Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Кис ятамын иртәгәһе уйҙар менән”
“Кис ятамын иртәгәһе уйҙар менән” Республикала ғына түгел, сит тарафтарҙа ла үҙ йөҙө булыуы менән дан ҡаҙанған А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында һоҡланғыс образдар ижад иткән Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова үҙенең мәртәбәле юбилейын билдәләй.


Зифа Ғаяз ҡыҙының актриса булараҡ театр тупһаһын тәү тапҡыр аша атлап уҙыуына ҡырҡ биш йылға яҡын ғүмер уҙған. Ошо ваҡыт арауығында йөҙҙән ашыу роль өҫтөндә эшләп, күпме йоҡоһоҙ төндәр, тынғыһыҙ көндәр үткәргән ул!
Профессиональ сәхнәлә эш башлаған осорҙа актрисаға режиссерҙар Н. Асан­байҙың “Аҡ сирендәр”ендә – Наза, Р. Ян­булатованың “Байрамбикә”һендә – Гөл­йемеш, С. Ямалдың “Ҡара сәскәләр”ендә – Амаль, Ә. Мирзаһитовтың “Әсәйемдең сал сәстәре” тип аталған тетрәндергес әҫәрендә – Йәмилә, Нурия, “Әсәләр көтәләр улдарын”да – Зәлифә, Т. Миң­нуллиндың “Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш”ында Нурия кеүек етди ролдәрҙе ышанып тапшыра. Улар өҫтөндә эшләүгә бар һәләтен, булмышын һала артист. “Эшемдән ҡәнәғәтмен, режиссерҙарыма рәхмәтлемен – ролһеҙ торған сағым булманы. Ә был артист өсөн бик мөһим”, – ти Зифа ханым, ғорурланып.
Актриса тамашасы күңеленә юлды уларға булған сикһеҙ мөхәббәте, ихтирамы менән яра. Быға Баймаҡ районы Күсей ауылы ҡыҙының зифа буйы, сибәрлеге, нәфис һүҙгә оҫталығы, үҙ һөнәренә булған һөйөүе лә булышлыҡ итә.
Бала саҡтан наҙға төрөнөп, ата-әсәһе тарафынан иркәләнеп үҫкән кеше генә шулай тирә-яғына нур бөркә, йылылыҡ бирә ала. Уҡытыусылар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән Зифа был йәһәттән үҙен бик бәхетле тип иҫәпләй. Ете балалы — биш ҡыҙлы, ике уллы ҙур ғаиләлә ата-әсә ҡошсоҡтарының һәр береһенә матур тәрбиә бирә алған.
— Атай-әсәйем бик әүҙем, тормоштағы һәр нәмәгә үҙ ҡарашы, фекере, аныҡ позициялары булған уҡытыусылар ине. Сибай театры артистары гастролдәр ваҡытында һәр саҡ беҙҙең йортҡа фатирға төштө. Мин дә уларға ҡарап, үҙемде артистар рәтенә ҡуя торғайным. Уларҙың бер премьераһын да ҡалдырмай ҡараным, Марат Йәмилев, Закирйән Ханов, Шәмсинур Сиражетдинова, Мөнирә Әхмәтғәлиева, Кифая Хәбибуллина, Хәмзә Ҡурсаевтарҙың ижадына ғашиҡ булып үҫтем, – тип хәтерләй актриса.
Педагогтар ғаиләһендә тәрбиәләнгән балаларҙың араһында бер Зифа ғына сәнғәтте ғүмерлек һөнәре итеп һайлай. Әлеге көндә апаһы һәм һеңлеләре, ата-әсә юлын дауам итеп, уҡытыусы булып хеҙмәт итә. Улар – актрисаның иң талапсан тамашасылары.
Бөгөн инде “халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған Зифа Ғаяз ҡыҙының оло сәнғәткә юлы ла уңдырышлы ерҙә башлана. Уның уҡытыусылары данлыҡлы шәхестәр Шәүрә Мортазина, Фәрдүнә Ҡасимова, Рафаэль Әйүпов, Вәли Ғәлимов, Ғабдулла Ғиләжев, Тамара Хоҙайбирҙина, Гөлли Мөбәрәкова булһа, бергә уҡыған һабаҡташтары хәҙер инде танылған сәхнә оҫталары. Исемдәре һәр кемебеҙгә таныш: Риф Сәйфуллин, Вәкил Йосопов, Хисмәтулла Дәүләтов, Олег Ханов, Рафиға Ғәлина, Зилә Сәлишева, Юнир Салауатов, Гөлшат Зыязетдинова, Салауат Итбаев, Хәлит Ҡотлогилдин, Рәфил Нәбиуллин, Суфия Ҡорбанғәлиева, Анфиса Хафизова. Барыһын да хәтерләй ул.
1973 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының иң беренсе ҡарлуғастары, тәүге юғары белемле артистар З. Баязитова һәм уның курсташтары Р. Сәйфуллин, В. Йосопов, Х. Дәүләтовтар Сибай театры коллективына дауыл булып килеп инә һәм күп тә тормай уның төп көсөнә әүерелә.
Уңыштар ҙа оҙаҡ көттөрмәй: тамашасы һөйөүе, зал тулы алҡыштар, бары тик Зифа уйнаған спектаклдәргә генә йөрөгән тамашасылар. Ә инде уға Башҡорт­остандың атҡаҙанған артисы исеме бирелеүе, тырышлығын, оҫталығын баһалауҙары, әлбиттә, көс-дәрт өҫтәй, гүйә, икенсе ижади һулыш аса.
Сәхнәлә актрисаның бар маһирлығын сағылдырған яңынан-яңы образдар тыуа. Ун биш-егерме йыллап элек театрыбыҙ сәхнәһендә гөрләп барған спектаклдәрҙәге ролдәрен — Ф. Бүләковтың “Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?” драмаһында – Фатима, “Бәлеш”ендә – Ниса, “Аты барҙың дәрте бар”ҙа (Н. Ғәйетбай) – Октябрина, “Ҡайырылмаһын ҡанаттар”ҙа (Ә. Яхина) – Хөмәйрә, “Эх, Байтимер дуҫ...” (Р. Кинйәбаев) драмаһында – Миңһылыу, “Аҡбуҙат”та (Ғ. Шафиҡов) – Әсәне – театрыбыҙҙың ул осор тамашасыһы әле булһа яҡшы хәтерләйҙер. Был йылдар актрисаның айырыуса бәрәкәтле ижад осоро булды.
— 1997 йылда Мәскәүҙә үткән Башҡорт­остан көндәрендә мөбәрәковсылар, баш ҡала тамашасыһы алдында Б. Бикбайҙың “Ҡоҙаса”һы менән сығыш яһап, ҙур уңышҡа өлгәште. Тап ошо сәфәрҙән һуң Зифа Ғаяз ҡыҙына “Башҡортостан Республи­каһының халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исем бирелде, – тип хәтерләй театрҙың художество етәксеһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Ғәлимов.
Зифа Ғаяз ҡыҙы, үҙ һөнәренең оҫтаһы булараҡ, төрлө пландағы образдар өҫтөндә берҙәй оҫталыҡ, дәрт менән эшләй. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа репертуарҙан төшмәй уйналған сәхнә әҫәрҙәрен генә алайыҡ. Р. Кинйәбаевтың “Ҡарауыл! Ҡәйнәмде урлағандар!” комедияһында актрисаның Рәмзилә образын шул хәтлем тормошсан итеп ижад итеүе сәхнә әҫәренең уңышының яртыһы тип әйтерлек.
Күптән түгел премьераһы булып уҙған “Үәт, исмаһам, ахырызаман!” (М. Бағаев) комедияһының төп героиняһы Хәмдиә образы ла халыҡтың күңеленә хуш килде — спектакль аҙағына тиклем зал тамашасыларҙың көлөүҙәренән, ҡул сабыуҙарынан геү килеп торҙо. Был комедия Зифа Баязитованың юбилейына махсус арнап ҡуйылды.
Үрҙә һанап кителгәндәре төп ролдәр булһа, Ф. Бүләковтың “Ҡарт кейәүҙәр йәки Шомбай ҡоҙа” музыкаль комедияһында эпизодик роль – ялсы ҡатын образы – халыҡ артисы тарафынан еренә еткерелеп, бар яҡтан уйлап эшләнелгән.
Бына шулай тамашасы Зифа Ғаяз ҡыҙын характерлы ролдәрҙе уғата оҫта башҡарыусы итеп белә. Был турала ҡыҙы Аида Күлбаева былай тип хәтерләй:
— Игеҙәгем Әлиә менән минең бала сағыбыҙ театрҙа үтте, шуға күрә әсәйемдең һәр роле өҫтөндәге эше беҙҙең күҙ алдында булды. Төҫкә-башҡа һылыу әсәйемде сәхнәлә лә матур итеп күргем килгәндер инде. Ул сәхнәгә, образға ярашлы, бик үк матур булмаған ҡиәфәттә сыҡһа, был ролде уйнама, тип илай торғайным хатта.
Ғәйбәтсе ҡатын, килбәтһеҙ әҙәм, хурлыҡҡа төшкән йә юлдан тайған кеше образы булһа, үҫмер аңының быларҙы ҡабул итә алмауына бер ҙә аптырарлыҡ түгел. Тимәк, артист ролгә башкөллө инеп китеп, бик оҫта башҡара алған.
Әсәләре менән бәләкәйҙән театрға “эшкә” йөрөгән ҡыҙҙар – Әлиә менән Аида – алдында, әлбиттә, “Ниндәй һөнәр һайларға?” тигән һорау тормай. “Был турала хатта фекер алышыу ҙа булманы кеүек. Беҙ артист һөнәренән башҡа тағы ниндәй өлкәлә белгес булырға мөмкин икәнлеген дә күҙ алдына килтермәнек. Әсәйемдең бар ролдәрен ятлап бөтә, унан икәүләшеп уйнай инек”, – шулай тиҙәр әлеге көндә М. Кәрим исмендәге Милли йәштәр театрында эшләп йөрөүсе Аида Күлбаева менән “Тамыр” студияһы режиссеры Әлиә Минәзева. Халыҡ артисының ейәнсәре Әдилә лә телевизор ҡараусыларға заманында балалар студияһының иң әүҙем артисы булараҡ таныш. Танылған артистар менән бер рәттән “Ҡар йондоҙо” нәфис фильмында уйнаны, “Сулпылар”, “Семәр” тапшырыуҙарының алып барыусыһы ла булды.
Тормош шулай ҡоролған: һәр кешенең илһам сығанағы – ул ғаилә. Зифа Ғаяз ҡыҙы бөгөн — ике ҡыҙы менән кейәү­ҙәренең хөрмәтле әсәһе һәм ҡәйнәһе, дүрт ейән-ейәнсәренең, бер бүләсәренең бәхетле өләсәһе.
Тормош юлында кисергән ауырлыҡ­тарға ҡарамайынса, ғүмер үрҙәренә артылғанда ла йәшлек матурлығын һаҡлап ҡала алған ҡатын-ҡыҙ тормоштоң ҡиммәтен, мәғәнәһен бар күңеле менән тоя, асылын нығыраҡ аңлай, һәр көндөң матурлығын тойоп йәшәй.
— Кис йоҡларға ятҡанда, гел иртәгәһе көндө күҙ алдыма баҫтырам. Кемдең тыуған көнө, кемдең ниндәйҙер кескенә булһа ла шатлығы бар – шуларҙы иҫкә төшөрәм. Иртәгәһе көн мотлаҡ ҡотларға, кешенең ҡыуанысын уртаҡлашырға тырышам. Үҙем бер ваҡытта ла ялағайлана, ярамһаҡлана белмәнем. Ғаиләлә дөрөҫ тәрбиә алдым. Тик тормош ҡаршылыҡтарына әҙер булмағанмын. Үҙаллы йәшәй башлағас, абынып йығылдым да. Шулай ҙа тормош арбаһында тотоноп ҡалырға үҙемдә көс таптым. Ҡағылһам-һуғылһам да, хәҙер килеп тимер рухлы, сыныҡҡан, бер нигә бирешмәҫ кешегә әйләндем. Коллегаларым Рәмилә Хоҙайғолова, Фариза Хәсәнова, мәрхүмә Мөнирә Әхмәтғәлиеваларға хөрмәтем сикһеҙ. Уларҙың ҡатын-ҡыҙ сабырлығын, хужабикә оҫталығын үҙемә өлгө итеп алдым. Бөгөн килеп уларға: “Апайҙарым, рәхмәт һеҙгә!” — тиәһем килә. — Һөйләгәндә Зифа Ғаяз ҡыҙының күҙҙәре нурланып китә.
Әлеге көндә лә Зифа ханымды тамашасылары, артист булыуҙан тыш, төрлө сараларҙа һүҙгә маһир алып барыусы итеп белә. “Был йәһәттән театрыбыҙҙың художество етәксеһе Дамир Мәжит улына рәхмәтлемен. Беҙ йәш саҡта ул Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире ине. Шул осорҙа ул мине төрлө йәмәғәт эшенә йәлеп итте: сценарийҙар яҙыуҙы, байрам сараларын алып барыуҙы йөкмәтә торғайны. Ижади һәләтемде үҫтергәне өсөн мин нәҡ уға бурыслымын”, – ти актриса.
Бынан тыш, коллегалары Зифа ханымды театр тарихын төплө белгән “аяҡлы энциклопедия” тип тә белә. Ысынлап та, ниндәй генә ваҡиғаларҙы иҫендә тотмай ул! Берәй спектаклдән тарихи фотоны ғына ҡулына тотторһаң да, авторын, исемен, ҡасан ҡуйылғанын, кемдең ниндәй роль уйнағанын, режиссерын – бар мәғлүмәтте бер тында әйтеп бирә ала.
Аралашыусан Зифа Ғаяз ҡыҙының дуҫ-таныштары ла күп. Һаулығы тураһында хәстәрлек күргән сибәр ханым бассейнға йөрөй, тегеү-бәйләү эштәре лә уға ят түгел, китаптарҙы күпләп уҡыуы ла күҙгә ташлана.
Ижади коллективтың етәксеһе Дамир Ғәлимов уның тураһында:
— А. Мөбәрәков исемендәге театр ғына түгел, ә бар республиканың театр сәнғәте Баязитоваһы булыуы менән ғорурлана ала. Ундай артистар күп түгел. Ул – ижади коллективтың төп көсөн тәшкил иткән артистар плеядаһынан, – тине.
Ысынлап та, Зифа ханым бөгөн дә гөрләп ижад итә, гастролдәрҙән дәрт-дарман алып, күңеле күтәрелеп ҡайта. Шулай булмай ни! Әлеге көндә Данил Сәлиховтың тамашасы яратып ҡараған “Парлы яңғыҙҙар” драмаһында мәҡәлә героиняһы менән бер рәттән театрыбыҙҙың бар абруйлы артистары уйнай: Башҡортостандың халыҡ артистары Риф Сәйфуллин, Рәмилә Хоҙайғолова, республиканың атҡаҙанған артистары Рәдиф Яныбаев, Әлфирә Йосопова һ.б. Райондар буйлап ижади сәфәрҙә йөрөгәндә, халыҡ менән йәнле аралашыу рухи аҙыҡ булып тора. Тамашасылар сәнғәт кешеләре менән осрашыуҙан дарман алһа, ижадсылар ҙа тәүгеләренең ихлас, яҡты мөнәсәбәтенән иләҫләнеп, улар менән аралашыуҙан йәм-тәм таба. Уларҙың: “Бына бит, үҙебеҙҙең яратҡан артистарыбыҙ барыһы бергә килгән! Һеҙҙең менән осрашыу – беҙҙең өсөн үҙе бер шатлыҡ! Янып ижад итеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!” – тиеүе үҙе үк ихтирам тураһында һөйләй.

Алһыу АҠБУЛАТОВА,
А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының әҙәби бүлеге етәксеһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 857

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 733

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781