Башҡорт драматургияһын Наил Ғәйетбаевтан башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Әҫәрҙәре Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө театрҙарында гөрләп бара. Дүрт тиҫтәнән ашыу пьеса авторы бөгөн дә ижади ҡомар менән янып йәшәй. Тимәк, театр һөйөүселәр киләсәктә лә Наил Ғәйетбаевтың әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙе ҡарап кинәнәсәк.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Аты барҙың — дәрте бар” спектакле барған осорҙа беҙ автор менән әңгәмә ҡороп алырға булдыҡ.
— Наил ағай, һеҙҙең “Аты барҙың — дәрте бар” тигән комедияғыҙ ун биш йыл буйы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының сәхнәһенән төшкәне юҡ. Был уңыштың сере нимәлә?
— Беренсенән, пьесаның алты геройы ла — өлкән йәштәге кешеләр. Ә оло йәштәге артистар өсөн яҙылған әҫәрҙәр бик һирәк. Шуға оҙаҡ уйналалыр, тип уйлайым. Унан күберәк ҡуйылған бер генә пьесамды беләм, ул — “Әстәғәфирулла”. Ҡазандың Тинчурин исемендәге татар дәүләт драма театрында 20 йыл барҙы, 750 тапҡырҙан ашыу уйналды.
Икенсенән, әҫәрҙә пьеса өсөн иң кәрәк һыҙаттар бар — характерҙар, конфликт һәм хәрәкәт...
— Был комедияны яҙыу идеяһы нисек тыуҙы?
— Туҡһанынсы йылдар башында эшҡыуар Рәжәп Ғарипов өс әбей менән өс бабай ҡатнашҡан пьеса яҙыуымды һораны. Ул шундай төркөм төҙөп, гастролдәр ойошторорға йыйына ине. Мин пьесаны бер аҙна эсендә, 1992 йылдың мартында, яҙҙым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәжәп үҙенең уйын тормошҡа ашыра алманы, автоһәләкәттә ғүмере ҡыйылды. Ә пьесаны бик күп театрҙар ҡуйҙы, халыҡ театрҙарының иллеләбе сәхнәләштергәндер.
— Геройҙар тормоштан алындымы, йәғни прототиптары бармы, тимәксемен?
— Юҡ. Ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡты ул пьеса. Минең сюжеттар теркәп барған дәфтәрҙәрем һаҡлана. Бер саҡ шуларҙы ҡарап ултыра инем, бер һөйләмгә күҙем төштө: “Бер бабай, әбейе була тороп, күрше әбейгә өйләнә”, — тип яҙып ҡуйғанмын. Ошо һөйләм пьесаға асҡыс булды. Сюжет ябай ғына һымаҡ: әбей бабайҙың атын һатып ебәрә, ә күрше әбейҙең шәп аты бар. Бабай, үҙ әбейенә үс итеп, шул әбейгә өйләнергә була. Пьесаға ат образын индереүем отошло булды, минеңсә. Әлбиттә, был символик образ. Мәғәнә төптәрәк ята. Халыҡ юҡҡа ғына: “Ир-егеттең йөрәгендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр”, — тимәгән. Бына ошо йөрәктәрҙәге атты һатырға ярамай.
— Әҫәрҙең геройҙары — оло йәштәге кешеләр. Ә спектаклдән ғәжәйеп оптимизм, йәштәрсә йәшәү дәрте бөркөлә.
— Ишеткәнегеҙ барҙыр, бәғзе бер ололар: “Мин үҙемде 18 йәшлек кеүек тоям”, — ти. Кешенең тәне ҡартайһа ла, күңеле ҡартаймай. Ана шуны күҙ уңында тоттом.
— Наил ағай, “пьеса — иң ҡатмарлы жанр”, тигәйнегеҙ ҡасандыр. Ләкин мин, театрҙарҙа барған пьесаларҙы ҡарап сығам да, бының нимәһе ҡатмарлы булһын инде, тип уйлай инем. Был эшкә үҙем тотонғас ҡына аңланым, ысынлап та, һеҙҙең менән тулыһынса килешәм хәҙер.
— Ситтән ҡарағанда һәр эш тә еңел тойола һымаҡ. Ә пьеса яҙыуға килгәндә, элек әйткән һүҙемде инҡар итмәйем — иң ҡатмарлы жанр ул. Күптәр был жанрға тотоноп ҡарай, ләкин килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Ғүмер буйы пьеса яҙырға маташып та, бер әҫәрен дә сәхнәгә мендерә алмаған әҙиптәрҙе беләм. Драматургия, минеңсә, әҙәбиәт пирамидаһының иң юғары өлөшө. Бының менән башҡа жанрҙарҙы “кәмһетергә” уйламайым. Һәр хәлдә, үҙем дә проза, поэзия жанрҙарында эшләп ҡараған кеше булараҡ әйтәм.
— Хәтеремдә, мин студент инем ул саҡта, һеҙ Өфөлә драматургтар семинары ойошторҙоғоҙ. Унда талантлы шағирҙар Ҡол-Дәүләт, Ғәбиҙулла Зарипов йөрөнө. Ғөмүмән, байтаҡ кеше драматургия серенә төшөнөргә теләй. Был семинар хәҙер Талҡаҫ күле буйында дауам итә. Һорауым шул: үҙегеҙгә “конкуренттар” әҙерләүҙән ҡурҡмайһығыҙмы?
— Ҡурҡмайым. Мин бит ғүмер буйы чиновник булдым. Шахтала ла, машиналар эшләү заводында ла етәксе вазифаларҙы башҡарҙым, мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары булдым. Ижад кешеһе — эгоист ул. Быны мин яҡшы мәғәнәлә әйтәм. Улар ижадтарын башҡаларҙыҡынан өҫтөн булыуын теләй, үҙ ижадын ғына ҡайғырта. Ә чиновник кешене альтруист тип әйтергә мөмкин. Һәр хәлдә, мин үҙем шундай. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, драматургиябыҙҙың аяныслы хәлен күреп, уға йән өрөп ебәреү ниәтенән асылды ул семинарҙар.
— Драматургия семинарҙарының файҙаһы булдымы икән?
— Әҫәрҙәрен театрҙа ҡуйҙырған башлап яҙыусыларҙың барыһы ла ошо семинарҙар аша үтте. Арабыҙҙан иртә киткән Ҡол-Дәүләттең, мәҫәлән, “Һарысәс”, “Бермуд өсмөйөшө”, “Алло, самолетта шартлатҡыс!” исемле пьесалары беҙҙең семинарҙа тикшерелеп, авторға кәңәштәр әйтелеп, төҙәтелгәндән һуң сәхнәгә менде.
Ҡол-Дәүләттең “Тышаулы өйөр” пьесаһын еренә еткерергә Сибай башҡорт дәүләт драма театрынан режиссер Сәлихйән Әфләтуновты саҡырып, “Йәшел сауҡалыҡ” санаторийында бер аҙна буйы икеһен әҫәр өҫтөндә эшләтергә тура килде.
“Алло, самолетта шартлатҡыс!” пьесаһын ҡуйҙыртыр өсөн Ҡол-Дәүләтте Сибай театрына командировкаға ебәрергә һөйләштем. Ул саҡта Рәмил “Китап” нәшриәтендә эшләй ине. Нәшриәт директоры Ғәлим Хисамов менән үҙем кереп ризалығын алдым.
Ғөмүмән, Таңсулпан Ғарипова, Рәлиф Кинйәбаев, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Сөләймән Латипов һәм башҡалар беҙҙең семинарҙа драматургия серҙәренә төшөндө.
— Шағир Буранбай Исҡужиндың шундайыраҡ “ҡанатлы” һүҙҙәре бар: “Наил ағайҙың семинарына йөрөһәң, пьеса яҙып булмай”. Быны нимәнән сығып әйтте икән?
— Ул дөрөҫ әйткән. Ни өсөн тигәндә, ҡабатлайым, драматургия — бик ҡатмарлы жанр. Характерҙар үҫешергә, кульминацияға етергә, шартларға тейеш. Ваҡиғалар һәр бер образға ҡағылырға, уларҙы хәрәкәт иттерергә, уйландырырға, борсолдорорға, нимәлер ҡылырға этәрергә тейеш. Әгәр ҙә ваҡиға бер образға ҡағылмай икән, уның пьесала кәрәге юҡ.
Әлбиттә, пьеса яҙыуҙың бөтөн серҙәрен бер-ике ауыҙ һүҙ менән генә аңлатып булмай. Ғөмүмән, драматургия — ҡатмарлы “механизм” ул. Мин был жанр тураһында “Нисек пьеса яҙырға?” тигән китабымда бер ни тиклем аңлатырға тырышҡайным.
Буранбай ҙа бына ошоларҙан сығып әйткәндер, күрәһең.
— Әҫәрҙең пьеса рәүешендә театрға алып киленгән мәленән премьераға тиклемге юлы төрлөсә була. Сер булмаһа, үҙегеҙ генә белгән эш алымығыҙ бармы?
— Минән бер яҙыусы: “Һин пьесаларыңды нисек ҡуйҙыртаһың?” — тип һорағайны. Мин: “Әҫәремде почта аша өс башҡорт, өс татар театрына ебәрәм. Шуларҙың 1–2-һе ҡуя”, — тинем. Һәр пьесамдың юлы шул. Ә әҫәр яҙылғас, режиссерҙар менән хеҙмәттәшлек итмәйем. Пьесаға йыр кәрәк тиһәләр генә шиғыр яҙып бирәм. Ә бына режиссерҙар ниндәйҙер темаға пьеса һораһа, яҙырға тырышам.
— Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 9 мартта ҡуйылған “Аты барҙың — дәрте бар” спектаклен Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Рәфил Нәбиуллиндың яҡты иҫтәлегенә арнаны. Уға быйыл 60 йәш тулған булыр ине...
— Рәфил талантлы һәм бик интеллигентлы актер булды. Ул академтеатрҙа ҡуйылған минең барлыҡ әҫәрҙәремдә уйнаны һәм хәтерҙә ҡалырлыҡ образдар тыуҙырҙы. Яҡты донъянан бик иртә китеүе генә йәл.
— Әле нимәләр өҫтөндә эшләйһегеҙ?
— Бөгөнгө көндә ер мәсьәләһе киҫкен тора. Айырыуса ауыл халҡын борсой ул. Ошо темаға бер пьеса яҙҙым. Әле Сибай башҡорт дәүләт драма театрында уны әҙерләйҙәр. Тиҙҙән сәхнәгә сығыр тип өмөтләнәм.
— Амин, шулай булһын. Уңыштар ташламаһын һеҙҙе, Наил ағай!
Салауат ӘБҮЗӘРОВ әңгәмәләште.