Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ҡунаҡтар Бөгөнгө заман хикәйәһе
Матур ниәттәр ҡороп, һәүетемсә генә йәшәп ятҡан Дарвин менән Мөхәррәмәгә ҡунаҡтар килеп төштө. Кем тиһең? Ҡырҡ биш йыл күрешмәгән класташтары Мөҙәрис менән ҡатыны Гөләндәм! Петербургтың үҙенән! Улдары Ирәндектең ике улын – теремек ейәндәрен – һөйөп, үҙ көйҙәренә көн күреп ятҡан хужаларҙың тормошон йәнләндереп, ап-аҡ ҡар төҫөндәге “Лексус” иртәнге сәғәттә ҡапҡа алдарына килеп туҡтаны.
Алдан хәбәр ҙә бирмәнеләр. Ҡышҡы айҙарҙа “Бәйләнештә” аша табышып, яҙышып алғайнылар-алыуын. Шунда хәл-әхүәлдәрен, адрестарын һораштырған ине Мөҙәрис. Ә бөгөн май ҡояшы кеүек балҡып, ап-аҡ тештәрен ялтыратып, үҙе лә килеп төштө. Башына – һары һалам эшләпә, өҫтөнә – аҡ футболка, һары бриджи, аяғына ҡара сандали кейгән Мөҙәрис ҡартайырға уйлап та ҡарамаған. Үҙенән алда йөрөгән вулкан кеүек ҡорһағына ҡәҙәр шул уҡ. Йәнәшәһендәге Гөләндәме ауылсараҡ кейенгән. Һарыға буялған ҡыҫҡа сәсен бөҙрәләткән, аҡ күлдәк кейеп алған, иңбашына джемперын да һалған. Уҡығанда танышып өйләнгән, ҡатыны – аҡыллы кеше, тип ишеткәйне Мөхәррәмә.
– Әллә ни һыйым юҡ инде, бар күстәнәсем һеҙгә шул. – Гөләндәм һөйләнә-һөйләнә өҫтәлгә бер әсмүхә сәй менән ике ус кәнфит һалды. Татлыны яратҡан ике ейән, ике яҡтан килеп, кәнфиттәрҙе эләктереп тә алды. Йәш ярымлыҡ Иҙел иҙәнгә төшөп тәгәрәгән берәүһен мүкәсләп килеп усына алды ла, ҡамыт тәпәйҙәре менән лап-лоп баҫып атлап, ағаһына эйәреп сығып йүгерҙе.
Тирләп-бешеп, еләкләп, баллап, иртән генә айыртылған ҡаймаҡ менән сәй эсеп алғас, юлдан арып килгән ҡунаҡтар хужаларҙан мунса яҡтырҙы. Мунса булғас, өс сәғәт буйы сабынып йыуындылар. Дарвин, еҫ тейеп ятмайҙармы, тип ҡат-ҡат барып, хәлдәрен һорарға ла онотманы.
– Беҙ оҙаҡ йыуынабыҙ шулай. Мунсағыҙ, слушай, туҙып бара икән, яңыртырға кәрәк. Мин аҡсаны ҡыҙғанманым, стенаһын блоктан өйҙөм дә, эсен таҡта менән көпләнем. Көҙгөлө тәҙрәләр ҡуйҙырҙым… – Мөҙәрис уҡыған саҡтағы ғәҙәтен таш­ламаған, кереште маҡтанырға… Хужабикәнең һөтлө сәйен түгеп, мәтрүшкәлеһен әҙерләттеләр, мунсанан һуң хуш еҫлегә өҫтөн­лөк биреүҙәрен аңлаттылар.
Икенсе көндө иртә менән ҡунаҡтар Олокүлгә йыйынды. Йәй етһә, күл буйы ҡырмыҫҡа күсе кеүек гөжләй башлай. Ерҙең ҡайһы ғына төбәгенән килмәйҙәр?! Яр буйындағы ял базаларына урынлашмай, күпселек ҡырағай пляжда туҡтала. Палатка ҡороп, усаҡ яғып көноҙоно күлдә һыу ҡойоналар, балыҡ ҡармаҡлайҙар. Шул халыҡ ағымы артҡас, ауыл кешеһенә тынғы бөттө – һарыҡ, быҙауҙарын көтөүгә сығара алмаҫ булдылар. Килгән-киткәндәр тота ла һуйып ашай бит. Погонлылар эҙләп тә маташмай уларҙы. Дарвин менән Мөхәррәмә лә малдарын ике йорт араһындағы тыҡрыҡта ябып аҫрарға, йәй буйы йәшел үләнде юл буйҙарынан сабып, арба менән ташып ашатырға мәжбүр. Пенсияға сыҡҡас, эш артты хужаларға. Дарвин таңдан тороп мал-тыуар янында ҡайнай, ҡояш күтәрелеп ҡыҙҙыра башлауға умарталағы бал ҡорттары күс айырырға тотона. Ябып ҡына өлгөр! Яҡшы килгән йылдарҙа май айынан бал ала башлайҙар. Ә Мөхәррәмә иңендә – ҡош-ҡорт: күркә, тауыҡ, өйрәк, ҡаҙ… Баҡсаларында виноград менән абрикосҡа ҡәҙәр үҫтерәләр. Ҡауын, ҡарбузын әйткән дә юҡ. Үҫеп өлгөргән уңышты эшкәртеп бер хәлдән таялар. Күңелле мәшәҡәттәргә күмелеп, йәйҙең үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалалар.
– Ой, Мөхәррәмә, беҙ ҡайтыуға анауы бәрәнеңде һуйып мейескә бәлеш ҡуй әле, пожалуйста. Һарыҡ һурпаһы ла һал. Кисәге ашың яңы иттән түгел ине, ахырыһы. Әле лә күңел болғанып тора… Беҙ ни… гел яңы һуйған ит кенә ашап өйрәнгәс… – Күл буйына ашыҡҡан Гөләндәм хужабикәгә заказдарын яуҙырҙы.
Ике ауыл араһынан бесән алып ҡайтып, йән тирҙәре тамған Дарвин Мөхәррәмәгә йылмайып ҡараны.
– Хужа – ҡунаҡтың ишәге, Мөхәррәмә. Салмай сараң юҡ, ғүмер эсендә бер ҡайтҡан класташың. Йөҙ ҡыҙарырлыҡ булмаһын! – Ир кистән бешкән аштың төбө менән тамаҡ ялғаны ла бысағын үткерләй башланы.
– Киленебеҙ бәпәй алып ҡайтыуғараҡ тип тота инем бит әле ул һарыҡты. Бер аҙна элек һуйылғаны ла иҫке булғас, харап икән… – Мөхәррәмә ризаһыҙ­лығын белдерҙе.
– Иҫең китмәһен, ҡатын, аҡтығы түгел дә! – Хужа еңдәрен һыҙғанып, сығып китте.
***
Күл буйында ял итеп, “арып” ҡайтҡан ҡунаҡтарҙы хужабикә ике ҡат алъяпҡысын бәйләп, ҡайнар аш һалып, эсәк бәлеше бешереп, мунса өлгөртөп ҡаршы алды. Килендәре Зәйнәп, өсөнсөгә декрет ялын алып, шул көндө генә ҡайтып төшкәйне. Баҡсала өлгөргән помидор, ҡыяр, патиссондан ҡышҡылыҡҡа ассорти-салаттар эшләне йәш ҡатын. Хәлдән тайып арыһа ла, ҡунаҡтар алдында йүгереп йөрөнө, балаларын да ҡараны.
Ишек алдындағы өҫтәлдә, иҙәндә яңы ғына ҡапланған салат банкаларын күргән Гөләндәмдең күҙе ҡыҙҙы:
– Бер ун-ун биш банкаңды миңә бирерһең әле, Мөхәррәмә. Минең дә бит өйҙә ейәндәр бар. Берәү түгел, дүртәү. Улар ҙа әй ярата шундай тоҙло әйберҙәрҙе. Быйыл сит илдә йөрөп, баҡса үҫтерә алмам. Балалар ҙа әле Таиландталар, унан ҡайтып күпме торорҙар инде, шунан Әмирлектәргә осасаҡтар…
Мөхәррәмәгә “ярар”ҙан башҡа һүҙ әйтергә урын ҡалманы.
***
Бынамын тигән көндәр боҙолоп ҡуйҙы: төньяҡтан һалҡын ел иҫеп, ямғыр ҡойорға кереште. Хужаларҙың улы ла ялға ҡайтҡайны. Ҙур булмаған йортҡа йәнә ҡунаҡтар өҫтәлгәс, ҡыҫынҡыраҡ. Йылы көндәрҙә ишек алдындағы верандала ҡунып йөрөгән ейәндәр ҙә өйгә керҙе. Ирәндек улдары Иҙел менән Ильясҡа уйынсыҡ машиналар алып ҡайтҡан ине. “Йөк машинаһы” Иҙелгә булды, Ильястың ҡулына иһә ҡалайҙан эшләнгән полиция машинаһы эләкте. Сабыйҙың шатлығының сиге юҡ. Өйҙәге йомшаҡ мебель өҫтөнән дә, стеналар буйлап та сыйылдатып “сиреналар яндырып” үтте улар. Үҙҙәренә йәм табып уйнаған малайҙарҙы ситтән күҙәткән Мөҙәрис үҙ балалары менән маҡтанды. Ике улы ла икешәр юғары белемгә эйә, икеһе лә төҙөлөш системаһында эшләй, ти. Килендәре лә төшөп ҡалғандарҙан түгел, имеш. Береһе – юрист, икенсеһе филолог икән. Береһе – суд системаһында, икенсеһе уҡыта ла, бер үк ваҡытта гәзит-журнал редакцияларында ла эшләй. Үҙе лә төҙөлөштә тир түгеп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Һөйләүе буйынса, хәтәр йорт-ер еткереп йәшәйҙәр. Пенсияны ла шаҡтай мул ала икән. Шулай булһа ла, аҡса етмәй, ти. Хужаларҙың балалары менән дә ҡыҙыҡһынған булды.



(Аҙағы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 857

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 733

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781