Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙ өйөңдә генә – үҙ көйөң
Үҙ өйөңдә генә – үҙ көйөң
Боронғо Башҡорт иле бүлгелән­гәндән һуң, башҡорттарҙың байтаҡ өлөшө республиканан ситтә, башҡа өлкәләрҙә тороп ҡала. Ырымбур, Силәбе, Төмән, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Свердловск, Пермь, Татарстан башҡорттары тип йөрөтәбеҙ уларҙы. Ошо тарафтарҙан беҙҙә байтаҡ башҡорт егеттәре һәм ҡыҙҙары уҡый һәм Башҡортостанда тороп ҡалыу­сылар ҙа күп.
Элегерәк ул яҡтарҙан килгән башҡорттарҙың теле лә, моңо ла саф килеш һаҡланған ине. Беҙҙең менән бергә Ырымбур өлкәһенән Вил Бәхтейәров, Урал Нәҙерғолов тигән егеттәр уҡыны. Вил үҙенең ҡартатаһы Сәлихйән уҙаман тураһында ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һөйләй торғайны. Ырымбур өлкәһендә йәшәгән немецтар уны “башҡорт Мичурины” тип йөрөткән. Уның үҙенсәлекле тәрбиә алымдары ла булған.
Мин университетты тамамлап, халҡыбыҙҙың тәрбиә алымдары менән ныҡлап ҡыҙыҡһына, бөртөкләп тигәндәй “тормош һабаҡтары” туплай башлағас, был ҡарт тураһында иҫкә төшөрҙөм һәм Вил Шәйҙулла улының ҡустыһы – башҡорт егеттәре араһында иң беренселәрҙән булып эшҡыуарлыҡҡа тотонған егет Нилдән уның хаҡында ентекләп һораштым. Үкенес, курста­шыбыҙ, ир-уҙаман Вил Бәхтейәров бик иртә донъя ҡуйҙы.
Нил Шәйҙулла улы боронғо Башҡорт иленә ҡараған, аҙаҡ Ырымбур өлкәһе итеп бүленгән Красногвардейский районының Бәхтейәр ауылында тыуған. Уның тарихы бик тәрән быуаттарға барып тоташа. Бәхтейәр ҡарт нигеҙ һалған уға. Нилдең атаһы ла, әсәһе лә — Бәхтейәр ҡарт нәҫеленән. Башҡорттарҙа ете быуын айырылмайынса туғанлыҡ ебе өҙөлмәй, бауыр башҡаланмай, тигәндәр. Ҡарттар быны яҡшы белгән. Ә Шәйҙулла менән Сәлихйәндең иҫәпләүенсә, ете быуын ғынамы ни?! “Ҡайҙа һуң борон-борондан алып барылған шәжәрәләр?” – тигән үкенес кенә ҡала. Дингә ҡаршы яу асылғанда, дини китаптар менән тотош шәжәрәләрҙе лә үртәгәндәр бит заманында.
“Бына хәҙер туған-тыумасаны эшкә ҡушып, хәтер ептәремде тағатып атай-олатайҙар быуынының йәшәйешен тергеҙеп ҡарайым. Тарих бит ул. Беҙҙең ауыл, туғандарым тарихы ғына түгел, тотош халыҡ тарихы ҡорола ошондай айырым нәҫел яҙмышынан.
Йыш уйланам мин. Ҡайҙан килгән миңә ундай хисле булыу, тип тә ҡуям ҡайһы саҡта. Ҡайҙан булһын инде? Атай-әсәйҙән, ҡартатай-өләсәйҙәрҙән... Халҡыбыҙҙан... Халҡыбыҙ, ғөмүмән, уйсан бит беҙҙең, фекерләүсән, хыялдарға бирелеүсән. Улай ғынамы ни? Шул уй-фекерҙәрен рифмалап, моңға һалып, һуҙып-һуҙып йырлап ебәреүсән. Шуға ла иҫ китмәле бай уның ижады. Йыры, ҡобайыры, мөнәжәте, бәйете, таҡмаҡтары, һамаҡлауҙары – ғәжәп инде! “Башҡорт халыҡ ижады” тигән китаптар тиҫтәләгән том бит.
Мин – ошо шиғри күңелле халыҡтың улымын. Шуға хистәргә бирелеп китеп ҡулыма гармун алам да Туҡ буйҙарында сығарылған йырҙарҙы йырлай башлайым. Ярай әле аяҡтарым ерҙә, тип ҡуям ҡыуанып. Аңлатайым әле. Мин бәләкәйҙән летчик булырға хыялландым. Өфө авиация институтына уҡырға индем. Әгәр медицина комиссияһы аша үтеп, летчик булып китһәм... Ни тиһәм дә, хыял хыял булып ҡалды, мин эшҡыуарлыҡты һайланым. Үҙемсә йәшәге, ниҙер башҡарғы килде. Инәйемдең (беҙҙең яҡта әсәйҙе “инәй” тиҙәр) атаһы Сәлихйән ҡартатайымдың фиғеле тартҡандыр. Уйлап ҡараһаң, булған бит башҡортта ир-уҙамандар. Ай-һай, күпме аҡыл, күпме ғилем киткән улар менән. Хәтерҙә ҡалғандарын булһа ла яҙып ҡалдырырға кәрәк. Халҡыбыҙ аҡылы бит ул, тормош тәжрибәһе, тормош һабаҡтары.
Сәлихйән ҡартатайымдан башлайым әле.
...Йәшәне Сәлихйән ҡартатай! Гөл итеп тотто донъяһын. Йөҙөп йөрөп эшләне лә, рәхәтләнеп йәшәне лә. Ҡайҙан килгәндер уға был аҡыл, был ғилем, тип аптырап ҡуям. Беҙгә өйрәтергә тырышып ҡараны бит ул. “Зиһенегеҙгә һеңдерә барығыҙ мин әйткәндәрҙе, мыйығығыҙға урағыҙ”, — тигән булыр ине. Ә беҙ ни: “Булмаған мыйыҡтың ниһенә урайһың уны?” – тиер инек. Бәләкәй булғанмын. Ул белгәндәрҙе, ул өйрәткәндәрҙе яҙып алырға кәрәк булған да бит... Ҡартатайым фани донъя менән хушлашҡанда, миңә ун бер йәш кенә булған шул. Ул саҡта кемдең кем икәнен, ни менән йәшәгәнен, ни белгәнен уйлап ҡарайһыңмы ни?!
Беҙҙең Бәхтейәр ауылы йәмле Туҡ буйында. Ғәжәп йәмле була торғайны тирә-яғы. Туҡ буйҙарын маҡтап юҡтан ғына бихисап йыр сығарылмаған инде. Башҡорт белмәй ултырмаған йылға ҡыҙырып. Уның саф һыуын һыулаған, буйҙарының йәменә һоҡланып йырға һалған, дала ҡылғаны утлаған бейә ҡымыҙы һемергән. Шулай йәшәгән беҙҙең ҡарттар.
Был яҡтарға борондан төпләнгән бит башҡорттар. Сәйәхәтсе Ибн-Фаҙлан 921 йылда уҡ Туҡ-Соран буйҙарында башҡорттар йәшәгәнлеген яҙып ҡалдырған. Ә сәйәхәтсе килгәнгә тиклем күпме йәшәгәндер атай-олатайҙар, күпме йыр ижад ителгәндер – уныһы билдәһеҙ.
Йыр тигәндәй, беҙҙең яҡта үҙен­сәлекле моң, Туҡ йылғаһындай бихисап бөгөлөштәр менән башҡарылған әллә күпме йырҙар бар. Шуларҙы дөрөҫ итеп башҡарыусылар юҡ хисабында хәҙер. Һүҙ ыңғайында әйтеп китәйем: Вил ағайым дуҫына – Башҡорт дәүләт университеты профессоры Камил Абдрахман улы Вәлиевкә Туҡ-Соран йырҙарын байтаҡ өйрәткәйне. Уның яҙмалары бар радио фондында. Ул бына дөрөҫ йырлай ине беҙҙең яҡ йырҙарын! Инәйем “Туҡ буйҡайҙары” тигән йыр йырлай торғайны. Бәләкәй генә булһам да, шуны тыңлаһам, күҙҙәргә йәш төйөлә торғайны. Әле лә ҡолаҡта сыңлап тора.

Туҡ буй(ы)ҡайҙары, ай, бүтәгә,
Ат тояҡҡайҙарын күтәрә.
Йыр йырлауы беҙгә тәсбих түгел,
Йыр йырлауы күңел күтәрә.

Туҡ буй(ы)ҡайҙары, ай, туҡ, тиҙәр,
Туҡ һыуындай һыуҙар юҡ, тиҙәр.
Туҡ буйында үҫкән егеттәрҙе
Һайлап алған һаҙаҡ-уҡ тиҙәр.

Мин гармунда уйнап өйрәнһәм дә, әллә ниңә йырға барымым булманы. Былай үҙем өсөн моңланып алам. Ә ниндәй башҡорт йырламай икән? Вил ағайым йырлай ине. Скрипкала ла уйнаны. Моңло уйнай ине. Тыңлаған саҡта тотош тән зымбырлап китер ине. Әйтерһең, ул скрипка ҡылында түгел, ә һинең йөрәгең ҡылдарында уйнай... Ә мандолинала нисегерәк сиртә ине! Бейеү көйҙәрен сирткәндә, бейергә төшкөһө килмәгән кеше булмағандыр. Инәйемдән ҡалғандыр. Ул да мандолинала шәп уйнай торғайны.
Ырымбур яғы көйҙәре оҙон түгел. Бына моңландырып тороп ебәргән бөгөлөштәре ғәжәп инде. Күптәр улайтып йырлай алмай, тура ғына һуҙа ла ҡуя. Улай йырҙың тәме юғала. Һүҙҙәрен дә үҙгәртәләр. Вил ағай ҡап-ҡара ҡабарып торған сәстәрен артҡа һыпырып һала ла башын ҡырыныраҡ һалып “Шәл-яулыҡ”ты һуҙа торғайны:

Шәл-яулығың ябынғанһың, дуҫҡайым,
Маңлай сәсең ҡалдырып.
Аттарым төшмәй шишмәгә лә,
Һыуы һалҡын эсмәгә.
Мин киткән яҡҡа ҡарарһың, дуҫҡайым,
Күҙҙәреңде талдырып.
Аттарым төшмәй йылғаға,
Һыуҙары һалҡын булғанға.

Нота буйынса белеп түгел, тойоп йырларға кәрәк шул башҡорттоң моңло көйҙәрен. “Зөбәйҙә”нең ниндәй матур һүҙҙәрен төшөрөп ҡалдыралар.

Зөбәйҙә... Һылыуым илай ҙа,
Алма тәгәрәтеп уйнай ҙа ла,
Йән һөйгәнен һағынып илай ҙа, — тигән ҡушымтаһы бар бит уның.
Соранларға таш ташланым,
Кәйелеп китте батманы, Зөбәйҙә.
Һиңә оҡшатып гөл ултырттым,
Ул да сәскә атманы, Зөбәйҙә.

Вил ағайым уҡытыусы булды. Күпме бала күңелендә яҡты нур ҡалдырҙы. Мине ағайыма оҡшаталар ҙа уны хәтергә алалар. Уның тураһында һөйләгәндә күҙҙәрендә йәш мөлдөрәй уларҙың. Аҙ ғына ғүмерендә кеше күңеленә шундай йылылыҡ бөркөп китерлек ниндәй һөйкөмлөлөк булғандыр унда... Ысын уҡытыусы һәләте. Уҡыусыларының һәр береһенә айырым шәхес итеп ҡараны ул. “Уҡыусылар” тигән дөйөм төшөнсә юҡ ине уның өсөн. Һәр бала – шәхес...
Ырымбур өлкәһе киң, ҙур бит ул. Башҡорт ерҙәрен уйып-уйып барлыҡҡа килтерелгән. Башҡортостандың тотош сиге буйлап һуҙылған. Башҡорттарҙы ҡаҙаҡтарҙан айырып тотоу сәйәсәте тормошҡа ашырылған.
Ошо һуҙылып ятҡан Ырымбурҙың төрлө тарафтарынан Өфөгә йыйылған егеттәр, ҡыҙҙар үҙҙәрен яҡташтар тип, бер-береһен туған кеүек күрер ине. Буласаҡ күренекле режиссер Әмир Абдразаҡов, оҙаҡ йылдар етәксе вазифаларҙы башҡарған Мөнир Муллабаев, ғүмере буйы хәҙерге Зәки Вәлиди исемендәге республика Милли китапханаһында эшләгән Фәнүзә Һөйөндөкова, һылыуы Фәриҙә (талантлы шағир Вафа Әхмәҙиевтең ҡатыны), Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, ғалим, фән кандидаты Урал Нәҙерғоловтар ағайым тирәһендә йөрөй торғайны. Хатта бер татар егете — шағир Шәрәф Әхмәмәтов та — ағайымды яҡын күреп, яҡташ тип уның янына килеп шиғырҙарын уҡып китер ине”.

Рубриканы Мәрйәм БУРАҠАЕВА
алып бара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780