Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Битарафлығыбыҙ сиктән ашманымы?
Битарафлығыбыҙ  сиктән ашманымы? Тыуған еребеҙгә тағы яҙ килде, тәбиғәттең йәш, матур сағы. Май айы айырыуса күркәм. Был осорҙа, ҡабатланмаҫ гүзәллеккә өҫтәп, кешеләр үҙҙәре лә тирә-яғын нисектер биҙәргә тырыша. Һәр кемдә яралһын ине лә һуң яҡты уйҙар, изге теләктәр… Әйләнә-тирәбеҙҙең таҙалығы – ярты иманыбыҙ ҙабаһа. Ул фәҡәт үҙебеҙгә бәйле. Был – һәр кемдең ҡулынан килә торған изге һәм сауаплы эш. Үҙебеҙ йәшәгән, ялдарға һәм байрамдарға йыш ҡына ҡайтып йөрөгән төйәгебеҙҙең йөҙө – күңелебеҙ көҙгөһө ул.

Ураҙмәткә иртә яҙҙан башлап ҡара көҙгә тиклем төрлө яҡтарҙан бик күп яҡташтар ҡайта. Ауылыбыҙ­ҙағы 89 йортта 200-ҙән ашыу кеше йәшәй. Ни тиклем ҙур көс! Ләкин күңелдә изге уй-ниәттәр булмаһа, көс менән генә бер ни эшләп булмай икән. Ниңәлер бөгөн күптәр үҙ донъяһын ғына хәстәрләп ғүмер итә. Ауылыбыҙҙың бөгөнгө экологик хәле, социаль мөхите кешеләр араһындағы мөнәсәбәт, тәртип, тирә-яҡтағы изге урындар кендек ҡаны ошонда тамған кешеләрҙең барыһын да ҙур эштәргә саҡыра.
Өлкән йәштә булыуыма ҡарамаҫ­тан, яҙ еткән һайын хәстәрлекле күҙҙәрем менән үҙем йәшәгән ауыл­ға ҡабат-ҡабат ҡараш йүгертәм. Ауыл урамдарын ҡат-ҡат әйләнеп уҙам. Тиҙ үк изге ниәттәремде тор­мошҡа ашырыу өсөн тәүге аҙым­дарымды башлап ебәрәм. Иҫән сағымда ниндәй ҙә булһа матур эш башҡарып ҡалайым тип ҡабаланам. Тыуған ереңә һәм унда йәшәгән кешеләргә ҡарата сикһеҙ һөйөү хистәре генә уята ала торғандыр ундай ынтылыштарҙы.
Ураҙмәттә тыуып үҫмәһәм дә, 48 йыл ғүмерем, хеҙмәт юлым ошо ауылда уҙҙы. Тәүге көндәрҙән үк был төйәкте, уның халҡын нисек бар шулай ҡабул иттем, яраттым. Үҙем тыуып үҫкән Усылы йыраҡ та түгел, әммә был ике ауыл араһында айырма бик ҙур булды. Шуны беләм: урындағы хужалыҡ етәкселәренән тора халыҡтың көнкүреш хәле. Элегерәк был йәһәттән айырма бик тә ныҡ һиҙелә ине. Һуңғы йылдарҙа бөтә ерҙә лә хәлдәр яҡшы яҡҡа табан боролдо, ауылдарға яңы һулыш керҙе. Тормошҡа асыҡ күҙ менән ҡараусылар күбәйҙе, ләкин ҡайһы бер кешеләрҙең битарафлығы, етешһеҙлектәргә иғтибар итмәҫкә тырышыуы ауылдың яҡты киләсә­генә өмөттө ҡаҡшата. Шуға һөйөнәм: нисәмә йыл буйына тыуған ауылым­дың яҡтылығын, мәҙәни нурын, тыу­мыштан йәнтөйәгемдә тәрбиәләнгән изгелекте был төбәккә лә күсерергә тырышып ғүмер кисерҙем.
Бәхетемә, хеҙмәт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге барышында яҙмышым район үҙәге Әлшәй менән дә бәйләнде! Изге күңелле кешеләрҙән көс, ҡеүәт һәм дәрт алып, Ураҙмәт ауылында оҙон хеҙмәт юлы үтелде. Үҙем ғүмер кисергән был төйәккә, унда йәшәгән кешеләргә йәнемдең яртыһын бүлеп бирерҙәй булып хеҙмәт ителде…
Ул ғына ла етмәй икән. Бөгөн ауыл урамдарын әйләнеп уҙған һайын тәрән уйҙарға биреләм. Борон­ғо ата-бабаларыбыҙ ниндәй матур һәм уңайлы урынға нигеҙ ташы һалып ултырған! Ауылдың көн­сығыш сигенә терәлеп үк Өршәк йылғаһы йүгерә, уртанан инеш кенә булып ағып ятҡан Ҡыҙыл да биләмәне үтеп сығыу менән уға барып тоташа.
Элегерәк яҙ етеү менән Ҡыҙыл йылғаһының яр буйҙарын һап-һары матур сәскәләр ҡаплап ала ине. Халыҡ унда ҡомда ҡыҙынды. Бөгөн был йылғаларҙың ярҙары сүплеккә әүерелеп бара. Йорт эсенән, аҙбар-ҡуранан сыҡҡан бар нәмә – һыу буйында. Ҡыҙыл буйында теҙелеп урынлашҡан шәхси йорттарҙа йәшәгәндәрҙең күбеһе мунсаһын да, бәҙрәфен дә йылға буйына уҡ килтереп төҙөп ҡуйған. Ә бит был һыу – йәшәйешебеҙ сығанағы ғына түгел, рухи ҡомартҡыбыҙ ҙа!
Бушҡа үттеме икән был ауылдағы ғүмерем? Бушҡа типтеме икән йөрәгем? Ниңә һуң мин тыуған ергә ҡарата оло мөхәббәт хистәремдең бер ни ҡәҙәр генә өлөшөн булһа ла ошо ерҙә тыуып үҫкән кешеләргә бирә алмағанмын икән? Бөгөн килеп социаль проблема дәрәжәһенә ҡәҙәр үҫеш алған был мәсьәләлә минең дә ғәйебем бармы икән? Үҙ-үҙеңә шундай һорауҙар биреп ғазапланыуҙан ниңә башҡалар ситтә тора? Ә бит тыуған ауыл, тыуған ер тигән төшөнсәләр һәр кем өсөн дә ҡәҙерле. Ватанын һәр кем ярата. Бергәләп төркөм-төркөм булып һөй­ләшеп ултырған саҡтарҙа кемдәр­ҙеңдер күңелендә изге ниәттәр тыуа ла ул... Һинең тыуған ауылыңа кем дә булһа ситтән килеп биҙәктәр һалырға тырышмаҫ бит инде. Ауыл кешеләре араһындағы мөнәсәбәтте лә үҙгәртеп ҡуймаҫ. Һинең үҙеңдә тыуырға тейеш ул изге ниәттәр, ғәзиз ауылдашым! Һин үҙең башлап күтәрелергә тейеш ауыл мәнфәғәтендәге изге эштәргә.
Эйе, ауылыбыҙ ҡартайып бара. Бында йәшәгән кешеләрҙең күбеһе өлкән йәштә. Яҡын-тирәләге ҡала һәм ауылдарҙа, Себерҙә төпләнгән­дәр өсөн тыуған ауыл тигән изге ер – ял итеп, ҡунаҡ булып, туғандарың­дың ҡәҙер-хөрмәтен күреп китеү урыны. Бары шул ғына… Балала­рыбыҙ уҡып йөрөгән күрше ауыл мәктәбе менән беҙҙең тормош араһында бер нисә тиҫтә йыл буйына бәйләнеш юҡ. Шулай булғас, тыуған ауыл тигән изге был урындың һинең ярҙамыңа мохтаж икәнлеген кем аңлаһын? Әлбиттә, ошо ерҙә ғүмере үтеп барған өлкәндәр генә. Бына ошо өлкән йәштәгеләр алып бара ла инде һуңғы 15 йылда ауылдағы дөйөм эштәрҙе. Изге күңелле яҡташтары­быҙҙың ярҙамы, ҡул көсө менән ауылдың ике зыяратына ошо осорҙа километр ярымға яҡын өр-яңы ҡойма төҙөп ҡуйылды!
Төҙөкләндереү, йыйыштырыу, таҙартыу эштәре был урындарҙа хәҙер йыл һайын яҙлы-көҙлө ойошторолоп тора. Уныһы хаҡ. Көстәр аҙ булыу сәбәпле, бик оҙаҡҡа һуҙылғайны был эштәр. Өлкәндәргә ауырға тура килде. Ауыл мәнфәғә­тендәге ҙур изге эштә бөтөнләй ҡатнашмаған кешеләр ҙә бик күп…
Ауылдаштарыбыҙҙың ғына түгел, яҡташтарыбыҙҙың да, эсендә йәне һәм иманы булған барлыҡ ҡәрҙәш­тәребеҙҙең дә иғтибарын йәлеп итерҙәй йәнә бер ҙур мәсьә­ләне әйтеп үтәйем. Бер кемдең дә ярҙамына өмөт итмәйсә, ике пен­сионерҙан торған үҙебеҙҙең ғаилә­беҙ иҫәбенә 2001 йылда ауылда тарихты өйрәнеү музейы булдыр­ҙыҡ. Уйламағанда килеп кергәйне күңелемә ул ниәт. Ун йыл буйына буш ултырған бер йортто йәмәғәтем менән икәүләп ҡулдан килгәнсә ремонтлап, таҙартып, йыуып алдыҡ та боронғоса итеп йыйыштырып ҡуйҙыҡ. Йылы, яҡты, таҙа, бик матур донъя барлыҡҡа килде! Шул йортта ауыл халҡы өсөн 15 йыл дауамында ғәйет, йома намаҙҙары, дини байрамдар ойошторолоп килде. 2003 йылда Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратында был йорт “Рәбиғол исемендәге мәхәллә” тип рәсмиләштерелде. Унда ауылыбыҙ­ҙың тарихы, кешеләренең тормошо, нәҫел шәжәрәләре тураһында бик күп мәғлүмәт тупланған. Архивтарҙа алып барылған эҙләнеүҙәрем һө­ҙөм­тәһендә бер нисә йыл элек Ураҙ­мәт ауылында тыуған кешеләрҙең нәҫел ептәре ауылға нигеҙ һалған йыраҡ ҡанбабабыҙ Ураҙмәт Исем­баевтың тамырҙарына барып то­таш­ҡанлығы билдәле булды. Музе­йыбыҙҙа бөгөн йөҙәрләгән кешенең исемдәрен үҙ эсенә алған шәжә­рәләр бар! Ләкин ошо мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһынғандар ауылы­быҙҙа бөртөкләп кенә һанарлыҡ…
Йәмәғәт башланғысында алып барылған шундай мөһим эштәрҙә оҙаҡ йылдар буйы ярҙамсылар булмауы күңелде ҡыра. Ярҙам итеү түгел, шул йортҡа 15 йылда бер тап­ҡыр ғына булһа ла кереп сыҡма­ған­дар бихисап. Уйлаһаң, уйылып китерлек…
Үткән йылғы көҙҙә был йорттан электр энергияһын өҙҙөләр. Ҡорбан байрамы еткәс, бер генә көнгә мә­хәл­ләбеҙгә яҡтылыҡ һәм йылылыҡ бирелде…
Бөгөн унда һалҡынлыҡ хөкөм һөрә. Мәктәп тә, балалар баҡсаһы ла булмаған ауылыбыҙҙа берҙән-бер яҡтылыҡ та һүнеп бара… Йорт түбәһенән ямғыр үтә. Эске һәм тыш­ҡы стеналарҙан балсыҡ ҡойо­лоп ултыра… Дин йортона капиталь ремонт талап ителә. Ярҙамсылар эҙ­ләп күп кенә гәзиттәргә, шул иҫәптән “Башҡортостан”ға ла, бел­дереү бирелде, ләкин әлегә теләк белдергән­дәр табылманы. Ауылыбыҙҙа быға тиклем эшләп килгән дин йортон, әл­биттә, һаҡлап ҡалғым килә. Был эш береһенә – 70, икенсеһенә 74 йәш тулып килгән өлкән быуын кешеләренең көсөнән килерлек түгел.
Бөгөн мин күтәреп сыҡҡан был мәсьәләләр йәмәғәтселектән дә, Ураҙмәт ауылында тыуып үҫкән кешеләрҙән дә ҙур иғтибар талап итә. Уйланаһыбыҙ ҙа, осрашып һөйләшәһебеҙ ҙә, башҡараһы эштәребеҙ ҙә тау ҡәҙәрле.

Клара ТУҠАЕВА,
Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы, ауыл старостаһы, педагогия хеҙмәте ветераны, ауыл клубы мөдире.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779