә кәрәкмәй һүҙ, | ул – үҙ асылында, | бөйөклөк дәлилдәр көтмәй | оло аҡылына.
Йомабикә Ильясова шиғриәте мине донъяны, тәбиғәтте аңларға, асылдарын асырға ынтылыуы менән арбай. Үтә ябай күренештәр, юҡты бар итеү уға ят. Донъяның беҙ белеп тә, аңлап та етмәгән биниһая серҙәре бар, шул йомғаҡты сисә, кешеләргә еткерә, үтә ҡырыҫ бөгөнгөбөҙҙә күңелдәргә өмөт сатҡылары һибә, шиғриәте “етегәндең ете нурылай” балҡып китә. Юҡҡа тыуамы ошондайын шиғри юлдар:
Һәр килгән йыл бер алдатҡыс кеүек
Йәшерергә инде үткәнен,
Һис туҡтамай донъя дауам итә
Мәңгелектән килгән үлсәмен.
Бер көнөмә барса йәшәү һыя,
Күпме быуын миңә тоташҡан,
Ваҡыт сылбырҙарын ялғаған да,
Нисәмә йән күккә олғашҡан.
Тағы бер таң тыуа. Унан ҡояш
Көндөң үҙәгенә артылыр,
Һәм ҡояшҡа гөлдәр генә түгел,
Өр – яңы бер ғүмер тартылыр!
(“Ғүмер”)
Афарин, Йомабикә! Шиғриәт тә “мәңгелектән килгән үлсәмдәр” менән йәшәй, ә ысын ижадсы яҙмышына “ваҡыт сылбырҙарын ялғай”, “бер көнөнә барса йәшәү һыя”, “күпме быуын уға тоташа”, күрәһең, бөйөклөктөң дә үлсәмдәре шулайҙыр. Муса Ғәли заманында автор хаҡында “космогоник киңлектәр аша шикләнмәй үтеп, беҙгә ғәжәйеп бер яңы шиғриәт килә”, – тип яҙғайны. “Етегән”дә шағирә үҙ кредоһына, ижад ысулдарына тоғро ҡала: ерҙәге ҡәҙимге күренеш – ваҡиғалар менән йәшәмәй, ә уй-хыялы, фантазияһы сикһеҙ Ғаләмгә, Йыһанға, Ай-Ҡояшҡа ынтыла. Бабич, Рәшит Назаров, Рәми Ғарипов ижадында улар йыш ҡабатлана бит. Шағирә халҡыбыҙҙың төпкөл аңында тотороҡло йәшәп килгән космогоник ҡараштарына таяна, Мәңгелектең бөтмәҫ серен, йәшәйеш ҡанундарын Ғаләмдән эҙләй. Хыялға ҡоролған әҫәр күпкә күркәмерәк, эмоциональ тәьҫирлерәк булыусан. Һүҙ сәнғәтенең бар көсө шунда (Ғайса Хөсәйенов). Медитатив лириканың асылы ла шул түгелме?! Икенсенән, Ваҡыт, Мәңгелек кеүек төшөнсәләрҙең асылы-сере сикһеҙ Йыһан менән үлсәнә торғандыр.
...Һәр бер әйләнеше Ерҙең –
Яңы урын ғаләмдәрҙә,
Һәр бер тын алышы менән
Көнө үтә әҙәмдең дә.
Йыһан – Тәбиғәт – Кеше мөнәсәбәте – Мәңгелектең сикһеҙ сылбыры, йәшәйештең өҙлөкһөҙ дауамы – шулай булған һәм буласаҡ. Шуны тоя һиҙгер күңелле, зиһенле шағирә. Улар, үҙ сиратында, ҡабатланмаҫ шиғри сәйләндәргә теҙелә: ...күктең йөҙө һыуҙа сағылғанда,| һап-һай йылға даръяларға оҡшаш; ...һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, |беләм, миҙгелдәргә миҙгел ялғанған; ...мәңгелек һиллек боҙола,| мәңгелек ҡарғыш яҙыла; ...тик бер генә төҫтә түгел| миҙгелдәр ағышы ла; ...минут ҡына үтте: тиккә түгел,| мәңгелектең ҡосағына күсте,| ҡомһоҙ бушлыҡҡа мәл китте һ.б.
Яңы йыйынтыҡтағы байтаҡ ҡына әҫәрҙәрҙе бер йүнәлештә туплау өсөнмө, шағирә көҙ миҙгелен һайлаған, йәғни авторҙың уй стихияһы ошо миҙгелдең төҫ-йәмдәрен кеше булмышы, үҙ яҙмышы менән бәйләй. Көҙ – көҙ инде: тәбиғәт тә, кеше үҙе лә бөтмөр, эшһөйәр булһа, муллыҡҡа, уңышҡа ирешә. Шағирәнең көҙө лә “Етегән”е менән тос уңышты, ижади муллыҡты сағылдыра кеүек. Был уңышты беҙ автор характерындағы яңы һыҙаттарҙы асыуҙа күрәбеҙ. Дала ҡыҙы ана ни тип яҙа, эске донъяһын асып һала:
Мин иларға күптән яратмайым,
Өнһөҙ янам тыуған далам кеүек.
Өйөрөнә ауырлығын һалмай,
Үҙ яраһын үҙе ялай кейек...
Был юлдар һис бер аңлатыу-комментарийҙарға, интерпретацияға мохтаж түгел. Саялыҡ та, ғорурлыҡ та, бөгөлмәҫ рух та ярылып ята. Уны ижад итеү өсөн шағирәләге рухи биография, характер һәм талант кәрәк. Тап шундайҙар һалҡыная барған донъяла үҙ халҡының яҙмышы, шәхес яҙмышы менән борсолоп йәшәй: йәйҙәрҙән һуң килгән көҙҙәр төҫлө,| үҙгәрә бит кеше үҙе лә,| һалҡыная барған был донъяла | еңел генә түгел күңелгә... Ошо юҫыҡтағы уйланыуҙары шиғырҙарында тағы конкретлаша төшә:
...Ҡояш менән ямғыр иркәләүҙән
Ҡыяҡ һуҙа сабый үҫенте,
Мең тойғоло көнөм булмағанда,
Шытмаҫ орлоҡ тоям үҙемде.
Гелән генә юғары төшөнсәләр, мәңгелек ҡиммәттәр менән һуғарылған Й. Ильясова шиғриәтендә мөхәббәт тә шундай юғарылыҡта художестволы кәүҙәләнеш таба, шуға ла мөхәббәт лирикаһында уға үтә ябайлыҡ, бер төрлөлөк хас түгел, үҙенең фәлсәфәүи асылы менән ҡиммәт ул. Тамсыла ҡояш сағылғандай, мөхәббәт темаһына арналған әҫәрҙәрҙә донъя үҙе асыҡ кәүҙәләнә:
...Тыуыр көнгә әйт һин сәләмеңде,
Ҡыйылып та атһын йәйге таң,
Бар донъяны үҙең иткән өсөн
Мин бит һине ихлас яратам.
Һәм:
...Беҙ икебеҙ һинең менән оҡшаш,
Һыуыҡтарҙан ҡурҡыу ят беҙгә,
Ниндәй ҡыйынлыҡтар кисерһәк тә,
Сәскә булыр көс бар был ерҙә!
Шағирә үҙенең яңы китабында донъяны танып-белеүҙә, уны художестволы үҙләштереүҙә өр-яңы баҫҡысҡа күтәрелә барыуын танытты. Мәҫәлән, күнегелгән башҡорт халыҡ шиғырындағы строфика яңысараҡ үҫеш ала. Ғәҙәттә, беҙҙең шиғриәт поэтик параллелизмға тартыла, йәнәшәлек, сағыштырыуҙар ошо йүнәлештә ҡулланыла. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, Йомабикә Ильясова строфаһында тәүге юлдарҙағы тәбиғәт, ә һуңғыһында кеше донъяһы айырым күҙәтелмәй. Ошо ике күренеште, минеңсә, шағирә оригиналь берләштереү оҫталығына эйә. Был уның шиғриәтендәге логик эҙмә-эҙлелек. Шуға ла ундағы пунктуация ла башҡасараҡ. Беҙ быны авторҙың табышы, шиғриәтенең үҫә барыу күренеше, тип таныйбыҙ.
Йәнә яңы китабында шағирәнең артабан да эҙләнеүе, яңы формалар, образдар, тел берәмектәренә заманса ҡараш, уларҙы үҙләштереү һиҙелә. Мәҫәлән: Ҡыйын саҡта йылмаймаҫҡа ҡайғым минең иреклеме? Гел бер төрлө балҡыр өсөн мин түгел бер реклама. Әйтәйек, Рауил Фәйзуллин, Рәдиф Ғаташ, Әхмәр Үтәбай, Азамат Юлдашбаев шиғриәтендә бындай күренеш бөгөнгө уҡыусы тарафынан ыңғай ҡабул ителде. Шулай итеп, беҙ махсус рәүештә эҙләнеүҙәребеҙҙе Йомабикә Ильясова шиғырҙарының тел һәм стиль үҙенсәлеген, ундағы һүҙ формаларының стилистик үҙенсәлектәрен барлауға йүнәлтмәнек. Шиғыр һөйөүселәр уның һүҙгә, шиғыр төҙөлөшөнә, рифмаларға үтә яуаплы ҡарауына күнегеп бөткән. Был тәбиғи, сөнки автор халыҡса фекерләй, башҡорт кешеһе булып уйлай һәм яҙа, үҙ халҡының талантлы шағирәһе, абруйлы шәхесе башҡаса булдыра алмай. Уның таланты юғары, кимәле бейек. Назар Нәжми һүҙҙәре менән әйтһәк: “Талант – ул кимәл, юғары кимәл. Ижадсының үҙенә булған талап кимәле, табыш кимәле, шул табышыңды еренә еткереүҙәге иң юғары кимәл”. Шөкөр, ошо кимәлеңдән төшөргә яҙмаһын, шағирә.
Йомабикә Ильясованың “Етегән” исемле яңы китабының республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителеүен хуплап ҡаршы алдым. Шағирә ижады халыҡ яҙмышы, республикабыҙ тарихы һәм бөгөнгөһө, тел һәм туған мәҙәниәт яҙмышы менән тығыҙ бәйләнгән. Донъяны һиҙгер тойоусы, ихлас һәм халыҡсан ижадтың башҡаса булыуы мөмкин түгел. Юғары кимәлдәге эшмәкәрлектең юғары баһаға лайыҡ булыуы, минеңсә, тәбиғи.
Фәнзил САНЪЯРОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты доценты, филология фәндәре кандидаты.