Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъяны иман ҡотҡарыр
Флүр Ғәлимовтың “Аҙғын тәүбәһе” трилогияһы беҙҙең яҡтарға ла килеп етте. Ярайһы тос, апаруҡ ҡалын булыуына ҡарамаҫтан, китапты өс-дүрт көндә йотлоғоп уҡып сыҡтым. Бик тәрән фекерҙәр, идеялар һалынған әҫәрҙең сюжеты үтә ҡатмарлы, ҡатлы-ҡатлы, әммә еңел уҡыла, сөнки бай, шул уҡ мәлдә ябай, аңлайышлы тел, һоҡланғыс оҫталыҡ юғарылығында ижад ителгән.


Мин ғүмер буйы ауыл мәктәбендә әҙәбиәттән уҡыттым, хәҙерге башҡорт әҙәбиәтен дә иғтибар менән күҙәтеп барам, ләкин бындайын да әҫәрҙе “үҙебеҙҙә” күргәнем дә, уҡығаным да юҡ ине әле. Флүр Ғәлимов бөтөнләй башҡаса, бигерәк үҙенсәлекле яҙа икән. Был ҡәҙәр ихласлыҡ, ҡыйыулыҡ, яҙыусы шәхесенең эске азатлығы – бик һирәк осрай торған күренеш беҙҙең әҙәбиәттә.
“Башҡортостан” гәзитендә (2016 йыл, 30 март) Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбайҙың “Яңы заман геройы” тип аталған уйланыуҙарын уҡып сыҡҡандан һуң авторҙың күпселек фекерҙәре менән килешеүемде аңланым. Халыҡ шағирының ғилми яҡтан төрлө, ләкин тәнҡитселәрсә ҡоро түгел, киреһенсә, шағирҙарса хисле итеп яҙылған мәҡәләһенең ҡайһы бер өлөшө менән генә ризалаша алмайым. Мәҫәлән, Ҡ. Аралбайҙың: “Авторҙың төп герой Салауаттың йөрөмтәллеген һүрәтләүҙә артыҡ мауығып китеүе һөҙөмтәһеме, бәләһеме, әммә мөхәббәт сылбырында артыҡ быуын бар һымаҡ: ул – шәхси эшҡыуар Зәлифә. Ғәҙәттә, йомшаҡ, көсһөҙ быуынды уйындан төшөрөп ҡалдыралар. Бында ла ана шул, “көсһөҙ быуын”ды (Зәлифәне) автор башта уҡ уйынға ҡыҫтырмаһа, сюжет ыҡсымлыҡта отҡан булыр ине”.
Минеңсә, Зәлифә нәҡ “сылбыр” рәүешендә кәрәк булған авторға. Ф. Ғәлимов шул “сылбыр” ярҙамында ул ҡатындың апаһын, ҡасандыр райкомда эшләгән ялҡынлы пропагандист, коммунис­тик идеяның урындағы орансыһы Револла Октябриновнаны әҫәренә индерә. Коммунизм тәғлимәтенә йәне-тәне менән бирелгән ханым партия тарҡатылғас, демократ булып яҙылырға теләмәй. Сараһыҙҙан Италияға китеп, ҡарт бабайҙы ҡарарға яллана. Хет ила, хет көл тигәндәй, теге бабай элекке итальян фашисы булып сыға. Етмәһә, батыр һуғыш ветераны ҡыҙына, ялҡынлы коммунисҡа ғашиҡ була, уға өйләнергә хыяллана…
Был ғына етмәгән, Револла Октябриновна һеңлеһе Зәлифәне лә үҙе менән Италияға алып китә. Шулай итеп, элекке коммунистик хеҙмәт алдынғыһы, тракторсы Зәлифә лә фатир һатып алырлыҡ аҡса өсөн сит илгә юлланырға мәжбүр була.
Был образдарҙы автор тиктәҫкә генә һүрәтләмәй. Мәңге ҡаҡшамаҫ булып күренгән Совет иле менән бергә Зәлифә, уның апаһының, әҫәрҙең төп геройы Салауат Байғазиндың, ғөмүмән, ғәм халыҡтың бөтә тормошо, идеал-инаныстары, өйрәнелгән тормош ҡанундары көтмәгән-уйламағанда ҡомдан әүәләнгән ҡәлғә һымаҡ емерелеп төшә… Халыҡ яңы шарттарға яраҡлашырға мәжбүр. Кем яраҡлаша алмай, яңы тормош уларҙы тарих сүплегенә быраҡтырасаҡ (йә иһә ысын сүплеккә).
“Аҙғын тәүбәһе” – етмеш йыл эсендә шул тиклем күнегелеп, халыҡҡа шундайын ғәҙел, ғәзиз булып ҡаныбыҙға һеңгән Совет иле, миллиондар өсөн йәшлек иле һәм уның яҡты идеалдары менән бәхилләшеү, дөйөм алғанда, әле генә үтеп киткән ХХ быуат менән хушлашыу әҫәре ул.
Совет иле менән бергә ҡиммәттәр системаһы, идеалдар ҡыйралыуын, әхлаҡ нормаларының, кешелек сифаттарының түбән төшөп, сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә халыҡтың һәм тормоштоң шул ҡәҙәр үҙгәреүен, коммунистик идеологияны аҡса, байлыҡ, алтын буғаға табыныу алмаштырыуын барыһы ла ҡабул итә алманы шул. Шуға ла күптәр эскелек, наркомания һаҙлығына батты, үҙ-үҙенә ҡул һалды, енәйәтсегә әйләнде, яңы шарттарға яраҡлаша алмайынса, тормоштоң иң төбөнә тәгәрәне.
Ярлылыҡ, билдәһеҙлек батҡылынан нисек ҡотолорға белмәгән байтаҡ халыҡ ярҙам һорап, ҡапыл күбәйеп киткән экстрасенстарға, күрәҙәселәргә, сихырсыларға мөрәжәғәт итте. ХХ быуат башында ла ошондай хәл булған бит: февраль, октябрь инҡилаптары күнегелгән тормоштарын селпәрәмә килтергәс, күпселек халыҡ күрәҙәселәргә, сихырсыларға йөрөгән.
Тарих ҡабатланыусан шул. Йыш ҡына ул пародия рәүешендә ҡабатлана… Тормош та ҡуласа, әйләнә лә бер баҫа. Тыуған иле, халҡы, ғәзиз ере өсөн аяуһыҙ көрәшкә күтәрелгән милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың етенсе быуын вариҫы – Салауат Байгазин да үгәй атаһы Зөфәр Усаев менән ус аяһындай ғына баҡса ере өсөн күршеләренә ҡаршы уҫмаҡлашып, ун биш тәүлеккә ултыртыла. Зөфәр Усаев та ябай кеше түгел, Салауат Юлаевтың көрәштәше Ҡәнзәфәр Усаевтың туранан-тура вариҫы икән… Беҙ инде сал тарих төпкөлөндә ҡалған батыр ата-бабаларыбыҙ һымаҡ түгелбеҙ, сағыштырғыһыҙ рәүештә ваҡландыҡ, тип әйтергә теләйме автор был эпизоды менән?
С. Байғазиндың ҡатыны Зөләйха-Лилиә-Лилит иренә олатаһы Кинйәғолдоң бәхетһеҙ мөхәббәте, атаһы яҡлап бабалары – бер туған Бүре, Ҡытай, Ҡашыҡ ҡарттар тураһында кинәйәле һәм ғибрәтле хикәйәттәр бәйән итә. Был хикәйәт-мәҫәлдәр трилогияны байыта, әҙәм балаларына оло бүләк итеп бирелгән мөхәббәт тойғоһоноң бөйөклөгөн, тормош тигән ҡатмарлы нәмәнең төп этәргестәренең береһе икәнен күрһәтә.
Трилогияла исемдәр системаһы ҡыҙыҡлы, автор үҙенең персонаждарына исем-аттарҙы ныҡлы уйлап биргән: төп герой – Салауат, уның әсәһе – Аҙнабикә, үгәй атаһы – Зөфәр Усаев, ҡатыны – Зөләйха. Тик ул һуңынан Лилиәгә әйләнә, сихырсылыҡ юлына баҫҡандан һуң – Лилитҡа. Ә боронғо риүәйәттәр шуны бәйән итә: атабыҙ Әҙәмдең тәүге ҡатыны Лилит исемле булған икән. Аллаһы Тәғәлә уны, Лилит иренә баш бирмәйенсә яуызлыҡ юлына баҫҡас, анабыҙ Һауа менән алмаштырған…
Лилит образы М. Булгаковтың “Мастер һәм Маргарита” романындағы героиняны ла иҫкә төшөрә. Яҙыусы-мастерҙың тоғро ҡатыны Маргарита һөйөклө ире өсөн сихырсыға әүерелеп, уның ҡара дошмандары – ғәҙелһеҙ, тар күңелле һәм аумаҡай әҙәби тәнҡитселәрҙән үс ала. Ә Чеховтың хамелеонын хәтерләткән “Аҙғын тәүбәһе”ндәге Зөләйха-Лилиә-Лилит, иренең һөйәркәһе Зөлфиәгә ҡаршы алып барған аяуһыҙ көрәштә сихырсыға әүерелеп, яуызлыҡ, һатлыҡ юлына баҫа.
Флүр Ғәлимовтың “Аҙғын тәүбәһе” трилогияһында, нигеҙҙә, һуңғы тиҫтә йылдар, хәҙерге заман һүрәтләнә, бынан йөҙ һәм ике йөҙ илле йыл әүәлге ваҡиғалар ҙа иҫкә алына. Әммә ысынында әҫәрҙә үткән быуаттарға ғына баһа бирелмәй, ә бөтөн кешелек тарихы донъяның бөгөнгөһөнә килтереп бәйләнеп, тәрән анализлана. Автор фекеренсә, Аллаһы Тәғәләгә Ғазазилдың (аҙаҡ Иблистең) буйһонмайынса, Әҙәмгә сәждә ҡылмауынан башланған икән Бөйөк Бәхәс һәм ул ҡиәмәт көнөнәсә дауам итәсәк. Баҡһаң, бөтөн тормош ығы-зығыһы, донъя тарихы ошо боронғо низағ тирәһендә генә әйләнә икән…
Трилогияла ожмах күренештәре һүрәтләнгәндән һуң Ҡөрьәндән ҡыҫҡа ғына, әммә бик мөһим өҙөк килтерелә. Әҫәрҙең төп идеяһын асыусы тылсымлы асҡыс ролен үтәй ул.
Бер ҡараһаң, ожмахтағы аҫыл ир менән гүзәл ҡатын – Әҙәм менән Һауа, ентекләберәк баҡһаң – Салауат һәм Зөләйха, әллә Зөлфиә?.. Әҫәрҙең төп геройы менән тәүге ҡатыны Зөләйха-Лилит – алты быуын нәҫелдәр, ә Салауаттың иң яуыз дошманы Әнүз Япҡаров уға биш быуын ағай икән. Был хәтлем нәҫеллек ептәрен барлап, автор китап уҡыусыларға нимә иҫбатларға теләй? Барыбыҙҙың да атайыбыҙ Әҙәм менән анабыҙ Һауанан таралғандымы?.. Бөтә әҙәм балалары ла ағай-эне, апай-һеңле булғас, ни өсөн әҫәрҙәге өс бер туған Бүре, Ҡытай, Ҡашыҡ ҡарттар һәм уларҙың балалары, ейән-бүләләре ыҙғышып-талашып, һуғышып ғүмер һөрә икән? Ә үҙебеҙ һуң…
“Ни хәл ҡылырға?”, “Артабан нисек йәшәргә?” тигән мәғәнәле һорауҙар ҡуя автор һәм “Донъяны иман ҡотҡарыр!” тип уларға шундай уҡ кимәлдәге яуабын да таба.
Флүр Ғәлимов “Аҙғын тәүбәһе” трилогияһын ижад итеп, үҙ алдына буй етмәҫлек маҡсат ҡуйған – ул йәшәү мәғәнәһен асыу. Уйлап ҡараһаң, был бит иҫ китмәле ҡыйыулыҡ һәм баҙнатсылыҡ. Аңлы донъя башланғандан бирле нисәмә быуын аҡыл эйәләре был бөйөк һорауға яуап эҙләгән?! Ләкин таба алмаған. Ә провинцияла йәшәп ижад иткән башҡорт яҙыусыһы донъя кимәлендәге был мөҡәддәс һорауға яуап тапҡан: ҡасандыр атабыҙ Әҙәм менән анабыҙ Һауа ҡыуылған ожмахҡа ҡабаттан әйләнеп ҡайтырға бурыслыбыҙ. Бына ошо икән йәшәү мәғәнәһе, нәҡ ошо маҡсатҡа ирешер өсөн яҡты донъяға килгәнбеҙ. Моратыбыҙға етер өсөн тәүбәгә килеп, иманға ҡайтырға тейешбеҙ, йәғни “Донъяны иман ҡотҡарыр”.

Ғәлиә ТАТЛЫБАЕВА,
Башҡортостандың халыҡ мәғарифы алдынғыһы.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779