Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бүҙәнә ҡысҡырыуы
Бүҙәнә ҡысҡырыуы Был йәйге көн бала саҡ хәтеремдә берҙән-бер көн булараҡ уйылып ҡалған, бәлки, мин бала сағымды ошо берҙән-бер көндә йәшәгәнмендер. Был көн йәшәйеш, ихаталағы мал-тыуар, бал ҡорттары күстәре, ҡуңыҙҙар һәм яңғыратып ҡыс­ҡырған әтәстең тауыш-ауаздары менән туп-тулы ине. Ҡуйы ҡояш яҡтыһы тыуҙырған был аһәң­лелекте кеше тормошон хәстәрләгән һирәк тауыштар боҙа, сүкеш туҡылдағаны ишетелә – кемдер салғы сүкей.
Был йыл колхоздар төҙөл­гәнгә ҡәҙәр булғандыр, күрәһең, ишек алдында арба тора, ситән янында – тимер һабан. Һыу­баҫар туғайҙа тышаулы атыбыҙ йөрөй. Йәй көнө ине был, өйләнән һуңғы мәл. Ҡояш Урал тауҙарына яҡынлашты, оҙаҡла­май ул армыттар артына йоҡ­ларға китер. Әлегә аңым ва­ҡытта йәшәмәй, минең өсөн ул, беҙҙең таш ҡойма һымаҡ, ҡатып ҡалған: хәрәкәтһеҙ ишек алдына көндәр, төрлө ваҡиғалар килә лә, бөтәһе лә шул уҡ ҡойма артына китеп юғала. Атайым менән әсәйем болондан ҡайт­ҡан, буғай, самауыр янында сәй эсеп ултыралар, ҡул-аяҡтары ял итә, күңелдәрендә именлек, хозурлыҡ.
Көтмәгәндә йәйге кис һиллегендә баҫыу яғынан тауыш ишетелде: “Быт-был-дыҡ, быт-был-дыҡ...”
– Бүҙәнә ҡысҡыра, – тине әсәйем.
Атайым, сәйер тауышҡа ҡо­лаҡ һалып, миңә өндәште:
– Бүҙәнәнең ни әйткәнен беләһеңме?
– Ҡайҙан беләйем мин.
– Ямғыр саҡырмаһа ярар ине, бесән бәҫәрер, – тине әсәйем.
Атайым фәһемле аңлатты:
– Бүҙәнә: “Быт-был-дыҡ, бойҙай сәсеп, туҡ булдыҡ”, – тине.
Тап ошо мәлдә мин хуш еҫле бойҙай икмәге телемен ауыҙыма тултыра инем. Икенсе телемде телгәндә атайым былай тине:
– Улымдың тирмәне шәп тарта...
Һуңынан һуғышҡа тиклемге һәм һуғыштан һуңғы үҫмер йылдарҙа химик гербицидтар менән ағыуланмаған элекке баҫыуҙарҙа ҡоштар сыр-сыуы тынманы. Туғайҙан барғанда ҡайһы берҙә бүҙәнә ояһына баҫтым, йәки аяҡ аҫтымда бер оя ҡош балалары дыу килеп сырҡылдашты, ә бүҙәнә ҡысҡы­рыуында һаман атайымдың тауышы ишетелә ине: “Быт-был-дыҡ, бойҙай сәсеп, туҡ булдыҡ”. “Туҡ булдыҡ, юҡ булдыҡ”.
Бер заман ауылға ҡыш көнө ҡайттым. Тыуған ауылыма түгел. Ул күптән Ер йөҙөнән юғалған. Бала саҡтан белгән һәм ун йыл элек урамда осрағанда йөҙҙә­ренән таныған пенсионерҙар, йәғни уларҙың ейәндәренең ауылына. Таныштарым, фронтташ дуҫтарым һәм туған-тыумасам юҡ инде хәҙер. Шулай уҡ бәлә­кәй генә, ике яҡлы ҡыйыҡлы, лапашып бөткән өй ҙә юҡ. Алты мөйөшлө яңы өйҙәр һалынған, уларҙа ағайымдан башҡа кемдәр йәшәгәнен белмәй инем. Ҡунаҡҡа саҡырманылар, сәй эсермәнеләр...
Ауылға етер алдынан һыуыҡ көндәрҙә өйҙәрҙәге торбаларҙан, боронғо харабалар өҫтөндәге мәрмәр колонналар кеүек, күк йөҙөнә тиклем күтәрелгән төтөн сығыуын күрмәнем. Тынлыҡ, хатта эт өргәне лә ишетелмәй. Балалар тауышы ҡайҙа? Ағайымдан был көҙҙә беренсе класҡа ни бары ете бала ғына барыуын белдем. Рәсәйҙең боронғо ҡышҡы уйындары ҡай­ҙа? Ҙур саналарҙы тауға һөйрәп мендереп, уларға тейәлеп, ҡыс­ҡыра-ҡысҡыра, көлә-көлә йыл­ғаға тиклем шыуа торғайныҡ. Әле ҡар һис юғы ауыл уртаһына тиклем булһа ла тапалмаған.
Ауылда һыйырҙар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Тиреҫ таҙартыу, утын ярыу хәжәте юҡ – газ. Оҙон ҡышҡы көндәрҙе нисек үткәрергә – билдәһеҙ. Өл­кәндәр һәм үҫмерҙәр, билдәле инде, компьютер уйындарына әүрәгән, Интернетҡа текәлгән... Бер ниндәй коммунизм кәрәк­мәй... Күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишет­мәгән берәй яңы әйбер күргәс, ҡарттар “замана-а-а-а” тип әйтер ине...
Йәйге ауыл да минеке түгел. Тауҙарым, шишмәм, урмандарым һәм йылғам шулай уҡ әле булһа минеке. Йылғалағы шаршыларҙа, иртәнге ысыҡ кеүек, саф, үтә күренмәле һыу өҙлөкһөҙ аҡмаһа ла, тәңкәләрен ялтыратып ваҡ балыҡ уйнамаһа ла. Ауылда көн иткән кешеләр ҙә минеке түгел инде. “Көньяҡҡа” барырға мөмкинлектәре булма­ған ҡайһы берәүҙәр балаларын саф һауа һуларға ҡайтара. Күршеләге төтөнлө һәм тынсыу ҡалаларҙан студенттар килә, “тыуған илдең төтөнө лә ләззәтле” булған өсөн түгел, ә тоҙло һыу һәм пляждың ҡайнар ҡомо уларға ҡиммәтерәк булған өсөн. Яҙмыш ҡушыуы буйынса ғүмерҙәрен ҡалаларҙа йәшәп үткәргән ҡарттар атайҙарының ҡәберендәге ҡарағураны утап, ҡоймаһын буярға ҡайта.
Йәйен ауыл шау-шыулы һәм һүҙсән. Дөрөҫ, колхоз арбаһы­ның шығырлауын ишетмәҫһең, уның ҡарауы, мотор тауышы ҡолаҡты тондора. Егеттәр һәм ҡыҙҙар ғына түгел, шулай уҡ үҫмерҙәр, хатта мәктәп һәм балалар баҡсаһы йәшендәге сабыйҙар ҙа үҙ-ара урыҫса аралаша.
Ошондай күренешкә тап булдым. Өлкәнәйгән инәй ҡаланан ҡайтҡан ейәненә башҡортса нимәлер аңлатырға тырыша. Тегеһе әллә аңламай, әллә аңламағанға һалыша. Өләсәһе асыулана: “Ах, хәшәрәт, үҙ телеңде онотҡанһың!”
Өфөнән өләсәһенә саф һауа һуларға ҡайтҡан Айгөл исемле ҡыҙыҡай яңы йәйге туфлийы менән урамда һыйыр көләсә­һенә (ауылдағы берҙән-бер малдыр, бәлки) баҫҡас, әсәһенә илаулаған: “Бынан китәйек, аяҡ аҫты туп-тулы тиреҫ булған ерҙә йәшәгем килмәй!”
Көн бигүк эҫе булмаһа ла, егеттәр һәм ҡыҙҙар модалы шортыла йөрөй. Телеэкрандағы француздарға оҡшарға тырыша­ларҙыр, күрәһең. Ерле халыҡ – колхозсылар нәҫел-ырыуы араһын­дағы сит ил кешеләрен хәтерләтә. Уларҙың йәш йөҙ­ҙәрендә шундай ҡиәфәт, әйтерһең, яҙмыш үҙҙәрен ауыл һәм крәҫтиән хеҙмәте өсөн тыуҙырмағанға уға рәхмәт уҡып бөтә алмай.
Өйләлә йәйге ауыл тауыштарына көслө моңло ауаз ҡушыла. Нисек етте шулай таҡталарҙан әтмәләнгән манаранан өйлә аҙаны яңғырай. Күрәһең, ҡайҙалыр дискетаға яҙҙырғандар. Мәсет манараһы элекке потребсоюздың һоро кирбес бинаһында, ул дингә ҡаршы көрәш йылдарында дәһриҙәр тарафынан емерелгән элекке мәсет урынынан илле аҙым ситтәрәк. Күңелгә ятышлы тауыш, Аллаһы Тәғәләгә шөкөр һәм мәҙхиә уҡып, ғәрәп телендә доға көйләй. Ауылда аҙан тауышына күнеккәндәр, мәсеткә хатта йома көндө бер нисә ҡарсыҡ ҡына тәнтерәкләп бара, ә башҡалар аҙандан төш еткәнен белә.
Йылғаға төшкән юлда бынан йөҙ йылдар элек мәңгелек ҡарағастарҙан бурап һалынған мәсет урынында хәҙер магазин. Унда икмәк кенә түгел, араҡы ла һатыла. Мин нисектер һатыусы ҡатынға, мәсеткә байрамдарҙа һинең ҡарт олатайың, олатайың йөрөгән, изге ерҙә магазин булырға тейеш түгел, ике мең йыл элек Ғайса пәйғәмбәр ҡорамдан сауҙагәрҙәрҙе таяҡ менән ҡыуып сығарған, тинем. Һатыусы аңла­маны, әлбиттә.
Мин елдереп, йәғни турист булып үткән Европала ҡорамдар емерелмәгән. Тормош илаһи, унда изгелек тә, өмөт тә бар, тигән инаныстан мәхрүм итеү өсөн, илде һәм халыҡты нисек шул тиклем яратмаҫҡа мөмкин булды икән? Мин ғүмерем буйына һағынып иҫкә алам: манаранан мулла аҙан әйткәс, әгәр ураҙа көҙгә тура килһә, сәхәр ашағанда ата-әсәм кәрәсин лампаһы тоҡандыра торғайны, ә йәйен ҡояш байығас, ифтарға ултыралар ине... Улар шул ҡәҙәр баҫалҡы һәм бер-береһенә ихтирамлы ине...
Берҙән-бер көндө бала саҡтан таныш сәхрәне күрергә өмөтләнеп, ауыл аръяғына сыҡтым һәм һоро бушлыҡҡа тап булдым. Алдымдағы Ҡыҙҙар тауы битләүенән башлап Уралдың алыҫ убаларына, армыттарына тиклем һуҙылған ерҙе танырлыҡ түгел, ул элекке йәйге сәхрә күркәмлеген юғалтҡайны. Уба битләүҙәре һороланған, урыны менән ҡалҡып тора, әйтерһең, ҡаялар үҫкән. Һирәк ҡалған ҡайын сауҡалыҡтарында ҡороған ағастар һөлдә һымаҡ ағарып күренә.
Тотош үҙән буйлап тулҡын­ланып ултырған иген ҡайҙа? Һөрөлгән ерҙең ҡара бәрхәт һыҙаттары, ҡояшлы көнбағыш баҫыуҙары ҡайҙа?
Ана тегендә, бәләкәй генә дала күле янында, һуғышҡа тиклем беҙ Илһам ағай менән урғыста арыш урҙыҡ. Мин һыбай урғысҡа егелгән атты ҡыуҙым, арыш аттан да бейегерәк ине. Хәҙер унда бушлыҡ. Күл дә ҡороған шикелле, ә Илһам ағайҙың һөйәктәре бынан алыҫ­та, Орловка ауылы эргәһендә, ята.
Ә ана тегендә, ҡартайып ҡороған яңғыҙ ҡайын урынында, бригада ашнаҡсыһы колхоз­сылар­ға ашарға килтерер ине, артабан һулдараҡ – борсаҡ баҫыуы. Беҙ, балалар, унда йәшел борсаҡ тәмләргә йүгерә торғайныҡ, ә уңдараҡ туйғансы ҡайын еләге менән һыйландыҡ. Урал һырттары, убалар, армыттар теҙмәһе араһындағы тигеҙлектәге был ер бәрәкәтле һәм кешегә йомарт, сәхрәһе йәшел, алтынһыу, зәңгәр-күк буяуҙарға мансылғайны.
Ни өсөн баҫыуҙа шул тиклем тын икән тип уйлап ҡуйҙым. Сәскәгә күмелгән болондарҙа һабантурғай сутылдағандай булды, иген баҫыуҙарында бүҙәнә бытбылданы, хөр тормош тынлығында арыш башаҡтары бер-береһенә бәрелеп тын ғына ҡыштырлашты... Боронғо заман шулай хәтергә төшә. Күрәһең, ул тап шулай булғандыр ҙа. Әйтерһең, был ер өҫтөндә ниндәйҙер изге рух, йәйге болондарҙағы сәскәләр һәм еләктәр еҫенә туйынған һауа кеүек шифалы мөхит, тәбиғәт үҙ балаларына һөйөнөскә биргән ер тормошо ҡыуанысы йәшә­гәндер.
Был мөхит ҡайҙа булған һуң?
Әйләнә-тирәгә күҙ һалғас, мин һоро бушлыҡты, таныш булма­ған планетаның тупаҫ, ярғы­ланып бөткән йөҙөн, ҡыр сысҡанын аңдыған бесәйҙе күрҙем. Шунда көтмәгәндә мине хайран ҡалдырған бүҙәнә ҡысҡырғанын ишеттем. Ләкин ҡысҡырыу ҡасандыр атайым әйткәндәге һымаҡ яңғыраманы: “туҡ булдыҡ” түгел, ә “юҡ булдыҡ”. Бәлки, яңылыш ишет­кәнмендер, әммә ҡысҡырыу ҡабатланды, яңынан “юҡ бул­дыҡ” ишетелде, шунан тынды. Ҡоштоң ҡабат ҡысҡырыуын көткән арала, бүҙәнәнең “юҡ булды” тип миңә нимә әйтергә теләгәнен уйланым, кемдер юҡ булды, кемдер юғалды. Ирәмәл яғынан һалҡын ел өрҙө, ҡороған ҡайынлы түбә аръяғынан ҡамғаҡтың һоро шары килеп сыҡты ла миңә табан тәгәрәй башланы.
Ҡамғаҡ – сүп үләненең йом­ғаҡҡа сырмалған һоро һабаҡ­тары ул. Уның үрсер өсөн баҫыу буйлап ел менән таралырға бәпембәләге һымаҡ парашюттары юҡ. Тамырынан өҙөлгән ҡамғаҡ һабаҡтары, шарға йомарланып, сүп үләненең орлоҡтарын ҡойоп, баҫыуҙар буйлап тәгәрәй. Тәбиғәттең бөйөк табышы был. Үҫмер сағымда көҙгө баҫыуҙар буйлап тәгәрәгән ошо һоро шарҙар миңә тере заттар, баҫыу хужалары булып тойола торғайны. Улар орлоҡтарын ҡойоп, ер һөрөп бойҙай һәм арыш иккән кешегә зыян килтерә. Эргәмдән үткәндә шар туҡталды, әллә мине таныны, әллә кем килгәнен белергә уйланы. Бер килке торғас, ҡыҙыҡһыныуын юғалтып, артабан тәгәрләне.
Шунда ҡапыл йәнә ишеттем: “быт-был-дыҡ”, ләкин ҡош ҡысҡырыуы ҡасандыр атайыма ишетелгәнсә “туҡ булдыҡ” тип түгел, ә ап-асыҡ “юҡ булдыҡ” тип ишетелде. Тимәк, тормош юғалған.
Бәлки, яңылыш ишеткәнмен­дер тиһәм, ҡайҙалыр янымда ғына шул уҡ ҡысҡырыу: “Юҡ булдыҡ, йәшәүҙән туҡтаныҡ, юғалдыҡ”.
Улар кем, улар ни? Бүҙәнә булһа, әммә ул ҡысҡыра лабаһа, тимәк, йәшәй.
Ҡолаҡ һалдым, ләкин ҡыс­ҡырыу ҡабатланманы. Ҡоштоң миңә нимә әйтергә теләүе ха­ҡында уйҙарға батып, бушлыҡ­тан киттем...

Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779