Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Нөгөш буйы моңға күмелде
Нөгөш буйы моңға күмелде Фәрзәнә Сәхәүетдинова иҫтәлегенә ойошторолған I район-ҡала конкурсы төбәктә башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың ифрат күп икәнлеген асыҡланы.

Конкурс “Мәләүез һандуғасы” тип осраҡлы аталманы. Фәрзәнә апай – Ағиҙел буйы ҡыҙы, ра­йондың Томансы ауылында тыуып үҫкән. Тырыш хеҙмәте лә туған “Ағиҙел” колхозына арнал­ған. Яҡташтары халыҡ йырҙарын башҡарыусыны һандуғасҡа тиң­ләне.
Район, республика кимәлен­дә­ге конкурстарҙа, мәҙәни сара­ларҙа, фестивалдәрҙә маҡтау грамоталары, дипломдар менән бүләк­ләнгән, йырҙары радио, телевидение аша йыш яңғыраған үҙен­сәлекле, моңло тауышлы йырсы Фәрзәнә Сәхәүетдино­ваның ижад юлы тыуған ауылы сәхнәһенән башлана. Шуға күрә конкурсты ойоштороусылар, йәғ­ни район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге, ҡала мәҙәниәт һарайы, мәҙәни-ял үҙәге, урындағы баш­ҡорт ҡоролтайының башҡарма комитеты ауыл ерендә йәшәгән һә­ләтле башҡарыусыларға иҫәп тотто. Юрағандары юш килде улар­ҙың: конкурс тәүгә үткәре­леү­гә ҡарамаҫтан, унда төрлө йәштәге 24 кеше ҡатнашты. Шуның һигеҙе – 16 йәшкә тиклем­геләр. Еңеү­селәр ике номинацияла – 16 йәшкә тиклем һәм унан өлкәндәр араһында билдәләнде.
Төбәк халҡының мәҙәни үҙен­сә­леген һаҡлау, халыҡ йырҙарын башҡарған талантлы йырсы­лар­ҙы асыҡлау, милли вокал сәнғә­тен тергеҙеү һәм таратыу, баш­ҡарыу­сыларҙың һөнәри оҫта­лы­ғын камиллаштырыу маҡсатында үткә­релгән конкурста ҡатнашыу­сылар сығышын Рәсәйҙең атҡа­ҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаева рәйес­леген­дәге комиссия баһаланы. Сараны район һәм ҡала хаки­миә­тенең архив бүлеге начальнигы Илмира Фәйзуллина алып барҙы.
Нөгөш буйы моңға күмелдеМәҙәниәт бүлеге начальнигы Илшат Солтангәрәев мәҙәни сара­ларҙың үҙенсәлекле биҙәге бул­ған, күркәм холоҡло, моңло тауышлы, халыҡ йырҙарын баш­ҡарыу оҫтаһы Фәрзәнә Сәхәүет­динованың ижадына ҡыҫҡаса байҡау яһаны.
Бына сәхнәгә йәш башҡарыу­сылар сыҡты. Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайында шөғөлләнгән, “Башҡорт йыры” район-ҡала конкурсында ҡатнашып, йыр-моң һөйөүсе тиҫтерҙәре араһында исемдәре танылған Эльвина Садиҡова, Айгизә Үҙәнбаева, Роберт Өмөтбаев кеүек балаларҙың Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың “Сайҡа­лалар кәмәләр” һәм “Асылыҡай буйы”, “Йырлағы ла килеп мин йырланым” кеүек халыҡ йыр­ҙарын оҫта башҡарыуы маҡтауға лайыҡ.
Өлкәндәр репертуарында “Һан­дуғас”, “Сыбай ҡашҡа”, “Ғил­мияза”, “Сибай”, “Зөлхизә”, “Са­ҡыр­масы, кәкүк” кеүек хал­ҡы­быҙ ижадының алтын фондына ингән халыҡ йырҙары урын алғайны.
Жюри ағзалары конкурсҡа йомғаҡ яһаған арала тамашасылар – Фәрзәнә Сәхәүетдино­ваның балалары, яҡындары, дуҫтары – йырсының аудиояҙма­ларын тыңланы, уның ҡатнаш­лығында “Хазина” тапшырыуын ҡараны.
Шулай итеп, 16 йәшкә тик­лемгеләр араһында Гран-приға Дмитрий Малинкин лайыҡ булды. Беренсе урынды Әҡлимә Сәли­хова яуланы. Икенсе-өсөнсө урындарға Юлиә Ҡолмөхәмәтова һәм Роберт Өмөтбаев сыҡты. Был йәш башҡарыусыларҙың етәксеһе – Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайы педагогы, Башҡорт­остандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәриҙә Ҡобағошова. Ул йәш быуында халыҡ йырына һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятыуға ҙур өлөш индергәне өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
16 йәштән өлкәндәр араһында конкурстың төп призын Фәрзәнә апайҙың ҡыҙы Рәйхана Хафизова алды. Тәнзилә Үҙәнбаева башҡа­рыу оҫталығы, сәхнәлә үҙҙәрен артистарса тотоуы менән айы­рылған Айгизә Үҙәнбаева менән Альбина Кинйәғолованы махсус приз менән бүләкләне.
Конкурсты йомғаҡлап, жюри рәйесе конкурсанттарға Флүрә Килдейәрова, Абдулла Солтанов, Ғәли Хәмзин, Мәғәфүр Хисмә­туллин кеүек халыҡ йырҙарын оҫта башҡарған йырсыларҙы күберәк тыңларға, төрлө кимәл­дәге конкурстарҙа йышыраҡ ҡатнашырға кәңәш итте.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779