Бөгөнгө заман хикәйәһе
– Үҙ көндәрен үҙҙәре күрерлек белемдәре, эштәре бар. Зарланмайҙар, минән ҡайтып аҡса һорамайҙар. Кәрәк саҡта ярҙам итеп торалар, – тине Дарвин.
Атай йортонда өлкәндәрҙән уҙып һүҙ башларға ғәҙәтләнмәгән балалар күберәк ололарҙы тыңланы. Ҡунаҡ ирҙе “Мерседес” машинаһын “эйәрләгән”, улдарына ҡиммәтле уйынсыҡтар, әсәһенә бик күп күстәнәс тейәп ҡайтҡан Ирәндек ҡыҙыҡһындырҙы: “Кем булып эшләй? Ҡайҙа?”
Һүҙгә ҡатышып бармаған, уйлап ҡына ауыҙын асҡан Ирәндек ҙур теплицаһы, малсылыҡ комплексы, колбаса етештереү цехы, бер нисә магазины булған эшҡыуар икәнлеген әйткәс, кикереге шиңде маҡтансыҡтың.
– О-о-о! Алайһа, һин аҡсаның эсендә йөҙәһең инде, слушай!
– Эшләмәһәң, береһе лә килтереп бирмәй, аҡса диңгеҙенә илтеп һалмай, ағай.
Ирәндек һүҙҙе ҡыҫҡа тотто. Ҡунаҡ ҡарт усы менән тубыҡтарын ыуып ултырҙы-ултырҙы ла, һүҙҙе дауам итергә хут ҡалмағас, Ильястың ҡулындағы еңел машинаға үрелде.
– Улым, был машинаңды миңә бирәһеңме?
Бабай кешегә ни тип яуап бирһен сабый?
– Биәм, – тип баш ҡаҡты.
Ҡунаҡ бабай, шуны ғына көткәндәй, сабый ҡулындағы машинаны ҡулына алды.
– Минең дә һинең кеүек ейәнем бар. Урал исемле. Был машинаңды уға бүләк итәһеңме?
Ҡаршыһында баҫып торған ҙур ҡорһаҡлы бабаһына аптырап ҡарап ҡалған бала унда ла ыңғай яуап ҡайтарҙы. Ҡунаҡҡа етә ҡалды, ялтырап торған өр-яңы машинаны Гөләндәменә һуҙып, төргәккә урарға ҡушты. Уныһы бер ҡыйынһыныуһыҙ ире ҡушҡанды үтәп, машинаны ҡыштыр ҡапсыҡҡа һалып, юл сумкаһының төбөнә йәшерҙе. Өйҙәгеләр был хәлде шаярыу тип ҡабул итте. Сабый ҡысҡырып илап ебәргәс кенә “айнынылар”.
– Масинамды би-и-и! Масинамды би-и-и! – тип илаған сабыйҙы Мөҙәрис, атаһына бороп:
– Һиңә атайың икенсене алып бирә, уның аҡсаһы күп, – тине лә йомшаҡ дивандан күсеп тәҙрә янындағы креслоға барып ултырҙы.
Ни хәл итһен бала? Бер әсәһенә, бер атаһына ҡарап танауын тартып торҙо ла бабаһының итәгенә барып һарылды:
– Бабай, масинамды бисен! Масинамды бисен!
– Бирер, бирер, балам, бабай шаяртып ҡына алды бит ул… – Дарвин малайҙы алып, итәгендә һикертте. Әммә яңы уйынсығы менән уйнап туймаған малайҙың һикергеһе килмәне, киреләнеп төшөп, ҡунаҡ бабай янына йүгерҙе.
– Масина минеке, минеке масина… Б-и-и, б-и-и!
Ҡунаҡ бабайҙың ғына иҫе китмәне:
– Һуң үҙең минең малайға бирҙең бит. Йоҡлай инде машина. Кит! – Баланы ситкә этәрҙе. Көтөлмәгән хәл ине был. Өйҙәге өлкәндәр генә түгел, уйын менән мауыҡҡан Иҙел дә телһеҙ ҡалды – уйын ҡайғыһы китте, һағайып, “минекенә теймәһә ярар ине” тигәндәй, башҡа уйынсыҡтарын ҡосағына алып, мөйөшкә боҫто. Әсәһенең итәгендә мыш-мыш морон тартҡан бәләкәс Ильясты күреү ҙә ҡыҙғаныс ине.
Мөхәррәмә шул минутта ҡуҙғалып, өлгөргән ашын бүлергә кухняға сыҡты. Мөҙәрис тә эйәрҙе. Мәктәп йылдарында ҡасандыр ҡыҙҙың артынан йөрөп маташҡан.
– Ҡартайғанһың, Мөхәррәмә, ҡартайғанһың… – Ҡунаҡ, һаҡ ҡына килеп, хужабикәнең биленән тотто. Ҡатын ирҙе ситкә этте.
– Иҫән кеше ҡартайырға тейеш, Мөҙәрис. Уның урынына балам үҫте, ейәндәр һөйәбеҙ хәҙер!
Ир, башын эйеп, ҡатынға ҡарап торҙо.
– Да-а-а! – тип һуҙҙы. – Насар йәшәмәйһегеҙ, слушай…
– Зарланырға ҡалмаһын!
Шул мәлдә Мөҙәристең күҙе аш бүлмәһе өҫтәлендә торған, был икәүҙең серен һаҡлаған ағас шкатулкаға төштө. Унынсыла уҡығанда 8 Март бүләге итеп ҡыҙҙарға бүләк әҙерләргә ҡушылғас, Мөҙәрис Мөхәррәмәгә бирергә тейеш ине. Оҙон тәнәфестә егет күҙе төшөп йөрөгән ҡыҙҙы баҫҡыс янында туҡтатты ла:
– Мөхәррәмә, магазинға бик матур шкатулкалар ҡайтҡан. Шуны ал да миңә бир әле, – тине. Ҡыҙҙың аптырағанын күреп, серен аңлатырға ашыҡты:
– Һуң, үҙеңә бүләккә инде. Һиңә ҡаласаҡ бүләккә мин аҡса тотона алмайым бит инде…
Тин өсөн әсәһен һатырға әҙер класташынан әллә ни көтмәһә лә, быныһына уҡ барып етер тип уйламаған Мөхәррәмә үтәне Мөҙәристең һорауын. Алып бирҙе шкатулканы һәм класс алдында Мөҙәристең “бүләген” ҡабул итте. Әле шул үҫмер саҡтан ҡул да тейҙермәй һаҡлаған тартманы ҡулына алып ҡараны ла иҫе китеп һорап ҡуйҙы:
– Һаман һаҡлайһыңмы шуны?
– Һаҡлайым. Ә нимә эшләтәйем? Иҫтәлек бит…
– Слушай, был бит раритет! Ярты быуатҡа яҡын ғүмер һаҡлағанһың. Маладис! Беләһеңме, нимә? Минең бәләкәй килендең тыуған көнө яҡынлаша. Ул шундай юҡ-барға ҡыҙыға. Бир һин миңә был шкатулканы, Мөхәррәмә, ә? – Ҡаршыһында баҫып торған ҡап ҡорһаҡтың майлы күҙҙәрендәге түбәнлекте күрмәҫ өсөн ҡарашын ситкә алған ҡатын, бер сүмес ашын һауытҡа түгел, иҙәнгә һалып, мәшәҡәт сығарҙы. Ә Мөҙәрис, юғалтҡан ҡәҙерле әйберен тапҡан заттай, шкатулканы усында әүәләй-әүәләй юл сумкаһы торған бүлмәгә ашыҡты.
Мөхәррәмәнең телеңде йоторлоҡ итеп бешергән ашының тәме лә онотолдо. Ике ейәне лә уны ашаманы. Ғүмерҙә булмаған хәл: ата-әсәһен “әйҙә, ҡайтайыҡ” тип борсонолар. Табындағылар һүҙһеҙ генә ашаны ла, таралышты. Дарвин малдарҙы ҡарарға ихатаға сыҡты. Мөҙәрис тә хужанан ҡалманы. Егерме ике кис ҡунып, хужаларҙың ҡайһы мөйөшөндә нимә урынлашҡанын үҙҙәренән дә яҡшы белеп өлгөргән ҡунаҡтың “алмас күҙе” келәттәге өр-яңы резина кәмәгә төштө.
– О-о-о! Быныһы юҡ ине бит әле?!
– Малай 62 йәшемә вәғәҙә иткәйне. Әле алып ҡайтҡан. Йәйҙәрен күлгә балыҡҡа төшкөләйем.
Мөҙәристең күҙҙәре ут булып янды. Көймәне әйләнеп-әйләнеп, баҫҡылап-баҫҡылап ҡараны. “Минең иҫке кәмә түгел инде. Бының менән көслө ағымға ла ҡурҡмай керергә була…” – тип уйланы.
– Слушай, Дарвин, давай былай килешәйек. Мине был аҙнала служак Барнаулға саҡыра. Шунда барғанда биреп тор был кәмәңде. Ҡайтыр юлда индереп сығырмын?!
Ә Дарвин әллә ни эшләне, әйтерһең, ҡаршыһында баҫып торған ҡунағы үҙен арбаны: әле йортонан да сығармаған, бер тапҡыр ултырып та ҡарамаған ҡарап та туймаған килеш, ризалыҡ белдереп, баш ҡаҡты.
– Күптән шулай тиҙәр уны. – Мөҙәрис кәмәнең тынын сығара башланы…
* * *
Иртәнгә ямғыр тағы ла көсәйгәйне. Әллә шуға, әллә башҡа сәбәптәре булды, ҡунаҡтар көтмәгәндә юлға йыйына башланы.
– Йорт тулы һарыҡ аҫрайһығыҙ, балығыҙҙың суты юҡ. Килеү, осрашыу-күрешеү хөрмәтенә берәр бәрән ите менән биш-алты банка балығыҙҙы ҡыҙғанмаҫһығыҙ бит?
Дарвин Мөҙәристең шул үтенесен генә көткән тиерһең:
– Хәҙер! – тине һәм һыуытҡыстан киҫәктәргә бүлеп урынлаштырылған бәрән итен дә, соландан балын да йүгерә-йүгерә сығарҙы. Ҡойоп яуған ямғыр аҫтында өҫтөнә полиэтилен плащ ҡаплап, аҡ джиптың багажнигын тултырҙы.
– Бына булды-ы-ы, слушай… – Мөҙәрис, усын-усҡа ышҡып сәбәкәйләп алды ла артҡы ишекте япты. Дарвинға боролоп:
– Инде үҙегеҙ килегеҙ. Сират һеҙгә, – тип ҡул биреп күреште лә ҡуҙғалып китте.
* * *
Тәбиғәттең мөғжизәһе инеме, ваҡыты еттеме, ҡунаҡтар ҡуҙғалып китеүгә, күк йөҙөн ҡаплап йөҙгән һары болоттар ҡайҙалыр таралып юҡ булды, донъяны балҡытып ҡояш сыҡты.
– Бабай, бабай, Слушай бабай китте. Әнә-ә-ә теге ҙур тауыҡты һуйып, тәмле итеп аш бешерәйек әле. – Биш йәшлек Иҙел, йортта тибенеп йөрөгән иң ҙур себешкә күрһәтте.
– Әрлән ҡунаҡтарынан ҡотолоу хөрмәтенә! – тип өҫтәне Ирәндек.
– Хәҙер, балалар! Хәҙер! – Дарвин ялт ҡуҙғалып өйгә кереп бысаҡ алып сығырға уйланы. Шул мәлдә әле генә үҙе бикләп кергән келәт ишегенең асыҡ булыуын шәйләне. Боролоп килеп ишекте ябырға уйлап эскә күҙ һалһа!.. Кисә генә улы алып ҡайтҡан өр-яңы резина кәмә урынында теткеләнеп бөткән, ҡырҡ ерҙән ямалған, таушалғаны ята. Егерме өс көн буйы хан һарайындағылай һыйланған ҡәҙерле ҡунаҡ Мөҙәристең иҫтәлеге...