Һуғыш тамамланыуға биш-алты йыл үткән. Ауылда абруйлы кеше, дүрт бала атаһы Һиммәт, иҙән йыуыусы йәш, сибәр Йомабикәгә әүрәп китә. Мөхәббәттәре дөрләп янған төндө Һиммәт өйөнә ҡайтмай. Хәйерниса, борсолоп, ирен ҡайҙан эҙләргә белмәй сәбәләнгәндә, Һарығолаҡ уны Йомабикәнең өйөнә алып бара. Шурфҡа ҡолап төшөп, аяғын һындырғанда үҙен ҡотҡарған этенә, ни ашаһам, уға ла шуны ашатырмын, тип күптән түгел генә вәғәҙәләгәйне бит Һиммәт. Этенең был ҡылығын хыянат тип ҡабул итә ир, вәғәҙәһен дә онота һәм, уны үлемгә дусар итеп, шурфҡа ырғыта... Йылдың Рәсәй киноһына арналыуы илебеҙҙә, республикабыҙҙа сәнғәттең был төрөнә иғтибарҙы бермә-бер көсәйтеп ебәрҙе. Киң мәғлүмәт сараларында Башҡортостан киноиндустрияһын үҫтереү, режиссерҙар, операторҙар, музыкаль һәм әҙәби мөхәррирҙәр кеүек һөнәр эйәләрен әҙерләү мәсьәләләре буйынса осрашыуҙар, фекер алышыуҙар, сығыштар ойошторола, милли зитыбыҙға һуғып ҡына торған матур йөкмәткеле фильмдар кәрәклеге хаҡында һүҙ ҡуҙғатылып тора. Ә беҙ, ибраһимдар, үткән быуаттың 90-сы йылдарында зәңгәр экрандарға сыҡҡан “Һарығолаҡ” телефильмын һағынып һөйләп алабыҙ. Бик шәп, күптәрҙе илатҡан картина ине ул. Етмәһә, уның ҙур ғына өлөшө тап беҙҙең ауылда төшөрөлгән. Клуб мөдиренең, үҙаллы әүҙем эшләү һәләтенә эйә Гөлнара Әбдрәхимованың: “Телефильмды яңынан ҡарап сығайыҡ, ауылдаштарға ла күрһәтәйек”, – тигән тәҡдимен беҙ, ауыл ағинәйҙәре, элеп алдыҡ. Ундағы төп ролдәрҙе башҡарған кешеләрҙе саҡырып, хәтирәләрҙе яңыртайыҡ, бынамын тигән артистар менән бер рәттән, ҡайһы бер ролдәрҙә урындағы халыҡ та күпләп ҡатнашҡан бит, тинек. Тамашасы һөйөүен яулаған был фильмдың донъяға килеүе тирә-йүнде генә түгел, тотош республика мәҙәниәтен ҡуҙғытҡан ҙур ваҡиға булған. Төп ролдәрҙе башҡарыусы артистар һуң кемдәр: башҡорт театры йондоҙҙары Әхтәм Абушахманов (Һөңгө Һиммәт), Роза Кәримова (Хәйерниса), Ғаяз Алтыншин (ферма мөдире), фильмдың тәүге өлөшөндә Шәүрә Дилмөхәмәтова (Йомабикә), икенсеһендә журналист Тәнзилә Кейекбаева-Ғилманова (Йомабикә)... Ауыл тәбиғәтен, данлыҡлы Ҡыҙылғы буйҙарын һүрәтләгән мәлдәрҙе ҡабатланмаҫ моң эйәһе Сөләймән Абдуллиндың йыры оҙатып барған.
Төп һүҙгә күсер алдынан башҡорт әҙәбиәтенең танһыҡ әҫәре кимәленә күтәрелгән “Һарығолаҡ” хикәйәһе авторы, тарихи шәхес, талантлы яҙыусы, күренекле партия һәм йәмәғәт эшмәкәре Рамазан Өмөтбаевтың, Башҡортостан телевидениеһының алтын фондына ингән “Һарығолаҡ” телефильмы режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әнүәр Нурмөхәмәтовтың, оператор Леонид Мешковтың, продюсер, художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республика журналистарының Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты Йәркәй Яҡшыдәүләтовтың, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғаяз Алтыншиндың яҡты рухына баш эйеп, йәнгә үтеп инерлек фильм ижад иткәндәре һәм бының менән ауылыбыҙҙы тағы бер яҡшы яҡтан тарихҡа теркәп ҡуйғандары өсөн сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәйек.
Эш шунан башланып китә. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында республиканың Милли йәштәр театрында эшләп йөрөүсе Әхтәм Абушахманов: “Ошо әйберҙе уҡып сыҡ әле”, – тип Башҡортостан телевидениеһының баш режиссеры Әнүәр Нурмөхәмәтовҡа “Һарығолаҡ” хикәйәһен бирә. Әнүәр Әбүбәкер улы, әҫәр менән танышҡас, фильм төшөрөү ниәтенә сат йәбешә.
Әйҙәгеҙ, киноны төшөрөүҙә ҡатнашҡандарҙың хәтирәләренә иғтибар итәйек.
Әхтәм АБУШАХМАНОВ, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе:
– Хикәйә мине лә ныҡ тетрәндергәйне. Ғәҙәттә, үҙемә оҡшаған образдарҙы ғына кәүҙәләндерергә ризалашам. Оҡшамаһа – юҡ. Рамазан Ғимран улы кеше һәм уның тоғро дуҫы эт араһындағы мөнәсәбәтте иҫ киткес тәрән психологизм аша һүрәтләгән. Әҫәр Әбйәлил районының Ҡушый ауылында булған хәлгә нигеҙләнеп ижад ителһә лә, яҙыусы образды тормошта нисек бар, шулай тулы һәм оҫта күҙ алдына баҫтырған, халыҡтың тел байлығын бик нескә һәм урынлы ҡулланып, ентекле, мауыҡтырғыс итеп һүрәтләгән. “Көрәшсе Һиммәт”, “Һөңгө Һиммәт” ҡушаматлы урындағы ауыл Советы рәйесе шундуҡ булмышымды биләне, күңелемде яуланы. Ролгә башкөллө инеп китеүемә быға тиклем “Казахфильм” киностудияһында алған тәжрибәм дә ярҙам иткәндер.
Миңнулла ХӘМЗИН, “Башҡортостан” колхозының элекке рәйесе:
– Бик тә сетерекле сәйәси шарттар, “демократия” тип шаулашҡан, тамаҡты талонға туйҙырған йылдар булһа ла, бирешмәй эшләп килдек, ауылдың мәҙәни тормошон да иғтибарҙан ситтә ҡалдырманыҡ. Район хакимиәтенең ул саҡтағы башлығы Юрий Вәли улы Садиҡов һәр башланғысҡа дәрт биреп торҙо. Әнүәр Нурмөхәмәтовтың һәм академик Әхмәт Сөләймәновтың ярҙамы менән Нардуған байрамын ойошторғайныҡ, режиссер бик матур фильм яһап, телевидениеға сығарҙы. Шул саҡта уҡ уға йырлы-моңло кешеләребеҙ, ер-һыуҙарыбыҙ ныҡ оҡшағайны. Әнүәр Әбүбәкер улы “Йырсы ауыл” тигән фильм төшөрөргә ниәтләүен дә әйткәйне. Тормошҡа ашмай ҡалды инде... Шуға “Һарығолаҡ”тың дауамын Ауырғазы районында түгел, ә беҙҙең Ибраһим ауылында төшөрөргә булдылар.
Тәнзилә КЕЙЕКБАЕВА-ҒИЛМАНОВА, журналист, шағирә:
— Ул саҡта Өфө дәүләт сәнғәт институтында Әнүәр Нурмөхәмәтов етәкселегендә Башҡортостан телевидениеһы өсөн махсус режиссерҙар әҙерләү бүлегендә уҡып йөрөй инем. Башҡортостан телевидениеһына ярты ставкаға режиссер ярҙамсыһы итеп эшкә лә алғайнылар. Сағыу талант эйәһе, тележурналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Шәүрә Ғилманованың ҡулы аҫтында булдым. Бер мәл телевидениеның баш режиссеры Әнүәр Әбүбәкер улы миңә: “Һарығолаҡ” тигән кино төшөрәбеҙ, һиңә Йомабикә ролен тәҡдим итәм, бына сценарий, ҡарап сыҡ”, – тине.
Фильмда ҡатнашыу тәҡдиме булғас, шатлығымдан ни эшләргә лә белмәнем. Быға тиклем Сибайҙа инглиз теленән уҡытып, урындағы телевидениела диктор, башҡортса тапшырыуҙар алып барыусы, концерттарҙа конферансье булып эшләп, йырлап, шиғырҙар һөйләп, бер аҙ тәжрибә туплаған, бөтә булмышы менән сәнғәткә ынтылған кешегә фильмда уйнау күктән төшкән бәхет кеүек күренде.
Ғәзимйән ИБРАҺИМОВ, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев музейының элекке директоры:
– 1994 йыл ныҡ иҫемдә ҡалған. Әсәйем ауырыбыраҡ торһа ла, балаларҙы уға ҡалдырып китә инек. Оҫта ойоштороусы ла, киң күңелле шәхес тә ул беҙҙең Миңнулла Ғәтиәтулла улы. Фильмға ҡатнашы булған һәммәһен дә оло ҡунаҡтай күреп, фатирҙарға урынлаштырҙы, ашау-эсеү мәсьәләһен иркен хәл итте, бер кем дә күҙ уңынан төшөп ҡалманы.
Тәнзилә КЕЙЕКБАЕВА-ҒИЛМАНОВА:
– Йәйге съемкалар бик йәмле мәлгә тура килде. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Кәримова менән мине (фильмдағы Хәйернисаны һәм уның көндәше Йомабикәне) бер фатирға төшөрҙөләр. Роза апай менән бер өйҙә йәшәү, уның кәңәштәрен тыңлау миңә ныҡ файҙалы булды. Хәҙер ҙә һағынып иҫкә алам уның менән бергә үткәргән көндәрҙе. Өй хужаһы бик ихлас, йомарт, таҙалыҡты, тәртипте яратҡан кеше ине. Өйө, ихатаһы йыйнаҡ булғаны өсөн, Роза апай менән уны маҡтап ҡына торҙоҡ. Әбейе үлеп, бер үҙе йәшәһә лә, ағай беҙгә көн дә тигәндәй мунса яҡты, съемкалар тамамланып, хушлашҡанда күп итеп һалабаш бирҙе. Мунсала йыуынған һайын бабайға рәхмәт әйтә-әйтә уны бик оҙаҡ тотондом (ҡыҙҙар Т. Ғайсин урамындағы Ғәбдрәхим Баязитовтың өйөндә йәшәгән. – Ф.Л.). Ә инде фильмда минең “өйөм” ике урам сатында ине (Т. Ғайсин һәм Ф. Садиҡов урамдары киҫелешендә Зөлхизә Әхмәтшина әбейҙең өйө булған. Уны хәҙер ситтәр һатып алып, заманса йорт күтәрҙе. – Ф.Л.).
Ғәзимйән ИБРАҺИМОВ:
– Ә беҙҙә Рамазан Өмөтбаев менән Йәркәй Яҡшыдәүләтов ағайҙар йәшәне. Икеһе лә шәп кешеләр ине. Ә холоҡ-булмыштары ҡапма-ҡаршы инде! Рамазан ағай итле, һөтлө ризыҡ ашаманы. Береһе холестеринды арттыра, икенсеһе эсәктәргә ултыра тип. Уның ҡарауы, кистәрен бик һуң ятып, иртә торор ҙа шәп-шәп атлап, ауылды урап сығыр ине. Йәркәй ағай иһә йоҡларға иртә ята, һуң тора. Ашауға ла талымһыҙ булды. Фильм төшөрөлөп бөткәс, икеһе менән дә дуҫ булып, оҙаҡ аралашып йәшәнек.
Әхтәм АБУШАХМАНОВ:
– Минең “өйөм” йылғаға яҡын урында булғас, тәбиғәт көн һайын күҙ алдымда торҙо (М. Ғафури урамындағы был өй әле лә бар. Фәүзиә Дауытова улы Филарис менән йәшәй. – Ф.Л.). Ибраһим – хозурлыҡтың ҡап уртаһында: ауыл эргәһенән генә Ҡыҙылғы йылғаһы аға, ете-һигеҙ саҡрымдай алыҫлыҡта Ағиҙел йәйрәй; тирә-яҡтан уйпат-уйпат бәләкәй түңәрәк күлдәр уратып алған.
Ғәзимйән ИБРАҺИМОВ:
– Фильм төшөрөргә булғас, колхозсыларҙы әллә ун көнгә инде эштән бушаттылар. Колхоз идараһы Һиммәттең эш урынына әйләнде. Хәҙер ул бинала – мәсет. Көнө буйы кино төшөрөү менән мәш киләләр. Халыҡ, байрамға сыҡҡан кеүек, кейенеп-яһанып, урам тулып йөрөнө. Һабантуй эпизодын төшөрөү өсөн ысын байрам ойошторҙоҡ.
Клара ХӘМЗИНА, Ибраһим мәктәбенең элекке директоры:
– Партияның район комитеты бюроһында Һиммәттең әхлаҡи тәртибен “тикшерҙек”. “Бюро ағзалары” Ғәзимйән Ибраһимов, Әнүәр Садиҡов уға “кәзә билеты” биреп сығарҙы. Мин секретарь инем. “Әйтерһең дә, ғүмер буйы райкомда эшләгәнһең, бик килештереп ултыраһың”, – тинеләр аҙаҡтан. Һиммәттең ҡылығы ауылға таралғас, был хәбәрҙе “ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа” һөйләүселәр итеп ике ҡыҙымды – Айгөл менән Ләйсәнде – ҡуйҙылар. Таланты менән дә, йөҙ-ҡиәфәте йәһәтенән дә ғәләмәт бәһлеүән Әхтәм Абушахманов Һиммәтте иҫ киткес ысын итеп һоҡланғыс уйнаны. Рамазан Өмөтбаев ағай, күп йылдар ҙур урындарҙа етәксе булып эшләгәс, райкомдың беренсе секретары роленә тап килеп кенә тора ине.
Әхтәм АБУШАХМАНОВ:
– Тыштан “партократ” күренһә лә, Рамазан Ғимран улы тормошта бик ябай, күркәм холоҡло ине. Миңә ҡәрҙәш тә булғас, уны яҡшы беләм. Заманында Краснохолмск хәрби-пехота училищеһын тамамлаған, Курск дуғаһында, Орел янында фашистар менән алышҡан, контузия алған. Баймаҡ районында бухгалтер, комсомол ойошмаһы секретары, унан инде райкомдың беренсе секретары, КПСС-тың Башҡортостан Өлкә Комитетында бүлек мөдире, Мәскәүҙә ижтимағи фәндәр академияһы аспиранты (иҡтисад фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлаған), БАССР-ҙың Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары, БАССР-ҙың Кинофикация буйынса дәүләт комитеты рәйесе кеүек юғары вазифаларҙы лайыҡлы үтте, мәҡәлә, хикәйә, хәтирә, романдары матбуғатта бер-бер артлы баҫылып торҙо. Боронғо башҡорт йырҙарын бик оҫта башҡарыр ине. Данлыҡлы артист һәм ҡурайсы Ғиниәт Ушанов уны йәш сағында “йырсы булыр” тип нарыҡлаған. Шуға Рамазан Ғимран улының “Һарығолаҡ”та үҙ ролен оҫта башҡарыуы тәбиғи ине.
Тәлғәт СӘҒИТОВ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, хаҡлы ялдағы опера йырсыһы, 86 йәштә:
– Ә һеҙ минең этемде, Джегымды, онотмағыҙ. Өйрәтелгән, ғәләмәт шәп һунар эте ине бит ул. Роль уйнамаһам да, ике серия дауамында эт менән йөрөнөм. Джегым “ултыр”, “ят”, “тор” кеүек һәм башҡа бихисап фармандарҙы теүәл үтәп, үҙ бурысын бик матур башҡарҙы, тамашасы һөйөүенә лайыҡ булды.
Фильмдың тәүге өлөшө Һиммәттең ҡанһыҙлығы менән тамамланғас, республикабыҙҙың төрлө мөйөшөнән хаттар күпләп килә башланы. Айырыуса балалар, уларҙың атай-әсәйҙәре, Һарығолаҡтың ғүмере шулай аяныслы өҙөлөүе менән ризалашмай, илашып, телевидениеға, шәхсән авторға, баш режиссерға “Һарығолаҡ иҫән ҡалһын”, “Нишләп этте үлтерәһегеҙ?” кеүегерәк йөкмәткеле хаттар яуҙырҙы. Фильмдың дауамы шулай барлыҡҡа килде. Икенсе серияны Рамазан Өмөтбаев, Йәркәй Яҡшыдәүләтов, Әнүәр Нурмөхәмәтов бергәләп ижад итте тиһәң дә була.
Әхтәм АБУШАХМАНОВ:
– Әҫәр иҫ китмәле тәрән кинәйәгә эйә. Эт тоғролоғо, йәғни аңһыҙ тоғролоҡ менән кемгәлер хеҙмәт итеп харап булыусылар тормошта осрап ҡына тора бит.
АВТОРҘАН. Мин таба алған мәғлүмәттәр ошонда тамам. Ҡайһы бер сығанаҡтарға ҡарағанда, 1996 йылда “Һарығолаҡ” телефильмын республикабыҙҙың С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим итеп ҡарағандар. Хөкүмәт тирәһендә ҙур ғына вазифа биләүсе берәү: “Премияны мотлаҡ аласаҡһығыҙ”, – тип ышандырған да... Вәғәҙә һүҙ генә булып ҡалған шул. Был хәл “Һарығолаҡ” телефильмының бер заманда ла иҫкермәүенә, Һиммәт кеүектәрҙең тормошта гел осрап тороуына дәлил түгелме ни?!
Фәүзиә ЛАТИПОВА,
Башҡортостандың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте советы ағзаһы.