— Кино килде!
— Ысынмы? Нимә тигән?
– Һуғыш тураһында...
– Һәйбәт микән?
– Белмәйем. Ҡарағас, белербеҙ.
Беҙҙең бала саҡтың һирәк булған иң бәхетле минуттарын сағылдырған, шуға ла хәтергә юйылмаҫлыҡ булып һеңеп ҡалған, иҫ киткес ҡыуаныслы бер мәле ине былар. Эй, ярата инек кино ҡарарға! Йәшенеп инеп, ололар ултырған эскәмйә аҫтына боҫоп ятып йәки урамдан ярыҡ тәҙрә аша булһа ла ҡарар өсөн бөтә “байлығыбыҙ”ҙы бирергә әҙер инек.
Уйҙарым кино сәнғәтенә килеп төртөлһә, гел бер ваҡиға иҫкә төшә.Сәмиғулла олатай Аблаевтың улы Салауат менән Оло тауҙан саңғыла шыуып йөрөйбөҙ. Бейеклектең өстән бер өлөшөнә тигәндәй менәбеҙ ҙә мәктәп менән Салауаттарҙың өйө араһынан, картуфлыҡ эсенән Ҡурҡыс шишмәһенә һыуға барыу өсөн ҡалдырылған тыҡрыҡ аша, Һаҡмар ярына барып еткәнсә, “осоп” төшәбеҙ..
“Осоп” тигәнем шул: был юлды каток кеүек итеп ҡатырып бөткәнбеҙ, тауға менеп, таяҡтарҙы күтәреүебеҙ була, саңғылар, ярһыу ат кеүек, үҙҙәре үк аҫҡа ташлана. Күҙгә һалҡын йәш тула, бер нәмә лә күренмәй. Иҫкә килгәндә, һин инде Һаҡмар ярында тораһың. (Хәҙер ошо мажараларҙы иҫкә төшөрһәм, йөрәк “жыу” итеп ҡала. “Осоп” барғанда картуфлыҡты кәртәләгән уҫаҡ һайғауҙар араһына барып инһәк, йәнебеҙ ҙә ҡалмаҫ ине бит!)
Шулай тауҙан шыуып төшөп, кире менеп барабыҙ. Алдыбыҙҙан ауыр санаһын саҡ һөйрәп, бер егеүле ат үтеп китте. Сәмиғулла олатайҙарға ла боролманы. “Ауылдың осона сыҡты бит инде, ҡайҙа бара был?” – тип уйлап та өлгөрмәнем, Салауат:
– Ур-ра, кино килде! – тип ҡысҡырып та ебәрҙе.
– Нимә тигән кино икән? Киттек, бушатышайыҡ.
Ярты сананы биләп ултырған иҫ киткес ауыр дизель-генераторҙы төшөрөшөп, ҡалын ҡарҙы көрәп, тигеҙләп ултыртышып, башҡа кәрәк-ярағын мәктәпкә ташығанса арыу ғына ваҡыт үтеп китте. Ә беҙ һаман киноның исемен дә асыҡлай алмайбыҙ. Күптә-ә-ән һорашыр инек, кино ҡуйыусы ағай урыҫ булып сыҡты. Мәктәптә был телде өйрәнәбеҙ ҙә ул, һөйләшеп булмай ҙа ҡуя. Әйтерһең, телде ауыҙ эсендә тимерсыбыҡ менән тартып бәйләп ҡуйғандар.
– Билет күпме тора икән? – тип һорайым Салауаттан.
– Белмәйем. Әйҙә һорашайыҡ.
– Нисегерәк әле... сколько... сколько, ә “хаҡ” тигән һүҙ урыҫса нисек була әле?
– Сена... шикелле, – ти Салауат.
Ул беләлер, минән бер класҡа юғарыраҡ уҡый бит. Яҡшы ла өлгәшә. Шулай ҙа мине һаман нимәлер борсой. Сена... сена... таныш һүҙ кеүек. Ысын шулаймы икән?
– Ҡайҙан белдең? – тим, һаман һорау биреүҙе кисектереп.
– Һуң, дәфтәр тышында “Сена – 2 коп.” тип яҙылған дабаһа...
Ысындан да! Нишләп быға тиклем үҙемдең башҡа инмәгән икән?
Урыҫ ағайҙан “допрос” ала алманыҡ. Беҙ бирәсәк һорауҙарҙы сит телгә әйләндергәнсе, киномеханик ике ҡағыҙын тотоп килеп тә сыҡты:
– Мә, егеттәр, афиша. Береһен – иҫке клубығыҙға, икенсеһен магазин ишегенә йәбештерегеҙ. Бында бөтәһе лә – исеме лә, ваҡыты ла, хаҡы ла – яҙылған.
Аралбайҙа клуб булды ул. Ауыл бөтһә лә, үҙен ташлап күсеп киткән кешеләргә рәнйеп, һаман да ултыра. Аралбайға төшкән һайын (ул соҡор эсендә ултыра, шуға күрә беҙ унда бармайбыҙ, ә төшәбеҙ) ситкәрәк китеп, ишеген асып инергә ҡыймай, оҙаҡ итеп текәлеп торам. Тыныс ҡына ҡарап булмай шул ауылымдан ҡалған берҙән-бер иҫтәлеккә. Күҙҙән йәш бөртөктәре бәреп сыға. Танау төбө лә емшей. Балаларын үҫтереп, ситкә осороп, ҡартайып, хәле бөткән көндә яңғыҙ ҡалған ҡарт инәйгә оҡшатып ҡуям мин уны... Таяғын тотҡан да өйө нигеҙенә ҡыҙынырға сыҡҡан... Бына-бына ҡытыршыланып ҡатҡан ҡулын һүнеп барған күҙҙәре өҫтөнә ҡуйыр ҙа көсһөҙ тауышы менән:
– Улым, һин кемдең малайы булаһың әле? – тип һорар кеүек... Түҙерлек хәл юҡ.
Ҡарағайҙан ыҡсым итеп һалынған ошо мәсеттә беҙ бала саҡта орлоҡ һаҡланылар. Киноны ауыл осонда Балдый тауы итәгенә менә биреп ҡунаҡлаған мәктәптә күрһәтә торғайнылар. Ҡояшта ҡап-ҡара булып “көйөп” ултырған ҡалай ҡыйыҡлы был ҡарағас өй ҙә Мөъәзин олатайҙыҡы ине. Себергә һөрөлөп, күрмәгәнен күреп, аслығын да, ҡайғыһын да “ғарҡ” иткәнсе татып, тыуған ауылына ҡайтып “йығылған” олатай, бер нәмәгә лә дәғүә белдермәйенсә, икенсе өйҙә әбейе менән тыныс ҡына йәшәне лә ятты. Күбебеҙ уның исемен дә белмәне. “Мөъәзин олатай” — шуның менән бөттө. Ә уның йорто, ауылдың күрке булып, ярты быуаттан ашыу туған халҡына хеҙмәт итте әле. Шунда белем алдыҡ, уйынға йөрөнөк, кино ҡараныҡ. Хәҙер ул да, ауыл бөткәс, Сиҙергә (Сидоровкаға) “күсеп китте”. Шулай ҙа ул, беҙҙең мәктәп, ауылдаштарына бик үпкәләмәйҙер, тим. Уны бит ауылдаштары, мәсет кеүек, яңғыҙын ҡалдырып ҡасманы, үҙҙәре менән алып китте... Мәктәп ыҡсым ғына ине. Ике генә бүлмә. Кино килһә, парталарҙы тышҡа — коридорға — сығарып торабыҙ. Кино ҡарарға кешеләр бүкәнен тотоп йөрөнө. Ул бүлмәгә күпме халыҡ һыйғандыр? Бер сеанста 20-30 кеше ҡарай алдымы икән? Белмәйем.
Бер ҡыҙыҡ хәл иҫтә ҡалған. Шулай мәктәптә кино ҡарап ултырабыҙ. Бер ваҡыт иң ҡыҙыҡ урынында кинопроекторыбыҙ һүнде лә ҡуйҙы. Тыштан дизель тауышы ишетелә. Тимәк, яғыулығы бөтмәгән. Нимә булды икән һуң? Киномеханик, уның артынан беҙ, малайҙар, дөбөр-шатыр килеп йүгереп сыҡһаҡ, дизелебеҙ эшләп ултырған көйө, кабелдәрен йылан итеп һөйрәп, мәктәптән тау аҫтына “йырлап” төшөп бара. Анауынса малай ҡыуып етмәй буламы ни?!
Донъялар рәтләнә биргәс, мәсеттең манараһын ҡолатып, иҙәнен алыштырып, клуб эшләнеләр. Бәләкәй генә булһа ла китапхана астылар. Концерт, спектаклдәр ҡуя башланылар. Кино күрһәтеү эше лә яйға һалынды — йышыраҡ килтерә башланылар. Беҙ ҙә ҙурая төштөк. Күрше ауылға йөрөп уҡыйбыҙ. Киноны үҙебеҙҙә лә, Аҡсурала ла ҡарайбыҙ. Йомортҡа ташыуҙы “оноттоҡ”, биш тин түләп инәбеҙ. (Хәҙер аптырайым: ул йомортҡаларҙы нимә эшләттеләр икән: ауылдан ауылға йөрөп, юлдан ҡайтмаған кино ҡуйыусылар үҙҙәре бешереп ашанымы, әллә магазинға тапшырып, аҡсаға алыштырҙылармы?)
Шунан, кинонан сыҡҡас, күмәкләшеп йыйылышып, тәмләп-тәмләп уны тикшерәбеҙ. Бәләкәсерәктәрҙе лә “буш” ҡалдырмайбыҙ, “кино нимә тураһында” тип теңкәләренә тейәбеҙ. Элек бөтәһендә лә, хатта берәй һөнәр кешеләренә арналған, пропагандаға ҡоролған фильмдарҙа ла, мотлаҡ ҡыҙ менән егеттең саф мөхәббәт тарихы булыр ине. (Шуғамы икән, мин ул фильмдарҙы хәҙер ҙә үлеп яратам). Тегеләр ояла, әйтергә уңайһыҙлана: “Бер ағай менән бер апай тураһында”, — тигән булалар.
Аралбай тәрән соҡор эсендә урынлашҡан, тип әйтеп үткәйнем инде. Юлһыҙлыҡ, бигерәк тә ҡышын, ауыл халҡының теңкәһенә тейгәндер инде. Ләкин беҙгә, балаларға, уның “файҙаһы” ла булды. Бер шулай ҡыш көнө кино килеп төштө. Буран сығып китте лә бер аҙна тынманы. Киномеханик “соҡор”ҙан сыға алмай тик ята. Кискеһен клубҡа йыйылып барабыҙ ҙа (балалар ғына түгел, ололар ҙа килә бит әле!) уға:
– Ағай, кино ҡуй инде, – тип инәләбеҙ.
– Һуң, кисә генә ҡаранығыҙ бит.
– Беҙ аҡсаһын түләйбеҙ.
Төп ролдә йылдар үткәс кино йондоҙо булып киткән Евгений Леонов уйнаған “Юлаҡлы рейс” (“Полосатый рейс”) фильмын ете тапҡыр ҡарағаным иҫемдә. Тәүҙә аҡса түләгән булдыҡ, аҙаҡ уныһы ла онотолдо. Һораған кеше лә булмағандыр инде.
Мәҡәләне ошо урында тамамларға ла булыр ине. Нөктә ҡуйырға ғына ултырғанда, тағы бер изге мәл иҫкә төштө. 1960 йылда йәй айҙарының береһендә, ауылға килеп билет һатып йөрөнөләр. Ундай хәл тәүгә булғас, аптырап һорашабыҙ: бер аҙнанан килеп, киң форматлы кино күрһәтәбеҙ, тиҙәр. Түҙемһеҙлек менән көткән көн килеп етте. Эңер төшөүгә Хөснулла ағай Ишбулатовтың машинаһына тейәлеп (ауылыбыҙҙағы берҙән-бер йөк машинаһы) юлға сыҡтыҡ. Аҡсураға ингәс, техника тауға үрмәләне.
Аҡташ тауындағы беҙ физкультура дәресендә футбол ҡыуалаған ҙур, тигеҙ майҙанға иҫ киткес ҙур экран элеп ҡуйғандар. Ғәжәпләнеүебеҙҙең сиге юҡ. Үәт, исмаһам, экран! Әллә клубтың үҙенән дә ҙурыраҡ инде? Кино ҡарарға халыҡ биш-алты ауылдан йыйылған. Аҡсура, Ҡайраҡлы халҡы йәйәү менгән. Беҙ, алыҫыраҡ ауылдағылар, машинала. Килеп төшөү менән ҡыҙҙар, малайҙар, сырылдашып, ергә һибелдек. Ололарҙың күбеһе машинала ултырған көйө генә кино ҡараны. “Алешаның мөхәббәте” исемле романтизмға сорналған бик матур фильм күрһәтте беҙгә Мәскәүҙәнме, ҡайҙандыр килгән ағайҙар.
Геологтар тормошон һүрәтләгән был киноның сюжеты ябай ғына. Экспедицияға эшкә төшкән егет ауылда һауынсы ҡыҙға ғашиҡ була.
Беҙ, йәшлек романтизмына сорнала башлаған ауыл малайҙары, шул йәштәрҙең хис-кисерештәренә төрөнөп, тын алырға ла ҡурҡып, “алйып” ултырғаныбыҙ һаман иҫтә... Экранда йөрәкте елкендереп һабантурғайҙар һайрай, беҙҙә — сиңерткәләр сыңы. Экранда йәшенләп, күк күкрәп ямғыр ҡоя, беҙҙә лә, ҡайҙалыр алыҫта, Һабыр яғында, тауыш-тынһыҙ ғына йәшен ялтылдап ҡуя...
Йәш актер Василий Быковтың уйнауы тетрәндерҙе. Кино буйына бары ике-өс кенә һүҙ әйтһә әйткәндер, ә бит шулай, тамашасыны өнһөҙ генә үҙенә арбаны ла ҡуйҙы... Аҙаҡ, йылдар үтеп, егет ҡорона ингәс, мин уның киноларын эҙләп йөрөп ҡараясаҡмын. “Солдат Иван Бровкин”, “В бой идут одни “старики” — оноторлоҡ фильмдармы ни!
Уҙғанды уйлап уфтанырға ярамай, тиҙәр. Бәлки, дөрөҫтөр. Шулай ҙа бала саҡта иҫке һыуыҡ клубтарҙа ҡараған элекке киноларҙы оло һәм урта быуын кешеләре һағынып иҫкә алалыр, тим. Бында улар фильм ҡарар өсөн генә түгел, ҡунаҡҡа, осрашыуға, кисәгә барған кеүек йөрөнө. Ә мин, экран ҡараңғылығында бер-береһенә атлыҡҡан йөрәктәр ҡара-ҡаршы баҫып һөйөү йырын һыҡтағанда, янымда ултырған оялсан ҡыҙҙың йылы усын ҡыйыуһыҙ ғына ҡыҫҡанда...ҡулымды нимәлер өтөп ебәргәндәй булғанын иҫләп, һағынып тертләп китәм...