Лев Толстой “Һуғыш һәм солох” романын алты йыл яҙған (1863 – 1869) һәм дүрт томдан торған 5202 битле әҫәрҙе һигеҙ тапҡыр күсереп яҙған, тиҙәр. Белгестәр уның ҡараламаларында романдың 15 төрлө башланғыс өлөшөн тапҡан. Дөрөҫ, уның исемдәре лә бик күп төрлө булған, әммә мин бында классик әҙәбиәттә ҡабул ителгәнен килтерәм.
Бөгөн ҡул менән әҫәрҙең ҡаралама өлгөһөн яҙып, уны икенсе тапҡыр аҡҡа күсереп ултырыу юҡ. Компьютер клавиатураһында күпкә тиҙерәк килеп сыға. Хәйер, редакциялар ҙа ҡулдан яҙылған әйберҙәрҙе ҡабул итмәй хәҙер, шунда уҡ йыйылған вариантын һорайҙар. Был замана технологиялары яҙыусылар эшен шаҡтай еңеләйтте. Һәм шул сәбәпле, улар һанын ишәйтеп, бихисап графомандар барлыҡҡа килтерҙе буғай.
Яҙыусылар союзының Шиғриәт секцияһында йәштәрҙең ҡулъяҙмаларын “Китап” нәшриәтендә сығартыу өсөн тикшергәндә, мин уларға йыш ҡына ошондай һорау бирәм: “Туған, һин үҙең яҙған шиғырыңды китапҡа индерер алдынан, исмаһам, үҙең ҡабаттан уҡып сығаһыңмы?” Күренеп тора бит: уҡымаған, сөнки башланғыс класс уҡыусыһы ғына ебәрә торған йә бөтөнләй “техник” тип аталған хаталар ҙа бар. Өтөр ҡуйыу кеүек башлап яҙыусы өсөн шаҡтай “ҡатмарлы” пунктуация хаталары тураһында бармай һүҙ, ә төшөп ҡалған хәреф, компьютерға яңылыш баҫып килеп сыҡҡан артыҡ хәреф һымаҡ тупаҫ яңылышлыҡтар тураһында әйтәм. Әрһеҙерәктәре шунда эре генә: “Хата сүпләү өсөн редактор, корректорҙар бар ҙа инде!” – тип аҡлана ла белә. Ә һин халыҡта әле бөтөнләй үк ихтирамын юғалтып бөтөрмәгән Яҙыусы тигән исемгә дәғүә итәһең икән, үҙеңдең наҙанлығыңды ғәм алдына сығарырға нисек оялмайһың?
Графомандар һәр дәүерҙә лә, һәр халыҡта ла күп булған. Ижтимағи-сәйәси баҫмаларҙа уларға әллә ни ҡырын ҡарамайҙар, сөнки беләләр: уларға яҙышыусы авторҙар араһында ысынлап яҙа белгән уҡымышлы кешеләр һирәк була. Журналистикала иң мөһиме – факт, мәғлүмәт, ул булһа, хәбәрсе төҙәтеп һәм матурлап сығарыу эшен башҡарыр. Ни тиһәң дә, әҙер шәп материалды үҙең эҙләп йөрөүгә ҡарағанда, кемдер килтергән ҡыҙыҡлы осраҡтан “кәнфит” эшләп сығарыуы күпкә анһатыраҡ.
Ә бына әҙәбиәттә улай түгел шул. Кем әйтмешләй, быуаттар дауамында төрлө халыҡтар әҙәбиәтендә бөгөнгәсә бөтә булған сюжеттар һәм формалар әллә нисә ҡат барланып бөтөлгән, хәҙер уларҙы яңыртыу һәм ҡабатлауҙар бара. Шулай ҙа яҙыу эше менән булышырға теләүселәр һис тә кәмемәй. Дөрөҫ, баҫма матбуғат һәм китаптарҙан уларҙың бер өлөшөн интернет айырҙы. Бөгөн яҙышҡыһы килгән һәр кем үҙе уйлап сығарған йә күрһәтергә теләгән әйберен глобаль селтәргә сығарып ебәреп тә йыуаныс ала.
Шулай ҙа, бына, хикәйә йә повесть яҙҙым, баҫтырып сығарығыҙ, тип редакциялар тупһаларын тапаусылар ҙа кәмемәй. Улар менән әҙ генә һөйләшеп ултырһаң да, был “яҙыусының” хикәйә, повестың нимә булыуы, нисек яҙылырға тейешлеге тураһында бик насар күҙ алдына килтереүе асыҡлана. Уҡып ҡараһаң инде!.. Күпселектә өлкән кешеләр оҙон-оҙаҡ итеп үҙенең ғүмер юлын бәйән итә йә ауылында булған берәй ваҡиғаны һүрәтләй. Автобиографик әҫәрҙәрҙең күбәйеүендә мин күберәк яҙыусы халҡының “килер быуын өсөн яҙып ҡалайым” тигән амбицияһынан бигерәк, уның башҡаға фантазияһы булмауын күрәм. Ни тиһәң дә, үҙ башыңдан үткәндәрҙе хәтерләү шаҡтай еңел, уҡыусы ла булған хәлдә ихласыраҡ ҡабул итә.
Графоманлыҡ тигәндән, минең эшемдә улар менән бик йыш осрашырға тура килә. Бер ағайҙың “билдәле яҙыусы” булып китеүенә яңылыштан үҙем ҙур өлөш индереп ташлағанмын. Уның бер нисә хикәйәһен, аҙаҡ повесын да рус теленән башҡортсаға тәржемә итеп биргәйнем. Күрәһең, русса вариантын да журналда сығарған ваҡытта бик ныҡлап төҙәткәндәрҙер, һәр хәлдә, арыу яҙылған һымаҡ тойолдо. Аҙаҡтан ҡараһам, “Китап” нәшриәтендә ул абзыйҙың яңы сыҡҡан китабы тора! Башҡорт телендә! Тик бына руссанан тәржемә икәнлеге бер нисек тә күрһәтелмәгән. Аҙаҡтан уны Яҙыусылар союзына ла алдылар. Бына шулай, уйламаған ерҙән башҡортса бер һүҙ белмәгән кешенән башҡорт яҙыусыһы яһап ҡуйырға тура килде.
Был миҫалды ни өсөн килтерәм? Минеңсә, графомандарҙың үрсеүенә күпселектә редакцияла ултырған хеҙмәткәрҙәр ғәйепле. Уғата әрһеҙ кешеләрҙе “ҡотолоу өсөн” сығарып ултыра улар. Бармай, ағай, йөрөмә, тип берәйһенә әйтеүсе бармы икән бөгөн? Йә ялыу менән китер, йә икенсе баҫмаға алып барып сығартыр ҙа аҙаҡтан: “Бына, һеҙ баҫмағайнығыҙ...” – тип һөйләнеп йөрөр... Ундай миҫалдар ҙа бихисап, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Графомандарҙың тағы ла бер насар ҡылығы – бер әйберен бер юлы бер нисә баҫмаға ебәреп, “тейһә – тейенгә, теймәһә – ботаҡҡа” тигән иҫәп тотоу. “Ағиҙел” журналына бындай осраҡтар сәбәпле йыш ҡына уңайһыҙ хәлдә ҡалырға тура килә. Журнал бер ай алдан әҙерләнеп, типографияға ебәрелгәс кенә ундағы берәй мәҡәлә йә хикәйәнең берәй гәзиттә сыҡҡанын күрәһең дә... Шунан ары ни әйтәһең инде? Китапта сыҡҡан әҫәрен тотоп килеүселәр була әле.
Графоманлыҡ бер ҡасан да бөтмәҫ ул. Яҙыусы халҡы бөтмәгән һымаҡ. Ҡағыҙ баҫмалар бөтәсәк тиҙҙән, тип ҡурҡытыусылар булһа ла, уларҙың да мәңге йәшәренә иманым камил. Сөнки ихтыяж һорауҙы тыуҙыра, ә яҙышырға һәм үҙ яҙмаларын кемгәлер уҡытырға теләүселәр бер ҡасан да кәмемәйәсәк. Биш йәшлек балалар ҙа яҙа белгән дәүерҙә йәшәйбеҙ бит. Тимәк, күпмелер хаҡҡа уларҙың “әҫәрҙәрен” төҙәтеп сығарып ултырыусы мөхәррирҙәр ҙә табылып торор. Хәйер, быныһы – бөтөнләй икенсе мәсьәлә, әҙәбиәт оҫта мөхәррирҙәргә оло мохтажлыҡ кисереүе тураһында ла берәй ҡасан һөйләшеребеҙ әле.