Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рухи ныҡлыҡ нәҫелдән килә
Рухи ныҡлыҡ нәҫелдән килә Күңелегеҙ ҡаты булмаһын, ныҡ булһын
Быуындан быуынға күсә килә ошо аҡыл. Мәхмүзә Кәлимулла ҡыҙының һоҡланырлыҡ ҡына түгел, аптырарлыҡ ярҙамсыллығының шишмә башы бына ҡайҙан башлана икән! Шулай күсә халыҡ аҡылы.
1995 йылда Сафия Насретдинова атаһының исемен аҡлай. Әммә туғандары, яҡындары, дуҫ-ише өсөн Хәбиәхмәт бер ваҡытта ла халыҡ дошманы булмай, балалары, ейәндәре, бүләләренең булмышында, йәшәйешендә, хәтерендә уға бер ваҡытта ла ҡара төшөрөлмәй, һәр саҡ аҡ була.
Профессор Мәхмүзә Кәлимулла ҡыҙының атаһы яғынан килгән ғилемлелек тураһында ла ауыҙ тултырып һөйләрлек һабаҡтар мөлдөрәмә тулы.
Насретдиновтарҙа табиптарҙың күп булыуында Кәлимулланың әсәһе Зөбәйҙәнең йоғонтоһо ҙурҙыр. Ул һәр үләндең атамаһын, тәғәйенләнешен белә. “Ниндәй ауырыуҙы ҡайһы үлән менән дауаларға икәнлеген ҡайҙан өйрәнгәндер? Ер ҡарҙан әрселеү менән мине урманға алып сыға ла көн һайын бер нисә үлән тураһында ентекләп, тәфсирләп һөйләй торғайны... Үҙе минең ыңғайға аҡрын ғына атлай. Йыя бара, һөйләй бара. Ҡайтҡас, киптерергә һала. Унда ла үҙе белгәндәрен өйрәтә. Киптергәндән һуң, бәләкәй генә тоҡсайҙарға һалып, һандығына урынлаштыра. Ҡыш көндәре ул һандыҡтан йәйге хуш еҫ аңҡып китә торғайны. Айыу үте лә була торғайны уның. Тик бик бәләкәй инем шул. Дауалау ысулдарын отоп ҡала алмағанмын. Ул фани донъянан киткәндә, миңә ун йәш кенә ине. Шуныһы ғәжәп: телмәре мәҡәл, шиғыр, хатта таҡмаҡһыҙ булманы. Беҙгә лә ятлата ине. Ятлағыҙ, зиһенегеҙ яҡтырыр, күнекмә лә булыр, ти торғайны. Ейән-ейәнсәрҙәрен бик яратты, уларға әкиәттәр, легендалар, риүәйәттәр һөйләне.
“Сепрәк-сапраҡ бол түгел, ашауҙан йәлләмәгеҙ, ғилемгә ынтылығыҙ. Ризыҡты тәмле итеп әҙерләгеҙ, ауыҙ тәмен ебәреп, арлы-бирле ашамағыҙ. Ашау – һаулыҡ бит ул. Сит-яттарҙы үҙем тимә, сереңде ситтәргә асма, ситтәрҙең, көлдөрөп ултырһа ла, бөлдөрөүе ихтимал, үҙеңдеке ҡаты әйтһә лә, яҡшыға әйтер. Кеше иң ауыр сағында туғанға арҡалана. Туғандан ситләшмәгеҙ”. Атайымдың әсәһе Зөбәйҙә нәнәйемдән ҡалған алтын кәңәштәрҙең иҫемдә ҡалғандары шул. Ни өсөн яҙа бармағанмындыр, тип уйлайым да бәләкәйлегемә һылтанам. Ә үкенес...” – ти профессор Ғәйнуллина.
Ҡаҡса ғына кәүҙәле, етеҙ хәрәкәтле, ғәжәп егәрле булды атайымдың әсәһе. Бәләкәй саҡта беҙҙең илап ебәргән осраҡтар булғандыр инде. Ҡарап тора ла йыуатмай, ҡайһы саҡта, киреһенсә: “Көлгәндә генә түгел, илағанда ла ихлас булығыҙ. Ихласлыҡ юғалған ерҙә ялған башлана”, — тип тәнҡитләп ҡуя ине. Бына шундай тәрбиә һабаҡтары күсә килгән быуындан быуынға. Бына ошондай тәрбиә һабаҡтары һаҡлап килгән халыҡтың рухи ныҡлығын.

Атай балаһы

Урманлы тауҙарға һыйынып ҡына ултырған Һаҡмар Наҙарғоло ауы­лын­дағы Ҡаҙаҡбаевтар ғаиләһендә ҡа­йындай зифа буйлы бер ҡыҙ, ҡарағайҙай һомғол биш егет буй еткергән. Бөгөн һәр береһе үҙе ҡайны-ҡәйнә, бейем, күптәре өләсәй, ҡартатай булған тиерлек. Әммә улар, ҡайҙа ғына эшләмәһен, кем менән генә ғаилә ҡормаһын, ғаилә башлығы Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтың ҡарт ҡартатаһы Ейәнғолдоң тәрбиә ҡанундарынан тайпылмаған. Мөхәмәт­йән ағай әле, туҡһан йәшен тултырған мәлдә үҙенең иң оло бәхете итеп һанай ошо төп талапты үтәй алыуын.
— Һылыу, күпте, бик күпте күрҙем, төрлөһөн үткәрҙем башымдан, — тип бәйән итте ул. — Әммә ҡарт ҡартатайым юлынан аҙ ғына ла тайпылманым. Ул миңә “изгелекле бул”, “һоранма”, “һауаланма” тигән өс васыят әйтте. Ошо аманат Кеше булып йәшәүҙең, “Урал батыр” эпосы аша еткерелгән аҡылдың өс төп нигеҙелер тип уйлайым. Беҙ ошо васыяттарҙан тайпылмаҫҡа тырыштыҡ.
Изгелекле бул. Бик оло мәғәнәле һүҙ бит. Кешегә яҡшылыҡ ҡылам тип тә, ҡул ярҙамы күрһәтә алмаһаң, һис юғы тел ярҙамы күрһәтергә кәрәк. Әсәйем берәй аҡыл бирер булһа, фәһемле генә ваҡиға һөйләп алыр ине. Ул да иҫтә ҡала, биргән аҡылы ла зиһенгә һеңә. Бына бит боронғолар ҡалайыраҡ биргән тәрбиә һабаҡтарын!
Үҙ башымдан үткән бер хәлде һөйләп, әйткәнемде нығытып ҡуяйым. Мине урам малайҙары “кулак балаһы” тип йәберләй ине. Был һүҙ бик насар кешегә тағыламы икән, тип эстән һыҙам бит инде. Атайым тураһында һис тә насар уйлағы килмәй. Бер көн иһә бер ағай, малайҙарҙың мыҫҡыллағанын күреп: “Теймәгеҙ уға. Атай балаһы бит ул”, – тине лә башымдан һыйпап үтте. Һиҙҙермәһәм дә, күҙгә йәш төйөлдө. Ошо ябай ғына, әммә бик мәғәнәле һүҙҙәр булмышымды үҙгәртте лә ҡуйҙы. Атай балаһы... Тимәк, яҡыным насар кеше булмаған. Тимәк, мин дә атайыма оҡшағанмын. Артабан да уның һымаҡ булырға тейешмен. Бына бит ул һүҙҙең көсө ниндәй! Шунан һуң яурындар яҙылып, күкрәк кирелеп, баш юғары күтәрелеп китте. Атлауым икенселәнде. Кәүҙә турайҙы, аҙымдарым киңәйҙе. Ана шул ағайҙың балаларына ғүмер буйы ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышам.
Һоранма. Эштең ояты юҡ. Ниндәй генә ауыр хәлдә ҡалған саҡта ла, һоранманыҡ. Һары таңдан ҡара төнгә тиклем эшләнек. Ҡырмыҫҡа иләүе кеүек була торғайны ғаиләбеҙ. Һыуҙан селбәрә һөҙөп ашаған саҡтар ҙа булды. Ишегебеҙ алдын ҡола ялан ҡалдырып, йәмкәбеҙгә тиклем алып сығып киттеләр атайым менән әсәйемде Себер һөргән саҡта. Һоранманыҡ. Бер балам да эштән ҡурҡманы. Һораныу кимәленә төшөү ялҡаулыҡтан, уйлай белмәгәнлектән бит ул. Мейене эшләтмәһәң, туңбашҡа әйләнәһең. Уйланыҡ, тамаҡ аҫрар әмәл таптыҡ. Китапта яҙылған ул барыһы ла.
Һауаланма. Маҡтанып түгел, һылыу, ғорурланып әйтәм: эшсәнлегебеҙ арҡаһында беҙ башҡаларҙан һәр ваҡыт бер аҙымға алдараҡ атланыҡ. Әммә Ейәнғол уҙамандың һүҙҙәре ҡолаҡ төбөндә торҙо: һауаланма. Тимәк, эреләнмә, аяҡтарың ерҙә ныҡ баҫып торһон. Донъя – ҡуласа, әйләндереп килтереп бер баҫа. Айырым көндөң уңышы менән йәшәмәгеҙ. Бөгөн яҡшы икән, ғүмер буйы шулай дауам итер тип ымһынмағыҙ. Яман телле булмағыҙ. Кешегә рәнйемәгеҙ. Хоҙай үҙе туралай ул, ти ине әсәйем дә.
Ошо васыятҡа тоғро йәшәнем. Быуындан быуынға килгән аҡыл бит ул. Балаларымды ла, ейәндәремде лә шулай тәрбиәләргә тырыштыҡ. Бибиһан менән бер һүҙле булдыҡ.
Бибиһан әсәйемде яратты, балаларыбыҙ әсәйем Шәмсибаһар тәрбиәһендә үҫте. Ҡатыным көнө-төнө эштә булды. Әсәйемдең тәрбиәһе әле телгә алған Ейәнғол ҡарт ҡартатайымдан килһә, ҡарт ҡартатайым үҙенә саҡлы йәшәгән уҙамандар аҡылын туплағандыр. Борон бит тәрбиә ҡанундары, китапта яҙылмаһа ла, шулай быуын-быуындан күсә килгән. Башҡортта бик матур ғәҙәт бар. Быны мин әсәйемдә күрҙем. Бер ваҡытта ла тегеләйт, былайт, тип туранан-тура аҡыл өйрәтмәне. Шиғыр йә мәҡәл менән генә сәпкә тейҙерә ине.
Борон “ҡарттар әйткәне” тигән бик мәғәнәле һүҙ бар ине халыҡ телендә. Ул үҙе лә, төшөнсәһе лә юғала бара. Әсәйем балаларҙы ана шул “өлкәндәр әйткәне” буйынса тәрбиәләне. Уға Аҡмулла, Бабич шиғырҙары ла, нәсихәттәр ҙә, мөнәжәттәр ҙә инеп китә торғайны. Хатта ауырып киткәндәр мөрәжәғәт итһә, “Тип китабы” тигән ҡалын баҫманы аса һалып ҡарай торғайны. Моғайын, Тибет медицинаһы буйынса китап булғандыр. Ул ниндәй телдә яҙылды ла әсәйем нисек уҡыны икән?
Донъялар үҙгәреп киткәс: “Мин белгән китаптарҙың ҡәҙере ҡалманы. Туҙрап-тапалып ятмаһындар, үлгәс, баш осома һалығыҙ”, — тигәйне. Шулай иттек. “Йософ менән Зөләйха”ны ла уҡый торғайны. “Буҙъегет” тигәне лә бар ине. Теге замандарҙа, боронғолоҡто юҡҡа сығарған йылдарҙа, элекке китаптарҙың береһен дә ҡалдыр­май утҡа ырғыт­ты­лар бит... Шуға күм­дерткәндер.

Рубриканы Мәрйәм БУРАҠАЕВА алып бара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779