Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урал батырҙары онотолмай
Күптән түгел Силәбе ҡалаһында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре хөрмәтенә арналған кисә уҙғарылды. Сарала данлыҡлы милләттәштәребеҙ яҙмышына байҡау яһалды, Силәбе өлкәһе йәштәре иттифағы ағзалары атлылар дивизияһы тарихы менән таныштырҙы. Шулай уҡ кисәгә батырҙарҙың туғандары саҡырылды.

“Урал батырҙары” тип аталған кисә һәр кемде сал тарихҡа алып ҡайтты. Башҡорт атлыларының ҡаһарманлы­ғын яҡтыртҡан хәтирәләр тамашасы­ларҙы битараф ҡалдырманы.
Сараны Арғаяш ауылында башҡорт атлылары хөрмәтенә ҡуйы­ласаҡ һәйкәл проекты авторы, тарихсы Йосоп Ҡунаҡбаев асты. Йосоп Тимерхан улы үҙенең сығышында: “Дон йыл­ғаһынан алып Эльбаға тиклем дүрт мең саҡрымды һыбай үтеп, 78 Советтар Союзы Геройы һәм биш Дан ордены кавалеры исеменә лайыҡ булған милләттәштәребеҙ менән ғорурланабыҙ”, – тип белдерҙе. Ысынлап та, был тиклем геройҙар һәм дүрт хәрби орденлы байраҡ барлыҡ Ҡыҙыл Армия сафындағы дивизия­ларҙа булмаған!
Тарих фәндәре кандидаты Рәшит Хәкимов легендар дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатовтың һаман да герой тип танылмауы тураһында әсенеп һөйләне. “Үҙ батырҙарыбыҙҙы үҙебеҙ күтәрергә тейешбеҙ”, – тип өндәште ул залда ултырған йәштәргә.
Был аяуһыҙ һуғыш бер ғаиләне лә урап үтмәй. Кисәлә сығыш яһаған филология фәндәре кандидаты Флүзә Ғайсинаның да олатаһы данлыҡлы дивизия сафында һуғыша. Уның тураһында мәғлүмәт китапҡа ла ингән.
Силәбе өлкәһе батырҙарынан Сосновка районының Мамай ауылы егете Байғужа Сәйетғәлин башҡорт дивизияһында 313-сө кавалерия полкын етәкләй. Ул яу яланында ятып ҡала. Батырҙың туғандары тәү сиратта уның кешелек сифаттарын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Йәш милләттәшебеҙ Радмир Сәғитов әлеге ваҡытта хәрби хеҙмә­тен башҡара. Кисәлә ул үҙенең яҡташы Таһир Кусимов тураһында бәйән итеп, сығышын ҡурай моңо менән тамамланы. Артабан сарала ҡатнашыусылар күмәкләп Силәбе әҙибе Ҡадир Даян ижад иткән “Шайморатов генерал” йырын башҡарҙы.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779