Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Семинарҙан һуң тыуған уйҙар
Йәш яҙыусыларҙың семинар-практикумында Әҙәбиәт йылындағы ижади конкурста еңгән ҡыҙҙар менән егеттәр ҡатнашты. Улар араһында мин дә булдым. Тормош ығы-зығыһына бер йәм өҫтәгән саранан күптәр тәьҫирләнеп сыҡҡандыр.

Ғөмүмән, шәп сара булды. Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килгән йәштәргә бер-береһе менән танышыу, үҙ-ара бәйләнеш булдырыу мөмкинлеге ҙур ине. Тик бынан барыһы ла файҙаландымы – үҙҙәренең мәйеле. Сараның программаһы тулы, буш арауыҡһыҙ ине. Йәнгә иң ныҡ ятҡаны милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәленә сәскә һалыу булды, ләкин ниәткә дауыллы ямғыр ҡаршы сыҡты. Ә семинарҙа икеләтә шатлыҡ кисереүсе Дәүләкән районынан килгән 14 йәшлек Гөлүзә Әхмәҙиева булғандыр. Мәктәп программаһында үткән, китаптар аша ғына уҡып белгән яҙыусыларҙы үҙ күҙең менән күр әле! Шәхестәр менән күрешеү ҡанаттарҙы нығыта бит. Ә ошоларҙың барыһын булдырыу өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, яҙыусы Зөлфиә Күскилдина ҙур тырышлыҡ һалды.
Бына семинар башланды. Шиғриәт секцияһы. Йәш шағирҙарҙың ижады менән танышҡандан һуң төп һүҙҙе тәүгеләрҙән булып телмәр тотҡан Салауат Әбүзәр менән Азамат Юлдашбаев еткергәндер. Артабанғы сығыштар иһә йәштәрҙең яҙмаларынан бер-ике матур һәм йәмһеҙ юлдарҙы күрһәтеүгә ҡайтып ҡалды. Тимәк, тәнҡитебеҙҙең бөгөнгө торошо шундай. Был, әлбиттә, минең ҡарамаҡҡа.
Ошо урында Рәми Ғариповтың һүҙҙәре иҫкә төшә. Ул былай тигән: “Тәнҡитсе яҙыусы кеүек үк ижад итергә тейеш. Ижади тәнҡит кенә яҙыусыға үҙ-үҙен табырға, уның үҫеүенә булышлыҡ итә ала һәм уҡыусы алдында яҙыусының тотҡан урынын аңларға ярҙам итә. Тәнҡитсе яҙыусының үҙенсәлеген һәм шул үҙенсәлеккә нисек ирешеүен күрә белергә, башҡаларға асып бирергә тейеш”. Әгәр ошолай булмаһа, бөгөн йәштәргә бары үҙ көсөнә ышанырға кәрәктер. Ә инде улар тураһында “көсһөҙ быуын”, “көслө күс күрмәйбеҙ” тиеүҙәре урынһыҙҙыр, моғайын. Үҙең һыу һипмәгән гөлдөң мандымауында кем ғәйепле һуң?..
Семинарҙа шулай уҡ яңғырап та яуапһыҙ ҡалған һорауҙар уйланырға мәжбүр итте. Шулар араһынан “Кем ул шағир?” һәм “Ул нимә эшләргә тейеш?” тигәндәрен айырып әйтер инем. Яуапҡа шунда уҡ А. Пушкиндың, А. Блоктың әйткәндәре иҫкә төшә. Ҡалай ҙа һуңғыһы әйтмешләй: “Һәр уҡыусы, бигерәк тә беҙҙә, әҙәбиәттән тормош юлына йүнәлтмә, йәнә изгелек көтә”.
Пушкин “шағир – тормош мәшәҡәттәренә ҡул һелтәп, тышҡы ҡоршауҙарҙы асыусы” тигән фекерҙә булған. Йәнә ижадсыны ул “яҡтылыҡты донъяға индереүсе” тигән. Тимәк, “Ул нимә эшләргә тейеш?” тигән һорауға яуап алабыҙ. “Урал батыр” эпосындағы яҡшылыҡҡа өндәү, яуызлыҡҡа ҡаршы көрәш, миңә ҡалһа, үҙе үк – әҙәбиәтебеҙҙең төп идеяһы. Тик ошонда урыҫ педагогы Д. Ушинскийҙың үткән быуатта уҡ “Сәнғәт система идеологияһына буйһонорға тейеш түгел, юғиһә ул сәнғәт булыуынан туҡтаясаҡ” тип әйткәнен иҫтән сығарырға ярамайҙыр.
Был уйҙарға йәнә Пушкиндың “Шағир донъяға яҡтылыҡ илтә башлаһа, шәхес менән ҡараң­ғылыҡтың бәрелеше барлыҡҡа килә” тигән яҙмаһы өҫтәлә. Был йәһәттән Блок ҡараңғы­лыҡтың ҡаршылыҡтарын барлай. Цензураны һәм үҙенә буйһондороп маташыуҙы билдәләй. Имеш, ижадсы ауыҙын ябырға йәки ул күрергә теләгән “нурҙы йөрәктәргә илтергә” тейеш. Минең ҡарамаҡҡа иң төп ҡаршылыҡ – һүҙ эйәһенең ижад итеү мөмкинлеген быуыу. Семинарҙа әңгәмә ҡорһаҡ, бергәләп эҙләр инек яуабын. Бөгөнгө йәштәрҙең ижадҡа һүлпән килеүе тураһында һүҙ күтәрелгәйне бит.
Бер ҡыҙҙың ижады ҡайһы берәүҙәргә аңлашылмағанлыҡтан, уның үҙенең шағирлығын юғалта яҙыуына бәйле уйҙар ҙа тыуҙы. Ҡыҙыҡ. Әгәр һин шиғырҙы аңламай ҡалдың икән, Ахматованыҡын әйтәйек, тимәк, ул шағирә түгелме? Һм... Теорияла “әҙәби әҫәрҙә субъект-объект-объект була” тиелеүен ҡарап китергә мөмкин. Ошолай килеп сыға: шиғыр-фекер-фекер. Шуларҙың береһе – әйтелгән, икенсеһе иһә – уҡылған. Миҫалға Рәми Ғариповтың “Бәхет – һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ” тигән шиғырын алайыҡ. Кемдер бит унда һөйөүҙе күрәсәк, ә бәғзеләр – башҡа мәғәнәне. Күңелеңә етмәгән әйберҙең булыуы ла ихтимал. Рәшит Назаров әйтмешләй, “Бәхет һүҙе бәхет юҡта йыш була”. Ғөмүмән, Бабичты ла дөрөҫ аңлайбыҙмы? Заманында уның үҙ күҙлегенән сығып әйтеүен беҙ үҙебеҙҙең ни күрергә теләгәндән сығып баһаламайбыҙмы бөгөн?.. Мәҫәлән,
Намыҫ өсөн, Тәңрем, йәндән кисәм,
Килтер вәғәҙә, ҡөҙрәт ҡулың бир.
Башҡортостан иҫән ҡала тиһәң,
Бер йәнемә миллион үлем бир! –

тигән юлдарҙа кем нимә күрә? Уның бер йәненә миллион ғазап һорауымы? Башҡа фекер ишеткәнем юҡ... Ләкин берҙе башҡаса уйлап ҡуйҙым. Бәлки, ул тағы 999 999 999 тапҡыр тыуып, 999 999 999 тапҡыр үлеүҙе һорағандыр? Һәм һәр береһендә башҡорт халҡында тыуһа, ниндәй бәхет булыр бит. Йәнә халҡыбыҙҙың тағы күпме йәшәрен теләүе лә күренә бында!
Бына ижади сарала тыуған төп уйҙарҙың осона ла сыҡтым, буғай. Ләкин яһай торған һығымтаны уҡыусы ҡарамағына ҡалдырам.


Таңсулпан РӘСҮЛ:

– Өлкән шағирҙарҙың бөгөнгө заман йәш ижадсылары хаҡында әйткәненә ҡолаҡ һалһаҡ, уларҙың дөйөм баһалап үтеүенсә, беҙ – көсһөҙ быуын. Башҡорт әҙәбиәтенә тулҡын булып килгән көслө күсте күрмәйбеҙ, ти улар. Мин был һүҙҙәргә ҡарата йәш ижадсылар исеменән түбәндәгеләрҙе әйтер инем. Беҙҙең башҡорт әҙәбиәте бик тәрән тамырлы һәм ифрат ауыр юлдар үтә. Орхон-йәнәсәй ҡулъяҙма­лары­нан, ауыҙ-тел ижадынан һуң бихисап һуғыш, бер нисә революция кисерә. Шул ваҡыттағы яҙыусы-шағирҙарҙың һүҙ көсө һуғыш ҡоралына тиң була. Башҡорт әҙәбиәте тап ошо йылдарҙа йылдам үҫешә, сөнки Тыуған ил тойғоһо, иҙеүселәргә ҡаршы азатлыҡ хәрәкәттәре, шәхес культы, коллективизм тигән төшөнсәләр уларҙың әҫәрҙәрендә төп урынды ала. Милләттең азатлыҡҡа ынтылышы ни тиклем көслө булһа, яҙыусының әҫәре лә шул ҡәҙәр ҡөҙрәт менән яҙылған.
Совет осоронда ла илбаҫарҙарға ҡаршы нәфрәт башҡорт әҙәбиәтендә ҙур урынды биләй. Шуның ме­нән ул осор әҙәбиәтен көслө иткән дә.
Ә бөгөнгө яҙыусы-шағирҙарҙың һүлпәнлеге, көсһөҙлөгө беҙ йәшәгән замандың тыныслығына бәйләнгән. Ә икенсе яҡтан уйлап ҡараһаң, бөгөн дә бара көрәш. Ул, рухи-әхлаҡи төшөнсәләрҙе үҙ эсенә алып, мәғлүмәти һуғыш тип атала. Һәм ошоға бәйле Ринат Вәлиуллин да: “Бөгөнгө заман шиғриәте – сенсорлы шиғриәт”, – тип әйткәйне. Йәғни шағирҙарҙың алтынсы тойғоһо кәрәгенән дә яҡшыраҡ үҫешергә тейеш, сөнки заман шуны талап итә. Тик беҙҙең – йәш быуын ижадсыларының – “көсһөҙлөгө” шунда: Совет осоронда тәрбиәләнгән өлкән яҙыусы-шағирҙар бөгөнгө мәғлүмәти һуғышҡа яраҡһыҙ, дөрөҫөрәге, әҙер түгеллеге сәбәпле йәштәрҙең ижадын үҫтереү йәһәтенән тәнҡит, тейешле һүҙ әйтә белмәй. Йәғни өлкән быуын ижадсыларынан беҙ ижадыбыҙға этәргес көс булырҙай кәрәкле баһа ала алмайбыҙ.



Динара КӘРИМОВА:

– Йәш ижадсыларҙы бер майҙанға йыйып, фекер алышыу, тәжрибә туплау йәһәтенән шәп эш башҡарылды. Минеңсә, һәр кешегә был донъяла башҡарылған эше тураһында ваҡытында ниндәй ҙә булһа һүҙ ишетеү мөһим. Семинар барышында йәш ижадсыларға өлкән әҙиптәрҙән артабанғы үҫеш өсөн лайыҡлы баһа һәм конструктив тәнҡит һүҙҙәрен ишетеү файҙаға булғандыр.
Үҙемә килгәндә, бындай сарала ҡатнашып, ижадыма ҡарата фекерҙәр ишетеү шиғырҙарыма бер ни тиклем икенсе күҙлектән ҡарарға, яҙылғандарға анализ яһарға булышлыҡ итте. Әммә, әлбиттә, яңғыраған бөтөн һүҙҙәр менән тулыһынса килешеү мөмкин түгел. Киләсәктә лә йәштәрҙе әҙәби-мәҙәни йәһәттән тәрбиәләү эше алып барылһын, ул күберәк йәнле әңгәмәгә ҡоролһон ине.



Венер СӘЛИХОВ:

– Семинар үтте. Һорауҙар ҡалды. Ҡалды ғына түгел, өҫтәлде лә улар. Тәү сиратта үҙемә. Нимәлер бирҙеме миңә был семинар? Үҙем ниҙер бирә алдыммы?
Сара программаһында проза һәм шиғриәт секцияларының эшенә ҙур урын бүленде. Республиканың төрлө райондарынан, мәркәздең үҙенән башҡорт, урыҫ, татар телендә яҙған йәштәр йыйылды. Ижад кешеһе “йәш” һәм “ҡарт”ҡа бүленмәй тигән һүҙҙәр әйтелде.
Әҙәбиәт киң ул. Тәрән дә. Бейек тә. Әгәр ҙә башҡа өлкәләрҙә велосипед уйлап табырға һуң булып, уны яңырталар икән, әҙәбиәттә улай түгелдер тип уйлайым. Шуны өҫтәгем килә: әгәр ҙә мин шиғриәт, ғөмүмән, әҙәбиәт тигән донъя ишегенең тотҡаһына үрелгәнмен икән, күп уҡыр кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780